Бөтә яңылыҡтар

Тыуған ерем – Башҡортостан

(“Йондоҙло сәғәт” уйыны)

Маҡсат. Уҡыусыларҙың Башҡортос­тан Республикаһы тураһында белем­дәрен арттырыу; фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, өйрәнгән һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға күнектереү; Башҡортостан тә­би­ғәтенең гүзәллеген, байлығын, дан­лыҡлы кешеләрен күрһәтеп, тыуған ере­беҙгә һөйөү тәрбиәләү, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу.

Йыһазландырыу. Һәр командаға 4-әр сигнал-карточка, йондоҙсоҡтар; дәрескә һорауҙар, һүрәттәр менән презентация; мультимедиа проекторы; компьютер.

Дәрес барышы

I. Ойоштороу моменты.

– Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Беҙ бө­гөн “Башҡортостан” темаһына “Йон­доҙ­ло сәғәт” уйынын үткәрәбеҙ. Тыуған ере­беҙ – республикабыҙҙың тәбиғәте, байлыҡ­тары, символикаһы, данлыҡлы кешеләре тураһында һөйләшербеҙ. (Ярышасаҡ ике командаға командир һәм исем һайлана.)

II. Төп өлөш. Уйын ҡағиҙәләре.

– Уйын биш турҙан тора, һәр турҙа 3-әр һорау бирелә. Дөрөҫ яуап өсөн командалар йондоҙсоҡ ала. Тур һайын йондоҙсоҡтарҙың дөйөм һаны билдә­ләнә, һәм уны күберәк йыйған команда еңеүсе була.

I тур. Бай минең тыуған яғым.

А. Йылғалар, күлдәр. 1. Ҡариҙел. 2. Ағиҙел. 3. Асылыкүл. 4. Яҡтыгүл.

1. Башҡортостанда иң ҙур йылға. (№2.)

2. Башҡортостанда иң ҙур күл. (№3.)

3. Башҡортостанда иң тәрән күл. (№4.) (Дөрөҫ яуапты карточка ярҙамында команданың капитаны күрһәтә.)

Б. Тауҙар. 1. Янғантау. 2. Шихандар. 3. Яман­тау. 4. Ирәмәл.

1. Башҡортостанда иң бейек түбә. (№3.)

2. Ниндәй ял йорто тау исеме менән аталған? (№1.)

3. Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендә ниндәй тау теҙмәләре бар? (№2.)

В. Башҡортостан ғорурлығы. 1. Шүлгәнташ мәмерйәһе. 2. С. Юлаев һәйкәле. 3. Ҡурай. 4. Бал.

1. Ул – донъялағы иң уникаль тарихи ҡомартҡыларҙың береһе. Башҡортостандың Бөрйән районында, Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Һоҡланғыс тәбиғәт һәйкәленең таш стеналарында ға­лим­дар яҙыуҙар, һүрәттәр тапҡандар. Ундағы һүрәттәр беҙҙең көнгәсә һаҡ­ланған. (№1.)

2. Ул бөтә донъяла билдәле. Бик тәмле, туҡлыҡлы, шифалы. Уның составында алтмышҡа яҡын төрлө файҙалы матдәләр, күп витаминдар, глюкоза менән фруктоза бар. Улар – йөрәк мускулдарының яҡшы эшләүе өсөн бик кәрәк матдәләр. (№4.)

3. Ул баш ҡалабыҙ Өфөлә ҡуйылған. Уны скульптор С.Д. Тавасиев ижад ит­кән. Бейеклеге – гранит постаменты ме­нән бергә 19,8 метр, ауырлығы – 40 тонна. (№2.)

(I турға йомғаҡ яһала.)

II тур. Башҡортостандағы тереклек.

А. Ағастар. 1. Шыршы. 2. Ҡайын. 3. Миләш. 4. Имән.

1. Яңы йылда йәшел күлдәкле ҡунаҡ. (№1.)

2. Бик ныҡ көслө кешене ниндәй ағас менән сағыштыралар? (№4.)

3. Аҡ кейемен кейгән, йәшел суғын элгән. (№2.)

Б. Хайуандар. 1. Айыу. 2. Ат. 3. Ҡуян. 4. Мышы.

1. Йәйен һоро, ҡышын аҡ,

Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ. (№3.)

2. Башҡорттоң тоғро юлдашы. (№2.)

3. Йәйен урманда батша,

Ҡышын ҡарҙан да аҫта. (№1.)

В. Ҡоштар. 1. Торна. 2. Күгәрсен. 3. Һайыҫҡан. 4. Тумыртҡа.

1. Гөлдөр-гөлдөр, гөлдөр был,

Ҡыҙыл тәпәй, кемдер был? (№2.)

2. Ағас башы туҡылдыҡ,

Туҡый-туҡый туҡ булдыҡ. (№4.)

3. “Ҡошҡа әйләнгән әбей” әкиәтендә әбей ниндәй ҡошҡа әүерелә? (№1.)

(II турға йомғаҡ яһала.)

III тур. Башҡортостан географияһы.

А. Һандар һөйләй. 1) 17; 2) 54; 3) 4674; 4) 21; 5) 148.

1. Башҡортостанда нисә район бар? (№2.)

2. Башҡортостанда нисә ҡала бар? (№4.)

3. Башҡортостанда нисә ауыл бар? (№3.)

Б. Ҡалалар. 1. Салауат. 2. Өфө. 3. Бәләбәй. 4. Стәрлетамаҡ.

1. Был ҡала башҡорт халҡының милли ге­ро­йы исемен йөрөтә. (№1.)

2. Республикалағы иң ҙур ҡала. (№2.)

3. Башҡортостандың баш ҡалаһы. (№2.)

В. Башҡортостан райондары. 1. Бе­лорет. 2. Ғафури. 3. Бөрйән. 4. Ишембай.

1. Башҡортостанда ниндәй район майҙаны буйынса иң ҙуры? (№1.)

2. Шүлгәнташ мәмерйәһе ниндәй районда урынлашҡан? (№3.)

3. Ҡайһы район Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөтә? (№2.)

(III турға йомғаҡ яһала.)

IV тур. Күренекле кешеләр. Символика.

А. Күренекле шәхестәр. 1. Р. Хәбиров. 2. С. Юлаев. 3. И. Зарипов. 4. Н. Мусин.

1. Башҡорт халҡының милли геройы. (№2.)

2. Дүрт тапҡыр донъя чемпионы, саңғысы, биатлонсы. (№3.)

3. Башҡортостан Республикаһы Баш­лы­ғы. (№1.)

Б. Яҙыусылар, шағирҙар. 1. М. Кәрим. 2. З. Биишева. 3. М. Ғафури. 4. Р. Ғарипов.

1. “Уҡытыусыма” шиғырының авто­ры. (№1.)

2. “Моң шишмәһе һандуғастай

йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай

нәфис тә һин,

Аллы-гөллө гөл-сәскәләй

наҙлы ла һин,

Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле

башҡорт теле”.

Был шиғыр өҙөгөнөң авторы кем? (№2.)

3. Был яҙыусы, шағирҙарҙың ҡай­һы­һы­на “Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы” тигән маҡтаулы исем бирелгән? (№2.)

В. Символика. 1. БР флагы. 2. БР гербы. 3. Өфө ҡалаһы гербы. 4. РФ гербы.

(Слайдта күрһәтелә.)

1. Башҡортостандың флагы. (№1.)

2. Башҡортостандың гербы. (№2.)

3. Рәсәйҙең флагы. (№4.)

(IV турға йомғаҡ яһала.)

V тур. Финал.

“Башҡортостан” һүҙендәге хәрефтәр­ҙән исемдәр төҙөү. (Уҡытыусы, йондоҙсоҡтарҙы һанап, еңеүсе команданы билдәләй.)

Э.З. РӘХИМОВА,

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡытыусыһы

Читайте нас: