Башҡорт ҡыҙы мин! Тимәк,
Ыласындай саямын!
Кемгәлер мин наҙлы, иркә,
Кемгәлер – таш ҡаямын!
Башҡорт ҡыҙы мин! Тимәк,
Барыһы килә ҡулдан:
Бесән сабам, өй төҙөшәм,
Үҫтерәм ҡыйыу улдар!
Башҡорт ҡыҙы мин! Тимәк,
Ут-һыуҙар аша киләм!
Теләһәм, һыбай елдерәм
Йә машинала еләм!
Башҡорт ҡыҙы мин! Тимәк,
Нәзәҡәтле, һылыумын!
Зөлхизә кеүек тыйнаҡмын,
Ете ҡыҙҙай ҡыйыумын!
Башҡорт ҡыҙы мин! Тимәк,
Һый менән өҫтәл тулыр,
Хатта ҡышын ҡар өҫтөндә
Ҡаҙаным ҡайнап торор!
Башҡорт ҡыҙы мин! Тимәк,
Йырлармын башҡорт көйөн!
Башҡорт рухына, теленә
Тулылыр минең өйөм!
Эй, ҡәләмем! Ниңә туҡтап ҡалдың?
Ниңә буш һин, ҡуйын дәфтәрем?
Ниңә килмәйһегеҙ һеҙ ярҙамға
Донъя матурлығын аңлата алмай,
Ҡойолғанда күҙҙән йәштәрем?...
Эй, илаһи, сабыр башҡорт теле!
Ҡайсаҡ һин дә ташлап китәһең...
Ҡояш байығанда йөрәгемдең
Шашып тулағанын аңлатырға,
Һүҙҙәр бирмәй, мәжнүн итәһең!
Эй, ҡоштарым! Ниңә тымдығыҙ һеҙ?
Бар тирә-яҡ моңға сумғанда,
Ергә ғашиҡ ҡояш, төн ҡаршылап,
Утлы ҡыҙыл толомдарын тарап,
Тау битенә һуҙып һалғанда.
Һеҙ ҙә минең кеүек моңға сәсәп,
Һағыштарҙа янып, тилереп,
Шул миҙгелдең ҡыҫҡа матурлығын
Йырға һала алмай, өнһөҙ генә
Илайһығыҙ микән түгелеп?...
Сәкинә ТОТМАНОВА, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы.