13 августа Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарында туған башҡорт телен өйрәнеүҙең үҙенсәлектәре» темаһына дискуссия майҙансығы ойошторолдо.
Сараны Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Г.Р. Шафиҡова сәләмләү һүҙе менән асты һәм алып барҙы. Башҡортостан Мәғариф министры урынбаҫары Ә.З. Ғәлиева сығыш яһап, уҡытыусыларға дискуссия майҙансығы эшендә уңыштар теләне. Артабан йәш ғалим – Башҡорт дәүләт университетының Башҡортостан Республикаһы тарихы, археология һәм этнология кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты И.Р. Сәйетбатталов «Урал-Волга буйы төрки телдәр системаһында төньяҡ-көнбайыш диалекты» темаһына ҙур доклад менән сығыш яһаны. Ул төрки телдәре араһында башҡорт теленең тотҡан урыны, диалекттары, уларҙың сығышы хаҡында һөйләне, шулай уҡ башҡа халыҡтарҙың милли телдәре һәм диалекттары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Ғалим төньяҡ-көнбайыш зонаның башҡорт теле уҡытыусыларына туған телебеҙҙе өйрәтеүҙә уңыштар теләне.
Артабан «Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарында туған башҡорт телен өйрәнеүҙең үҙенсәлектәре» темаһына «донъяуи кафе» ойошторолдо. Унда туған телде өйрәнеү өсөн региональ кимәлдә ярҙам йөҙөнән ниндәй өҫтәлмә саралар кәрәклеге, йәмғиәттә туған телдә аралашыуҙы арттырыу, диалект шарттарында ғаиләлә, өҫтәлмә белем биреү системаһында, мәктәптә телде һаҡлау, өйрәнеү саралары хаҡында ҡыҙыҡлы фекер алышыу ойошторолдо. Һәр төркөмдөң тәҡдимдәре башҡа ҡатнашыусыларҙың фекерҙәре менән тулыландырылды. Аралашыу, ваҡытҡа ярашлы, бик ойошҡан рәүештә алып барылды.
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре туған телде өйрәтеүсе уҡытыусының үҙ өҫтөндә даими эшләүен, тырыш хеҙмәте, шәхси өлгөһө аша уҡыусылар, ата-әсәләр, халыҡ алдында үҙ абруйын күтәреүен тәү шарт итеп билдәләне. Оло быуын кешеләре, ата-әсәләр менән эште әүҙемләштереү, уларға тарихи сығыштары хаҡында ентекле мәғлүмәттәр биреү, башҡорт халыҡ ижады, әҙәби әҫәрҙәр, сәнғәт, заман технологиялары ҡулланылған мауыҡтырғыс дәрестәр аша төньяҡ-көнбайыш диалектта һөйләшеүсе балаларҙы туған телде өйрәнеүгә йәлеп итеү хаҡында һөйләштеләр. Шулай уҡ төньяҡ-көнбайыш райондарҙың башҡорт теле уҡытыусылары өсөн методик ҡулланмалар сығарыу, конференциялар ойоштороу, «ғаилә – балалар баҡсаһы – мәктәп» бәйләнешен нығытыу һәм башҡа күп эшлекле тәҡдимдәр индерелде.
Төшкө аштан һуң, эксперттар ҡатнашлығында дискуссия майҙансығының эше йомғаҡланды. Тарихсы-журналист, телепроекттар авторы, тарих фәндәре кандидаты С.И. Хәмиҙуллин үҙ сығышында төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының башҡорт милли хәрәкәтендә тотҡан урыны хаҡында һөйләне. «Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары – милләтебеҙҙең бер өлөшө, беҙ – бер халыҡ, барыбыҙ ҙа – башҡорттар. Уларға ярҙам итергә, күрһәтелгән проблемалар өҫтөндә артабан эшләргә кәрәк», – тине ул.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәктәр хеҙмәттәшлеге һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы Р.Р. Сафиуллина; М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе З.А. Әлибаев; БДУ-ның Башҡортостан Республикаһы тарихы, археология һәм этнология кафедраһы доценты, тарих фәндәре кандидаты Н.М. Ҡалмантаев; БДУ профессоры, филология фәндәре докторы Ғ.С. Ҡунафин; БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы, профессор Г.Р. Абдуллина дискуссия майҙансығы тураһында үҙ фекерҙәрен әйтте, тәҡдимдәр өсөн рәхмәт белдерҙе. Улар үҙ сығышында әҙәби тел һәм диалект, төньяҡ-көнбайыштың күренекле шәхестәре хаҡында һөйләне, милли баҫмаларыбыҙ һәм уларҙың бөгөнгө яҙмышы хаҡында әйтте.
Дискуссия майҙансығы резолюция ҡабул итеү менән тамамланды.
Г.Ф. ШАҺИЕВА, бүлек мөхәррире.