Бөтә яңылыҡтар

Шыршы биҙәйбеҙ!

Шыршы
Беҙ бөгөн шыршы биҙәйбеҙ,
Яҡынлаша Яңы йыл.
Иң матурын кем биҙәй тип,
Ҡыш бабай ҙа таный ул.
Уйынсыҡтар бигерәк матур!
Яңылар өҫтәп алдыҡ.
Шыршыҡайҙың олонона
Аҡ мамыҡ урап һалдыҡ.
Һәр йыл һайын беҙгә тиеп,
Ҡыш бабай бүләк һала.
Тәртипле,бөхтә, аҡыллы
Булһын, ти, ул һәр бала.
Наилә ХӘМБӘЛИЕВА, Учалы районының Яңы Байрамғол ауылы.
Читайте нас: