Бөтә яңылыҡтар

Бергә булайыҡ, дуҫтар!

«Башҡортостан уҡытыусыһы» ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик журналы һәр ваҡыт уҡытыусыларҙың өҫтәл китабы, бай педагогик тәжрибә менән уртаҡлашыу майҙансығы булып ҡала. Республика журналы биттәрендә үҙ эшен баҫтырып сығарыу, тәжрибәһе менән уртаҡлашыу ижади эшләгән укытыусы өсөн үҙе бер мәртәбә, һөнәри үҫеш күрһәткесе булып тора.
Ысынлап та, асыҡ дәрес йә булмаһа төрлө сығыштар өсөн материалдар йыйыу уҡытыусынан оҙайлы ваҡыт һәм көс талап итә. Ошо күп мәғлүмәт тупланған эштәр менән журнал аша башҡалар ҙа танышһа, туған тел, әҙәбиәт һәм уны уҡытыу методикаһы буйынса йыйылған дөйөм тәжрибәгә һеҙҙең дә өлөшөгөҙ өҫтәлә, тигән һүҙ.
Быйыл журналдың башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә Архангел, Илеш, Ауырғазы, Ҡыйғы, Белорет, Әбйәлил, Ҡариҙел, Йылайыр, Салауат, Ғафури, Көйөргәҙе, Дыуан, Баймак, Борай, Туймазы, Бүздәк, Бөрйән, Күгәрсен, Миәкә, Бәләбәй, Шаран, Ейәнсура райондарынан; Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Нефтекама, Күмертау, Туймазы, Учалы, Ишембай, Салауат, Сибай, Мәләүез ҡалаларынан хаттар килгән.
Эштәрҙең күпселеге программа буйынса өйрәнелгән әҫәрҙәрҙе анализлауға арналған, шулай ук башҡорт телен төрлө йүнәлештәрҙә уҡытҡан педагогтарҙың тел буйынса дәрес конспекттары, әҙәби әҫәрҙәргә нигеҙләнгән, яҙыусы-шағирҙарҙың тормошона арналған сценарий өлгөләре бар. Уҡытыусыларыбыҙҙың эштәре, һис шикһеҙ, хуплауға һәм маҡтауға лайыҡ.
Шулай ҙа яңы педагогик алымдарҙы өйрәнеү, уларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә индереү, был алымдарҙың ҡайһыларының отошлораҡ булыуы тураһында үҙҙәренең тәжрибәһенән сығып яҙылған мәҡәләләр бик самалы. Рәсәйҙең, Башҡортостандың белем биреү системаһында, педагогикала яңыса уҡытыу юлдарын үҙләштереү, йәш быуынға туған телде өйрәтеүҙә үтемлерәк алымдар хаҡында бәйән иткән, шулай уҡ уҡытыусыларҙың һөнәри конкурстарына әҙерләнеү тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан ҡыҙыҡлы материалдар бөтә уҡытыусылар өсөн дә файҙалы булыр ине.
Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан бик күп эштәр ҡабул ителде. Уларҙың берәүҙәре журнал биттәрендә, икенселәре журналдың сайтында донъя күрҙе. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы иғлан иткән «Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы» республика ижади конкурсында еңеүселәр махсус бүләктәргә, ҡатнашҡан бөтә уҡытыусыларыбыҙ М. Кәрим Фондының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Хөрмәтле уҡытыусылар! Алдынғы тәжрибәләргә таянылған, заман талаптарына ярашлы төҙөлгән, яңы фекерле эштәрегеҙҙе беҙгә ебәрегеҙ. Һеҙҙән тәрән эстәлекле мәҡәләләр, матур дәрес өлгөләре, оҫталыҡ дәрестәре, мәктәп темаһына ҡағылышлы йыр-шиғырҙар, кластан тыш сара сценарийҙары һәм үҙегеҙҙең теләк-тәҡдимдәрегеҙҙе көтәбеҙ! Бергә булайыҡ, дуҫтар!
Г.Ф. Шаһиева, бүлек мөхәррире.
Читайте нас: