(Талғын көй яңғырай. Сәхнәгә алып барыусылар сыға. Экранда кисәнең матур фонда яҙылған исеме яҡтыртыла.)
Мин килмешәк булып тыуманым,
Һыйыныр ер тапмай донъяла
Мин килмешәк булып уҙманым.
Мин түгелмен ерҙең ҡунағы.
Бит Ватанһыҙ була ҡолдар ғына,
Ә мин хужа. Йәшем йыуманы
Был тупраҡты. Тирем түгелде,
Һабан һөрҙөм, бөгөп билемде.
Ерҙән шытып сыҡҡан һәр бер һабаҡ
Шатландыра минең күңелде.
Кешеләрҙең бәхет, һағышын,
Ҡош һайрауын, урман шаулауын
Бергә ҡушһа ине тауышым –
Мин еремде маҡтап туймамын.
Шып-шым ғына донъя ҡуймамын.
1-се алып барыусы. Башҡортостандың халыҡ шағиры, оло талант эйәһе, ғәжәйеп кеселекле шәхес Мостай Кәримде бөгөн башҡорт халҡы оло ихтирам, тәрән һөйөү, ҙур юҡһыныу менән иҫкә ала.
Үҙ еренең тоғро улы, миһырбанлылығы менән күңелдәрҙе ылыҡтырған, яғымлылығы менән үҙенә тартҡан, башҡорт, Рәсәй һәм донъя әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән мәртәбәле шағир, ил уҙаманы М. Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисәбеҙҙе башлайбыҙ.
(Видеояҙма ҡарала. Түбәндәге тексҡа ярашлы шағирҙың тормош юлындағы мөһим ваҡиғалар күрһәтелә, тасуири уҡылған шиғырҙар бейеү менән аралашып бара.)
«Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәрим тыуған иленең, Ватанының, ғәзиз Башҡортостанының һоҡландырғыс улы, уның йырсыһы булды. Нескә талдар эйелеп сер һөйләгән йәмле Дим йылғаһына терәлеп торған матур Келәш ауылында 1919 йылдың сыуаҡ октябрь иртәһендә донъяға килә ул.
Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым,
Октябрҙән – тыуған айымдан.
Ана, нисек минең юлдарыма
Һары йондоҙ һибә ҡайындар, –
тип яҙҙы ул «Уңдым» тигән шиғырында.
Үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ул Өфө ҡалаһындағы педагогия рабфагына уҡырға юллана. Ошо юл уны оло тормошҡа алып сыға, әҙәбиәт тигән серле лә, мауыҡтырғыс та донъяға алып килә.
1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул тәүгеләрҙән булып илде һаҡлаусылар сафына баҫа. 1942 йылдың ҡыҙыу авгусында, Днепр йылғаһы ярында, Мценск ҡалаһы янында барған тиңһеҙ алыштарҙа күкрәгенә снаряд ярсығы тейеп, ҡаты яралана. Ярсыҡ комсомол билетын тишеп үтеп, йөрәк япмаһына саҡ-саҡ етмәй ҡала һәм үҙе тураһында онотолмаҫ хәтирә, һыҙланыулы тәрән яра ҡалдыра.
Ете ай госпиталдә дауаланғандан һуң, ул һуғыш юлын хәрби журналист булып дауам итә. Еңеү яҙын Вена ҡалаһында ҡаршылай».
(Сәхнә артында башына түбәтәй кейгән, арҡаһына тоҡсай аҫҡан малай күренә. Алғы фонда уҡыусы «Ярҙар ҡала» шиғырын тасуири һөйләй. Экранда шиғырға ярашлы күренештәр яҡтыртыла.)
…Мин торамын. Тулҡын үтә,
«Эй, ағай! – тип һөрән һала, –
Беҙ йөҙәбеҙ. Көндәр ҡала,
Заман ҡала. Яуап бир һин,
Ниндәй биҙәк, ниндәй ҡеүәт
«М. Кәрим заманының әҙәбиәтенә яңы биҙәк, быуынына ҡеүәт өҫтәп йәшәне һәм ижад итте. Уның тиҫтәләгән шиғыр йыйынтыҡтары менән бергә, повесть һәм хикәйәләре, драмалары һәм трагедиялары уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителде. Нисә быуын балалары «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған», «Малайҙар», «Әлфиә хикәйәләре»н уҡып үҫте.
Ә фәлсәфәүи уйланыуҙарға һалған «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесын кемдәр генә яратып уҡымай икән? Дәһшәтле һуғыштың аяуһыҙ ҡанундарын бәйән итеүсе «Ярлыҡау» әҫәре иһә мөхәббәт тигән оло тойғо, илаһи хис алдында баш эйергә мәжбүр итә.
Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндө», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» трагедиялары башҡорт драматургияһында өр-яңы күренеш булды һәм трагедия жанрына юл асты.
«Яңғыҙ ҡайын», «Йырланмаған йыр», «Ҡыҙ урлау», «Диктаторға ат бирегеҙ», «Йәйәүле Мәхмүт», «Киске табын» кеүек драмалары, «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар», «Ярлыҡау» инсценировкалары сәхнә ғүмере кисерҙе.
«Замандаштар» операһы, «Айгөл иле», «Ай тотолған төндө» балет теленә күсерелде. Мостай Кәрим шиғырҙарына өлкән һәм урта быуын, шулай уҡ йәш композиторҙар тарафынан йыр, романс, кантата, ораториялар яҙылды. Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы «Һеңлекәш» исемлеһе фильм донъя күрҙе. Уны күренекле Рәсәй режиссеры Александр Галибин әҙиптең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрҙө.
2-се алып барыусы. Бик күп йылдар элек М. Кәрим үҙенең үткән тормош юлына ҡарап, «Унды микән минән бүтәндәр?» тигән уйланыуҙарға бирелгәйне. Туған халҡы тормошонан, яҙмышынан, халҡынан, ижадынан уңған шағирға ҙур ғорурлыҡ менән: «Ундыҡ һинән, ундыҡ, Мостафа», – тип үҙ мәлендә үк оло рәхмәт һүҙен әйтте.
1-се алып барыусы. Халыҡ шағирының ижадында төп сығанаҡ, төп таяныс – тыуған ере, ғәзиз Башҡортостаны.
Тамырға — дым, тупраҡҡа – нур,
Һин илһамым, һин көс-кәрем,
Һинән башҡа мин – бисара,
Башҡортостан, һөйгән йәрем, –
тип яҙҙы ул тыуған ере тураһында. Башҡортостан, Мостай Кәрим өсөн республика ғына түгел, ул кеше рухы, Урал тауҙарынан да бейегерәк осҡан мөхәббәт иленә, дуҫлыҡ иленә әүерелде, һәм ошо мөхәббәтте, дуҫлыҡты ул бер тамсыһын да һүндермәй, башҡа халыҡтарға ла еткерҙе.
(Видеояҙмала шағирҙың «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырын уҡыуы күрһәтелә.)
Өс уҡыусы «Тупрағым, һауам, һыуҙарым» шиғырын уҡый. Экранда Башҡортостандың матурлығын һүрәтләгән картиналар күрһәтелә.
2-се алып барыусы. Мостай Кәрим – тыныслыҡ һалдаты. «Һабан туйы» шиғырында шағир һуғыш тураһындағы хәтирәләрен күңелле яҙғы һабан туйына бәйләп иҫкә ала һәм тыныслыҡ өсөн көрәшкә атылырға һәр саҡ әҙерлеген белдерә.
(Музыка фонында «Һабан туйы» шиғыры тасуири уҡыла. Экранда һабантуй күренештәре күрһәтелә бара.
«…Бына йәштәр. Түңәрәк. Түңәрәктә әйләнә бер күбәләк. Күбәләк түгел, ҡыҙ бейей уртала…». Шиғырҙың ошо өлөшөндә башҡорт бейеүе башҡарыла.)
1-се алып барыусы. Бала саҡ — сафлыҡ, ихласлыҡ, тоғролоҡ иле. Бала саҡ һәр кемдең күңелендә, аңында шул гүзәл сифаттары менән йәшәй. «Бәхетле булһа ла, бәхетһеҙ булһа ла, беҙҙең бала сағыбыҙ оҙон-оҙаҡ йылдар буйынса артыбыҙҙан эйәреп килә. Дөрөҫөрәге, беҙҙең күңелебеҙҙән китмәй»,– тип яҙа автор үҙе «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәренең баш һүҙендә.
(Сәхнәлә «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәренән «Кемдең ыҙмаһы бейек?» өҙөгө ҡуйыла.)
2-се алып барыусы. Мостай Кәримдең күп яҡлы поэзияһының һоҡландырғыс бер йүнәлеше – ул философик уйланыуҙарға ҡоролған мөхәббәт лирикаһы. Һәр шиғри әҫәрендә шағирҙың күңел кисерештәренең тәрән аҡылға буйһоноуы, донъяла мәңге йәшәр был хистең сафлығына баш эйеүе күренә.
Ғашиҡтар, һеҙгә өндәшәм –
Юҡ-барға йән ҡыйнашмағыҙ.
Йылдарым япраҡтай ҡойола,
Йылдарым япраҡтай ҡойола,
(Музыка фонында егеттәр алға сыға. «Имеш, һине Хоҙай яратҡан», «Һауалағы бөркөт кеүек», «Өс мөғжизә», «О мөхәббәт» шиғырҙары тасуири яңғырай. Экранда матур һүрәттәр, мөхәббәт тураһында афоризмдар күрһәтелә. Шиғыр уҡыу тамамланыуға егет менән ҡыҙ вальс өйөрөлә.)
(Сәхнә артында Оло инәй тауышы.)
«Әҙәм балалары әсәнән яртышар ғына булып тыуа. Аяҡ-ҡулдары бөтөн, башы-күҙе төҙөк көйө ҡабул итәм мин кешене, ә үҙемдең эстәрем өҙөлә: «И бахырҡайым, – тим, – үҙ яртыңды табырһыңмы икән? Тапһаң ғына ярар ине», – тим. Табышмаһалар, күктәге анау бихисап йондоҙҙар кеүек йымылдашып, ғүмер буйы бер-береһен эҙләп йөрөй бисара бәндәләр. Уларҙы ҡушырға, күрәһең, Хоҙайҙың да ҡөҙрәтенән килмәйҙер. Ҡөҙрәтенән килһә, йыһан буйлап аҙашып йөрөгәндәр шул тиклем күп булмаҫ ине... Ана Аҡйондоҙ менән Мәрәһим ике яртынан бер бөтөн булырға тейеш йән эйәләре лә бит...».
(«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәренән өҙөк күрһәтелә. М. Кәрим шиғыры, Гөлдәр Ишҡыуатова көйөнә яҙылған «Тәгәрәп китте йөрәгем» йыры йырлана.)
1-се алып барыусы. Мостай Кәрим башҡорт халыҡ йырҙарын, ҡурай моңон бик яратып, һағышланып тыңлай. «Башҡорттоң оҙон көйлө һәр йыры – классик операларҙағы иң ауыр арияларҙан да былайыраҡ», – ти ул. Башҡорт йырына, башҡорт моңона мөхәббәте ихлас булмаһа, ҡурайҙың һүҙһеҙ моңонан тарихыбыҙҙы уҡый алыр инеме лә ошолайтып яҙып ҡуйыр инеме шағир?!
(Ҡурай моңо фонында «Кистән дауыл ҡупты» шиғыры уҡыла.)
…Ғәрәсәтле, шомло сәғәттә
Илаһи моң килде... Ҡурай моңо
Нур һөңгөһө булып төндө тиште,
Ебәк таҫма булып тартылды.
Ҡурай иңрәй, ҡурай маҡтау йырлай:
«О Уралым минең, Уралым!..».
Ошо минутта мин ярһыу атта
Ун быуатҡа ҡайтып ураным.
Тамырҙарым буйлап моңдар аҡты,
Моңдар ташты, моңдар яндылар.
...Ергә һеңеп, бер саҡ мин тынырмын,
Диңгеҙ шаулар. Моңдар яңғырар.
Ҡара мәрмәр ҡуйма. Һорайым:
Яҙ еткәс тә, йәп-йәш ҡурай ултырт,
Көмөш суҡлы Урал ҡурайын.
Көҙгә тиклем үҫер, моңдар йыйыр.
Бер таң уны шундай уйнатыр:
Ҡәберемдән һикереп сығырмын да
Мин китермен ғаләм буйлатып.
2-се алып барыусы. М. Кәрим үҙ төйәген өҙөлөп яратты, сәңгелдәктәй тыныс, һил тормошло Башҡортостанына, тарих һеңдергән сал Уралдың балҡышына, көмөш ай нурында дала ҡылғанының нурға ҡойоноуына, күккә үрләгән шәмдәй ҡарағайҙар бөйөклөгөнә, Иҙеленең етеҙ ағышына, ҡаһарман халҡының тарихи үткәненә, ерендәге халыҡтар дуҫлығына, халҡының бай мираҫына һоҡланып йәшәне һәм ижад итте. Шағир үҙ иленең рухи үҫешенә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә яңы биҙәк өҫтәне, яңы моң бирҙе, яңы һулыш өрҙө. Уның ижады башҡорт сәнғәте менән бер бөтөндө тәшкил итә. (Сәхнәлә коллектив бейеү. Бейеү тамамланыуға улар артҡа баҫалар.)
1-се алып барыусы. М. Кәрим әле лә беҙҙең менән бергә: уның уйҙары, фекерҙәре, хыялдары беҙҙең менән, ә иң мөһиме – уның әҫәрҙәренең онотолмаҫ геройҙары беҙҙең арала.
(Музыка аҫтында бөтә сәхнә геройҙары сығып, алға теҙелеп баҫалар. Кисәне ойоштороусы М. Кәримдең «Китеп барһам…» шиғырын тасуири һөйләй. Экранда «Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына – 100 йыл» яҙыуы, шағирҙың портреты күрһәтелә.)
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы