Бөтә яңылыҡтар

Бар нәмәнән матурлыҡ эҙләне

Шағир Рәйес Түләктең тыуыуына 60 йыл тулыу айҡанлы

Һабаҡташым Рәйес Түләков беҙҙең төркөмгә “ағай” булып килеп инде. Мәктәпте яңы тамамлап килгән ҡыҙ-егеттәрҙән биш-алты йәшкә өлкәнерәк булғанғамы, әллә донъяның әсеһен-сөсөһөн күреп өлгөргәнгәме, ул тәүҙә беҙҙән ситләшеберәк торҙо кеүек. Тәнәфестәрҙә шаярыша башлаһаҡ: “Бала-сағалар”, – тип көлөмһөрәп әйтеп ҡуйыр ине. Артыҡ һөйләшмәй, бер нимәгә лә иҫе китмәгән ҡиәфәттә күпме йөрөгәндер Рәйес. Әммә, үҙе әйтмешләй, бала-сағалар донъяһы уны ағайлыҡта бик оҙаҡ тотманы, буғай. Күҙгә артыҡ салынып бармаған егетебеҙҙең бөтә булмышы менән ижад донъяһында ҡайнауын беҙ һуңыраҡ ҡына аңланыҡ.

Ул илһамланып ижад итә, шиғырҙарының тыңлаусыһын таба, баһа көтә, тәнҡит һүҙҙәрен дә ҡабул итә, шул уҡ ваҡытта үҙ фекеренең дөрөҫлөгөн иҫбатлай ҙа белә ине. Ерле-юҡтан ғына тыуған шиғырҙары юҡ ине уның. Ғөмүмән, арлы-бирле шиғриәт Рәйескә хас түгел ине. Ул башҡа шағирҙарҙың шиғриәтенә лә бик талапсан ҡараны, тик береһен дә тәнҡитләмәне. Ә бына яратҡан шағиры Рәми Ғариповтың ижадына мөкиббән киткәйне, шиғырҙарын гел яттан һөйләп йөрөр булды. Үҙенә генә хас тоноҡ ҡына тауышы менән һөйләр ҙә һөйләр, ә һин тыңлайһың: тыңламай ҡара, ниндәй матур образдар тапҡан шағир, иҫең китәрлек бит!

Эйе, Рәйес һәр нәмәнән тик матурлыҡ эҙләне. Шуға ла ул йыш ғашиҡ булды. Күрше ҡыҙҙар бүлмәһендә стенала эленеп торған һүрәтте күреп, иҫе киткәне хәтерҙә. Ҡарап торһаң, бер ябай ғына һүрәт инде: ауырлы ҡатындың, поезға ултырған иренә ҡул бол­ғап, оҙатыу күренеше. Шул көндө үк Рәйес алдыбыҙға иҫ китмәле матур шиғыр килтереп һалды. Яңы ижад емеше менән танышҡас, инеп, бүлмәләге теге һүрәтте яңынан ҡарайбыҙ: ысынлап та, ябай түгел шул. Ни тиклем тәрән мәғәнә һалынған уға! Әммә был ябай матурлыҡты шағир ғына ижади матурлыҡҡа әйләндерә ала икән.

Тормошҡа ҡарашы ла тик үҙенсә булды Рәйестең. Шуғалыр ҙа, уның менән бәхәскә инеү файҙаһыҙ ине. Ул, ысын ир-егеттәрсә, ваҡ-төйәккә ҡыҫылып барманы, һәр нәмәгә үҙ фекере булды. Моңло ла ине ул, ҡурайҙа уйнар, йыш ҡына үҙ алдына йырлап йөрөр ине. Әсәһенең әйт­кән һүҙҙәрен ҡабат-ҡабат иҫкә төшөрөп, һағынып һөйләгәне хәтерҙә.

Рәйестә яһалмалыҡтың әҫәре лә булманы: көлһә, ихлас көлә, хас балаларса үпкәләп тә ала торғайны. Ныҡышмал холҡо, бәлки, үҙенә тормошта ҡамасау ҙа иткәндер. Уға бит ошо минутта уҡ шиғырын уҡып, әҫәр буйынса үҙ фекереңде әйтергә кәрәк. Янып ижад иткән кешенең баһа ишеткеһе килгәндер, сөнки урынлы баһа, йылы һүҙ, кәрәкле фекер ижадсыға ҡанат ҡуя, яңынан-яңы фекерҙәр тыуыуға сәбәпсе була.

Һабаҡташыбыҙ Рәйес Түләков – 6 китап авторы, Башҡортостандың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты. Ижади емештәренең һутланған мәлендә, халыҡҡа еткерер һүҙҙәрен йөрәккә үткәреп әйтерлек кимәлгә күтәрелгәндә арабыҙҙан китеп барҙы шағир. Әммә шиғриәте менән ул беҙҙе һәр саҡ матурлыҡ иленә саҡырып тора. Ул илдә беҙ иларбыҙ ҙа, көлөрбөҙ ҙә. Барыһы ла ихлас булыр. Тап шағирҙың үҙ булмышы кеүек…

Рәйес Түләковтың ихлас, хисле шиғриәте барыбыҙ өсөн дә ҡәҙерле һәм танһыҡ.

Ф.А. АБДУЛОВА,

Миәкә районының Сәфәр мәктәбе уҡытыусыһы,

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы

Читайте нас: