Бөтә яңылыҡтар

Силәбе уҡытыусылары кәңәшләште

Күрше өлкәләрҙән хәбәрҙәр

30 августа Арғаяш район мәҙәниәт йортонда Силәбе өлкәһе туған тел уҡытыусылары Ассоциацияһының август кәңәшмәһе булып уҙҙы. Унда 50-гә яҡын кеше ҡатнашты. Ассоциация етәксеһе кәңәшмәне асып, йәйге осорҙағы эштәргә йомғаҡ яһаны. Уҡытыусыларҙы Арғаяш район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Луиза Йосопова тәбрикләне. Форумда Силәбе өлкәһе мәғариф министрлығы белгестәре – дөйөм белем биреү буйынса баш белгес Надежда Выдря менән министрлыҡтың консультанты Евгения Маркина, Арғаяш районы мәғариф бүлеге начальнигы Ильяс Сәфиуллин, Арғаяш районының ҡоролтай рәйесе Зилә Һаҙыева ҡатнашты.

“Силәбе өлкәһендә туған тел уҡытыусылары Ассоциацияһын ойоштороу һәм уның тәүге август кәңәшмәһен уҙғарыу – тарихи ваҡиға ул. Уның, һис шикһеҙ, емештәре булыр,” – тине Силәбе өлкәһенең Мәғариф министрлығы консультанты Евгения Маркина үҙенең сығышында. Белгестәр кәңәшмәлә туған тел уҡытыуға бәйле һорауҙарға яуап бирҙе. Арғаяш районының ҡоролтай рәйесе Зилә Һаҙыева “Башҡорт теле буйынса берҙәм диктант” проектына йомғаҡ яһап, “Рәхмәт хаттары” тапшырҙы.
Уҡытыусылар туған телде уҡытыу сиктәрен киңәйтеү, был йүнәлештә эште йәнләндереү тураһында етди һөйләшеү алып барҙылар. Арғаяш мәғариф бүлегенең кабинет мөдире Гөлнур Муллағәләмова районда туған тел уҡытыуҙың бөгөнгө торошо менән таныштырҙы. Уҙған уҡыу йылында туған тел 13 мәктәптә уҡытылһа, быйыл уларҙың һаны 17-гә еткән, уҡытыусылар һаны ла артҡан. Шулай уҡ 2020 йылда Арғаяшта башҡорт телен белгән башланғыс класс уҡытыусыларын әҙерләү башланасағы билдәле булды.
Сосновка районының Сиреүсе мәктәбе директоры Әлфиә Ҡотлохужина әйтеүенсә, мәктәптә “Мәктәп этнолагеры”, “Шәжәрә”, “Балалар һабантуйы” кеүек төрлө проекттар тормошҡа ашырыла, Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барыла. Мәҫәлән, “Сәләм көндәре – башҡорт шиғриәте байрамы” быйыл мәктәптә һәм район күләмендә 9-сы тапҡыр үткәреләсәк.
Арғаяш районының Көҙәш мәктәбе уҡытыусыһы Айҙар Ишбирҙиндың эше барыһын да һоҡландырҙы. Ул балалар театры ойоштороу буйынса үҙ тәжрибәһен һөйләне, тарихи шәхес Хафиз Ҡушаевҡа бағышланған спектаклдән видеоөҙөктәр күрһәтте. Шулай уҡ ул Өфөлә билдәле режиссер Булат Йосоповтың “Бабич” фильмында һалдат ролендә киноға төшөүе тураһында әйтте. Ш. Бабичҡа арналған дәрестәрҙе үткәргәндә уҡытыусы ошо фильмды мотлаҡ файҙалана.
2020 йылда билдәле шағирә, яҡташыбыҙ Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 100 йыл тула, шуға ла силәбеләр уны “Кәтибә Кинйәбулатова йылы” итеп билдәләргә, шағирәнең ижадын тәрәнерәк өйрәнергә, рухи байлыҡты йәш быуынға еткерергә тигән ҡарар ҡабул итте. “Кәтибә апайҙың шығырҙары – йән һыуһыны, ә тормош юлы – барыбыҙ өсөн дә өлгө. Ул заманында “Башҡортостан ҡыҙы” журналын етәкләгән, поэзияны юғары күтәргән аҫыл шағирә! – тине Арғаяш районының әҙәби берекмә етәксеһе Гөлъямал Назмиева.
Ҡоншаҡ районының Тәхәлем мәктәбе уҡытыусыһы Зимфера Шафранская 13 – 15 августа Өфө ҡалаһында булып уҙған “Ватандаштар менән осрашыу” хаҡында “Өфө – гүзәл баш ҡалам!” тигән презентация әҙерләгән. Ул оло йыйында яңғыраған фекерҙәрҙе яҡташтарына ишеттерҙе, осрашыу үткән урындарҙы күрһәтте. Уҡытыусы яңы асыштарға старт биргән иҫтәлекле осрашыу тураһында уҡыусыларына ла һөйләйәсәген әйтте.
Кәңәшмә аҙағында мөһим резолюция ҡабул ителде. Ассоциация, кәңәшселәр ҡорон йыйып, методик ултырыш уҙғарҙы.

Ҡ.Д. МОРТАЗИН,

Силәбе өлкәһе башҡорт теле уҡытыусыларының Ассоциация етәксеһе.

Читайте нас: