Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,
Бер битеңдә – моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән әсе йәш тама...
(М. Кәрим. «Билдәһеҙ һалдат»)
1941 йылдың тымыҡ июнь таңы беленеп кенә килгәндә көнбайыштағы ҡалаларыбыҙ фашист бомбалары шартлауынан һиҫкәнеп уяна, илбаҫарҙар менән дәһшәтле яу йылдары башлана. Әле генә институт тамамлап, иркенләп, ең һыҙғанып хеҙмәт, ижад ҡосағына инергә торған шағир Мостай Кәримгә дошман яуын ҡайтарыр өсөн иңенә шинель һалырға, ҡулына мылтыҡ алырға тура килә. Совет кешеләре, илдең йәш быуыны Ватан өсөн изге көрәшкә бына шулай күтәрелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мостай Кәрим поэзияһының яңы сифаттары асыла, поэтик тауышы асыҡлана, ул үҙе гражданин һәм шағир булараҡ сынығып етә. Һуғыштың башынан алып аҙағына тиклем яу юлдарын үткән яугир шағир, хәрби журналист күпте күрә, кисергәндәре күңел моңо булып шиғыр юлдарына күсә. Фронтҡа китерҙән алда яҙылған “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғыры иңгә шинель һалған совет кешеләренең ил алдындағы поэтик анты булып яңғырай. Шиғыр, бер ҡарағанда, әүәл-әүәлдән ир-егеттәрҙе яуға оҙатҡандағы ғәҙәти йола тамашаһы менән асыла һымаҡ:
Эйәрләне атай, ялан үреп,
Аҡбуҙ аттың ярһыу, ап-ағын,
Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының
Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!
Ата-әсәһенең фатиха-наказына улдарының яуап-анты ла ҡыҫҡа һәм тапҡыр:
Ышан, атай, һин эйәрләп биргән
Аҡбуҙ атым минең абынмаҫ,
Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй,
Һуғарырмын дошман ҡанында.
Бына ошо оҙатыу йолаһының традицион күренеше, халыҡ поэзияһындағыса кәүҙәләнеше киң поэтик дөйөмләштереү юғарылығына еткерелә. Атай эйәрләгән аҡбуҙ ат, әсәй һуҙған “ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡан дәһшәт ҡылысы”, уларҙы алған улан туранан-тура халыҡ ижадындағы легендар Аҡбуҙат, алмас ҡылыс, Урал батыр образдарына барып тоташып, символик төҫ ала. Атай-әсәй наказы, улан анты ҡобайырҙағыса ил наказы, ир-егеттәр анты булып ҡабул ителә. Һалдаттың ант һүҙенең ошолай, заманса яңы йөкмәтке алып, өҫтәүенә ҡобайыр формаһында бирелеше алда әйтелгән фекерҙе йәнә ҡеүәтләй төшә.
Һуғыштың тәүге осорондағы ижады
Һуғыштың тәүге йылында М. Кәримгә ҡулына ҡәләм алырға форсат бик теймәй. Мәшәҡәтле яу осороноң ығы-зығыһы, ҡыҫҡа сроклы хәрби курстарҙа уҡыу, алһыҙ-ялһыҙ хәрби һөнәрҙәргә өйрәнеүҙәр менән ваҡыт үтә. 1942 йылдың февралендә, Муром ҡалаһында хәрби училище тамамлағас, М. Кәрим артиллерия дивизионына элемтә начальнигы итеп тәғәйенләнә һәм дошман менән тәүге ҡаты бәрелеш һынауҙарын уҙа. Дошман менән йөҙгә-йөҙ килешкән ҡаты алыш айҙарында уға шиғыр яҙыу түгел, өйгә ҡош телендәй хат яҙып һалырға ла мөмкинлек булмай. Шулай ҙа уҡып йөрөгәндә һәм фронтта һөжүм араларында яҙғылаштырған шиғырҙар тора-бара ҡалын бер блокнот булып китә. Тик ҡаты һуғыштарҙың береһендә ул блокнот юғала. Шағир аҙаҡ уларҙың хәтерҙә һаҡланғандарын тергеҙә, ләкин күптәре юҡҡа сыға. Һаҡланған шиғырҙар араһынан “Тәҙрәңде ас та…” тигәне яу эсендәге һалдаттың имен-аманлығын, үлемһеҙлеген мәңгелек дауыллы ямғыр, күкрәү-йәшен образдарына тиңләп, һөйгәненә лә, башҡаларға ла шиғыр-хәбәр итеп еткерә төҫлө:
Дауыл… Дауыл! Ул бит минең –
“Төрөпкә” шиғырында иһә һалдат бер һылыуҙан кескәй бүләк алған һәм шул бүләген юғалтыуына үкенә. Ә, асылда, ошо ғәҙәти факт артында, алыҫтағы тыуған яғынан, Ирәндек ҡыҙы Нәфисәнән килгән кескәй бүләккә ҡыуаныусы, үҙенә рухи көс алыусы һалдаттың ҡайнар йөрәге тибә:
Төрөпкә. Ул да – Тыуған ил тамсыһы.
Мин ҡыҙғанмаҫ инем, юғиһә –
Ҡош телендәй хат һалмаған булһа
Мостай Кәримдең яу йылдары тураһында һөйләгәндә, шағирҙың 1938 йылда яҙылған, граждандар һуғышы осоронда һәләк булған йәш батырҙың пуля тишкән комсомол билеты хаҡындағы шиғыры иҫкә төшә. Ә 1942 йылдың авгусында Мценск эргәһендәге ҡыҙыу алышта шағирҙың үҙенең күкрәген һәм комсомол билетын фашист минаһының ярсығы тишеп үтә. Ул мөғжизә менән иҫән ҡала. Кем белә, әгәр ҙә йәш кешенең ихтыяры, йәшәү дәрте шул ҡәҙәре көслө булмаһа, үлем менән ысын мәғәнәһендә батырҙарса көрәшмәһә, уның ҡыл өҫтөндә торған ғүмерен хәрби хирург ҡына һаҡлап ҡала алмаҫ ине. Йәшлек барыбер үҙенекен итә: оҙаҡ иҫ юғалтыуҙарҙан, ғазаплы һаташыуҙарҙан һуң М. Кәрим яңынан тормошҡа ҡайта, йәшәү үлемде еңә. Госпиталдә ятыуына өс-дүрт ай тигәндә, ул ҡулына ҡәләм тоторлоҡ хәлгә килә. Койкала яҙылған тәүге шиғырҙарҙың береһе, гүйә, йәшәү менән үлем яғалашыуының тетрәткес, иләҫ-миләҫ тамашаһы булып тыуа. “Ерҙәге йондоҙҙар” тип атала ул шиғыр. Шағирҙың үҙе әйтеүенсә, был уйлап сығарылған шиғыр түгел. “Мине, ҡаты яралыны, санбаттан ялан госпиталенә килтерҙеләр… Миңә тәүге операция булды, – ти шағир. – Военврач ярамдан алынған ярсыҡты миңә иҫтәлек итеп бирҙе. Мин уны атып бәрҙем”.
Ҡалҡыулыҡта, уйһыулыҡта атака!
Мәңгелектән өҫтөн минуттар,
Туп шартлауы булып үлем көлә,
Һәм уттар, һәм уттар, һәм уттар!..
Зәңгәр яулыҡҡа оҡшаш ғәжәйеп серле төн күренешенә туп шартлауы булып үлем көлгән мәлде, атлы атаканы ялғап ебәреү, бер яҡтан, иҫ киткес контраслы картина тыуҙырһа, икенсе яҡтан, мәңгелектән өҫтөн минуттарҙы йәнә “һәм уттар, һәм уттар, һәм уттар!..” тип ҡат-ҡат ҡабатлап әйтеү, шуға киҫтереп “ер яна” тигән ҡыҫҡа фраза өҫтәү, гүйә, төндө лә, ерҙе лә ут ғәрәсәтенә бутай. Төш ҡатыш һаташыуға күскән егет аңында ҡапыл яҡты йондоҙ образы ҡабына. Был ғәжәп түгел, сөнки халыҡ аңында яҡты йондоҙ – йәшәү идеалы. Ошо яҡты йондоҙ – йәшәү менән төпһөҙ ҡараңғылыҡ – үлем алыша. Егет, гүйә, үҙ йондоҙон күктән тапҡан, һәм ул егет янына атылып төшөр һымаҡ. Йәшәү көсө үҙенекен итә, яралы егет һаташыу аралаш өндө лә тоя:
Яңағымда йылы тын һиҙәм мин
Һәм һаташып асам күҙемде.
Мин ҡотҡара килдем үҙеңде!”.
Төн ҡараһы аша ҡараған яҡты күҙҙәр – шәфҡәт туташы, санитарканың – ер йондоҙҙарының йылы ҡарашы икән. Ҡараңғылыҡты ҡыуып, аңға килгән, йылы ҡарашты тойған егеттең күңеле күтәрелә башлай:
Кем һин, ҡыҙыҡай, кем һин?
Ниндәй шишмә һыуын эскәнһең,
Кем исеменә, ниндәй йырҙар йырлап,
Ҡайһы туғайҙарҙа үҫкәнһең?
Госпиталдә саҡта яҙған, ошо аҡ халатлы ҡыҙҙарға арналған был шиғырын М. Кәрим тәүҙә “Бәхет йондоҙҙары” тип исемләй, артабан, конкретлаштыра биреп, “Ерҙәге йондоҙҙар” тип алыштыра. Автор бының менән күктәге һалҡын йондоҙҙар һәм ерҙәге ҡыҙҙар-йондоҙҙарҙың һауыҡтырғыс көсө ер менән күк араһы икәнлегенә лә ишаралай.
Шағир, һауығып сафҡа баҫҡас, 1944 йылдың яҙында Украина далалары аша дошманды эҙәрлекләп барған саҡта яҙған “Ул ҡыҙ мине ташлап китмәне…” тигән шиғырында, яңынан ер йондоҙо – аҡ халатлы ҡыҙ образына, үлем менән йәшәү көрәшенең тағы хәтәрерәк эпизодтарын хәтерләүгә әйләнеп ҡайта. Был шиғырҙың идеяһы ла, ауыр яралы һалдатты үлем тырнағынан тартып алып ҡалыусы кешеләргә рәхмәт һүҙе генә булып ҡалмайынса, бәлки йәшәүҙең үлемдән көслөлөгөн раҫлау менән бәйле. Әйтәйек, Мостай Кәрим үҙе үпкәһенә инеп ултырған снаряд ярсығына яһалған ауыр операцияны нисек кисергәндер, әммә юғарылағы шиғырҙа бирелгән лирик герой госпиталдә үлем менән йәшәү, төш менән өн араһында күпме ятҡанын, ғазаплы һаташыуҙарын аныҡ ҡына хәтерләмәй. Тик һаташыу һәм иҫтән яҙыуҙар аралаш ул баш осонда торған аҡ күләгәне яҡшы иҫләй. Әрнеү утында янған көйө ул шул ҡыҙ баланың керпектәре дымлы икәнен шәйләй. Ғазап түшәгендәге һалдатҡа ҡыҙҙың һыны, тилмереүле ҡарашы, бәлки, дарыуҙарҙың иң шифалыһы булғандыр. Шуға ла ул тере ҡалғандыр. Был шиғыр менән бер осорҙараҡ яу яланында яҙылған “Иҙел ҡыҙы” шиғыры ялҡын аша шәфҡәт ҡарашын һуҙған ана шул санитаркаларға арналған. Тыуған Рәсәйҙең меңдәр араһынан береһе – был санитарканың Иҙел ҡыҙы Нәзирә булыуы уҡ әһәмиәтле:
Шиғырҙарҙа – һалдат образы
Һалдат ҡайҙа һәм ниндәй хәлдә генә булмаһын, уның дошманға нәфрәт менән тулы күңеле һәр саҡ яу ҡырында. М. Кәримдең госпиталдә яҙылған “Минең атым” тигән шиғырында яралы һәм үсле һалдаттың яу яланына елгән ярһыу уйҙары сағыла. Яралы һалдат яу юлдашы аҡбуҙ атын төшөндә күрә: өс ай инде яланда яңғыҙ йөрөгән аҡбуҙ үҙ дуҫын тиҙерәк яуға ташланырға саҡыра.
Батыр, әлбиттә, яраһыҙ булмаҫ. Ләкин атын яңғыҙлыҡта тилмертеп, яралы ятҡан ир-егет ҡанаты ҡайырылған ҡош һымаҡ булһа, аҡбуҙ ат та егетһеҙ ҡанатлы толпар түгел. Өҫтәүенә, халыҡ эпосындағыса, был аҡбуҙ ат та – фәҡәт Урал батырына ғына баш бирер толпар:
Мин ант иттем туғайҙарға ҡарап,
Мин күлдәргә ҡарап ант иттем:
– Бер үҙеңә генә тоғро атмын, –
Башҡаларҙы шуға ят иттем.
Шағирҙың “Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була, ир ҡанаты ат була” тигән халыҡ йыры эпиграфы менән асылған был шиғырындағы батыр егет һәм аҡбуҙ ат образдары халыҡ эпосы ҡаһармандарына хас сифаттар менән дә тулыландырыла тигән һүҙ. Батыр егет ярһыу аҡбуҙ аты менән тиҙҙән яңынан дошман өҫтөнә ташлана. Ете ай госпиталдә ятып һауығып сыҡҡас, М. Кәрим үҙе лә геройы менән оҙон һәм ауыр яу юлдары уҙа. Һуғыш эсендә ул ошо егеттәрҙең – һалдаттарҙың яңынан-яңы сифаттарын күрә һәм уларҙы йыш ҡына һыбайлы батыр итеп бирелгән лирик герой образында тулыраҡ аса. Шағирҙың был йәһәттән айырыуса “Ҡояш сыҡҡан яҡта, йыраҡта…” исемле шиғыры – характерлы әҫәр. Башҡортостандың егерме биш йыллығына арналған был шиғырында Мостай Кәрим лирик геройын айырым биографик моменттары, рухи сифаттары менән деталләп бирә. Ул герой – мәғрүр Урал буйында Ағиҙел һыуын эсеп үҫкән Башҡортостан егете. Егерме ике тапҡыр йылғалар ташыуын күргән, ҡайындарҙың һыуын татыған, тәүге күк күкрәүенең шатлығын үләндәрҙә аунап ҡаршылаған был егеттең ғүмере иленең сыуаҡ ҡояшы аҫтында гөрләп башлана. Көнбайышты ялҡын ялмаған, дағаланған фашист итектәре ил ыҙанын тапап сыҡҡан иртәлә яуға сығырға тейеш була ул. Һәр хәлдә, М. Кәримдең яу лирикаһында сағылған был аҡбуҙ атлы батыр Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҙур ҡаһарманлыҡтар күрһәткән башҡорт атлы дивизияһы һыбайлыларының бер типик лирик образы итеп тә иҫәпләнә. Мостай Кәрим һуғыш буйы туған дивизияһына эләгергә хыяллана, ләкин яҙмыш уны торған һайын унан алыҫ йөрөтә. Әммә һыбайлы һалдаттар уның лирикаһында батырҙарҙың типик һыҙаттарын кәүҙәләндергән һәм халыҡ эпостары баһадирҙарына хас сифаттар менән байыҡтырылған. Дошманды эҙәрлекләп барған армия сафтарында фронт журналисы булып атлаған М. Кәрим 1943 йылдың көҙөндә Украинаны азат итеү өсөн һуғыштың иң ауыр, иң киҫкен фронттарында ҡатнаша, ут һәм төтөн ҡаплаған Украина далалары, емерелгән ҡалалар, янған ауылдар аша уҙа. “1943 йылдың октябре. Көньяҡ-көнбайыш фронт. Екатериновка тигән ауыл, – тип хәтерләй М. Кәрим. – Ҡара көҙ. Ямғыр. Беҙ туҡтаған хужабикәнең ҡыҙы Катеринаны фашистар Германияға ҡыуып алып киткәндәр. Был миңә бик ауыр тәьҫир итте.” Шул мәлдә уның “Ҡол ҡыҙ йыры” тигән шиғыры яҙыла.
Шағирҙың “Украина” шиғырында иһә яралы Украина ере Катерина образында символик мәғәнә ала, ә шағирҙың уға әйткән һүҙҙәре ант булып йөрәккә етә:
Катерина, һылыу Катерина,
Илап ҡаршылама таң алдын,
Мин тупрағын үптем Уралдың.
Украина ерен азат итеү һуғыштары мәлендә яҙылған “Киев”, “Атлылар анты”, “Полктар уҙалар” кеүек шиғырҙарында ер-һыу ҡоротҡос фашизмға һис һүрелмәҫ нәфрәт таша. Әммә нәфрәт тә һөйөүҙе ҡеүәтләй. Шағирҙың яу йылдарындағы ҡояшлы лирикаһының асылы ошонда.
М. Кәримдең иҫтәлектәрендә һуғыш ваҡытындағы бер эпизод тәҡдим ителә: 1943 йылдың көҙөндә, Днепр йылғаһы буйында бик ҡаты һуғыштар барғанда, фронтовиктар башҡорт халҡының башҡорт һалдаттарына яҙған хатын алалар. “Проза менән яҙылған был хат үҙе юғары пафослы бер героик поэма ине, – тип хәтерләй М. Кәрим быны. – Ул беҙҙең өсөн йыр ҙа, бойороҡ та булып яңғыраны. Хатты уҡығас, ҡапыл минең башыма шундай уй килде: халыҡ та бит үҙенең һуғышсан улдарынан яуап көтәлер, беҙҙең ышаныслы һалдат һүҙен ишетергә теләйҙер. Беҙҙе көтөп зарыҡҡан әсәйҙәребеҙҙең, сыҙамлы атайҙарыбыҙҙың, үлем хәбәрҙәренә ышанмаған, илдең иң ауыр йөгөн үҙ елкәләрендә алып барған ҡатындарыбыҙҙың, хыялдарында тик беҙҙе генә йөрөткән балаларыбыҙҙың йонсоу йөҙҙәре, өмөтлө ҡараштары күҙ алдымдан сағылып үтте. Улар минең һүҙемде, тик минең һүҙемде генә көтәлер кеүек тойолдо. Мин, поэзияның закондары тураһында уйлап тормайынса, фронтташтарым исеменән “Башҡорт халҡына яуап хат” яҙырға керештем… Мин уны яҙмай булдыра алманым. Һәм минең ижади шатлығым шунда булды”. Был шиғри хат тиҙ яҙыла. Тамамлағас, шағир уны иптәштәренә уҡып күрһәтә. Хаттағы һүҙҙәрҙе һалдаттар үҙ хистәре итеп, яҡын күреп ҡабул итәләр:
…Ябай ирҙәр арыҫлан булған мәлдә,
Киң аҙымлы еңеү атлап килгәндә,
Тыуған Башҡортостан, һинең хатыңды,
Юлығып алдыҡ беҙ – әсәлек хаҡыңды…
Булһа ла эштең бик ҡыҙыу заманы,
Ваҡыт яғы булһа ла бик самалы.
Ҡулыбыҙға ҡәләм-таш алмаҡ булдыҡ,
“Башҡорт халҡына яуап хат” 1943 йылдың көҙөндә “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитендә баҫылып сыға. Уны республика халҡы фронттағы улдарының шағир исеменән яҙылған, ташҡа баҫылған хаты итеп уҡый.
М. Кәрим 3-сө Украина фронты ғәскәрҙәре менән Румыния, Болгария, Венгрия, Чехословакия, Австрия ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнаша. “Сит уттар” циклының моңо тап шунда барлыҡҡа килә. Бындағы шиғырҙар башҡорт халҡының һағышлы йырҙарын хәтерләтә, улар 10 – 9, 8 – 7 ижекле оҙон йыр стиленә нигеҙләнгән.
Бөркөтлө сал тауҙа үҫтем,
Мин башҡа илдән килдем. (“Балатон ҡыҙына”)
Мостай Кәримдең Балҡан күге аҫтында яҙылған “Дуҫтар араһында” тигән йәнә матур бер шиғыры бар. Унда, тыуған ер алыҫ ҡалһа ла, тыуған усаҡтарҙың күк төтөнө йыраҡ яландарҙа һибелеп таралһа ла, шул усаҡтарҙың ялҡыны йылыһын, тыуған йорт-ер йәмен, ил йолаһын һаҡлап килгән шағир йөрәгенең ҡайнар тибеше тойола. Дуҫтарына өндәшкәндә ул үҙе лә шулай ти:
Тауҙар аша алып килдегеҙ һеҙ
Ил йолаһын, йәмен йорт-ерҙең,
Мин дә сикһеҙ башҡорт далаһының
Дәртле йырын һаҡлап килтерҙем.
Тимәк, шағир ниндәй генә уттар-һыуҙар кисмәһен, ниндәй илдәр күге аҫтынан үтмәһен, башҡорт далаларының киңлеге, дәртле йыры уны оҙата килә, ул йыр ҡабатланмаҫ милли моң булып еңеү юлын данлай.
“Яҙ килә фашист өңөнә” тигән шиғырында М. Кәрим фашизмды – хаҡлы рәүештә аждаһа йыланға, шул йылан ҡулында әле зар иңрәүсе Германия ерен ҡара зинданға тиңләй:
Алда ер. Унда таң атмаған,
Ишетелә ҡолдарҙың зар йыры,
Йәш түгә һылыуҙар зинданда,
Яҡты көн, татлы өн юҡ унда,
Зың да зың… бығауҙар сылбыры.
М. Кәримдең “Европаға май килә” шиғырында Европаға, ҡышты ҡыуып, яҙ килеүе, көньяғына сыҡҡан тәҙрәләргә нур кереүе аша символик мәғәнә бирелә.
Фашист варварҙары илебеҙгә баҫып ингәс, Ясная Полянала Лев Толстойҙың йортон емерәләр, Клинда Пётр Чайковскийҙың музейын яндыралар. М. Кәрим иһә Вена урамдарында барған һуғыш ваҡытында беҙҙең һалдаттарҙың Венаның атаҡлы опера театрын уттан ҡотҡарыуын күрә; күренекле композитор Штраустың ҡәберенә веноктар һалған илебеҙ ғәскәрҙәре араһында була. Шағир фашизмдың кешелекте, матурлыҡты күрә алмау, емереү, ҡыйратыу шаһиты булып ҡына ҡалмай, илебеҙ кешеһенең төҙөү, ижад итеү рухын, күркәм сифаттарын, еңелмәҫ көсөн, бөйөклөгөн күреп һоҡлана.
Мостай Кәрим яу йылдарындағы поэтикаһында һалдаттың эпик образын һынландырыуға күп иғтибар итә. Мәҫәлән “Декабрь йыры” һәм “Үлмәҫбай” поэмаларында героизм темаһы һәм йәш быуындың образы яңысараҡ һүрәтләнә. Бында геройҙарҙың еңеүгә ышанысы һәм үлемһеҙлек идеяһы көсәйә:
Бындай лейтмотив М. Кәримдең бөтә һуғыш әҫәрҙәренә яҡын. “Үлмәҫбай” поэмаһының исеме лә шуны әйтеп тора. Поэманың башҡорт поэзияһында айырым роле ҙур, сөнки бындағы Үлмәҫбай образы һалдаттарҙың милли характер һыҙаттарын һынландыра. Икенсе яҡтан, поэманың телмәре халыҡ ижадының иң яҡшы поэтик традицияларын һаҡлай. Бындағы юмор һәм сатира ағышы, стилдәрҙең алымы – бөтәһе халыҡҡа яҡын.
Әлбиттә, шиғырҙың һуғыш йылдарындағы поэзияһының маҡсаттары бик киң: Ватанды һаҡлау, уның азатлығын яулап алыу. Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы лирикаһын өйрәнгәндән һуң, шундай һығымта яһарға була: халҡыбыҙҙың Тыуған илен һаҡлауҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары һүҙҙәр менән әйтеп бөткөһөҙ һәм бөйөк! Тыуған еребеҙ батырҙарының фиҙаҡәрлеге халҡыбыҙ хәтерендә быуаттар буйына йәшәп килгән халыҡ эпостары баһадирҙары батырлығына тиң. Халҡыбыҙҙың аҫыл улы, талантлы шағиры Мостай Кәрим һалдат образын, уның һынын тулыһынса Тыуған ил геройы – Ватанды һаҡлаусы, уның азатлығын яулап алыусы дәрәжәһенә күтәрҙе.
Ә.Ғ. ИГЕҘБАЕВА,
Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм
һөнәри технологиялар колледжы уҡытыусыһы