Бөтә яңылыҡтар

Өләшкәндән ғилем арта ғына

Ғилем өләшкәндән кәмемәй, арта ғына бара.

Р. Фәхретдинов


Өфө ҡалаһында киң белемле, үҙҙә­ренә генә хас педагогик оҫталыҡҡа эйә булған, бай эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға теләк белдереүсе уҡытыу­сыларыбыҙ күп. Уларҙың эш алымдарын өйрәнеү, таратыу, һөнәри компетентлығын үҫтереү маҡсатында Өфө ҡалаһы Мәғариф идаралығы Фәнни-мәғ­лүмәти-методик үҙәк менән берлектә бик күп эштәр башҡара. Иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе булып 2000 йылдан башлап ойошторолоп килгән ҡала ки­мәлендәге «Оҫта уҡытыусы», «Эҙләнеүсе педагог» һөнәри конкурстары һанала. Уның башланғысына нигеҙ һалыусы булып Фәнни-мәғлүмәти-методик үҙәктә оҙаҡ йылдар ижади эшләгән Рәсәйҙең атҡа­ҙанған уҡытыусыһы Лена Сәлих ҡыҙы Баһаутдинова тора. Уның идеялары, тәҡдимдәре бөгөн дә тормошҡа ашырылып килә. Өфө ҡалаһында үткәрелгән «Оҫта уҡытыусы» һөнәри оҫталыҡ конкурсы, уҡытыусылар үткәргән оҫталыҡ дәрестәре ижади эшләгән уҡытыу­сыларҙы асыҡларға ярҙам итә, уларҙың ыңғай тәжрибәләре ҡала кимә­ленә йәйелдерелә. Конкурста ҡатнашҡан һәр уҡытыусы үҙенең эшмәкәрлегендә иң уңышлы, һөҙөмтәле тип һанаған эш алымдары менән оҫталыҡ дәрес­тәрендә, семинарҙарҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә ихлас уртаҡлаша.

Һөнәри конкурсты, шартлы рәүештә, ойоштороу-әҙерлек һәм үткәреү этаптарына бүлергә мөмкин. Әҙерлек этабында уҡыу йылы башында уҡ конкурс положениеһы менән танышыу, белем биреү учреждениеларына еткереү, ҡатнашырға теләк белдереүсе уҡытыусылар менән шәхси эшләү, семинарҙар, консультациялар үткәреү тора. Апрель айҙарында төп эштәрҙең береһе башлана: конкурсанттар үҙ эштәре менән таныштыра һәм уны комиссия алдында яҡлай.

Конкурс положениеһы менән танышыу

Конкурс Фәнни-мәғлүмәти-методик үҙәк менән берлектә үткәрелә. Беренсе көндән алып, конкурстың положениеһы тураһында мәғлүмәт ҡала мәғариф идаралығының сайтына ҡуйыла һәм барлыҡ әҙерлек эштәре унда яҡтыртылып бара (http:ufa-edu.ru).

Конкурстың маҡсаты – ыңғай тәж­рибәне асыҡлау, өйрәнеү һәм таратыу. Бурыстары булып уҡытыусыларҙың һәләттәрен баһалау, ижади эшмәкәрлекте үҫтереү, уңышлы юлдарын асыу тора. Конкурста хеҙмәт стажы 5 йылдан да кәм булмаған педагогтар һәм белем биреү учреждениеһы етәкселәре ҡатнаша ала.

Ойоштороу-үткәреү этабында жюри ағзалары конкурста ҡатнашыусылар араһынан еңеүселәрҙе билдәләй. Жюри эшенә юғары уҡыу йорттарынан фән белгестәре, «Оҫта уҡытыусы» конкурсында еңеүсе булған тәжрибәле уҡытыусылар йәлеп ителә. Еңеүселәрҙе билдәләү ике турҙан тора: тәүгеһендә конкурсҡа тапшырылған документтарҙы ҡарайҙар. Был этапҡа тема билдәләү, концепция, программа менән танышыу, төҙәтмәләр индереү инә. Икенсе турға үткән конкурсант һайлаған теманың концепцияһын, программаһын яҡлап сығыш яһай, бигерәк тә оҫталыҡ дәрестәре аша теманы асыу, проблеманы сисеү юлдарына баҫым яһала. Еңеүселәр билдәләнгәс, мәғариф идаралығы бойороғо буйынса яңы уҡыу йылынан оҫталыҡ дәрестәре (мас­тер-кластар) үткәреү башлана. Программа уҡыу йылы дауамында, һәр айҙа бөтәһе 9 дәрескә иҫәпләнгән оҫталыҡ дәрестәрендә тормошҡа ашырыла. Уҡытыусы оҫталыҡ дәрестәрен үткәреү форматын планлаштыра, проблеманы сисеү юлдарын билдәләй. Белем биреү учреждениелары, конкурс һөҙөмтәләре буйынса яҙылған бойороҡҡа ярашлы, уҡыу йылы дауамында уҡытыусының тариф ставкаһына (окладка) 25% кү­ләмендә өҫтәмә хаҡ түләй.

Уҡытыусы үҙенең оҫталығын нисек аса ала һуң? «Бары тик үҙеңдән, үҙеңдең хеҙмәтеңдең бөйөклөгөнән», – педагогия теоретигы С.Л. Соловейчиктың ошо һүҙҙәре эштең һөҙөмтәләре фәҡәт тырышлыҡҡа бәйле булыуын һыҙыҡ өҫ­төнә ала.

«Оҫта уҡытыусы» тип ниндәйҙер өлкәлә юғары һөҙөмтәләргә ирешеүсе, уңышлы эшләүсе белгескә әйтәләр. Ти­мәк, ул үткәргән дәрес – үҙ эшмәкәрлеген камиллаштырырға теләүселәр өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы, теге йәки был өлкәлә күнекмә формалаштырыуға йүнәлтелгән танып белеүҙең заманса формаһы. Оҫталыҡ дәрестәрендә уҡытыусы практикала яңы технология һәм методтарҙы нисек ҡулланыуы тураһында һөйләп кенә ҡалмай, ә күрһәтә лә. Ябай итеп әйткәндә, оҫталыҡ дәресе – «был проблеманы хәл итеүҙең эффектив ысулын мин беләм, хәҙер һеҙҙе лә өйрәтәм» тигән һүҙ. Оҫталыҡ дәресе – ике яҡлы процесс, унда «өйрәтеүсе – остаз» һәм «өйрәнеүсе – уҡыусы»ның ҡатнашыуы, өҙлөкһөҙ аралашыуы мөһим. Тап ошо үҙенсәлек оҫталыҡ дәресен белем күтәреүҙең башҡа формаларынан (семинарҙан, түңәрәк өҫтәлдән, коллоквиумдан) айырып тора.

Оҫталыҡ дәресенең асылы: көнүҙәк мәсьәләне сисеү ысулын ғәҙәти эшсәнлек ойоштороу аша танытыу. Дәресте үткәреүҙең яҡынса алгоритмы – ҡуйылған бурысты үтәү өсөн кәрәк булған күнекмәләрҙең эҙмә-эҙлеклелеге:

• проблеманы билдәләү һәм, уны хәл итеүҙә барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ла әүҙемләштереү маҡсатында, төркөмдәргә берләштереү;

• «остаз»дың да, «уҡыусы»ларҙың да ижади мөмкинлектәрен асыусы алым­дарҙы ҡулланып, ҡуйылған проблеманы аҙымлап сисеүҙе ойоштороу;

• һығымта яһап, проблеманың сиселешен моделләштереү.

«Мастер-класс» (оҫталыҡ дәресе) һүҙе беҙгә инглиз теленән ингән. Мастер – билдәле бер өлкәлә белеме һәм тәж­рибәһе булған кеше, оҫта; класс «шөғөл, дәрес» тигәнде аңлата. Оҫталыҡ дәресе тематикаһы үҙ эсенә түбәндәгеләрҙе алыр­ға мөмкин:

· көнүҙәк проблема һәм технологияларҙы күҙәтеү;

· технологиялар ҡулланыуҙың төрлө аспекттарын һәм алымдарын күрһәтеү;

· технологияларҙы практикала ҡулланыуҙың авторлыҡ алымдарын билдәләү.

Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар түбәндәге эш төрҙәрен башҡара:

· тема буйынса әҙәбиәтте, ғилми-тикшеренеү эштәрен өйрәнә;

· алынған һөҙөмтәләр буйынса фекер йөрөтөүҙә ҡатнаша;

· һорауҙар аша фекер алыша, консультация ала;

· тикшерелгән проблема бу­йынса үҙ фекерен әйтә.

Дәрестең маҡсаты, нимәне асыҡлауға ҡарап, оҫта тарафынан ҡуйыла. Мәҫәлән:

· эшсәнлек, белем биреү, үҙ белемеңде үҫтереү программаһын башҡаларға еткереү;

· уңышлы ҡулланылған айырым эш формалары менән уртаҡлашыу;

· айырым эш методтарын күрһәтеү;

· эшмәкәрлектең инновацион алым­дары менән таныштырыу.

Оҫталыҡ дәрестәрен үткәргәндә, ғә­ҙәттә, түбәндәге эш формалары ҡулланыла: лекция, практик эш, интеграцион эш (лексик-практик эш).

Әҙерлек ваҡытында уҡытыусы ирекле конспект яҙа, презентация әҙерләй, сайт­ҡа мәғлүмәт бирә, материалдар йыя, оҫталыҡ дәресенең буклетын эшләй ала.

Оҫталыҡ дәрестәрен үткәреүҙе ойоштороу

Оҫталыҡ дәрестәренең структураһына бер төрлө генә талаптар ҡуйылмай. Әммә дәрес мотлаҡ рәүештә ойоштороу, төп, йомғаҡлау һәм рефлексия этаптарынан торорға тейеш. Бындай структура оҫталыҡ дәрестәренең маҡсатына ирешергә ярҙам итә. Дәрестәрҙе план­лаш­тыр­ғанда берҙәм маҡсат билдәләнә. Ул остаздың нимә күрһәтәсәгенә йү­нәлеш бирә.

1. Яңы белем биреү – эш барышының теоретик өлөшө. Был этапта педагогик эшмәкәрлектең билдәле бер йүнәлеше буйынса оҫтаның тәжрибәһе тәҡдим ителә.

2. Нығытыу өлөшөндә кәрәкле күнекмәләр булдырыу процесында алынған белемдәрҙе эшкәртеүгә ваҡыт бирелә.

3. Рефлексия. Һәр ҡатнашыусы практик эшмәкәрлек өсөн аныҡ тәҡдимдәр ала. Уҡытыусыларға өйгә эштәр бирелә, бурыстар ҡуйыла.

Һөнәри конкурстарҙа

ҡатнашыусыларға тәҡдимдәр

•Оҫталыҡ дәресендә асыҡланасаҡ идея итеп педагогикала йәиһә уның предмет, методологияһында әһәмиәтле үҙәк идеяны һайлау;

•ҡуйған маҡсат һәм бурыстарҙың тема менән айырылғыһыҙ булыуы;

• «уҡыусы»ларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр­­ҙай проблемалы һорау, бирем уйлап табыу;

•ҡулланылышҡа тәғәйенләнгән тейешле техник сараларҙың, танып белеү эшмәкәрлеген ойоштороу алымдарының маҡсатҡа ярашлы, һөҙөмтә­лелеген тәьмин итә торғандарын ғына алыу;

• дәресте үткәреү планын ентекләп төҙөү.

Быйылғы уҡыу йылында үткәрелгән «Оҫта уҡытыусы» һөнәри оҫталыҡ конкурстары, улар үткәргән оҫталыҡ дәрес­тәре баш ҡалабыҙҙа эшләгән ижади уҡытыусыларҙы асыҡларға ярҙам итте, улар­ҙың ыңғай тәжрибәләре менән күптәр танышты. Оҫталыҡ дә­рес­тәрен йом­ғаҡ­­лап, педагог-остаздар Фәнни-мәғлү­мәти-ме­тодик үҙәк менән берлектә «Оҫ­талыҡ баҫҡыстарынан» методик-мәғлү­мәти йыйынтығын сығар­ҙы. Йы­йын­тыҡта Өфө ҡалаһында үткәрелгән «Оҫта уҡытыусы» һөнәри оҫталыҡ ҡала конкурсында еңгән уҡытыусылар тураһында мәғ­лүмәт, дәрес­тәрҙең программалары, оҫ­таларҙың эш тәжрибәләре тупланды. Методик-мәғ­лүмәти йыйынтыҡ уҡы­тыу­сыларға һө­нәри конкурстарға әҙерләнгәндә ҙур ярҙам буласаҡ. Ул баш ҡалабыҙҙың туған тел уҡытыусылары, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәр­биәселәренә, юғары уҡыу йорттары һәм педагогия колледждары студенттарына, туған телде уҡытыу мәсьә­ләләре менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғә­йенләнгән.

Уҡытыусы ошо тәжрибәләрҙән «аҡыл» тупларға, уҡытыуҙа үҙ алымдарын бул­дырырға, белемен күтәрергә һәм системаға һалырға, төрлө мәғлүмәт базаһынан кәрәклеһен һайлап ала белергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, уҡыусылар яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойорға, төплө һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә, конфликттарҙы сисергә, уртаҡ проекттар барышында башҡаларҙың фекере менән иҫәпләшә белергә лә кәрәк. Оҫ­та уҡытыусы – белемле, алдынғы ҡарашлы, ижади фекерләүсе, яңылыҡҡа ынтылыу­сы, тәүәккәл, сәмле, тәж­ри­бәһе менән ихлас уртаҡлашыусы, көндәлек баш­ҡарған эшен оҫта сәнғәт дәрәжәһенә күтәреүсе шәхес ул.

Яҙылғандарҙы йомғаҡлап, шуны әйтергә мөмкин: оҫталыҡ дәрестәре остазға үҙ өйрәнеүселәренә тәжрибә һәм белем бирергә ярҙам итә. Педагогтарҙың үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуы, бүлешеүе уҡыу-уҡытыу системаһында яңынан-яңы алымдар барлыҡҡа килеүгә, шул алым­дарҙың методикаға әйләнеүенә килтерә, педагогикаға яңы­лыҡтар индерә.

Ә.Т. МӘҮЛИЙӘРОВА,
Өфө ҡалаһы Фәнни-мәғлүмәти-методик үҙәге методисы,
педагогия фәндәре кандидаты


Читайте нас: