Бөтә яңылыҡтар

Ата-әсә ҡушҡандан халыҡтыҡы хаҡ булыр

М. Кәримдең прозаәҫәрҙәрендә ҡушаматтар

Земфира ИҪӘНГИЛДИНА, Хәйбулла районының Сиҙәм ауылы мәктәбе уҡыусыһы;
(Етәксеһе – Р.Ә. ФӘЙЗУЛЛИНА)
Маҡсат. М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ауыл адвокаттары” повестарын, “Ишеткәндәр, күргәндәр...” шәлкемендәге хикәйәттәрҙе өйрәнеү, уларҙа осраған ҡушаматтарҙы йыйыу, анализлау, сағыштырыу һәм төркөмләү, ҡушаматтарҙың әҫәрҙәге ролен асыҡлау.
Инеш
Донъяға килгәс тә һәр кешегә исем бирелә һәм уны ғүмере буйы оҙатып килә. “Есеме барҙың – исеме бар,” – ти халыҡ. Әммә исемдән тыш, ҡайһы кешеләрҙең ҡушаматы ла булырға мөмкин. Улар ҡайһы ваҡыт исемдәрҙе лә алыштырып ҡуя һәм халыҡ хәтерендә кеше тап ана шул ҡушаматы менән ҡала. Тормошта хатта ике-өс ҡушаматлы кешеләр ҙә осрай.
Нимә ул ҡушамат?
“Ҡушамат” – тағылған исем, ләҡәп исем. Ҡушамат тағыу. Мине “Имән Шәрәй” тип йөрөтәләр. Күптән, әллә ҡасан таҡҡандар инде был ҡушаматты. (Н.Ҡәрип.) 2. Хайуанға бирелгән яңғыҙлыҡ исем. Көсөккә ҡушамат биреү. Ҡушамат – рус телендә прозвище, кличка тип атала (“Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге”).
Ҡушамат, исем кеүек үк, яңғыҙлыҡ исемдәргә ҡарай, ҙур хәреф менән яҙыла: Адвокат, Йомро Талип, Алаҡас. Ҡайһы осраҡта тырнаҡ эсендә бирелә. Ул шулай уҡ “псевдоним” йәғни икенсе исеме мәғәнәһендә лә йөрөй. Был бигерәк тә яҙыусыларға хас күренеш. Мәҫәлән, Мостафа – Мостай, Бикбаев – Бикбай һ.б.
Килеп сығышы яғынан “ҡушамат” – башҡорт һүҙе, ҡушам-ат, ҡушылған исем, өҫтәлмә исем тигәнде аңлата. Ҡушаматҡа ҡағылышлы ошондай мәҡәл-әйтемдәр ҙә бар:
1. Батырҙы исеме менән, ҡурҡаҡты есеме менән иҫләйҙәр.
2. Ата-әсә ҡушҡандан халыҡтыҡы хаҡ булыр.
3. Халыҡ белеп атар.
Ҡушамат тағыу, исем тағыу, исем атау синонимдар булып килә. Мәҫәлән, “Кешегә исем таҡҡансы үҙеңде бел. Һәр кемгә исем атауҙан башҡа эшең юҡмы әллә?” – тиҙәр.
Әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡушаматтар
Башҡорт әҙәбиәтендә ҡушаматлы геройҙарҙы сатирик, юмористик хикәйәләрҙә генә түгел, повесть, романдарҙа ла табып була. Һүҙ оҫталары тапҡан исем-ҡушаматтар хатта ҡайһы ваҡыт халыҡ теленә лә килеп инә һәм билдәле бер мәғәнәлә таралып китә. Мәҫәлән, Әпкәләй, Ҡарағол. Ҡушаматлы персонаждар Г. Яҡупованың, Р. Солтангәрәевтың, Н. Мусиндың, Р. Камалдың, Т. Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәрендә лә бар: Мейес әбей, Ҡалай әбей, Хамбал, Ир Сафия һ.б.
М. Кәримдең проза әҫәрҙәрендә ҡушаматтар
Күренекле яҙыусы М. Кәрим күп кенә проза әҫәрҙәрендә матур исем-фамилияларҙан башҡа әҫәр геройҙарына ҡыҙыҡлы ҡушаматтар ҙа уйлап сығарған. Уҡыусылар яратып уҡыған “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында һәр перосонаж ҙур оҫталыҡ менән һүрәтләнгән. Улар үҙ заманына, ваҡиғаларына исемдәре менән тап килеп торалар. Һәр береһе әҫәргә ҡот өҫтәй, күңелдәрҙе йылыта. Повестың төп геройы – Кендек. Уға “Кендек, кендек бабайы” ҡушаматы Оло инәһе – “кендек әбей” менән бергә йөрөгәне өсөн бирелгән. Унан ҡотолмаҡ өсөн көрәшеп тә, алышып та ҡарай малай, әммә ул мәңгелеккә ҡала. “Кендек” ҡушаматы шулай уҡ символик мәғәнәлә лә ҡулланыла, сөнки бөтә ваҡиғалар ошо малай тирәһендә бара, уның күҙлегенән сығып баһалана. Искәндәр Әсҡәте әйтмешләй: “Донъяла иң кәрәкле әйбер – Кендек!.. Ирҙәрҙе “Донъя кендеге” тиҙәр..”.
Уның Оло инәйе яратып әйткән Синнай тигән исеме лә бар. Малайҙар менән уйнағанда тағы “Рукавказ” тигән яу ҡушаматы бирелә. Иптәштәре Ибрай – “Япония”, Вәлетдин “Америка” булып уйнай. Арҡыры баш Хәмитйән, Серекәй Әсҡәт, Ҡотло ҡул Насип, Йомро Талип, Сәңсәк Исабәк, Сибәр Мәрәһим, Ҡара Йомағол, Кәкре Хәбетдин, Тиле Ғәббәс, Йомоҡ Хәмзә, Ҡаҙна Исхаҡ, Мыйыҡ Шәрәфетдин, Әтәс Сафуан һәм башҡа төрлө, бөтәһе 20-нән ашыу ҡушамат ҡулланыла.
Ҡотло ҡул Насип ғүмер буйы кешеләргә бәләкәй генә булһа ла изгелек,
һөйөнөс килтереү теләге менән йәшәй. Кешеләрҙе үҙенең ҡотло ҡулы, ярҙамы менән ҡыуандыра. “Ҡулы – уның күңел хеҙмәтсеһе. Күңеле ни ҡушһа – ҡулы шуны эщләй”, – тип әйтелә уның тураһында. Сәңсәк ҡушаматы Исабәккә биҙрә төпләгәндә сыҡҡан “сәң-сәк” тигән тауыштан сығып бирелгән. Мыйыҡ ҡушаматы Шәрәфетдингә шул тырпайып торған терпе кеүек ҡара мыйығы өсөн ҡушыла.
М. Кәримдең “Ауыл адвокаттары” повесы ла ҡушаматтарға бай. Ундағы өс дуҫ – Ҡорбанғәле, Кәшфулла, Нурислам – “Адвокат” ҡушаматы менән йөрөй. Улар ғәҙеллек яҡлы, бер-береһенә, ауылдаштарына ярҙамлашырға, яҡлашырға әҙер торалар. Нурисламдың тағы ла Алдар тигән исеме бар. “Алдашһа ла – намыҫлы алдаҡсы. ...алдашһа, әйтерһең, бүләк тарата, өлөш өләшә ине. Алдашып кемделер бәләнән алып ҡала,” – тиҙәр уның тураһында. Шулай уҡ “Сибәр инәй” – Гөлғәйшә, “Көмөш” – Көмөшбикә образдары бар.
Яҙыусының “Ишеткәндәр, күргәндәр” тигән хикәйәттәр шәлкеме геройҙары ла “ҡушаматлы”. Һарун Ғөбәйҙулла – бик йомарт кеше, бөтәһен дә бал менән һыйлай, үҙе боронғо атаҡлы Һарун әл-Рәшит иҫәбендә йөрөй. Ғәйфулла менән Сәйфулла ла, көләмәс геройҙары кеүек, бер-береһенән айырылмай. “Улар ике һыңар – бер кейем. Уларҙың ҡушаматтары ғына ни торал: “Ғаҡыл эйәһе Ғәйфулла”, “Сәйәхәтсе Сәйфулла”. Ғәмһеҙлек һәм ялҡаулыҡ менән дан алғандар.”
“Ғәбделйәмил” исемле хикәйәттәге геройға ла ауыл халҡы ҡушамат тағып ҡуйған. Ғәбделйәмил – Ғәпйәмил – Әбйәмил – Әбдигә әйләнә, һуңынан уға ҡуш ҡушамат өҫтәлә: алыҫтан күреүсе Әбди.
“Өс таған” әҫәрендә беҙ Өлгө Яҡуп, Башлыҡ, Ерән шайтан йәки Йүгерек исемле малайҙарҙы осратабыҙ. Ә “Бөжәк апа” хикәйәһендә Гөлзифа исемле зоология уҡытыусыһына дәрес буйына бөжәктәр тураһында һөйләгән өсөн “Бөжәк апа” тигән ҡушамат бирәләр. Балалар араһында Иҫәүән Зәйтүнә, Кәрлә Ишбулды, Күҫәк Тимербай, Ҡолға Ғилмитдин, Төлкө Хәйернас исемлеләре бар.
Дөйөм алғанда, М. Кәримдең әҫәрҙәре ҡушаматтарға бай. Улар һүрәтләгән ауыл, кешеләр һәм уларҙың тормоштары, холоҡтары тураһында күп мәғлүмәт бирә. Был ҡушаматтар ауыл кешеләрен шаян, изге күңелле, ғәҙел, көләмәс яратыусылар итеп күрһәтә, герой образдарын сағыу итә, индивидуалләштерә. Персонаждарҙың эске донъяһын, ысынбарлыҡҡа мөнәсәбәтен, кешелек сифаттарын асып биреүҙә лә ҡушаматтар ҙур роль уйнай.
Әҫәрҙәге ҡушаматтарҙы төркөмләү
Яҙыусының әҫәрҙәрендә осраған геройҙарҙы, ҡушаматтары буйынса бер нисә төркөмгә бүлергә мөмкин.
1. Кешеләрҙең тышҡы ҡиәфәттәренән сыҡҡан ҡушаматтар: Ҡолға Ғилмитдин, Кәрлә Ишбулды, Күҫәк Тимербай, Мыйыҡ Шәрәфетдин, Сибәр Мәрәһим, Ҡара Йомағол.
2. Геройҙарҙың холоҡтарынан, эш-ҡылыҡтарынан барлыҡҡа килгән ҡушаматтар: Өлгө Яҡуп, Адвокат, Ҡотло ҡул Насип, Йомоҡ Хәмзә, Төлкө Хәйернас, Иҫәүән Зәйтүнә.
3. Исемдәренән килеп сыҡҡан ҡушаматтар: Ғәбделйәмил – Ғәпйәмил – Әбйәмил – Әбди, Көмөшбикә – Көмөш.
4. Холоҡтарына ҡапма-ҡаршы булған ҡушаматтар: Ғаҡыл эйәһе Ғәйфулла, Сәйәхәтсе Сәйфулла, Ҡарун Ғөбәйҙулла.
5. Аңлатма бирелмәгән ҡушамат: Йомро Талип.
6. Эш-шөғөлөнә ҡарап бирелгән ҡушаматтар: Бөжәк апа, Сәңсәк Исабәк.
7. Яратып өндәшеү ҡушаматы: Синнай.
Йомғаҡлау
Күреүебеҙсә, телебеҙ төрлө ҡушаматтарға бай. Улар һөйләү һәм яҙма телмәрҙә киң ҡулланыла. Мин был тикшеренеү һөҙөмтәһендә ошондай һығымталар яһаным.
1. Ҡушамат – өҫтәп бирелгән исем, ҡуш исем мәғәнәһендә йөрөй.
2. Бөтә кешегә лә ҡушамат ҡушылмай.
3. Әҫәрҙәрҙә яҙыусылар тарафынан табылған өҫтәмә исемдәр йыш ҡулланыла.
4. Ҡушамат кешенең, персонаждың үҙенсәлекле яғын, холҡон тулырак асырға ярҙам итә.
5. Ҡушаматтар геройҙың образы, көнкүреше, ғәҙәттәре, социаль урыны менән тығыҙ бәйле. М. Кәрим әҫәрҙәрендә улар, мөһим һүрәтләү сараһы булыуҙан тыш, яҙыусының да, геройҙарының да шаян холоҡло, тормошҡа ҡот өҫтәүсе, күңелдәрҙе йылытыусы булыуҙарын күрһәтә.
Читайте нас: