Маҡсат. Әҫәр аша тыуған ер, халыҡ төшөнсәләренең мәғәнәһен аңлатыу; ер ҡәҙерен белергә өйрәтеү.
Йыһазландырыу. Мультимедиа, Башҡортостандың матурлығын, байлығын данлаған китаптар күргәҙмәһе.
– Һаумыһығыҙ, балалар! Беҙҙең дәресебеҙгә күп ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ, дәресебеҙҙе матур шиғыр менән башлап ебәрәйек.
Тыуған илем – гөлдәр иле,
– Был өҙөктә нимә тураһында һүҙ бара? Автор ниндәй һүрәтләү саралары ҡулланған? Шиғырҙы ниндәй кеше яҙған тип уйлайһығыҙ? Авторы тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? (Әлбиттә, тыуған илен, ерен, халҡын, милләтен яратҡан кеше генә үҙ ерен маҡтай ала.)
– Быйылғы уҡыу йылында ошо теманы сағылдырған ниндәй әҫәрҙәр менән таныштыҡ? (Б. Бикбайҙың “Ҡаһым түрә” драмаһы, “Ер” поэмаһы; Ғ. Ибраһимовтың “Кинйә” романы; башҡорт халыҡ ижадынан ҡобайырҙар өйрәндек, Ә. Әминевтың “Ҡытайгород” повесы менән таныштыҡ.)
– Бөгөнгө дәрестә беҙ ошо әҫәрҙә туҡталасаҡбыҙ. (Дәфтәрҙәргә дата, тема яҙыла.)
– Уҡыусылар, үҙенең әҫәре менән беҙҙең һәр беребеҙҙе уйға, борсоуға һалған автор хаҡында нимәләр әйтә алаһығыҙ?
(Бер уҡыусы Ә. Әминевтың биографияһы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтә. Авторҙың әҫәрҙәре йәшлек, йәштәрҙең эскерһеҙ мөхәббәте, өлкән быуын һабаҡтары, кешеләрҙең йәмғиәткә мөнәсәбәте, рухи тәрбиә хаҡында икәнлеген әйтә, шулай уҡ тәбиғәт экологияһы, ер мәсьәләләрен яҡтыртыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Тикшерәләсәк әҫәрҙең дә ер мәсьәләһенә бәйле булыуын иҫкә төшөрә.)
– Ә. Әминевтың “Ҡытайгород” повесында нимә тураһында һүҙ бара? Ул ниндәй проблема күтәрә? (Ер, кешеләр яҙмышы, намыҫ.)
– Тимәк, дәрестә беҙ ниндәй һорауға яуап эҙләргә һәм ниндәй маҡсатҡа ирешергә тейешбеҙ? (Маҡсат әйтелә, һорау ҡуйыла.)
Һорау. Тыуған ер тауармы әллә ғорурлыҡмы?
– Дәрес аҙағында был һорауға һәр берегеҙҙең үҙ яуабы табылыр, уға алдығыҙҙа ятҡан карточкалар ярҙамында яуап бирерһегеҙ. (Төҫлө карточкалар таратыла. Йәшел – юҡ, тыуған ер һатылмай; ҡыҙыл – эйе, һатыла; һары – белмәйем тигәнде аңлата.)
Тарих һәм иҡтисад уҡытыусыһы. А сейчас мы с вами обратимся к знаниям по обществознанию. Чем является земля с экономической точки зрения? (Фактором производства.)
– Давайте, вспомним понятие “Факторы производства – это... (ресурсы, которые участвуют в процессе производства).
– Назовите факторы производства. (Труд, земля, капитал, предпринимательские способности, информация.)
– Одним из факторов производства вы назвали землю. Земля как фактор производства – это... (природные ресурсы, реально вовлеченные в процесс производства:
– участки земли, на которых располагаются производственные здания;
– пахотная земля, на которой выращивают урожай;
– месторождения полезных ископаемых;
Может ли земля приносить выгоду владельцу? (Земля может приносить доход ее владельцу в виде ренты.)
Земельная рента – это (доход, получаемый владельцем земли от арендаторов земельных участков.)
Продолжите, пожалуйста, аренда – это (лат. “отдавать внаем”, форма имущественного договора, при которой собственность передается во временное владение и пользование арендатору за арендную плату.
В условиях рыночной экономики все ресурсы свободно покупаются и продаются и приносят своим владельцам особый доход.)
1-се төркөм “Хөкөм ителеүселәр” (Ролдәр бүленә, һәр кем үҙ образына характеристика әҙерләй.)
2-се төркөм “Шаһиттар” (Текст буйынса үҙҙәренә сығыш әҙерләй.)
3-сө төркөм “Хөкөм ағзалары” (Судья, тәфтишсе, адвокат закон буйынса эш итә.)
4-се төркөм “Халыҡ комиссияһы ағзалары” (Бөтә процесты күҙәтеп барғандан һуң үҙ фекерҙәрен белдерә.)
Судья. Хөкөмдө башлайбыҙ! Һүҙ тәфтишсегә бирелә.
Тәфтишсе. Бөгөн Һыбайлы ауылы халҡы, шул иҫәптән “Алға” колхозы рәйесе, баш зоотехник, агроном, бригадир Мансур һәм район хакимиәте башлығы Нурислам Нурлығаянович хөкөм ителә.
Судья. Ни өсөн Һыбайлы ауылы халҡы ерһеҙ ҡалды? Быға кем ғәйепле? Кемдең ғәйебе ниндәй кимәлдә икәнен белеү өсөн һәр образға характеристика бирегеҙ. (1-се төркөм сығыш яһай.)
Колхоз рәйесе тиҙ үсегеп, үпкәләп бара. Эштең айышына төшөнмәй, миңә оппозицияла тораһығыҙ, тип әрләшә башлай. Хакимиәт башлығының һүҙенән сыға алмай, уның күҙенә генә ҡарап тора. Колхозды алға сығарыу өсөн бер ҙә тырышмай, нисек бар, шуға риза. “Үҙаллылыҡ етмәй, үҙаллылыҡ”, – тип ҡабатларға ярата. Тик, беренсе сиратта, үҙенә үҙаллылыҡ етмәгәнен аңламай.
Баш зоотехник – колхоз малы, агроном – колхоз баҫыуҙары, ә бригадир – ауыл халҡы яҙмышы өсөн бошонмай. Эште яйға һалыу, тормошто яҡшыртыу юлдарын эҙләмәйҙәр, халыҡ менән эш итмәйҙәр.
Хакимиәт башлығы Нурислам Нурлығаянович – утта янмай, һыуҙа батмай торған кеше. Ул үҙе өсөн генә йәшәй. Донъяла ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, ул үҙенең яйын таба ала. Исеме “нур” һәм “ислам” һүҙҙәренән торһа ла, ул киреһенсә, халҡын кимереүсе, киләсәккә балта сабыусы.
Судья. Шаһиттар саҡырыла. (2-се төркөмдөң сығышы тыңлана.)
1. Фәйзулла ҡарт. Мин ошо ерҙә тыуып үҫкәнмен, ғүмерем буйы ошо ергә тир түккәнмен. Шуға ла беҙ үҙ еребеҙҙең хәстәрлекле хужаһы булырға тейешбеҙ. Ер һатыуға ҡаршымын!
Ерен һатҡан йәнде ере йотһон,
Ерен һатҡан йәнде ер баҫһын, – тиер инем мин. (Шиғри юлдар слайдта күрһәтелә.)
2. Сөгөлдөрсө Нәғимә. Законды тәүҙә беҙ, ер кешеләре, ҡарарға тейешбеҙ.
3. Уҡытыусы Рәсүл. Беҙҙә – суверенитет. Мәскәү беҙгә ҡыҫылмаһын! Сөнки ер крәҫтиән өсөн бөтә нәмә ул. Кеше һауанан башҡа йәшәй алмаған кеүек, крәҫтиән ерһеҙ көн итә алмай. Ер – әсә ул.
4. Чжан Син (Ҡытай Халыҡ Республикаһының бизнесмены). Минең бер ғәйебем дә юҡ. Мин халыҡҡа эш һәм яҡшы шарттар тәҡдим иттем. Сығышыбыҙҙа Һыбайлы ауылы ере 25 йылға арендаға бирелә, тип әйтелһә лә килешеүҙә сикһеҙ ваҡытҡа тип яҙылған ине. Уларҙың иғтибарһыҙ булыуына мин ғәйепле түгел.
Бөгөнгө көндә аҡсаға бөтә нәмә лә һатыла. Кешеләр ҙә, уларҙың намыҫы ла. Ер ҙә – тауар, ул һатылырға тейеш. Мин – халҡымдың улы. Шуға ла халҡыма ярҙам итергә бурыслымын. Ошо күҙлектән сығып, мин уларҙы Урал еренә күсерҙем.
Адвокат. Беҙ сит ил кешеһе Чжан Синдың сығышында: аренда, килешеү, аҡса, тауар һүҙҙәрен ишеттек. Ошо төшөнсәләргә аңлатма биреп китәйек.
Тарих һәм иҡтисад уҡытыусыһы. Жители деревни сдали свою землю в аренду.
Если они сдавали землю в аренду, значит, она была у них в собственности. Что мы называем собственностью? (Принадлежность каких-либо вещей некоторым лицам или группам лиц...)
(Правоотношения, возникающие по поводу владения, пользования и распоряжения имуществом.)
Как можно стать собственником? (Купить, получить наследство, получить в дар, сделать самому...)
На основании чего Чжан Син стал обладателем земли? (На основе договора аренды.)
Договор – (это добровольное соглашение двух или нескольких лиц (экономических субъектов), заключаемое на предмет выполнения каждым из них принимаемых на себя обязательств по отношению к другим участникам.)
Какие виды договоров вы можете назвать? (купли-продажи, договор дарения, договор найма, договор хранения, договор перевозки, мены, проката, подряда...)
Адвокат. Иптәш судья! Был хәлдә интеллигенцияны ғына ғәйепләү дөрөҫ түгел. Төп ғәйеп халыҡтың үҙендә, сөнки улар еңел тормош ярата. Тыуған еребеҙ хаҡында уйлап та ҡарамай. Еребеҙҙе бушҡа рәнйетте улар. Эйе, уҡыған, һөнәре булған кешегә ҡалала тормош еңел. Ер кешеһенә иһә унда урын юҡ.
Бик ялҡау булдылар. Еребеҙҙе яҡшылап ҡараманылар, эшкәртмәнеләр. Ялҡаулыҡ һәм моңһоҙлоҡ сикһеҙ был кешеләрҙә. Шуға ла улар ошондай хәлгә төштө.
Судья. Халыҡ комиссияһы нимә тип әйтер? (Халыҡ комиссияһы ағзаларына һүҙ бирелә.)
1-се ағза. Һыбайлы ауылы халҡы бик киҫкен шарттарҙа, ауыр хәлдә тороп ҡалған. Ер милек түгел! Ерҙе һатырға бер кемдең дә хаҡы юҡ! XVIII – XIX быуаттарҙа аҫаба башҡорттар, ер биләмәләренең күпселеген арзан хаҡҡа һатып, үҙҙәре аҙ ғына өлөш менән тороп ҡалған, был үҙе оло һабаҡ бит.
2-се ағза. Хәҙерге көндә аҙ һанлы милләттәрҙең, шул иҫәптән башҡорттарҙың да, ерһеҙ батрак хәлендә байҙар, олигархтар күҙенә ҡарап ҡалыуы ихтимал. Шуға ла ер һатылырға тейеш түгел!
3-сө ағза. Еребеҙҙе һатыу менән, телебеҙ, илебеҙ, республикабыҙ, халҡыбыҙ, милләтебеҙ юҡҡа сығасаҡ. Ер яҙмышы – милләт яҙмышы ул.
Тәфтишсе. Ябай халыҡты ерһеҙ ҡалдырғаны, алдашыу юлы менән кеҫәләрен ҡалынайтҡаны, тыуған ергә хыянат иткәне өсөн колхоз белгестәрен һәм район башлығын иркенән мәхрүм итергә!
Судья. Ғәйепләнеүселәргә һуңғы һүҙ бирелә.
Ғәйепләнеүселәр. Беҙ үҙ хатабыҙҙы тулыһынса аңланыҡ. Ер һатылырға тейеш түгел!
– Ә ҡалғандар нисек уйлай? (Уҡыусылар карточкалар күтәреп, үҙ фекерҙерен белдерә.)
1. Һыбайлы ауылы халҡын меҫкен хәлгә төшөрөүсе район хакимиәте башлығы Нурислам Нурлығаян улын үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыуы, ауыл халҡын алдап, күрәләтә колхоз ерҙәрен һатыуы өсөн иркенән мәхрүм итергә. Киләсәктә яуаплы урындарға ултыртмаҫҡа!
2. Колхоз рәйесе, баш зоотехник, агроном, бригадирҙы халыҡҡа аңлатыу эше алып бармауы өсөн маңҡортлоҡта ғәйепләргә. Уларға ҡарата мәжбүри тәрбиә эше алып барырға.
3. Рәсәй Федерацияһы Ер кодексынан “Ерҙе һатыу” пунктын алып ташларға!
4. Башҡорт ерҙәрен бер ҡасан да, бер кемгә лә һатмаҫҡа!
5. Башҡорт халҡына бик иғтибарлы булырға, аңлы эш итергә. Киләсәге тураһында етди уйланырға. Алыу-һатыу, баҙар иҡтисады, капиталистик мөнәсәбәт шарттарында халыҡтың үҙ яҙмышы үҙ ҡулында икәнлеген онотмаҫҡа!
Балалар, һеҙ бик дөрөҫ ҡарарға килдегеҙ. Ер һатыу – ғәзиз халҡыңды, әсәңде һатыу менән бер. Ә. Әминев һүрәтләгән Һыбайлы ауылы халҡы яҙмышынан үҙегеҙгә фәһем алғанһығыҙҙыр, тип уйлайым.
Ерҙең йәме, Ерҙең мәңгелеге
Намыҫында һәр бер кешенең,
Ер бит – аҫыл гөл-баҡсабыҙ,
Ер – донъяның алтын бишеге.
Ошо һүҙҙәрҙе һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Киләсәгегеҙ тураһында уйланығыҙ. Туған халҡығыҙҙың ысын улдары һәм ҡыҙҙары булып, милли рухлы үҫегеҙ. Намыҫығыҙҙы һатмағыҙ!
Тарих һәм иҡтисад уҡытыусыһы. Мы с вами разобрали вопрос, который прозвучал в начале нашего урока с моральной экономической и правовой точки зрения.
IV. Өйгә эш. «Мин был ерҙе матурларға тыуҙым» тигән темаға инша яҙырға.
Г.М. ИЛЬЯСОВА, Өфө ҡалаһы 48-се башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Л.Ғ. БОРЕЙКО, тарих һәм иҡтисад уҡытыусыһы