Республиканың дәүләт һәм уның халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ишембай ҡалаһында Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорт балалары өсөн “Телемдең 7 мөғжизәһе” исемле этномәҙәни лагерь ойошторолдо. Башҡорт телен үҫтереү, балаларҙы башҡорт мөхитендә тәрбиәләү, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, йолалары, тарихы, әҙәбиәте, күренекле шәхестәре, республикабыҙҙың хозур тәбиғәте менән таныштырыу эшебеҙҙең төп бурысы ине. Балаларҙың туған телдә аралашыуы мөһим талаптарҙың береһен тәшкил итте.
Балаларҙы лагерға һайлап алыу маҡсатында февраль-апрель айҙарында “Минең телем – минең байлығым” исемле веб-квест үткәрелде. Өс кешенән торған команда туған телдә гәзит сығарҙы, видеороликтар эшләне, флешмоб үткәрҙе. Был конкурста айырыуса Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы уҡыусылары ихлас ҡатнашты. Аяҙғол ауылының “Аяҙғол һылыуҙары” командаһы еңеү яуланы һәм беренселәрҙән булып беҙҙең лагерға килеү хоҡуғына эйә булды. Балаларҙың исемлектәре тулыһынса асыҡланды һәм Силәбе өлкәһенән – 15, Ырымбурҙан – 10, Һарытау өлкәһенән 5 бала уҡытыусылары менән Ишембай еренә юлланды.
Тәүге көндән үк уҡыусылар менән планға ярашлы эҙмә-эҙлекле эш башланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ф.Т. Әмирханова менән М.Ф. Вәлиева, ҡыҙҙарҙы ике төркөмгә бүлеп, башҡорт теле буйынса дәрестәр үткәрҙе, А.Р. Мөхәмәтйәнов бейеү серҙәренә өйрәтте, С.И. Сәйфуллина йыр донъяһына алып инде. Билдәле ҡумыҙсы М.М. Зәйнетдинов менән А.Ә. Минеғолова ярҙамында уҡыусылар бер нисә сәғәттә ҡумыҙҙа уйнау серҙәрен үҙләштереп, кисен мәғрүр Торатауҙың түбәһендә күмәкләшеп төрлө башҡорт көйҙәрен уйнап ишеттерҙеләр. Бөрйән районына барып, Шүлгәнташтан ҙур тәьҫораттар менән ҡайтҡан уҡыусылар, арыуҙарын да онотоп, Ғ.М. Фәйзуллина етәкселегендә тәрән мәғәнәле шиғырҙар ижад итеү серенә төшөндөләр. Ырымбур өлкәһенең Аллабирҙе ауылынан килгән X класс уҡыусыһы Вадим Төркмәнов әйтеүенсә, Башҡортостан тәбиғәте уны ғашиҡ иткән:
Сылтырап аҡҡан шишмәне лә,
Сикһеҙ дала, сүл һәм ҡылған
Торатауға менә-менә, хәлем бөттө.
Урал менән Шүлгән илен барып күрҙем,
Күпме генә һөйләһәм дә, бөтмәҫ һүҙем.
Эйе, Башҡортостан ере уларға илаһи көс, дәрт һәм рух бирҙе, телһеҙҙәренең телен асты, күңелдәрен моңға сорнаны, күҙҙәренә нур өҫтәне. Ысынлап та, тәүге көн менән сағыштырғанда, балалар күҙ алдында рухи яҡтан шул тиклем үҫте, үҙгәрҙе. Лагерҙы ябыу тантанаһында улар кемуҙарҙан йырланылар, бейенеләр, шиғырҙар һөйләнеләр, ҡумыҙҙа уйнап ишеттерҙеләр. Күңелдәре асылды, күҙҙәрҙән хушлашыу йәштәре берсә тамсылап, берсә сылтырап аҡты.
– тип яҙҙы Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Аяҙғол мәктәбенең VI класс уҡыусыһы Гөлназ Сибәғәтуллина.
Сит өлкәләрҙән килгән уҡыусылар менән волонтер ҡыҙ һәм егеттәр эшләнеләр. Иртәнән алып кискә тиклем улар төрлө милли уйындар уйнатып, Ишембай ҡалаһы һәм районы буйлап, Көҙән һәм Маҡар ауылдарына, Торатауға сәйәхәт иттеләр. Балалар белмәгән күп өлкәләр буйынса мәғлүмәт бирҙеләр, һорауҙарға бергәләп яуап эҙләнеләр. Тиҫтерҙәр араһындағы аралашыу фәһемле һәм педагогик яҡтан отошло булды. Беҙҙең уҡыусылар балалар менән эшләү тәжрибәһенә төшөндөләр, ҡунаҡтар иһә туған телдә һөйләшеү тәжрибәһен нығыттылар.
Халыҡта, тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, беренсе тапҡыр ойошторолған был эшебеҙ бик уңышлы килеп сыҡты, алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттарға ирештек. Башҡортостан менән Һарытау, Ырымбур, Силәбе өлкәләре араһында яңы дуҫлыҡ күпере төҙөлдө. “Был бай йөкмәткеле проект барыбыҙға ла бик оҡшаны. Киләсәктә лә ошондай йүнәлештәге эштәр дауам итһен, бәйләнештәр өҙөлмәһен ине,” – тине ҡунаҡтарыбыҙ.
Күрше өлкә башҡорттары менән уйҙарыбыҙ ҙа, теләктәребеҙ ҙә бер беҙҙең – туған телде, милли рухты һаҡлау. Беҙҙә башҡорт ҡаны аға, барыбыҙҙы ла уртаҡ маҡсат берләштерә. Мәшһүр Ш. Бабич әйткәнсә, беҙ үҙебеҙ – башҡорттар!
Р.Р. ӘЙҮПОВ,
Ишембай ҡалаһы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт
гимназия-интернатының уҡытыу-тәрбиә эштәре
буйынса директор урынбаҫары