Бөтә яңылыҡтар

Бер телдә – ун хикмәт, ун телдә – йөҙ хикмәт

Оҫталыҡ дәресе

“Һөйлә – онотормон, күрһәт – өйрәнермен, ҡыҙыҡһындыр – иҫтә ҡалдырырмын”.

(Ҡытай халыҡ мәҡәле)


I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация тыу­ҙырыу.

Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар! Һеҙҙе үҙемдең оҫталыҡ дәресенә саҡырам. Дәресебеҙҙең темаһына ҡарап әйтегеҙ, бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (Фараздар әйтелә. Һығымта яһала: башҡа телдәрҙең материалына нигеҙләнеп, башҡортса телмәр үҫтереү тураһында.)

Оҫталыҡ дәресенә ниндәй маҡсаттар ҡуйырбыҙ?

Маҡсат. Уҡытыуҙың төрлө технологияларын ҡулланып, башҡа телдәр материалына нигеҙләнеп, уҡыусыларҙа башҡорт теле дәрестәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

II. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Телмәрҙең үҙенсәлектәре, төрҙәре, уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү мәсьәләләренә арналған хеҙмәттәр байтаҡ. Был өлкәлә эшләүсе ниндәй билдәле ғалимдарҙы беләһегеҙ? (Р.Ә. Абу­талипова, М.С. Дәүләтшина, З.М. Ғәбитова һ.б.)

Башҡа милләт балаларына башҡорт телен уҡытыу – айырыуса ҡатмарлы эш. Уҡытыусыға, баланы аралашыуға өйрәтеү менән бер рәттән, телгә ихтирам тәрбиәләү, тиҫтәләгән фәндәр араһында башҡорт теленең абруйын күтәреү бурысы йөкмәтелә. Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтыр­ғыс дәрестәр менән телде өйрәнергә теләк уятыу мөһим. Мин дәрестәремдә текст менән эшләүҙең төрлө алымдарын ҡулланам, яңыларын өйрәнәм. Һеҙгә шуларҙың бер нисәһен тәҡдим итәм.

III. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. Яңы белемде практикала ҡулланыу.

1. Артикуляцион күнегеү.

Телмәр аппаратына артикуляцион гимнастика үҙ эсенә дөрөҫ һәм етеҙ уҡыр­ға өйрәнеү, һөйләшеү өсөн тиҙәйткестәрҙе, тел төҙәткестәрҙе, телдең хә­рәкәтсәнлеген арттырыу һәм дөрөҫ һулыш алыуға өйрәтеү өсөн күнегеүҙәрҙе ала.

Башҡорт теле башҡа төрки телдәрҙән үҙенсәлекле өндәре менән айырылып тора: ә, ө, ү (һуҙынҡы); ң, ҙ, ҫ, һ, ҡ, ғ (тартынҡы). Ә был өндәр инглиз телендә лә бар.

Тәүҙә һуҙынҡы өндәрҙе ҡарап үтә­йек.

ә: зәңгәр – синий, thank [θæŋk] – благодарность;

ө: өкө – сова, birthday [bɜ:θdei] – день рождения;

ү: күрше – сосед, to go [goʊ] – ходить.


Тартынҡы өндәр.

ң: кәңәш – совет, interesting [intrәstiŋ] – интересный;

ҙ: ҙур – большой, this [ðis] – этот;

ҫ: баҫма – мост, thimble [θimbl] – наперсток;

һ: һыу – вода, help [help] – помогать.

Инглиз телендә тағы ла бер үҙенсәлек­ле [w] өнө бар. Бының кеүек өн рус телендә юҡ, ләкин башҡорт телендә уға оҡшаш [уа] өнө бар:

ваҡ – мелкий, window [windoʊ] – окно.

• ҙ өнөнә артикуляцион күнегеү эшләү.

Father, mother, sister, brother,

Hand in hand with one another.


Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа,

Беҙҙең Зөһрә лә бөҙрә.

• Тиҙәйткестәрҙе заманса рэп музыкаға ҡушылып әйтеү.

2. Бармаҡ уйындары менән баланың телмәр үҫеше араһында уртаҡлыҡ барлығы күптән иҫбатланған. Башҡорт халыҡ ижадында быға миҫалдар бихисап.

Ҡарға килгән — ҡаҙан аҫҡан,

Сыпсыҡ килгән — бәрәңге әрсегән,

Торна килгән — ҡамыр баҫҡан.

Бутыр-бутыр аш бешкән.

Сыйырсыҡ килгән — аш бушатҡан,

Төйлөгән килгән — бүлгән,

Быға (баш бармаҡ бөкләнә) биргән,

Быға (имән бармаҡ бөкләнә) биргән,

Быға (урта бармаҡ бөкләнә) биргән,

Быға (сығанаҡ бармаҡ бөкләнә) биргән,

Ә быға (сәтәкәй бармаҡ күрһәтелә)

бирмәгән.

Кетер, кетер, кетер,

Ҡаҙан төбөн кимер…

(Уҡытыусы ошондай бармаҡ уйындарын инглиз, рус һәм башҡорт телдәрендә уйнау өсөн ҡатнашыусыларҙы саҡыра.)

•Mice – fingers.

Һулаҡай ҡул йоҙроҡҡа йомарлана. Уйынсылар һәр бармаҡты асҡан һайын: “I am a mouse”, – тип ҡабатлайҙар. Артабан ошо йырҙы йырлайҙар:

We are mice, mice, mice.

We are very, very nice.

Йыр барышында бер нисә мәртәбә йоҙроҡто асып йомалар.

Ҡапыл уң ҡулдың һуҡ бармағы, «бе­сәй»гә әйләнеп, турая һәм уйынсы: “I am a cat”, – тип әйтә.

Уҡытыусының: “Catch, catch the mice!” – тип әйтеүе була, һулаҡай ҡулдың бармаҡтары йоҙроҡҡа йомарлана, ә уң ҡулдың һуҡ бармағы, уны асып, сысҡандарҙы тоторға тырыша. Уйын артабан шулай дауам итә.

• Кошки – мышки.

Вот кулак (показать кулак левой руки),

А вот ладошка (раскрыть пальцы, ладонь вверх),

На ладошку села кошка («когти» правой руки водят по ладошке левой).

Села мышек посчитать,

Раз, два, три, четыре, пять (правой рукой загибать по одному пальцу левой).

Мышки очень испугались (вращать кулаком),

В норки быстро разбежались! (Спрятать кулак под правую подмышку.)

• Бесәй – сысҡан.

Бесәй, бесәй, бес-бес-бес,

Өҫтәлгә менгән, имеш.

Һөттө эскән (баш бармаҡ йомола),

Ҡаймаҡты ашаған

(һуҡ бармаҡ йомола),

Ҡатыҡты түккән

(урта бармаҡ йомола),

Майҙы ялаған

(исемһеҙ бармаҡ йомола),

Ҡоротто кимергән

(сәтәкәй бармаҡ йомола).

Ярамай, шуҡ бесәй

(уң ҡулдың һуҡ бармағы менән янай),

Төш, төш, төш!

Һығымта. Сабый менән тәүҙә ошондай уйындар уйнау, төрлө ваҡ әйберҙәрҙе сүпләү, конструкторҙың бә­ләкәс өлөш­тәрен йыйыу уның моторикаһын үҫтерә, теленең тиҙ асылыуына, шымарыуына булышлыҡ итә. Мин был алымды I класс уҡыусылары менән үткәрелгән дәрес­тәрҙә ҡулланам.

IV. Йомғаҡлау. Хәҙерге Федераль дәү­ләт белем биреү стандарттарына ярашлы бүленгән башҡорт теленән кластан тыш эшмәкәрлеккә V – VII класс уҡыусылары йәлеп ителде. Балаларҙың телмәр ҡе­үәһен үҫтереү, интеграция принцибы буйынса, ҡул эш­тәренә өйрәтеү менән берлектә алып барыла. Дәрестән тыш эшмәкәрлектә уҡыусылар йомаҡтар ҡоя, башҡорт, рус, инглиз телдәрендә йырҙар тыңлай, халыҡ әкиәттәрен тасуири һөйләргә өйрәнә, шул уҡ ваҡытта ҡул эштәрен дә башҡара. Әйҙәгеҙ, беҙҙең эшмәкәрлеккә күҙ һалып үтәйек. (Видеоролик тәҡдим ителә.)

Ә хәҙер һеҙгә, хөрмәтле коллегалар, видеола күрһәтелгән эш төрөн тәҡдим итәм. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында брендҡа әйләнгән түшелдереккә тәңкәләр тегеп, «уҡытыусы» һүҙен төрлө телдәрҙә әйтеп ҡарағыҙ. (Эш башҡарыла. Иң аҙаҡтан уҡытыусы түшелдереккә тағылған бер тәңкәне өҙөп ала.)

Коллегалар, ҡарағыҙ әле, бер тәңкәне урынынан алғас, беҙҙең түшелдерек үҙгәрҙеме? (Эйе, ул йәмһеҙләнде, формаһын юғалтты.)

Бына ошо ябай ғына миҫал ярҙамында күп телдәр араһында бер генә телдең юғалыуы ла ҡурҡыныс күренеш булыуын күрһәтергә теләнем. Һәр тел йәшәргә, үҫешергә хоҡуҡлы. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, туған телебеҙҙе – башҡорт телен ҡәҙерләп һаҡлайыҡ, яҡла­йыҡ, өйрәнәйек, башҡаларға өйрәтә­йек, ихтирам итәйек!

V. Эшмәкәрлеккә рефлексия. (Ҡатнашыусыларға диалог текстары таратыла, уны үҙ фекерҙәре менән тулыландырып уҡытыусыға бирәләр.)

Р.Д. ҠОЛДОБАЕВА,
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 19-сы мәктәбе уҡытыусыһы


Читайте нас: