Башҡортостан уҡытыусыһы
+29 °С
Ясно
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте
27 Сентября 2019, 12:07
Тиҙәйткестәр
Көләс
Көләс кеткелдәп көлә:
Кемде күргән көҙгөлә?
Күркәмләнеп киткән Көләс,
Көйәҙләнеп киткән Көләс,
Күкһел күлдәген кейгәс!
Күлдәген күреп көҙгөлә,
Көләс кинәнеп көлә.
Гөлбаҡсабыҙ гөрләй
Гөлбаҡсабыҙ гөрләүектәй гөрләй,
Гөлбаҡсабыҙ гөжләй, геүләй гел-гел…
Гәпләшһәләр Гөлнур, Гөлдәр, Гөлкәй,
Гәпләшһәләр Гәүһәр, Гөлшат, Гөлгөл.
Ә. ӘХМӘТ-ХУЖА.
Читайте нас