2019 йыл республикабыҙ халҡы өсөн айырыуса иҫтәлекле булды. Данлы республикабыҙға, шулай уҡ башҡорт театрының ойошторолоуына 100 йыл тулды. Шул юбилейҙар араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығы ла киң масштабта билдәләнде.
Күптән түгел республикабыҙҙың төп уҡыу йорто булған Башҡорт дәүләт университетында ла иҫтәлекле ваҡиға – бөйөк әҙип Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы “Мостай Кәрим феномены һәм глобаль хх быуат: донъя контексында милли-рухи мәҙәниәт” тип аталған Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция булып уҙҙы. Башҡортостандың күренекле шәхесенә арналған сараны университеттың башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы ойошторҙо. Кисәгә Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева, Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова саҡырылғайны.
Конференцияға, һәр ваҡыттағыса, бик күп материалдар ебәрелде. Украина, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Әзербайжан, Мәскәү, Ҡазан һәм республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан ебәрелгән материалдарҙың авторҙары төрлө милләт кешеләре булһа ла, шағир ижадын берҙәй яратып өйрәнә.
Конференцияға ебәрелгән мәҡәләләр темаһына, йөкмәткеһенә ҡарап, секцияларға бүленде. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күп милләтле халыҡтарының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, теленә, журналистикаһына һәм шулай уҡ Мостай Кәрим кеүек арҙаҡлы башҡорт шағирҙарының, яҙыусыларының һәм драматургтарының ижадына арналған тос ҡына йыйынтыҡ барлыҡҡа килде.
БДУ ректоры профессор Н.Д. Морозкин конференцияны асып, ҡотлау һүҙен әйткәндән һуң, сәхнәгә шағирҙың ҡыҙы Әлфиә ханым күтәрелде. Ул артабан да ғәзиз кешеһе белем алған данлыҡлы уҡыу йорто – Башҡорт дәүләт университеты, башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты менән бәйләнеште дауам итәсәктәрен белдерҙе. РФ Федераль йыйылышының VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, философия фәндәре докторы, профессор, факультеттың элекке студенты З.Й. Рәхмәтуллина шағир менән осрашыуҙар тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһынан, мәғариф, мәҙәниәт министрлыҡтарынан конференцияның уңышлы үтеүен теләп, сәләмдәр яңғыраны. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаевалар ҙа күренекле шәхесебеҙ тураһында матур иҫтәлектәре менән бүлеште.
Конференцияның пленар өлөшөндә, секцияларҙа уҡылған докладтар тыңлаусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сарала юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларынан тыш, колледж, мәктәп уҡытыусылары ла ҡатнашты, үҙҙәре өсөн файҙалы мәғлүмәт алды. Конференцияға алдан мәҡәлә ебәрмәүҙәренә ҡарамаҫтан, һәр сығышты ҡыҙыҡһынып тыңлаусылар байтаҡ ине.
Пленар ултырыштың икенсе өлөшөндә ҡатнашыусылар өсөн Мостай Кәрим тураһындағы документаль фильм күрһәтелде. Был фильм әле ҙур экрандарға сығарылмаһа ла, шағирҙың ҡыҙы конференцияла ҡатнашыусыларға ҙур бүләк яһаны.
Дөйөм алғанда, күп яҡлы талант эйәһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған конференция бик йылы һәм эшлекле шарттарҙа үтте, саранан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды.
Ф.Р. САЛАУАТОВА, БДУ доценты.