Маҡсат. Туған телгә һөйөү ғаиләнән башланыуын иҫбатлау; тел тураһында әйтем, мәҡәлдәр туплау; Ауырғазы районынан сыҡҡан яҡташ шағирҙарыбыҙҙың туған тел тураһындағы шиғырҙарын өйрәнеү; төрлө кластарҙа анкета һорауҙарына яуап алыу; район үҙәге Талбазыла алтаҡталарҙа ебәрелгән хаталарҙы эҙләү.
Мине һәр ваҡыт “Ни өсөн ата-әсәһе башҡорт булып та, балалары рус телендә аралаша икән?” – тигән һорау борсой. Йыш ҡына магазинда йә урамда кескәйҙәр әсәйҙәренә рус телендә һөйләй, әсәй иһә балаһына үҙ телендә яуап бирер урынға, русса яуаплай. Бөгөнгө был көнүҙәк мәсьәлә тик мине генә түгел, үҙ теленең яҙмышы өсөн борсолған күп кешеләрҙе уйландыралыр. Милли мәктәптәргә үҙ телдәрен белмәгән балалар йылдан-йыл күберәк килә, шуға башланғыс класс уҡытыусылары дәрестәрҙе тәржемә менән үткәрергә мәжбүр.
Ошо күренештәр мине эҙләнеү эшенә алып килде. Йөрәк түренән сыҡҡан һүҙемде, бәлки, атай-әсәйҙәр ишетер, балалары менән үҙ телебеҙҙә аралашып, һөйләшергә өйрәтер, тип өмөтләнәм.
“Телгә һөйөү ғаиләнән башлана” тигән фекер менән тулыһынса килешәм. Ысынлап та, әгәр атай-әсәйҙәр ғаиләлә баланың телмәренә иғтибар итмәй, үҙҙәре лә ҡушылып рус телендә һөйләшһәләр, телде юғалтыу ҡурҡынысы көндән-көн яҡынаясаҡ. Шуға атай-әсәйҙәр балаһына туған телде өйрәтеүҙе үҙененең бурысы итеп ҡараһын ине.
Минең атай-әсәйем, олатай-өләсәйҙәрем – башҡорттар. Ғаиләлә тик башҡортса аралашабыҙ, иң кескәй ҡустыбыҙҙы ла үҙебеҙҙең телдә һөйләштерергә тырышабыҙ. Яңы ғына теле асыла башлаған ҡустым балалар баҡсаһында рус телендә аралаша. Өйҙә русса һөйләй башлаһа, беҙ уға башҡортса яуап бирәбеҙ, яңы һүҙҙәр өйрәтәбеҙ. Ул русса ла, башҡортса ла лә аңлай, һүҙҙәрҙе үҙ телебеҙҙә ҡабатлай. Бөтә ғаилә менән һалған тырышлығыбыҙ бушҡа булмаҫ, тиҙҙән ҡустым да матур итеп һөйләшергә өйрәнер, тип көтәм. Зәңгәр экрандағы балалар тапшырыуҙарының күбеһе, үкенескә ҡаршы, рус телендә бара. Әлдә “Тамыр” каналы бар, ундағы тапшырыуҙар, йәнһүрәттәр үҙ телебеҙгә ҡыҙыҡһыныу уята.
Бөгөнгө атай-әсәйҙәрҙең күбеһе иртәнән алып кискә тиклем эштә. Өйҙә осрашҡанда, балаларына иғтибар бүлеп, һөйләшергә, туған телгә өйрәтергә ваҡыттары ла, хәлдәре лә ҡалмайҙыр, бәлки. Ләкин ваҡыт тиҙ үтә, бала үҫә, уның телмәре лә байый. Тик киләсәктә ниндәй телдә һөйләшер ул?
Беҙ бәләкәй саҡта, йоҡлар алдынан әсәйем төрлө әкиәттәр һөйләй торғайны. Күп осраҡта, беҙҙең һорауыбыҙ буйынса, мауыҡтырғыс әкиәттәрҙе ул үҙе уйлап сығара ине. Был беҙгә туған телгә ҡарата иғтибарлы булырға ярҙам итте. Һәр ғаиләлә балаларға туған телде өйрәтеү өсөн ошондай ябай ғына эштәр эшләнһә лә, һөҙөмтәһе мотлаҡ булыр ине.
Туған телде үҫтереү, камиллаштырыу маҡсатында Талбазы башҡорт гимназияһында төрлө рухлы саралар булып тора. 2017 йылда төбәк-ара “Рәшит Назаров уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды. Мин унда “Р. Назаров – нәҫелем ғорурлығы” тигән эҙләнеү эше менән I урын алыуға ирештем. Быйылғы уҡыу йылында гимназиябыҙ тағы ла Р. Назаров ижадын һөйөүселәрҙе йыйҙы. Был юлы бәйгелә миңә II урын алыу бәхете тейҙе.
Шулай уҡ Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған «Башҡорт теле көнө»нә арналған сарала ҡатнаштым. Унда республиканың төрлө төбәктәренән башҡорт теле буйынса конкурстарҙа еңеү яулаған ике йөҙҙән ашыу бала йыйылды. Һәләтле балаларҙың республика слеты “Туған тел илселәре” республика акцияһы сиктәрендә ойошторолған интерактив майҙансыҡтар эше менән башланды. Ойоштороусылар беҙҙе ете төркөмгә бүлеп, ҡыҙыҡлы уйындар, викториналар уҙғарҙы. Мин “Башҡортостандың 100 шағиры” республика әҙәби марафонында финалға сығып, БР Мәғариф министрлығының дипломы менән бүләкләндем. Күренекле кешеләр менән осрашып, матур сығыштар тыңлау бәхетенә ирештем. Яҡташыбыҙ (атайым яҡлап бабайым) Рәшит Назаровтың “Бәхет” шиғырын һөйләп, “Башҡорт халыҡ ижады”ның XX томы менән бүләкләндем. Китапты уҡып, халҡымдың ни тиклем тәрән аҡыллы булыуына тағы бер инандым.
Тел тураһында әйтем, мәҡәлдәр
Түбәндәге мәҡәлдәрҙә тел тураһында матур фекерҙәр тупланған.
1. Ауыҙ күрке – тел, телдең күре – һүҙ.
3. Тел төбөнән һөйләгән – үҙ артынан әйҙәгән.
4. Телдең зиннәте – тура һүҙ.
5. Терелткән дә – тел, үлтергән дә – тел.
6. Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр.
7. Әҙәмдең күңеле менән теле бер булһын.
8. Әсәм теле – сәсән теле.
9. Яҙырға ҡулың булһын, әйтергә телең булһын.
10. Аҙ һүҙ менән күпте әйт.
11. Аҡыл – ҡаҙна, күңел – йоҙаҡ, тел – асҡыс.
12. Баш – һандыҡ, тел – асҡыс.
13. Бит күрке – күҙ, тел күрке – һүҙ.
15. Йөҙ төрлө тел белһәң дә, үҙ телеңде онотма.
16. Күҙе бар – күргән, теле бар – белгән.
Март айында Талбазы башҡорт гимназияһына Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибай менән драматург, журналист Салауат Әбүзәр осрашыуға килде. Улар, туған телде һаҡлау – ҡулыбыҙҙа икәнлеген аңлатты, халҡыбыҙ алдында торған мәсьәләләр тураһында һөйләне. Ошо уҡ айҙа мин район башҡорттары ҡоролтайында Фәнил Бүләковтың “Ҡан хәтерен ҡуҙғатҡандай ҡурай” шиғыры менән сығыш яһаным. Күренекле педагог, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаева менән осрашып, “Салауат эҙҙәре буйлап” фильмын ҡарағас, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев менән атаһы Юлай Аҙналиндың теле, иле өсөн ниндәй михнәттәр күреп тә, баш эймәүҙәренә һоҡландым.
Мин күренекле башҡорт шағирҙарының тел тураһындағы матур шиғырҙары менән таныштым. Рәми Ғариповтың “Туған тел”, Зәйнәп Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырҙары айырыуса күңелгә үтеп инде. Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, райондың Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты, күренекле шағир Рәшит Назаровтың “Тыуған тел” шиғырында төплө фекер ята. Районыбыҙҙың талантлы шағиры, “Зәңгәр шишмә” ойошмаһы етәксеһе Вәрис Аҡбашевтың шиғырҙары ла бик оҡшаны. Шулай уҡ талантлы шағирә, гимназиябыҙ уҡытыусыһы Минира Биканасованың шиғырҙары күңелгә ятты.
Башҡорт теленең гүзәллеген, матурлығын асып, ошо һөйөү хистәрен башҡаларға еткерә улар. Был шиғырҙарҙы уҡығанда мин үҙемдең башҡорт балаһы булыуыма ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм.
Туған телем, әсә һөтөләй,
Сафлыҡ бирҙең миңә, ҡеүәт бирҙең,
Әйҙә юлдар алыҫ алып китһен,
Мин барыбер тыуған илемдә.
Тыуған илгә булған һөйөүемде
Әйтермен тик туған телемдә! (Р. Назаров)
Өйрәткәнгә туған телемде.
Әлифбанан башлап фәнгә тиклем
Саф башҡортса алдым ғилемде.
Йырҙарымда, хыял, уйҙарымда
Уның аша күскән холоҡ-фиғел,
Башҡортлоғом аға ҡанымда!
Балаларым тыуҙы башҡорт булып
Милләт рухым күскән уларға,
Телем йәшәй, тимәк, ерем дә бар
Һауам да бар әле һуларға.
Ҙур майҙанда телмәр тотмаһам да
Телем, тиеп янып-көйәмен.
Намыҫым саф, йөҙөм яҡты булыр
Туған телен белһә ейәнем! (М. Бикәнәсова)
Мин был шиғырҙарҙы илһамланып уҡыным. Уларҙа әйтелгән фекерҙәргә ҡолаҡ һалырға, телде өйрәнеү һәм һаҡлау өсөн үҙ көсөбөҙҙө һалырға кәрәк, тигән уйға килдем.
Гимназия уҡыусыларының башҡорт телен белеү кимәлен асыҡлау маҡсатында анкета уҙғарҙым. Балалар түбәндәге һорауҙарға яуап бирҙе:
1. Ғаиләлә ниндәй телдә аралашаһығыҙ?
2. Дуҫтарың менән ниндәй телдә һөйләшәһең?
3. Ниндәй телдә китаптар уҡыйһың?
4. Башҡорт телендә балалар өсөн ниндәй тапшырыуҙар ҡарайһың?
5. Республикала башҡорт телендә сыҡҡан ниндәй баҫмалар менән танышһың?
Анкета һорауҙарына барлығы 28 уҡыусы яуап бирҙе һәм ошондай яуаптар алынды:
1. Башҡорт телендә – 68,4%, рус телендә – 46,8%, татар телендә – 25,2%.
2. Башҡорт телендә – 54%, рус телендә – 86%, татар телендә – 14,4%, инглиз телендә – 3,6%.
3. Башҡорт телендә – 64,8%, рус телендә – 72%.
4. “Байтус”, “Сулпылар” – 18%, “Сәңгелдәк” – 14,4%, “Тау-тау хәбәр”, “Башҡорт телендә һөйләшәм” – 10,8%, “Алтын тирмә”, “ Шәп арба”, “ӘЮЯ ҡаласығы” – 7,2%, “Ал да гөл” – 3,6%.
5. “Аҡбуҙат” журналы – 68,4%, “Аманат” журналы – 46,8%, “Йәншишмә” гәзите – 28,8%, «Башҡортостан ҡыҙы” журналы – 21,6%, район гәзите “Рух” – 18%, “Шоңҡар” журналы, «Башҡортостан” гәзите – 7,2%.
Анкета яуаптары буйынса, беҙҙең гимназия уҡыусылары араһында башҡорт телендә аралашҡандар күберәк. Был, әлбиттә, шатлыҡлы күренеш.
Ошо эҙләнеү эшен башҡарғанда район үҙәге Талбазылағы алтаҡталарҙа хаталар эҙләнек. Ғаиләбеҙ менән барлыҡ сауҙа үҙәктәрендә, дарыуханаларҙа, бәләкәй магазиндарҙа йөрөп сыҡтыҡ. Башҡорт телендә яҙылған алтаҡталарҙа хаталар табылманы. Тимәк, белгестәр был өлкәгә иғтибар итә, хаталар төҙәтелә тора.
Башҡорт теленең киләсәге – йәш быуын ҡулында. Әгәр һәр беребеҙ телебеҙҙе яратып өйрәнһә, башҡаларҙың да ихтирамын яулай алһа, ул мотлаҡ йәшәр! Ә телебеҙ булһа, милләт йәшәй, туплана, тел ярҙамында киләсәккә юл яра.
Лиана ЙӘЛИЛОВА, Ауырғазы районының Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы
(Етәксеһе – Р.Ә. ЙӘЛИЛОВА)