Еҙем-Ҡаран ауылында,
Ғафури районында,
Бишенсе бала булып,
Донъяға ауаз һала.
Мәжит атлы булыр ул,
Нурғәни хәлфә улы,
Булыр бала – йүргәктән, ти,
Башлы, теремек үҙе.
Ике-өс йыл ваҡыт эсендә
Үҙләштереп белемде,
Атаһы ярҙамсыһына
Йәшләй генә әйләнде.
Етемлектең әсе зарын
Татыһа ла бик йәшләй,
Ташламаған һис уҡыуын,
Алыҫта белем эстәй.
Данлыҡлы Зәйнулла ишан
Уның остазы була,
Ҡаршы алған “Рәсүлиә”,
Троицк тигән шәп ҡала.
Уҡыу менән бер рәттән,
Эшләгән приискыла,
Данлыҡлы Рәмиевтарҙың
Һыйынып ҡуйынына.
Ундағы халыҡ тормошон,
Көнкүрешен өйрәнгән,
“Себер тимер юлы” тигән
Китабы донъя күргән.
Тырышҡан ул фәҡирлектән
Араларға халыҡты,
Өндәгән тик аң-белемгә,
Өнәмәй наҙанлыҡты.
Бар ҡарашын үҙгәртәлер
Тәүге рус ихтилалы,
Шул юҫыҡта күңелендә
Тыуған шәп шиғырҙары.
“Беҙҙең көндәр”, “Ике ҡояш”,
“Бай” тигән шиғыр тыуған,
Ике ҡатлам кешеләрҙең
Донъяһын сағылдырған.
Мең туғыҙ йөҙ бишенсе йыл...
Ҡазан, “Мөхәмәҙиә”...
Йәшлегенең шәп саҡтары,
Тырышып ғилемгә килә.
Дүрт йылдан ҡайтҡан Өфөгә,
Уҡыған “Ғәлиә”лә,
Тыуа драма, повестары,
Поэма, мәҫәле лә.
Данлыҡлы кешеләр менән
Үткәргән күп ваҡытын,
Яҙыусылар, журналистар
Булған яҡын дуҫтары.
Бөйөк шағир йөрәктәрҙә
Йәшәй һәр кемебеҙҙең,
Шиғырҙары, даны ҡалды –
Тарихы үткәндәрҙең...
Күпме әҫәрҙәре ҡалды,
Уҡып туя алмаҫлыҡ,
Хисле, ҡыйыу, берсә ябай,
Ҡай саҡ ярһыу шул саҡлы.
Күпме урам, парк, театр,
Ғафури исемендә!
Һәйкәл, бюсы, музейҙары...
Ул – халыҡ йөрәгендә.