Бөтә яңылыҡтар

Мостай Кәрим шиғриәтенең философик асылы

Әҙәм балаһы донъяны, әйләнә-тирәне аңлы рәүештә ҡабул итә башлағандан бирле, изгелекте, матурлыҡты һәм кешелеклелекте данлауҙы үҙ йәшәйешенең маҡсаты итеп билдәләй, ғүмеренең һәр мәлендә шуға ынтыла. XIII быуаттан уҡ теолог Фома Аквинскийҙың: «Кеше ниндәйҙер кимәлдә – бөтәһе лә», – тигәне мәғлүм. «Кешелә, – тип яҙа Н.И. Бердяев, – йәшәйештең бөтә ҡуласаһы тоташа». Икенсе төрлө әйткәндә, кеше – «микрокосм», йәғни кеше сикһеҙ Космос, Хаос, Тәбиғәт менән тығыҙ, гар­мониялы бәйләнештә йәки антроплы принцип уны Йыһан башланғысы рангына күтәрә. Уҙған йөҙ йыллыҡтың атаҡлы аҡыл эйәһе, философ В.И. Вернадский «Ноосфера тураһында бер нисә һүҙ» хеҙмәтендә кеше шәхесен, уның азатлығын, донъяны ижади үҙләштереүен глобаль проблема тип баһалай. Уның фекеренә иғтибар итәйек: «Фәнни үҫеш өсөн шәхестең, уның рухының тулы азатлығын таныу кәрәк, тик шул ваҡытта ирекле шәхестең эшмәкәрлеге һөҙөм­тәһендә тыуған бер ғилми ҡараш икенсе юғарыраҡ ғилми асыштар менән алмашына». Һуңғы цивилизация, беҙ­ҙеңсә, боронғо аҡыл эйәләренең тәрән мәғә­нәле фекер-ҡараштары нигеҙендә үҫә килгәндер. Ана бит, яҡынса беҙҙең эраға тиклем XII – VII быуаттарҙа йәшәгән шағир һәм аҡыл эйәһе Гомер ни тигән: «Ваҡыт һәр нимәгә етә: әңгәмә өсөн үҙ ваҡытың, китер алдынан үҙ ваҡытың», «Матурлыҡ мәңге түгел». Ә беҙҙең эраға тиклем VIII – VII быуатта ғүмер иткән Гесиодтан шундай фекер ҡалған: «Хаҡ, Ваҡыт ҡәҙерен белгән кеше бөйөк!», «Барса халыҡтар ҡабатлаған һүҙҙәр бер саҡта ла юғалмай». Баҡһаң, фи­ло­софия­ның төп категорияларының береһе булған «Ва­ҡыт» һәм «Арауыҡ» төшөнсәләре хаҡында боронғолар ҙа баш ват­ҡан икән! Бөйөк А.С. Пушкин заманында: «Фекер! Бөйөк һүҙ! Шәхестең бөйөк­лөгөн фекер билдәләй ҙә инде!», – тип яҙған.

Шуныһы ҡыуаныслы: донъяға килгән, йәшәгән һәм аҡыл камиллығы менән киләсәк быуындарға тәрән рухи эҙ ҡалдырған бөйөктәр араһында беҙҙең замандашыбыҙ, яратҡан шағирыбыҙ, халҡыбыҙҙың һөйөклө улы – Мостайыбыҙ бар! Тәрән тулҡынланыу менән «Мостай: бер ваҡытта ла булмаған интервью» китабын ҡулыма алам. 2018 йылда «Инеш» нәшриәтендә донъя күргән китаптың тәүге биттәрен асҡас та, күҙемә шулар ташлана: «Мостай Кә­рим (Мостафа Сафа улы Кәримов, 1919 – 2005) – Башҡортостандың халыҡ шағиры, прозаик, драматург, Рәсәй һүҙ сәнғәтенең алтын фондын тәшкил итеүселәрҙең береһе. Уның әҫәрҙәре 35 телгә тәржемә ителгән, пьесалары барлыҡ театрҙарҙа ҡуйылған. Ул – башҡорт һәм рус, көнсығыш һәм Европа әҙәбиәтен, сәнғәтен, мәҙәниәтен тоташтырып тороусы. Ул – башҡорт халҡының бер быуатлыҡ арауыҡтағы үҫешен, йәшәйешен, рухиәтен сағылдырыусы. Ул – бер яҡтан, универсаль һәләтле шәхес, икенсе йәһәттән – Ватаны һәм тыуған иле менән уға яҙған иҫ киткес ауыр һынауҙарҙы үткән йәмәғәт эшмәкәре һәм гражданин. Тап шуға ла ул – Мостай – донъя халыҡтары ғаиләһендә башҡорттоң вәкәләтле һайланмыш илсеһе. Ул шулай булды, киләсәктә лә шулай булып ҡаласаҡ». Мостайҙың бөйөк аҡыл эйәләренең, халҡына хеҙмәт иткән онотолмаҫ философтарҙың, кешелектең рухи үҫешенә ыңғай тәьҫир иткән шәхестәрҙең береһе булыуына иманыбыҙ камил.

Был мәҡәләлә беҙ халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадының философик асылы хаҡында уй йөрөтәбеҙ, әммә уның оло ижадына тулыһынса байҡау-баһалау­ға дәғүә итмәйбеҙ. «60-сы йылдар уртаһынан әҙәби эҙләнеүҙәрҙең объекты уҙған йылдарҙа йыш ҡына иғтибарға алынмаған йәки ситләп үтелгән тормош процестары булды. Донъяны, йәшәү мәғәнәһен, ғөмүмән, мәңгелек темаларҙы яңыса фәлсәфәүи аңлауға ынтылыш көсәйҙе», – тип билдәләнде совет әҙәбиәтендә. Мостай Кәрим ижадын киң һәм тулы планда академик Ғ.Б. Хөсәйенов өйрәнә. «Мостай Кәрим: Шәхес. Шағир. Драматург. Прозаик” исемле монографияһында ғалим уның шиғриәтен түбәндәге осорҙарға бүлеп тикшерә: «Замандың йәш уҙаманы», «Тормош һәм шиғриәт», «Яҙғы тауыштар», «Тыуған ер һәм тыуған йыр өсөн», «Еңеү юлдары», «Егеттәрҙең аҫылдары», «Тыныс йылдар ауазы», «Төш еткәндә», «Европа – Азия», «Материктар аша», «Заманалар». Исем- атамалар туранан-тура шағир ижадының дәүер-ваҡытын асыҡ сағылдыра. Совет әҙәбиәте ғилемендә билдәләнгәнсә, утты-һыуҙы үткән яугир Мостай Кә­рим ижадында совет патриотизмы, еңеү­се һалдат риторикаһы, ә донъялар һилләнгәс, әҫәрҙәре тормош философияһы, ерҙә йәшәү мәғәнәһе, шағир бурысы, мәңгелек ҡиммәттәр тематикаһы менән һуғарыла. Ниһайәт, шағир-фекерләүсе, шағир-философ үҙ миссияһын ҡабул итә. Ғ.Б. Хөсәйенов фекеренсә: «Иң мөһиме: М. Кәримдең уңышы – тәрән философик фекерҙәрҙе, оло идеяларҙы халыҡсан, ябай образдар аша бирә белеп, халыҡсан тасуири саралар менән эш итеүендә». Ғалим, мәҫәлән, шағирҙың «Европа – Азия» шиғырҙар циклын тәрән философик фекерҙәр менән һуғарылған һәм шул осор башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләр әҫәрҙәр тип баһалай: «Символик образдар, фекерҙән фекер уятыусы поэтик тасуирҙар, ҡанатлы һүҙҙәр, философик айышлы антитеза – был бөтә төр тел-стиль саралары «Европа – Азия» шиғырындағы ҙур һәм бәләкәй, конкрет һәм абстракт төшөнсәләрҙе шулай уҡ урын-ара менән заман берлегендә пластик индерәләр». Тимәк, шағирҙың ижади кредоһы уҙған быуаттың икенсе яртыһында философик уйланыуҙарға ҡоролған лирикаға йөҙ бороу менән билдәләнә. Әйткәндәй, боронғо аҡыл эйәләре, философтар тәрән мәғәнәле уй-фекерҙәрен замандаштарына, киләсәк быуындарға тап шиғриәт, лирика, парса, хикмәттәр аша еткергән.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева ла уҡыусы иғтибарын Мостай Кәримдең философик фекерле шиғриәтенә йәлеп итә. Ул ана шундай әҫәрҙәргә киң билдәле «Күкрәгемдән ҡоштар осорам» шиғырын индерә. «Ә бит шиғыр үҙе тәрән фәлсәфәле булһа ла, тасуир сараһы үтә ҡатмарлы ла түгел: шағирҙың ҡоштары – ижад емештәре ул...», – тип яҙа ул үҙенең «Уйсандар, һеҙгә өндәшәм» исемле китабында. Күренеүенсә, Мостай Кәрим шиғриәте XX – XXI быуаттар киҫешендә асылы менән философик йөкмәткеле ижад булып билдәләнде. Был тәбиғи: ша­ғирҙың даими рухи һәм аҡыл үҫеше донъяның, ҡитғаларҙың, кешелек йә­шәйешенең асыл-булмышы, шул йәшә­йештә Ваҡыт, Арауыҡ, Шәхес, Шиғриәт кеүек ижтимағи-философик төшөнсәләрҙең Сифат һәм Нисбәт мөнәсәбәтендәге ҡапма-ҡаршылыҡлы, шул уҡ ваҡытта, эҙмә-эҙлекле бәйләнешенән айырылғыһыҙ. Ябайыраҡ әйткәндә, шағирҙың аҡыл-булмышы, уйланыуҙары, лирикаһы шулар тәңгәлендә үҫә барҙы. Ошо йәһәттән замандашыбыҙ антик дәүерҙең, уҙған быуаттарҙың аҡыл эйәләренә тиңләште. «Ай тотолған төндө», «Ташлама утты, Прометей!», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау» кеүек илаһи әҫәрҙәрҙе тап шундайҙар ғына тыуҙыралыр.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мос­тай Кәримдең философик уйланыу­ҙарға ҡоролған тәүге шиғри юлдарын авторҙың «Ҡайтыу» (1945), «Уйҙар» (1946) әҫәрҙәрендә осраттым: «Теләмәнем шаян шатлыҡты,/ Бәхет кәрәк, шатлыҡ ваҡытлы//», «Мин килмешәк булып тыуманым:/ Оло юлдың йотоп туҙанын,// Һыйыныр ер тапмай донъяла,/ Мин уҙғынсы булып уҙмамын...//Тормош тын күл түгел./ Тып-тын йәшәп,/ Шым-шым ғына донъя ҡуймамын//». Был юлдарҙа аҡыл эйәһе, философ-шағир булып етешәһе һүҙ оҫтаһының тәүге күҙәтеүҙәре, донъя һәм шәхестең йәшәү асылын аңларға ынтылыуы сағыла. Уттар-һыуҙар кискән шағир уларҙы аңламай буламы? «Һәр шәхес – уникум», – ти философтар. Бы­ны шағир үҙенсә фаразлай: «Арабыҙҙан тик бер кеше юғалды –/ Ниндәй тулы донъя нисек буш ҡалды...//». Философик уйланыуҙар, Кеше, Космос, Тәбиғәт феноменын аңларға ынтылыу айырыуса шағирҙың «Европа – Азия» циклында күҙгә нығыраҡ ташлана: «Ҡыйыу баҫҡан тура эҙҙән/ Ғаләм атлай,// Ҡыйыш баҫҡан яңғыҙ эҙҙе/ Үлән ҡаплай//», «...Ә бит башың эйелмәһә,/ Һауалар шундай бе­йек//», «...Ун ғүмерең миңә кәрәк түгел,/ Бер яҙмышым шуға торорлоҡ//», «...Сөнки ул бит мәңгелектән / Мәңгелеккә / Осоп бара...// Сөнки Ҡояш бөтә яҡты / Тигеҙ нурлай, // Үҙ юлында саҡ ҡына ла / Туҡтап тормай//». Тимәк, шағирҙың донъяны ҡабул итеүе, баһалауы йәшәйеш ҡануниәтен, уның ҡапма-ҡаршылыҡтарын, берҙәмлеген һәм эҙмә-эҙлеклелеген таныуға таяна, философик лирикаһының поэтикаһын фекер параллеллеге, символизм билдәләй. Йылдар уҙа, Ваҡыт аға, Мостай ҙа тәбиғәтте нығыраҡ аңлай бара, ҡәҙимге күренештәрҙә, ваҡиғаларҙың тәбиғи ағышында зиһене аҡыл эйәләре күрерҙәйҙәрҙе шәйләй, йәнә­шәлек һәм ҡапма-ҡаршылыҡтар уңышлы антитеза, тойғолар хәрәкәте, тел ҡе­үәһе ярҙамында хәтергә уйылып ҡалыр шиғри юлдар тыуҙыра:

Өй артында ҙур ҡара таш ята.

Тамсы шуны, кәйефе килгәндә,

Тама-тама, ана, үтә тиште

Әллә биш-алты йыл тигәндә.

Ун алты йыл тоташ тырышам мин,

Күпме булды тилереп шашҡандар.

Мин барыбер тамсынан да көсһөҙ,

Һин нығыраҡ икән таштан да.

Шағирҙың философияға ҡоролған иң тәүге, бер бөтөн, тәрән мәғәнәгә эйә, уҡыу­сыһын тәрән уйға һалыр уңышлы әҫәре тип баһалайбыҙ был юлдарҙы. Ошо уҡ 1956 йылда Мостай Кәрим йәнә бер үлемһеҙ шиғырын ижад итте, шулар менән 37 йәшлек һүҙ оҫтаһы үҙен маһир ижадсы, тәрән философ итеп танытты:

“Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде”, – тиһең,

Теләктәрең, эйе, хаҡ һымаҡ.

Ләкин мин бит бөтә ғүмерем буйы

Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ.

Донъя беҙҙән генә ҡалмаған ул,

Бер саҡ килер үлем – ят ҡунаҡ.

Ауһам ине шул саҡ бәйгеләрҙә

Йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ.

Был юлдарға комментарий-тәфсирләүҙәр кәрәкмәй, уны һәр кем үҙ эске донъяһы, аҡыл-зиһен юғарылығынан тороп, үҙенсә аңлай, үҙенсә баһалай, ҡараш-фекерҙәр ни тиклем күп төрлө булһа, тимәк, Мостай шиғриәтенең дә бөйөклөгө, тәрәнлеге шул ҡәҙәр. Аҡыл эйәләре Йыһанда һәм Мәңгелектә Шәхес, уның ижади эшмәкәрлеге, йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйланған, теге йәки был философик ағымдар ҙа, ғәҙәттә, бәхәс-дискуссияларҙы шул тәңгәлдә ҡорған. Йыһан һәм Кеше мөнәсәбәте, фанилыҡта Шәхес роле һәм эшмәкәрлеге – Мостай Кәрим философияһының асылын билдәләр төп критерий ул. Автор байтаҡ әҫәрҙәрендә ошо глобаль философик проблемаға иғтибар итә килде: «Кеше көслө./ Ҡулда тота олонон ул / Был Йыһандың.// Кеше көслө./ Бер һелкетһә, тупылдашып йондоҙ / Ҡойолор.// Ағас­тағы алма төҫлө./ Көслө кеше!//», «...Түңгәккә болот уралмай./ Ҡағылмай йәшен.// Зарланма. / Зарлана күрмә. / Юғары кешем!//». Шағирҙың «Вәғәҙәләр бирмә», «Әйләнә карусель, әйләнә» шиғырҙарының йөкмәткеһе, лейтмотивы ошондай философияға ҡоролған, уларҙа шағир уҙған быуаттың икенсе яртыһындағы йәшәйешебеҙҙе Заман, Ваҡыт категорияһы аша баһалай, үҙен борсоған тарихи-ижтимағи мәсьә­ләләрҙе кинә­йәләү алымы менән һүрәтләй, шулар аша аҡыл эйәһенең тәнҡитле фекерен уҡыусыһына еткерә.

Профессор И.И. Вәлиев Мостай Кәрим ижадын өйрәнеп, уның афоризмдарҙан торған йыйынтығын нәшер итте. («Нравственные уроки Мус­тая Карима», Уфа, 2008.) Беҙ ҙә аҡыл камиллығын, философик идеяны сағылдырған ҡайһы бер шиғри өлгөләр килтерәбеҙ: «Өндәреңдә яҡшы кешеләр күр,/ Төндәреңдә яҡшы төштәр күр//», «Йылын түгел, хатта айын / Аҙнаһын // Һөйгәнеңдән һуң йәшәргә / Яҙмаһын// », «Донъя фани. /Киткән кире ҡайтмай, // Ә килгәндәр килә китергә./ Ғаҡылым аяҙ//». Эйе ғаҡылы аяҙ булды шағирҙың, замандаштың! Аҡыллы фекерен зиһенгә, йөрәккә еткереп әйтә белеүе уны бө­йөктәр кимәленә күтәрҙе. Ундайҙар киткәндә лә Ғаләм, Йыһан именлеге хаҡында борсола, Ер, Ут, Һыу хәстәре менән яна, Кеше булмыштарына, бәндәселек менән ҡылған ҡылыҡтарына һыҙлана. Мостай Кәрим – шағир-философ, Хо­ҙайҙан бирелмеш үҙ миссия-бурысын намыҫ менән атҡарып, фанилыҡтан үтте. Олуғ шағир­ҙар ике йәшәй тигәне лә дөрөҫ, икенсеһе – мәңгелек үлсәмдәр нисбәтендә. Ана, һуңғы шиғырҙарының береһе ниндәй тәрән философия менән һуғарылған, яҡты һағыш, изге теләктәр, аталарса хәстәр менән тулы мәңгелек шиғыр ул!

Китеп барһам, ҡан-ҡәрҙәштәр, һеҙгә

Нимә ҡалдырам, тип ҡаңғырам.

Түп-түңәрәк ер ҡалдырам һеҙгә,

Сатнамаған Ҡояш ҡалдырам.

Янып торған ут ҡалдырам һеҙгә,

Ағын һыу ҡалдырып китәмен.

Ер һәм ҡояш, ут йәнә һыу булғас,

Үҙегеҙ хәстәрләгеҙ бүтәнен.

Бына шуға өмөт итәмен.

Ерҙә әле байтаҡ уттар яныр, ағын йылғалар төнөн һөйләшер, имен күктә Кеше һәм Ғүмер хаҡында йондоҙҙар серләшер, сатнау белмәҫ Ҡояш кешеләрҙең яңы быуындарын ҡайнарлығы менән ҡыуандырыр һәм кешелек донъяһы үҙенең иртәгәһен үҙе хәстәрләр. Ҡояш системаһында «Мостай» тип аталмыш түп-түңәрәк өр-яңы планета үҙенең мәңгелек сәфәрендә, кеше аңына һәм йөрәгенә яҡты нур һибеп, әйләнер ҙә әйләнер. Уның изгелек менән һуғарылған яҡты нурҙары киләсәк быуынды тағы ла миһырбанлыраҡ, изгелеклерәк, ғәҙелерәк итер, кешеләрҙе данлауға этәрер, тип кем әйтмәҫ?!

Ф.Б. САНЪЯРОВ,

Өфө күп профилле һөнәри колледжының башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан

Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы,

филология фәндәре кандидаты

Читайте нас: