Бөтә яңылыҡтар

Әлифба

Наилә ХӘМБӘЛИЕВА, Учалы районының Яңы Байрамғол ауылы.

Әлифба
Күрәһеңме, Әлифбаның бите
Йым-йым иткән нурға сорналған?
Был нур, балам, ғилем нуры була,
Атай, әсәйеңә арналған.
Ишетә(һе)ңме, битен асҡан һайын
Сыңлап ҡала гәлсәр ҡыңғырау?
Шул сың менән зиһендәргә керә,
Белем үрен яулай аң-ылау.
Һиҙәһеңме, усҡа йылы килә?
Ҡулға алһаң, йөрәк ял итә.
Әсә теле, балам, шулай була,
Ауыр уйҙарҙы ла бал итә.
Әсәң теле, балам, туған телең,
Атаң теле – һинең ҡалҡаның.
Үҙ телеңде яҡлап, һаҡлап ҡына,
Ғүмереңдең атһын һәр таңы.
Мин уҡырға барам
Берәү, икәү, өсәү, дүртәү,
Мин инде һанай беләм.
Әлифбаның серҙәренә
Яйлап төшөнөп киләм.
Матур һүрәт эргәһендә
Һүҙҙәрҙе уҡый беләм.
Сихри әкиәт иленә
Мин инде үҙем еләм.
Беренсегә быйыл барам,
Тик “бишле”гә уҡырмын.
Белем иле серҙәренән
Һис ҡурҡмаған батыр мин.
Читайте нас: