Бөтә яңылыҡтар

Һағындыра икән тыуған яҡ

Яҙыусы Динис Бүләковтың тыуыуына – 75 йыл

Маҡсат. Яҙыусының тормош юлы, ижады тураһында өҫтәлмә мәғлүмәт биреү, “Тыуған яҡ” тексының йөкмәткеһен үҙләштереү, уның актуаль булыуын күр­һәтеү; уҡыусыларҙың аңлы уҡыу күнек­мәһен, бәйләнешле һөйләү телмәрен, үҙ аллы фекерләү ҡеүәһен үҫтереү; тыуған яҡҡа ҡарата һаҡсыл ҡараш, яуаплылыҡ, бер-береңә ҡарата ихтирам, ярҙамсыллыҡ сифаттарын тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Мультимедиа проекторы, экран йәки интерактив таҡта, компьютер, Д. Бүләковтың портреты, китаптары, дәреслек, һүҙлектәр.


Дәрес барышы

I. Ойоштороу мәле.

Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

– Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

Бөгөн дәрескә ниндәй кәйеф менән килдегеҙ? (Уҡыусылар ҡулдарындағы смайликтарҙы күрһәтә. Хор менән шиғыр юлдарын әйтә.)

Һаумы, ҡояш!

Һаумы, яңы көн!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

II. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.

Дәресте башларҙан алда мин Баязит Байназаров башҡарыуында Кәүсәриә Шафиҡова һүҙҙәренә композитор Рәмил Ғимрани яҙған “Тыуған яҡ” йырын тыңларға тәҡдим итәм. (Вәсилә Фәттәхова, Радик Юлъяҡшин башҡарыуындағы йырҙарҙы ла һайларға мөмкин. Уҡыусылар йырҙы тыңлай, уларҙа белем алыуға, дәрес­кә ыңғай ҡараш формалаша.)

III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу, дәрестең маҡсатын билдәләү.

Уҡыусылар, тимәк, дәрестә нимә йә­ки кем тураһында һүҙ барасаҡ? (Тыуған яҡ тураһында.) Был һүҙбәйләнештең мәғәнәһен, рус теленә тәржемәһен иҫкә төшөрәйек, синонимдарын табайыҡ. (Уҡыусылар һүҙҙең мәғәнәһен электрон һүҙлектәр ярҙамында асыҡлай: “родная сторона”, “родной край”.)

Тыуған яҡ тураһында ниндәй шиғыр­ҙар, йырҙар беләһегеҙ? Яттан һөйләргә теләүселәр бармы? (Уҡыусылар яуап бирә, шиғырҙар һөйләй.)

IV. Өй эшен тикшереү. Уҡыусылар, һеҙ өйҙә текст буйынса кем, ниндәй, ҡайҙа, ҡасан, нисә һорауҙарын ҡулланып, яҙыусының тормош юлын өйрәндегеҙ. Ә хәҙер сығыштарҙы тыңлайыҡ. (Сығыштарҙағы мәғлүмәттәр слайдта фотолар менән үрелеп бара. Хәлдәрҙе айырып билдәләйҙәр. )

1. Кем? Динис Мөҙәрис улы Бүләков – Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты.

2. Ҡайҙа? 1944 йылдың 18 майында Мәләүез районы Арыҫлан ауылында тыу­ған. Урта мәктәпте Воскресенское ауы­лында тамамлаған, “Нөгөш” колхозында механизатор булып эшләгән.

3. Ҡасан? 1959 йылда уның “Маҡтансыҡ Зариф” исемле тәүге хикәйәһе баҫы­лып сыға. 1971 йылда тәүге хикәйәләр йыйынтығы – “Ҡояш ярсығы” ба­ҫыла. 1988 йылда “Килмешәк” романы донъя күрә. 1993 йылда “Ғүмер бер генә” рома­ны өсөн яҙыусы Башҡортос­тан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була.

4. Нисә? Яҙыусының китаптары: “Ҡо­яш ярсығы”; “Ауылымдың аҡ өйҙәре”; “Аҡбуҙ алышҡа сыға”; “Ҡыңғырау сәс­кә”; “Упҡын ситендә бейеү”; “Ҡы­йыр­­сыҡ ай”; “Саған япраҡ яңырта”; “Шар­лауыҡ”; “Килмешәк”; “Ғүмер бер генә”; “Эҫе ҡар”; “Һайланма әҫәрҙәр” (2 том­да).

Рус телендә: “Самая долгая ночь”; “Та­нец над пропастью”; “Перекаты”; “Щербатый месяц”; татар телендә: “Шәфәҡ миҙгелендә”.

5. Ниндәй? Динис ағай һәр саҡ сәмле, сая рухлы, тынғыһыҙ шәхес булды. Ул йөҙө нур сәсеп торған һөйкөмлө, матур кеше, йондоҙло, көслө шәхес ине. Ярҙамсыл, тоғро дуҫ, ышаныслы юлдаш, хәстәрлекле атай, бала йәнле кеше булды.

Бөгөн дәрестә Динис Бүләковтың “Тыуған яҡ” исемле тексы өҫтөндә эшлә­йә­сәкбеҙ. (Уҡыусылар тексты эстән уҡый. Аҙаҡтан бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый.)

V. Һүҙлек эше. Елкендереп – вдохновляя, буҙ турғай – воробей полевой, ҡалай – как, ғүмер ҡороу – йәшәү; аяныс – горестный, плачевный; ус аяһындай – бик бәләкәй (величиной с ладонь), йөрәге һыҡ­рар ине – страдало бы сердце.

VI. Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмәләшеү.

1. Уҡытыусы тексты уҡый. 2. Уҡыу­сы­лар тексты абзацтарға бүлеп уҡый. 3. Текс­тың йөкмәткеһен рус теленә тәржемә итеү. (Һөйләмдәрҙе һәр уҡыусыға бүлеп йәки парлы эш итеп бирергә мөмкин. Ва­ҡыт билдәләнә, уҡыусылар эшләй. Тәржемә уҡыла.)

VII. Уҡыу мәсьәләһен этаплап сисеү.

1. Һорауҙар.

Автор нимәләрҙе, миңә бик яҡын, тип әйтә? Уның өсөн иң аяныслыһы һәм ҡыуаныслыһы нимә? Текстың төп фекере ҡайһы һөйләмдә бирелгән? Ул идея әлеге ваҡытта ла актуалме? Һеҙ тыуған яғығыҙҙы яратаһығыҙмы? Йәшәгән тө­йәк­те яратыу хисен нисек иҫбатлай ала­һығыҙ? (Уҡыусыларҙың яуаптары тыңлана, тыуған яҡтың яҡын һәм ҡәҙерле булыуы хаҡында һығымта яһала. Алдан әҙер­ләнгән 1 – 2 уҡыусы тыуған яҡ тураһында реклама менән сығыш яһай.)

2. Мәҡәлдәр менән эш. (Уҡыусылар мәҡәлдәрҙең яртыһын табып уҡый, мәғә­нәһен аңлата.)


Тыуған илдән тыуған-үҫкән ил артыҡ

Тыуған ер – яҡын туйған юҡ

Тыуған илдең әреме лә тыуған ил – алтын

Алтын-көмөш яуған ерҙән хуш еҫле



VIII. Ижади эш. Синквейн төҙөү.

Уҡыусылар, бөгөнгө һөйләшеүҙе йом­ғаҡлап, текстағы һөйләмдәрҙе, һүҙҙәрҙе генә ҡулланып, тыуған яҡ тураһында синквейн яҙайыҡ.

Тыуған яҡ

Нәфис, күңелле

Һағындыра, елкендерә, шатланам

Тыуған яҡҡа ҡайтыу ҡалай күңелле!

Бәхет

IX. Йомғаҡлау. Рефлексия.

Бөгөн дәрестә ниндәй яңылыҡ белдегеҙ? Маҡсаттарыбыҙға өлгәштекме? (Яуаптар тыңлана.)

Эйе, мин дә Динис Бүләковтың тыу­ған яҡ тураһындағы һүҙҙәре менән килешәм. Донъяла һәр кемдең, ус аяһындай ғына булһа ла, үҙ төйәге була. “Балыҡҡа – һыу, ҡошҡа – һауа, йәнлектәргә – урман, ялан, ҡырҙар, ә кешегә Ватан кәрәк. Тәбиғәтте һаҡлау – тимәк, Ватанды һаҡ­лау”, – тигән рус яҙыусыһы М. Приш­вин. Үҙ төйәгебеҙҙе, тыуған ауылыбыҙҙы, ҡалабыҙҙы, ғәзиз еребеҙҙе яратайыҡ, ҡәҙерләйек, тәбиғәтен ки­ләсәк быуындар өсөн һаҡлайыҡ. Һәр берегеҙҙең ҡайтыр ере, көтөп торған яҡын кешеләре, һандуғаслы тыуған яғы булһын! (Уҡыусыларҙың эштәре баһалана, кәңәштәр бирелә.)

X. Өйгә эш. 1. Тыуған яҡты һүрәтләүҙе уйларға. 2. “Тыуған яғым – гөлдәр иле” темаһына кескәй хикәйә төҙөргә йә презентация эшләргә.

Г.Н. ТАТЛЫБАЕВА,
Мәләүез ҡалаһының 6-сы лицейы уҡытыусыһы


Читайте нас: