Бөтә яңылыҡтар

Халҡыбыҙҙың эпик ҡомартҡылары

Һуңғы йылдарҙа башҡорт эпос ғилеменә иғтибар бермә-бер арта. “Башҡорт халыҡ ижады” күп томлығының эпосҡа арналғандары, байтаҡ мәҡәләләр, баҫмалар, монографик хеҙмәттәр донъя күрә. Шулай уҡ күп һанлы диссертациялар яҡлана, эпик әҫәрҙәр төрлө телдәргә тәржемә ителә, башҡорт эпостарына бағышланған Халыҡ-ара конференциялар, симпозиумдар уҙғарыла.
Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары фольклорсыларҙың ғына түгел, башҡа өлкә ғалимдарының да, мәҫәлән, философтарҙың, тарихсыларҙың, археологтарҙың, этнографтарҙың, телселәрҙең, әҙәбиәтселәрҙең, башҡа тикшеренеүселәрҙең дә иғтибарын йәлеп итә. Улар эпосты үҙ өлкәләре күҙлегенән тикшерә. Һөҙөмтәлә, эпик ҡобайырҙарҙы ғилми яҡтан өйрәнеүгә арналған бик күп мәҡәләләр, ғилми йыйынтыҡтар донъя күрә.
ХХI быуатта фольклорсылар С.Ә. Галин, Ә.М. Сөләймәнов, Ф.А. Нәҙершина, Р.А. Солтангәрәева, Г.Р. Хөсәйенова, Г.В. Юлдыбаева, Ш.Р. Шәкүрова, Р.Ғ. Йәғәфәров, О.В. Әхмәдрәхимова, әҙәбиәтселәр Б.Н. Байымов, Ғ.Б. Хөсәйенов, Р.Ф. Рәжәпов, Н.Ә. Хөббитдинова, телселәр Г.Х. Бохарова, Ф.Б. Санъяров, философтар З.Й. Рәхмәтуллина, З.Г. Әминев, археолог В.Г. Котов хеҙмәттәрендә башҡорт эпостарын өйрәнеүҙең төрлө аспекттары яҡтыртылды.
Фольклорсылар Ә.М. Сөләймәнов, Р.Ф. Рәжәповтарҙың 2000 йылда сыҡҡан башҡорт халыҡ эпосын өйрәнеү мәсьәләләренә арналған очерктарҙан торған “Башҡорт халҡының архаик эпосы” китабында архаик эпостарҙың сюжеттары нигеҙендә ятҡан мифологик мотивтар, миф һәм эпос контаминацияһы, шулай уҡ эпик әҫәрҙәрҙең бығаса тикшерелмәгән аспекттары ҡарала. Башҡорт халҡының мифологик эпосы “Урал батыр” иран ерлекле “Авеста”, алтай эпостары менән сағыштырма планда тикшерелә, шулай уҡ “Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡара юрға”, “Ҡуңыр буға” эпостарының ҡайһы бер үҙенсәлектәре өйрәнелә.
С.Ә. Галин “Башҡорт халыҡ эпосы” хеҙмәтендә башҡорт халҡының “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Алдар менән Зөһрә”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Ҡараһаҡал” һ.б. эпик әҫәрҙәрен анализлау нигеҙендә башҡорт эпосының эволюция проблемаларын тикшерһә, З.Г. Әминев 2005, 2007, 2008, 2013 йылдарҙа рус телендә баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәрендә “Урал батыр” эпосын киң планда өйрәнеп, фольклор, этнография һәм тел материалдарына нигеҙләнеп, боронғо башҡорттарҙың йыһан төҙөлөшө, кешенең унда тотҡан урыны, кешелек йәмғиәте хаҡында күҙәтеүҙәрен барлай.
Н.Ә. Хөббитдинованың “Ҡурайсы реликвияһы” китабында (2005 й.) башҡорт халыҡ эпосы “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” нигеҙендә тыуған Т. Беляевтың “Башҡорт повесы”, ундағы фольклор һәм әҙәбиәт бәйләнештәре ҡарала. Ғалимәнең бынан тыш ошо йүнәлештә тиҫтәләрсә ғилми мәҡәләләре, китаптары донъя күрҙе.
Р.Ф. Рәжәповтың 2006 йылда нәшер ителгән “Башҡорт эпик ҡомартҡыларының мифологик нигеҙҙәре” монографияһы башҡорт эпосының мифологияһын Көнсығыштың боронғо цивилизацияһының “Гильгамеш”, “Авеста”, “Веда” китаптары кеүек яҙма ҡомартҡылары һәм ҡәрҙәш төрки халыҡтарҙың эпик мираҫтарынан иң архаик өлгөләрен тәшкил иткән халыҡ эпосы әҫәрҙәре фонында тикшереүгә арналған. Китапта башҡорт мифологияһындағы мотивтар һәм образдар шумер-аккад, боронғо һинд (һинд-арий) яҙма ҡомартҡыларындағы һәм Көньяҡ Себер төркиҙәре халыҡ эпосындағы аналогиялары менән сағыштырма планда өйрәнелә, уларҙың үҙ-ара бәйләнеш характеры аныҡлана.
Ф.Б. Санъяровтың монографияһында иһә донъя мәҙәниәте кимәлендәге “Урал батыр” эпосының теле һәм стиле лингвофольклористик планда өйрәнелә, эпик әҫәрҙең лексик, морфологик үҙенсәлектәре, һүрәтләү саралары тикшерелә. Археолог В.Г. Котов үҙенең “Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр”. Тарихи-мифологик нигеҙҙәре” монографияһында фольклор, мифология, этнография, башҡорт әҙәбиәте, археологик мәғлүмәттәргә таянып, “Урал батыр” эпосының боронғолоғон һәм уның мифологик нигеҙҙәрен барлай.
Башҡорт эпостарын өйрәнеү өлкәһендә С.А. Ғәлләмовтың хеҙмәттәре айырым урын алып тора. Уның был өлкәгә бағышланған бер нисә хеҙмәте донъя күрҙе. Автор үҙенең тикшеренеүҙәрендә боронғо яҙма сығанаҡтарға һәм ауыҙ-тел ижадына таянып, Урал башҡорттарының һәм беҙҙең эраға тиклемге II мең йыллыҡтағы Шумер аккад (ҡорттар) мифологияһының ҡәрҙәшлеген иҫбатларға ынтыла. Уның фекеренсә, ике халыҡтың да эпосындағы идея, мотив, геройҙарҙың оҡшашлығы быға дәлил булып тора. С.А. Ғәлләмов үҙенең тикшеренеүҙәренә таянып, мәшһүр ”Урал батыр” эпосының йәшен 4000 йыл тип билдәләй. Уның бындай фараздарын күпселек ғалимдар кире ҡаға. С.А. Ғәлләмовтың сит илдәрҙәге ошоғаса билдәһеҙ булған сығанаҡтарҙы табып, шуларға таяныуы, киң, тәрән сағыштырыуҙары һәм традицион булмаған фекерләүе, һис шикһеҙ, иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ, әммә фараздары ғилми яҡтан ышаныслы нигеҙләнмәй. Уның эпостың ижад ителеү ваҡытын билдәләүгә ҡоролған фаразы тирәһендә лә фекер ҡаршылыҡтары, бәхәстәр етерлек.
«Урал батыр» эпосы – башҡорт мифологияһының ҡиммәтле сығанағы. Ундағы мотивтарҙың тамырҙары дини-мифологик аңдың архаик ҡатламдарына барып тоташа. Эпостың ижад ителеү ваҡытын билдәләү тарихи, археологик, тел ғилеме материалдарына таянып, комплекслы тикшереү талап итә. Эпос ижад ителеүгә нисә генә йыл булмаһын, уның бик боронғо булыуы бәхәсһеҙ.
2006 йылда донъя күргән “Яҙма дастандар” хеҙмәтендә ғалимдар Ә.М. Сөләймәнов, Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Х. Нәҙерғолов тарафынан бығаса “Башҡорт халыҡ ижады” тупланмаһына инмәгән эпик сюжеттар тураһында һүҙ алып барыла һәм яҙма рәүештә теркәлеүҙәрен иҫәпкә алып, фольклор эпосы традициялары менән әҙәби башланғыстарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре мәсьәләһе ҡарала.
Г.В. Юлдыбаеваның 2007 йылда донъя күргән “Урал батыр” эпосының сюжеты һәм стиле” монографияһында эпостың сюжет тыуҙырыусы мотивтары һәм стиле ҡаралһа (Юлдыбаева, 2007), Ш.Р. Шәкүрованың “Башҡорт халҡының “Урал батыр” эпосы. Архив тәүсығанаҡ һәм уның текстологик анализы” китабында аталған әҫәрҙең архив тәүсығанағына һәм академик эдицион версияларына текстологик тикшереү үткәрелә.
Ә.М. Сөләймәновтың ошо уҡ йылда баҫылып сыҡҡан “Мөхәббәт дастандары: Уларҙың урындағы милли фольклор менән мөнәсәбәте” монографияһында иһә исламды ҡабул иткән төрки телле һәм ҡайһы берҙәре фарсы, ғәрәп телле халыҡтар даирәһендә таралған һәм башҡорттарҙың ауыҙ-тел ижадында үҙенсәлекле үҙгәрештәргә дусар ителгән “Йософ менән Зөләйха”, “Буҙъегет”, “Таһир менән Зөһрә”, “Сәйфелмөлөк” ҡисса вә дастандарҙың фольклор менән мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы мәсьәләләр өйрәнелә. “Эпик мираҫыбыҙ” китабында ғалим тарафынан башҡорт халҡының эпос жанрын өйрәнеүгә бағышланған мәҡәләләре менән бер рәттән, эпос өлгөләре лә туплана.
2007 йылда Р.Ғ. Йәғәфәров “Башҡорт халыҡ эпосы “Алпамыша менән Барсынһылыу”: генезис, специфика, поэтика” темаһына ғилми диссертация яҡланы. Ләкин бөгөнгө көндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, монографик хеҙмәт донъя күрмәгән.
Телсе ғалим Г.Х. Бохарова “Башҡорт халыҡ эпосы: когнитив-дискурсив һәм концептуаль анализ” хеҙмәтендә аталған йүнәлеш нигеҙендә эпик текстың мәғәнәүи төҙөлөшөн һәм семантик киңлеген ҡараһа, философ Ә.Х. Дәүләтҡолов “Этнос тарихы һәм уның башҡорттарҙың эпик поэзияһында социаль-рухи йәшәйеше (социаль-философик анализ)” китабында башҡорт эпик ҡобайырҙарының донъяуи йөкмәткеһен, шулай уҡ халыҡ аҡылының әҙәби-фәлсәфәүи аңын, башҡорт этник традицияларының үҙенсәлектәрен тикшерә. Ғалимдың эҙләнеүҙәр нигеҙен “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Алпамыша менән Барсынһылыу” һ.б. эпостар, шулай уҡ ошо әҫәрҙәргә бәйле тарихи йырҙар, бәйеттәр, әкиәттәр һәм легендалар тәшкил итә.
2011 йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фольклорсылары тарафынан “Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” библиографик күрһәткес нәшер ителде. Күрһәткестә эпосты өйрәнеүгә бағышланған мәҡәләләр исемлеге, 1968 йылдан алып беҙҙең көндәргә тиклем баҫылған текстары тураһында мәғлүмәт, шулай уҡ эпосты өйрәнеүсе ғалимдар, рәссамдар, композиторҙар, драматургтар, кинорежиссерҙар исемлеге бирелгән. Бынан тыш, хеҙмәттә “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләүселәр конкурсының ҡағиҙәләре, сценарийҙары, конкурсҡа арналған телевизион тапшырыуҙар, картина, һүрәттәрҙең фоторепродукциялары ла урын алған.
2011 йылда Ә.М. Сөләймәновтың “Башҡорт халҡының ҡарһүҙе” китабы – филология факультеты студенттары һәм әҙәбиәт, мәҙәниәт уҡытыусыларына тәғәйен уҡыу ҡулланмаһы баҫылып сыға. Был китапҡа, башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары хаҡындағы бүлектәр менән бер рәттән, көләмәстәр, риүәйәттәр һәм легендалар индерелгән. Һәр бүлек һорауҙар һәм эш менән тәьмин ителгән.
2013 йылда “Урал батыр” циклы башҡорт ҡобайырҙарын кешелектең матди булмаған мираҫы исемлегенә индереү буйынса Досье материалдары” мәҡәләләр йыйынтығы донъя күрҙе. Был йыйынтыҡҡа авторҙар коллективы тарафынан башҡорт эпик ҡомартҡылары нигеҙендә яҙылған ғилми мәҡәләләр тупланған.
2014 йылда иһә фольклорсы-ғалим Ә.М. Сөләймәновтың өс китаптан торған “Оло “Урал батыр”: художестволы универсаллек буйынса хрестоматия”һы киң ҡатлам уҡыусыға, айырыуса юғары уҡыу йорттары филология факультеты магистрҙары һәм аспиранттарына уҡыу-уҡытыу әсбабы булараҡ тәҡдим ителде. Ғалимдың был китабы “Урал батыр” эпосының лакуналары тулыландырылған вариантынан һәм уның версияларынан тора. Ә.М. Сөләймәнов әйтеүенсә, эпоста “осо-осҡа ялғанмаған, төшөп ҡалған тематик мотивтар, “етлекмәгән эпизодтар” бихисап. Шуны иҫәпкә алып, китапта төп версия тип һаналған М. Буранғолов теркәгән текст художестволы универсаллек ҡануниәтенә ярашлы тулыландырылған, уның хронологик һәм логик дауамы иҫәпләнгән, төп герой Урал батыр образы тирәһендә хасил булған “Иҙел менән Яйыҡ”, “Аҡбуҙат”, “Минәй батыр менән Шүлгән батша”, “Ҡуңыр буға” эпостары менән берләштерелгән.
2018 йылда О.В. Әхмәдрәхимованың кандидатлыҡ диссертация нигеҙендә яҙылған “Заятүләк менән Һыуһылыу” башҡорт халыҡ эпосының варианттарын һәм әҙәби версияларын сағыштырмаса өйрәнеү” монографияһы донъя күрҙе. Был хеҙмәттә аталған эпик әҫәрҙең өс тиҫтәнән ашыу фольклор варианты һәм әҙәби версияһы анализлана. Улар араһында В. Даль, Р. Игнатьев, Л. Суходольский, Г. Потанин, С. Солтанов кеүек әҙиптәрҙең рус телендә донъя күргән яҙмалары бар. Китапта халыҡ ҡомартҡыһының бөгөнгө торошо, унда телгә алынған географик атамалар (Асылыкүл, Балҡантау һ.б.) хаҡында мәғлүмәттәр килтерелә.
Шулай уҡ ХХI быуатта күренекле башҡорт ғалимдарының уҙған дәүерҙә эпик ҡомартҡыларға арнап яҙылған фәнни хеҙмәттәре яңынан нәшер ителде. Ул хеҙмәттәр иҫәбенә А.И. Харисовтың “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы (XVIII – XIX б б.)”, М.М. Сәғитовтың “Башҡорт халыҡ эпосының мифологик һәм тарихи нигеҙҙәре” китаптары ҡарай.
Конференцияларға килгәндә, 2002 йылда – “Башҡорт эпос өйрәнеү ғилеменең актуаль мәсьәләләре” Халыҡ-ара фәнни, 2003 йылда – «Урал батыр» һәм мифология» Бөтә Рәсәй ғилми конференциялары; 2005 йылда – «Урал-Алтай регионының эпосы һәм мифологияһы», 2007 йылда «Рәсәй һәм Башҡортостан: мөнәсәбәттәр тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәге» конференция сиктәрендә симпозиумдар уҙғарылды. 2010 – 2011 йылдарҙа – Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан “Урал батыр” һәм донъя халыҡтары рухи мираҫы” Халыҡ-ара, 2014 йылда БашДУ-ның Учалы факультетында “Башҡорт ҡобайыры “Урал батыр” – рухи мираҫтың уникаль ҡомартҡыһы” Бөтә Рәсәй конференциялары ойошторолдо. Был конференциялар башҡорт эпосының төрлө яҡлап өйрәнелә башлауын һәм фольклорсыларҙың ғына түгел, телселәрҙең, философтарҙың, тарихсыларҙың да ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәре барлығын раҫланы.
”Башҡорт халыҡ ижады” тупланмаһында ла эпик ҡомартҡыларыбыҙҙан төҙөлгән томдар донъя күреүен дауам итә. 2000 йылда тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр), шулай уҡ батырҙар тураһындағы сюжетһыҙ ҡобайырҙар индерелгән 5-се том (төҙөүсе Н.Т. Зарипов), 2002 йылда мөхәббәт тураһында дастандар һәм ҡиссалар тупланған 6-сы том (төҙөүселәр Н.Т. Зарипов, Ә.М. Сөләймәнов, Ғ.Б. Хөсәйенов, З.Я. Шәрипова), 2004 йылда башҡорт эпос ғилемендә бығаса иғтибарҙан ситтә торған яҙма ҡисса һәм дастандарҙан төҙөлгән 7-се том (төҙөүсе Ә.М. Сөләймәнов), 2006 йылда хронологик яҡтан да, тематика һәм йөкмәтке яғынан да бер-береһенән йыраҡ торған иртәктәр һәм эпик ҡобайырҙарҙан торған йыйылма 8-се том нәшер ителә. “Башҡорт халыҡ ижады” томдары күләмле инеш мәҡәләләр, аңлатмалар, һүҙлек менән байытылған. Был йыйынтыҡтар бөгөн башҡорт эпостарын киң даирәгә сығара, милләттең мәҙәни тарихында күренекле урын ала һәм уның алтын нигеҙен тәшкил итә.
Башҡорт эпостарын тәржемә итеү йүнәлешендә лә ярайһы уҡ эштәр башҡарылған. 2001 йылда Ә.М. Сөләймәнов татар телендә сыҡҡан “Башкорт иленнән күчтәнәч: дастанлар, әкиятләр, жырлар” китабына башҡорт халыҡ эпостарын әҙерләй. 2002 йылда А. Хөсәйенов «Урал батыр» эпосының үҙе прозаға һалған версияһын ”Ватандаш” журналының 12-се һанында рус телендә баҫтырып сығарҙы, 2004 йылда ул айырым китап булып донъя күрҙе, ошо уҡ вариант Германияла немец теленә тәржемә ителде. Башҡорт халҡының аҫыл ҡомартҡыһы булған “Урал батыр” эпосы 2005 йылда күренекле фольклорсы-ғалимә Ф.А. Нәҙершинаның проекты буйынса әҙерләнеп, башҡорт, рус, инглиз телдәрендә (рус телендә – Г.Г. Шафиҡов, инглиз телендә С.Г. Шафиҡов тәржемәһе) баҫылып сыға. 2005 йылда был эпос “Китап” нәшриәтендә лә башҡорт, рус, инглиз телдәрендә донъя күрҙе. Рус теленә – билдәле яҙыусы Ә.Х. Хәкимов, инглиз теленә З.Ә. Рәхимова тәржемә итте, Б.Т. Ғәлиев әҙәби яҡтан эшкәртте. Баш һүҙҙе, китапты баҫмаға әҙерләүсе фольклорсы-ғалим, филология фәндәре докторы Ә.М.Сөләймәнов яҙҙы.
2010 йылда Ф.А. Нәҙершина тарафынан әҙерләнеп башҡорт, рус, инглиз телдәрендә “Башҡорт халыҡ ҡобайыр-иртәктәре” китабы нәшер ителде. Был йыйынтыҡта боронғо башҡорт ата-бабаларының мифологик ҡараштары, төрлө дәүерҙәрҙең эҙҙәрен һаҡлаған ижтимағи, тормош-көнкүреш хәл-ваҡиғалары художестволы сағылыш тапҡан “Урал-батыр” (сәсмә версияһы), “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Ҡара юрға” ҡобайыр-иртәктәре урын алған.
2011 йылда иһә “Урал батыр” башҡорт эпосы Японияла Сакай Хироки тәржемәһендә япон телендә баҫылһа, 2013 йылда иһә “Урал батыр” өс китапта: башҡорт һәм рус (Ә. Хәкимов тәржемәһе), башҡорт һәм инглиз (З. Рәхимов тәржемәһе), башҡорт һәм француз (Р. Ғарипов тәржемәһе) телдәрендә донъя күрҙе. Был баҫма Мәскәүҙә уҙғарылған “Йылдың иң яҡшы китабы” Бөтә Рәсәй конкурсында “Классик нәфис әҙәбиәттең иң яҡшы баҫмаһы” номинацияһына лайыҡ булды.
2014 йылда Г.В. Юлдыбаева әҙерлегендә тәүге тапҡыр “Урал батыр” эпосының М. Буранғолов яҙып алған текстың факсимиль баҫмаһы сыға. 2017 йылда был эпос Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә башҡорт һәм рус телдәрендә йәнә донъя күрә. Китапта рус телендәге текст Ә.Х. Хәкимовтың тәржемәһендә бирелә.
2015 йылда яҡуттар “Донъя халыҡтары эпик мираҫы” проекты берҙәм эш инициативаһы тәҡдиме менән сыҡты. Әлеге көндә ошо проект буйынса ҡырғыҙҙарҙың – “Манас”, алтайҙарҙың – “Маадай Кара”, башҡорттарҙың “Урал батыр” эпостары яҡут телендә донъя күрҙе. Яҡуттарҙың “Нюргун Батыр Стремительный” эпосын башҡорт теленә тәржемә итеү өҫтөндә эш алып барыла.
2016 йылда иһә “Урал батыр” эпосы Р. Садиков тәржемәһендә Израилдә иврит телендә нәшер ителә.
Ғалим Ә.М. Сөләймәнов әҙерлегендә Төрөк республикаһында донъя күргән ике томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте антологияһы»нда, дүрт блоктан, утыҙ биш томдан торған «Төрөк донъяһының уртаҡ әҙәбиәттәре» тупланмаһы томдарында башҡорт халыҡ ижадының иң күренекле эпик жанрҙары ла үҙ урынын тапты. Был китаптар башҡорт халҡының эпик мираҫын ғилми даирәлә танытыуҙа, уның донъя кимәлендә өйрәнелеүендә етди аҙым булды.
«Урал батыр» эпосының күп тапҡыр башҡорт, рус, инглиз, немец, словак, төрөк телдәрендә баҫылып сығыуы уның киң ҡатлам уҡыусыларға билдәле булыуын дәлилләй. Киләсәктә эпосыбыҙ бөйөк көнсығыш телдәренә лә тәржемә ителеп, донъя күрһә, яҡшы булыр ине.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт эпостары бәләкәй китапсыҡтарҙа, компакт дискыларҙа донъя күрә башланы. 2005 йылда «Урал батыр» эпосы дүрт компакт дискыла ике телдә сығарылды һәм иле, тарихы, ере менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн оло бүләк булды. Идея авторы – Өфө дәүләт ҡурсаҡ театрының баш режиссеры Г. Вәлитова. Эпосты башҡорт телендә Башҡортостандың халыҡ артисы Ә. Абушахманов, рус телендә А. Донгузов уҡый. Фәнни консультанттары – Ә. Сөләймәнов менән Ф. Әлибаева.
Шулай итеп, XXI быуат башына башҡорт эпос ғилеменә ҡағылышлы байтаҡ ҡына эштәр башҡарылған, әммә киләсәктә эшләйһе эштәр ҙә бихисап. “Урал батыр” эпик ҡомартҡыһын һәм башҡа рухи ижадты ЮНЕСКО һағы аҫтына алыу, уларҙы төрлө яҡлап өйрәнеү, пропагандалау эшен йәнләндереп, әүҙемләндереп дауам итеү бурысы ла бар.

Г.В. ЮЛДЫБАЕВА,

РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының

әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты.

Читайте нас: