Ҡояш беҙҙә Ирәмәлдән ҡалҡа,
Устарыма йыйып алғым килә
Таңда көмөш төҫлө ысыҡты.
Ер кендеге – изге Ирәмәлем,
Таңда бында ҡоштар ҡағылалар
Ирәмәлдең ташлы күкрәгенән
Уралымда – милләтемдең көсө,
Ирәмәлдә тыуған ир затымын,
Тыуған ерем – йәнем ҡалҡаны.
Һәр йөрәккә дарман, өмөт һибә
Көйлә әле бала саҡтағылай
Йәнгә һеңгән бишек йырыңды.
Һырҙар һыҙған уйсан ҡарашыңдан
Тоям, инәй, һөйөү нурыңды.
Ҡулдарың да һаман шулай йомшаҡ,
Хәҙер инде, инәй, ҡыймайым.
Ир ҡорона күптән ингәнмен дә,
Мин сыныҡҡан ныҡлы ҡоросмон.
Йылы һүҙҙе һирәк әйтәмендер,
Кисер, инәй, бер аҙ ҡырыҫмын.
Һинең алда минең бурыстарым
Бөтә тауҙан бейек Ерҙәге.
Инәйгенәм – минең тормошомдоң
Иң затлы ла сағыу биҙәге.
Көйлә әле, инәй, бишек йырың,
Бала саҡҡа илтер моң да ул.
Күкрәгеңә башым һалайым да,
Йәндәремдә тыныр мең дауыл.
Онотмайыҡ: ғәзиз Уралымдың
Һәр талынан әрнеп ҡан тама!
Ҡалай ғына алйот булғанмын да,
Бер ҡатлылыҡ – минең йән дошман.
Был тормоштоң асылдары ҡаты:
Яһилдар күп Ерҙә бар дуҫтан.
Иманды беҙ ергә тапағанбыҙ,
Көнсөлдәргә ҡалған был донъя.
Кешеләрҙән кеше ҡаса хәҙер,
Араларға ҡороп таш ҡойма.
Уртаҡ һүҙҙән йыраҡ милләттәштәр
Беҙҙең боғаҙҙарға йәбешкәнде
Күреп сәпәкәйләй әпкәләй.
Ҡандаштарға бысраҡ ташлайбыҙ ҙа,
Онотмайыҡ: ғәзиз Уралымдың
Һәр талынан әрнеп ҡан тама!
Сыңғырлатып ҡына аттар кешнәй,
Йондоҙло төн, күктә – ай-даға.
Ҡырпаҡ ҡарҙан лерт-лерт юртҡан өйөр
Аҡ юрғанға ҡайый ай-тамға.
Ҡайсы ҡолаҡ, ҡаты тояҡ аттар,
Эйәр күрмәй ҡалған тай-тулаҡ.
Ҡараңғыға оса, ҡау бауырлап,
Ирек тиеп, сапсып һәм тулап.
Өйөр рухы азатлыҡты көҫәй,
Мундаларҙа – еҙҙән ҡыңғырау.
Киң далала ирек эҙләп һаман
Башҡорт атҡайҙары сырҡырай.
Өйөр саба, ҡар бураны уйнай,
Елдең биткә һуға ҡойроғо.
Ирек көҫәп аттар һаман саба,
Ҡанат ҡуйғас рухтың бойороғо.