Башҡорт теленә хас булған ике абстракт ҡылым формаһы
Башҡорт теле теорияһында һәм уҡытыу методикаһында ҡылым морфологияһы үҙенсәлекле, шуға ла ул айырыуса мөһим бер урынды алып тора. Уның менән бәйле төрлө мәсьәләләр башҡорт теленең тәүге грамматикаларында уҡ тасуирлана. Әммә авторҙың 2018 йылғы мәҡәләһендә
[1] иҫбат ителгәнсә, ул әсбаптарҙың авторҙары ҡылым формаларының төҙөлөшөнә семантика күҙлегенән ҡарап, айырым формаларҙың морфологик үҙенсәлектәренә тейешле кимәлдә иғтибар итмәгән. Был факт ғалимдарҙың барыһының да да дөрөҫ ҡарашта булмауын аңлатмай: тел ғилеме өсөн дә, уҡытыу методикаһы өсөн дә ул ҡараштарҙың икеһе лә мөһим. Ул ҡараштарҙың береһенең төплө тасуирланыуы икенсеһенән тулыһынса баш тартырға кәрәклеген аңлатмай
[2]. Ләкин шуға иғтибар итеү зарурҙыр: төрлө сәбәптәр арҡаһында, башҡорт тел ғилемендә һәм уны уҡытыу практикаһында морфологик ҡараш әлегә тулыһынса нығынмаған, ныҡлы урын алмаған. Һөҙөмтәлә, башҡорт теле туған, икенсе йәки сит тел рәүешендә уҡытылғанда, ул телгә хас ҡайһы бер мөһим үҙенсәлектәр, нескәлектәр аңлатылмай ҡала. Һөҙөмтәлә, уҡытыу барышында аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыуы мөмкин. Шуға ла ошо мәсьәләнең бығаса эшкәртелмәүен тел ғилеме һәм уҡытыу методикаһы өлкәләрендә етешһеҙлек тип ҡарарға була.
“Башҡорт теленең ҡылым формалары системаһы: морфологик күҙәтеү” мәҡәләһендә күрһәтелгәнсә, башҡорт ҡылымына түбәндәге морфологик формалар хас була
[3]:
Nomen actionis (исем ҡылым), мәҫ. алыу; Nomen agentis (ҡылыусы исем), мәҫ. алыусы; Infinitivus (уртаҡ ҡылым), мәҫ. алырға; Infinitivus modalis (мөнәсәбәтле уртаҡ ҡылым), мәҫ. алмаҡ; Nomen intentionis (ниәт исеме), мәҫ. алмаҡсы; Nomen modale I (беренсе модаль исем), мәҫ. алаһы; Nomen modale II (икенсе модаль исем), мәҫ. алғы; Participium perfecti (үткән заман сифат ҡылымы), мәҫ. алған; Participium imperfecti (хәҙерге заман сифат ҡылымы), мәҫ. ала торған; Participium futuri I (беренсе киләсәк заман сифат ҡылымы), мәҫ. алыр; Participium futuri II (икенсе йәки ҡәтғи киләсәк заман сифат ҡылымы), мәҫ. аласаҡ; Gerundium I (хәл ҡылымдың беренсе формаһы), мәҫ. алып; Gerundium II (хәл ҡылымдың икенсе формаһы), мәҫ. алғас; Gerundium III (хәл ҡылымдың өсөнсө формаһы), мәҫ. алғанса; Gerundium IV (хәл ҡылымдың дүртенсе формаһы), мәҫ. алғансы; Gerundium V (хәл ҡылымдың бишенсе формаһы), мәҫ. ала; Optativus-imperativus (теләк-бойороҡ һөйкәлеше), мәҫ. алайым, ал, алһын; Conditionalis (шарт һөйкәлеше), мәҫ. алһам, алһаң, алһа; Perfectum I (беренсе үткән заман), мәҫ. алдым, алдың, алды; Perfectum II (икенсе үткән заман), мәҫ. алғайным, алғайның, алғайны; Praesens (хәҙерге заман), мәҫ. алам(ын), алаһың, ала. Әйтергә кәрәк, ала торған конструкцияһы “морфологик формалар” иҫәбенә шартлы рәүештә генә индерелде. Беренсенән, ул “форма” нигеҙендә (башҡа сифат ҡылымдар нигеҙендәге кеүек үк) аналитик конструкциялар төҙөлә. Икенсенән, башҡа төрки телдәрҙә ул аналитик форма нигеҙендә синтетик форма барлыҡҡа килеп өлгөргән (ҡаҙ. алатын, жүретін, іздейтін, үзб. keladigan, oladigan).
Бынан тыш, авторҙың фекеренсә, был классификацияға тағы ла бер нисә үҙгәреште индереү зарур. Был мәҡәләлә һүҙ башҡорт теленә хас ике үҙенсәлекле ҡылым формаһы тураһында барыр. Икеһе лә абстракт мәғәнәле
-лыҡ ялғауы ярҙамында яһалғанлыҡтан, уларҙы
nomina abstracta (абстракт исемдәр, берлектә
nomen abstractum) тип атарға була. Был мәҡәләлә үткән заман сифат ҡылымынан яһалған абстракт форма
[4] nomen abstractum I (беренсе абстракт исем) тип, беренсе киләсәк заман сифат ҡылымы нигеҙендә яһалғаны
[5] иһә –
nomen abstractum II (икенсе абстракт исем) тип атала. Ошо ике форманың элекке грамматикаларҙа нисек тасуирланғаны, шулай уҡ морфологик үҙенсәлектәре һәм хәҙерге телдәге статусы ла анализлана.
Nomen abstractum I (беренсе абстракт исем) – ҡылым тамырынан ике компонентлы -ғанлыҡ форманты ярҙамында яһалған форма. Элекке грамматикаларҙа (мәҫ. Н. Дмитриев йәки Ә. Юлдашев хеҙмәттәрендә) был форманың башҡорт телендә булыуы иҫәпкә алынһа ла, уға айырым атама бирелмәгән. Үрҙә аталған хеҙмәттәрҙә шулай уҡ морфологик үҙенсәлектәре тураһында етерлек мәғлүмәт юҡ, йәғни был үҙенсәлектәр хаҡында тик бер нисә миҫалдан (контекстан) сығып ҡына фараз итергә була. Шуға автор беренсе абстракт исемдең мөмкин тиклем тулы тасуирламаһын бирергә тырыша.
Фономорфология үҙенсәлектәренә килгәндә, беренсе абстракт исемдең ялғауының ике генә фонетик варианты (алломорфы) бар: -ғанлыҡ, -гәнлек. Лабиаль (иренле) һуҙынҡылар гармонияһы был ялғауға хас түгел, сөнки тәүге компонентында киң һуҙынҡы бар (а,ә).
Ҡайһы бер элекке грамматикаларҙың авторҙары был форманы
-ған ялғаулы үткән заман сифат ҡылымының “варианты” (Юлдашев), йәки “киң ҡулланылған формаһы” (Дмитриев) итеп ҡарай. Башҡа хеҙмәттәрҙә иһә (мәҫ. Н. Поппеның
Bashkir Manual китабы йәки М. Зәйнуллиндың 2005 йылғы дәреслеге) был форма бөтөнләй иҫәпкә алынмай. Моғайын, беренсе абстракт исемде үткән заман сифат ҡылымының “варианты” рәүешендә ҡабул итеү уның семантикаһы менән бәйлелер: ул форма төрлө контекстарҙа тап үткән заман сифат ҡылымы менән алмаштырыла ала. Бындай үҙгәрештең һөйләм семантикаһына тәьҫире әҙ
[6], һөйләмдең мәғәнәһе үҙгәрмәйенсә, уның абстрактлыҡ дәрәжәһе, модаллеге генә үҙгәртелә.
Морфология күҙлегенән ҡарағанда, -ғанлыҡ ялғаулы форманы -ған ялғаулы форманың “варианты” итеп ҡарау бөтөнләй нигеҙһеҙ. Ысынлап та, -лыҡ ялғауы, ғәҙәттәгесә, һүҙ йәки форманың мәғәнәһен тулыһынса үҙгәртә: ҡартлыҡ һүҙе ҡарт һүҙенең варианты итеп ҡаралмай. Нилектән тигән һорау алмашы формаһы булыуына ҡарамаҫтан, ни алмашының нилек “варианты” булыуы башҡорт телселәре тарафынан раҫланмай. Тимәк, беренсе абстракт исемде лә ҡылымдың айырым морфологик формаһы итеп ҡарау зарур.
Бик сикле рәүештә булһа ла, беренсе абстракт исем килеш менән үҙгәрә ала. Килеш формаларының иң киң ҡулланылғаны –
ablativus causae, йәғни сәбәпте аңлатҡан сығанаҡ килеш:
алғанлыҡтан, килгәнлектән. Бынан тыш, Н. Дмитриев һәм Ә. Юлдашев килтергән миҫалдарҙан күренеүенсә, ул абстракт исемдең башҡа килеш формалары ла бар
[7]:
Шулай уҡ, ошо миҫалдарҙан күренеүенсә, беренсе абстракт исемдең төп формаһынан башҡа изафет формаһы ла бар. Ж. Кейекбаев иҫбатлауынса, изафет ялғауының төп мәғәнәһе – билдәлелекте белдереү, бынан тыш ул өсөнсө эйәлек затын да аңлата ала. Nomen abstractum I формаһының тулы үҙгәреү парадигмаһы түбәндәге йәҙүәлдә килтерелә:
Быларҙан тыш, беренсе абстракт исемдең
эйәлек заты формаларының да булыуын иҫәпкә алырға кәрәк. Был формалар фольклор текстарында һәм йәнле һөйләү телендә ҡулланылырға мөмкин. Шулай ҙа, автор фекеренсә, уларҙың нигеҙендә тулы парадигманы булдырып булмай. Формаларҙың күбеһе теоретик рәүештә барлыҡҡа килһә лә, улар текстарҙа осрамаҫҡа мөмкин. “Башҡорт халыҡ ижады” фольклор йыйынтығынан бер миҫал:
Хәҙер белдеңме инде үҙеңдең ҡурҡҡанлығыңды?[8]Был формаға, үткән заман сифат ҡылымы кеүек үк,
-ма ялғаулы синтетик юҡлыҡ хас:
уның килмәгәнлеге, ул килмәгәнлектән. Юҡлыҡты булдырыу өсөн беренсе абстракт исем
түгел киҫәксәһен талап итмәй
[9].
Семантик үҙенсәлектәренә килгәндә, беренсе абстракт исемдең төп мәғәнәһен шулай тип аңлатырға була: “үткәндә ниҙер эшләү факты”. “Факт” мәғәнәһе был осраҡта тап -лыҡ ялғауы аша бирелә, тип фараз итергә мөмкин. Шулай итеп, был ҡылым формаһы үҙенең мәғәнәһе менән исемгә яҡынлашып килә.
Синтаксик функцияларына килгәндә, был форма һөйләмдә түбәндәге ролдәрҙе башҡара ала: эйә
[10], эйәрсән һөйләмдең хәбәре, сәбәп хәле
[11], тура тултырыусы
[12]. Мостай Кәрим повестарында был форма ике мәртәбә, эйәрсән һөйләмдең хәбәре функцияһында, ҡулланыла:
Оҙаҡ ваҡыттарға больница биналарына ябылғанлыҡтан, беҙҙең үҙ мөхитебеҙ, үҙ тормошобоҙ, үҙ мәшәҡәттәребеҙ барлыҡҡа килә. (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)[13] Шуны ла әйтергә кәрәк: көсө йәки буйы етмәгәнлектән, кәрлә әҙәм атҡа ҡарата үртәнсек, ҡанһыҙ була. (“Ярлыҡау”)[14] Икенсе миҫалды, һис шикһеҙ, ҡушма һөйләм тип ҡарарға була. Ә беренсеһе, авторҙың фекеренсә, айырым иғтибарға лайыҡ, сөнки уның эйәрсән өлөшөнөң (оҙаҡ ваҡыттарға больница биналарына ябылғанлыҡтан) аныҡ, йәғни лексик сара аша еткерелгән, эйәһе юҡ. Шулай ҙа, ябылғанлыҡтан формаһы аша бирелгән ғәмәлде постпозитив баш һөйләмдең субъекты (үҙ мөхитебеҙ, үҙ тормошобоҙ, үҙ мәшәҡәттәребеҙ) башҡармағаны асыҡ: контекстан сығып, эйәрсән һөйләмгә беҙ тигән эйәне өҫтәргә мөмкин. Ысынлап та, шул уҡ һөйләмде түбәндәгесә лә яҙырға була: Беҙ оҙаҡ ваҡыттарға больница биналарына ябылғанлыҡтан, беҙҙең үҙ мөхитебеҙ, үҙ тормошобоҙ, үҙ мәшәҡәттәребеҙ барлыҡҡа килде, йә иһә: Беҙҙең үҙ мөхитебеҙ, үҙ тормошобоҙ, үҙ мәшәҡәттәребеҙ барлыҡҡа килде, сөнки беҙ оҙаҡ ваҡыттарға больница биналарына ябылдыҡ. Һуңғы һөйләмдән күренеүенсә, үҙ эсенә беренсе абстракт исеменең аблатив (сығанаҡ килеш) формаһын алған препозитив эйәрсән һөйләмде постпозитив хәлгә килтерер өсөн, сөнки бәйләнешен һәм абстракт исем урынына ҡылымдың затлы формаһын ҡулланыу зарур.
Башҡа телдәргә был форманы, контекст үҙенсәлектәренән сығып, төрлөсә тәржемә итергә мөмкин. Быныһы Nomen abstractum I формаһының сығанаҡ килеше миҫалында айырыуса асыҡ күренә. Ошо абстракт форма, башҡорт телендәге кеүек үк, ҡаҙаҡ һәм татар телдәрендә лә ҡулланылышта йөрөй, мәҫ. ҡаҙ. келгендіктен, өскендіктен. Әммә, шул уҡ форманы (беренсе абстракт исеменең сығанаҡ килешен) төрөк теленә тәржемә итер булһаҡ, -dık ялғаулы исем ҡылым формаһын һәм için (өсөн) бәйләүесен ҡулланабыҙ: olduğu için (булғаны өсөн, булғанлыҡтан, булғанлығынан), uçmadığı için (осмағаны өсөн, осмағанлыҡтан, осмағанлығынан). Поляк теленә тәржемә иткән хәлдә, постпозитив хәлдәге эйәрсән һөйләмде bowiem, ponieważ, dlatego że бәйләүестәре ярҙамында индерергә тейеш булабыҙ. Инглизсәгә иһә был форма due to (the fact of) + Gerund (ҡылымдың -ing формаһы), because of + Gerund тигән һүҙбәйләнеш менән, йә булмаһа since/because бәйләүестәре менән индерелгән эйәрсән һөйләм ярҙамында тәржемә ителә.
М. Усманованың фекеренсә, был форма әҙәби текстарҙа, диктор телмәрендә артыҡ йыш ҡулланыла, уны, мөмкин булғанса, башҡа формалар менән алмаштырырға кәрәк. Автор, был фекер менән тулыһынса килешмәүенә ҡарамаҫтан, уның йәнле һөйләү телмәрендә ниндәйҙер кимәлдә кәрәктән тыш ҡулланылыуы менән ризалаша. Был форма, йәнле һөйләү телмәрендә һирәк ҡулланылғанға, башҡорт теленең “канцелярия стиленә” ҡарай, тип ҡабул итергә була.
Nomen abstractum II (икенсе абстракт исем) – ҡылым тамырынан ике компонентлы -ырлыҡ форманты ярҙамында яһалған форма. Беренсе абстракт исем хаҡында әйтелгәне был формаға ла ҡағыла: элекке башҡорт грамматикаларында (мәҫ. Н. Дмитриев йәки Ә. Юлдашев хеҙмәттәрендә) был форманың башҡорт телендә булыуы иҫәпкә алынһа ла, уға айырым исем бирелмәй ҡала. Морфологик үҙенсәлектәре хаҡында ла тик бер нисә миҫалдан (контексттан) сығып фараз итергә була. Морфология күҙлегенән ҡарағанда, -ырлыҡ ялғаулы форманы -ыр ялғаулы форманың “варианты” итеп ҡарау шулай уҡ бөтөнләй нигеҙһеҙ; үрҙә килтерелгән дәлил икенсе абстракт исемгә лә ҡағыла.
Фономорфология үҙенсәлектәренә килгәндә, беренсе абстракт исем ялғауының түбәндәге фонетик варианттары (алломорфтары) бар: -рлыҡ, -рлек, -рлоҡ, -рлөк, -ырлыҡ, -ерлек, -орлоҡ, -өрлөк. Күренеүенсә, был ялғауға һуҙынҡыларҙың танау гармонияһы ла, лабиаль (иренле) гармонияһы ла хас, сөнки киң һуҙынҡылар (а, ә) уның бер компонентында ла юҡ.
Ҡайһы бер авторҙар был форманы -р ялғаулы киләсәк заман сифат ҡылымының “варианты” (Ә. Юлдашев), йәки “абстрактлыраҡ варианты” (Н. Дмитриев) итеп ҡарай. Башҡа хеҙмәттәрҙә иһә (мәҫ. Н. Поппеның Bashkir Manual китабы йәки М. Зәйнуллиндың 2005 йылғы дәреслеге) ул бөтөнләй иҫәпкә алынмай. Бынан тыш, 1981 йылғы грамматикала был форма “сифатлашҡан сифат ҡылым” (урыҫ. причастие-прилагательное) тигән термин менән атала. Был термин менән мәҡәләнең авторы тулыһынса килешмәй. Шулай ҙа, беренсе абстракт исемдән айырмалы рәүештә, икенсе абстракт исем мәғәнә яғынан тап сифатҡа яҡынлаша. Ысынлап та, алырлыҡ һүҙе “ала алған” йә булмаһа “алыуға лайыҡ, алырға лайыҡлы” тигәнде аңлата; килерлек тигәнен икенсе төрлө “килә алған” йә иһә “килергә лайыҡлы, килеүгә лайыҡ” тип әйтергә була. Сама мәғәнәһен сағылдырған тиерлек һүҙе лә, морфология күҙлегенән ҡарағанда, ти- ҡылым тамырынан яһалған икенсе абстракт исем була.
Был формаға, -р ялғаулы киләсәк заман сифат ҡылымы кеүек үк, -ма-ҫ‑, -мә-ҫ- ялғаулы синтетик юҡлыҡ хас: алмаҫлыҡ, килмәҫлек. Ул форманттың, беренсе компонентында киң һуҙынҡы булғанлыҡтан, лабиаль алломорфтары юҡ.
Сифат менән яҡынлашып килгәнлектән, был форма, ҡайһы бер специфик контекстарҙан башҡа, килеш менән үҙгәрмәй. Айырым контекстарҙа был абстракт исемдең изафет формаһы ҡулланылырға мөмкин: Ошо ике сараның береһенә генә килерлек, икенсеһенә иһә килмәҫлек, тип уйлайым. Килерлеге киске сәғәт етелә башлана.
Беренсе абстракт исем кеүек үк, nomen abstractum II бер нисә синтаксик функцияла ҡулланыла ала. Һөйләмдең эйәһе була алмаһа ла, уға хәбәр, аныҡлаусы йә хәл функциялары хас. М. Кәрим повестарынан алынған ошо һөйләмдәрҙә nomen abstractum II хәбәр функцияһын үтәй:
Аттары ҡара күбеккә батҡан, хатта төҫтәрен дә айырырлыҡ түгел. (“Ауыл адвокаттары”) [15] Уларҙы үҫеп ултырған ысын ағастарҙан айырып та алырлыҡ түгел. (“Беҙҙең өйҙөң йәме”)[16] Быныһы инде бөтөнләй башҡа һыйырлыҡ түгел ине. (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)[17] Күренеүенсә, үрҙә килтерелгән өс миҫалдың икеһе – эйәһеҙ һөйләмдәр. Логик субъект (ғәмәлдең фактик башҡарыусыһы) һөйләмдә сағылмай: төҫтәрен айырырлыҡ түгел – төҫтәрен айырып булмай, төҫтәре айырылмай; уларҙы айырып алырлыҡ түгел – уларҙы айырып булмай, улар айырылмай. Өсөнсө миҫалда иһә беҙ икенсе абстракт исемдең идиоматик һүҙбәйләнештә (фразеологик берәмектә) ҡулланылғанын күрәбеҙ: башҡа һыйырлыҡ түгел – аңламаҫлыҡ.
Әгәр икенсе абстракт исем үҙенән һуң килгән исемде аныҡлаһа, ул һөйләмдә сифат ролен башҡара, тип ҡабул итергә була. М. Кәрим повестарынан быға түбәндәге миҫалдарҙы килтерергә мөмкин:
Мин (...) Лёня Уточкинды аңларлыҡ, хатта ҡыҙғанырлыҡ хәлдәмен. (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)[18] Һай-һай, ағай, батша итеп ҡуйырлыҡ кеше икәнһең. (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)[19] Бында уны хәүефтәрҙән һаҡларлыҡ бер нәмә лә юҡ. (“Ярлыҡау”)[20] Әгәр сыҙарлыҡ хәлең ҡалмаһа, миңә әйт. (“Ярлыҡау”)[21] Ундай уй уйларлыҡ йәштә түгел ине әле. (“Ауыл адвокаттары”) Бынан тыш, “Өс таған” повесындағы бер һөйләмдә шул уҡ форманан һуң
итеп формаһындағы ярҙамсы ҡылым килә, тотош конструкция иһә рәүеш хәле функцияһын башҡара:
Ҡарышырға урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп, Айҙар һеңлеһенә бойороҡ бирҙе[22].Күренеүенсә, беренсе абстракт исем менән сағыштырғанда, икенсе абстракт исем текстарҙа йышыраҡ ҡулланыла. Уны башҡа телдәргә тәржемә итеү юлдары ла күп төрлө:
Nomen abstractum II ҡулланылған идиомаларҙы башҡа телдәге фразеологик берәмектәр менән тәржемә итә алабыҙ: быныһы башҡа һыйырлыҡ түгел – пол. to się w głowie nie mieś Яҡын мәғәнәле конструкцияны, контексҡа ҡарап, лайыҡ, лайыҡлы мәғәнәле һүҙ менән (йәғни ингл. worth, пол. wart һ.б.) йәки мөмкинлекте / мөмкин булмағанлыҡты аңлатҡан модаль һүҙ менән индерергә була: Уларҙы үҫеп ултырған ысын ағастарҙан айырып та алырлыҡ түгел – ингл. Now no one can even tell these trees from real, long-growing ones. Башҡа юлдар контексҡа тап килмәгән хәлдә, тасуири конструкцияны ҡулланырға ҡала: Ҡарышырға урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп, Айҙар һеңлеһенә бойороҡ бирҙе – пол. W sposób, nie pozwalający na żadne sprzeczki, Ajdar dał siostrze rozkaz. Беренсе абстракт исемдән айырмалы рәүештә, икенсе абстракт исем канцелярия стиленә ҡарамай, шуның өсөн дә йәнле һөйләүҙә һәм дикторҙар телмәрендә йышыраҡ күҙәтелә.
Был мәҡәләлә башҡорт теленә хас булған үҙенсәлекле, абстракт мәғәнәле ике форма тасуирланды. Икеһе лә ике компонентлы форманттар ярҙамында яһала. Ике форманттың эсенә лә абстракт мәғәнәне сағылдырған -лыҡ ялғауы инә, шуның өсөн дә улар беренсе һәм икенсе абстракт исем тип аталды. Ошо формаларҙың бер-береһенән морфонология күҙлегенән дә, мәғәнә яғынан да, үҙгәреш күҙлегенән дә айырылып торғанлығы иҫбатланды. Бынан тыш, мәҡәләлә ул формаларҙың ҡулланылыу даирәләре сағыштырылды, шулай уҡ һөйләмдәге функциялары ла билдәләнде. Бының өсөн Мостай Кәримдең биш повесындағы һөйләмдәрҙән миҫалдар анализланды. Һөҙөмтәлә, абстракт исемдәрҙең икеһе лә төрлө синтаксик функциялар үтәй торған шарттар билдәләнде. Һис шикһеҙ, был тасуирлама -лыҡ ялғаулы ике ҡылым формаһының айырым булыуын иҫбатлай (бығаса улар башҡа формаларҙың варианттары тип кенә ҡарала ине). Мәҡәләнең авторы был тасуирлама башҡорт телен туған тел, шулай уҡ икенсе йәки сит тел итеп уҡытыу процесында ярҙам итер, тигән өмөттә ҡала.
Башҡорт телендәге ҡылым формаларының төҙәтелгән һәм тулыландырылған морфологик классификацияһы
Авторҙың элекке мәҡәләһе менән сағыштырғанда, башҡорт теленә хас булған ҡылым формалары классификацияһына түбәндәге үҙгәрештәр индерелде:
Ала торған конструкцияһы, үҙ аллы ҡуллана алырлыҡ ике айырым форманан торғанлыҡтан, классификациянан алынды; Классификацияға ике абстракт исем өҫтәлде; Формаларҙың барыһы ла, башҡортса атамаларҙан башҡа, латин терминдары менән дә аталды. Ошо үҙгәрештәр индерелгәндән һуң, башҡорт ҡылым формаларының классификацияһы түбәндәге 22 форманан тора:
Nomen actionis (исем ҡылым), мәҫ. алыу; Nomen agentis (ҡылыусы исеме), мәҫ. алыусы; Infinitivus (уртаҡ ҡылым), мәҫ. алырға; Infinitivus modalis (мөнәсәбәтле уртаҡ ҡылым), мәҫ. алмаҡ; Nomen intentionis (ниәт исеме), мәҫ. алмаҡсы; Nomen modale I (беренсе модаль исем), мәҫ. алаһы; Nomen modale II (икенсе модаль исем), мәҫ. алғы; Nomen abstractum I (беренсе модаль исем), мәҫ. алғанлыҡ; Nomen abstractum II (икенсе модаль исем), мәҫ. алырлыҡ; Participium perfecti (үткән заман сифат ҡылымы), мәҫ. алған; Participium futuri I (беренсе киләсәк заман сифат ҡылымы), мәҫ. алыр; Participium futuri II (икенсе йәки ҡәтғи киләсәк заман сифат ҡылымы), мәҫ. аласаҡ; Gerundium I (хәл ҡылымдың беренсе формаһы), мәҫ. алып; Gerundium II (хәл ҡылымдың икенсе формаһы), мәҫ. алғас; Gerundium III (хәл ҡылымдың өсөнсө формаһы), мәҫ. алғанса; Gerundium IV (хәл ҡылымдың дүртенсе формаһы), мәҫ. алғансы; Gerundium V (хәл ҡылымдың бишенсе формаһы), мәҫ. ала; Optativus-imperativus (теләк-бойороҡ һөйкәлеше), мәҫ. алайым, ал, алһын; Conditionalis (шарт һөйкәлеше), мәҫ. алһам, алһаң, алһа; Perfectum I (беренсе үткән заман), мәҫ. алдым, алдың, алды; Perfectum II (икенсе үткән заман), мәҫ. алғайным, алғайның, алғайны; Praesens (хәҙерге заман), мәҫ. алам(ын), алаһың, ала. Бынан тыш, шуны ла әйтергә кәрәк: хәл ҡылымдың (лат. gerundium йәки converbum) биш формаһын тап үрҙәгесә номерлау грамматикала шартлы рәүештә ҡабул ителде. Хәл ҡылымдарға ҡарата башҡа терминдарҙы ла ҡулланырға мөмкин:
Хәл ҡылымдың 1-се формаһын gerundium imperfecti (имперфект хәл ҡылымы) тип атарға була, сөнки ул тасуирлаған ғәмәл һөйләмдең хәбәре тарафынан тасуирланғаны менән шул уҡ ваҡытта (мәҫ. Сәй эсеп, ял итәм), йә булмаһа хәбәр белдергән эш-хәрәкәт бөткәс үк (Сәй эсеп тә, ял итеп тә өлгөрҙө) урын ала. Хәл ҡылымдың 2-се формаһын gerundium perfecti (перфект хәл ҡылымы, йәки үткән ғәмәлдең хәл ҡылымы) тип атап була, сөнки ул һөйләмдәге төп ғәмәлгә тиклемге эш-хәрәкәтте тасуирлай (Сәй эскәс, һөйләшеп алайыҡ). Хәл ҡылымдың 3-сө һәм 4-се формалары айырым контекстарҙа бер-береһенең урынында ҡулланыла ала. 3-сө форманың төп мәғәнәһе модаль (рәүеш менән бәйле, мәҫ. Беҙ тигәнсә килеп сыҡты), 4-се форманың төп мәғәнәһе иһә темпораль (ваҡыт менән бәйле: Ул киткәнсе, мин яҙып бөтөрөп тә өлгөрҙөм) тип ҡабул итергә була. Шулай итеп, 3-сө форманы gerundium modale, ә 4-сеһен gerundium temporale тип атарға мөмкин. Хәл ҡылымдың 5-се формаһының үҙенсәлеге шунда: ул, редупликацияға дусар булып, йыш ҡабатлана торған ғәмәлде тасуирлай ала (Әлфиә, миңә ҡарай-ҡарай, үтеп китте). Шуға ла уны gerundium frequentativum (ҡабатланған ғәмәлдең хәл ҡылымы) тип атау урынлы. Әлбиттә, үрҙә тәҡдим ителгән терминдар ҙа ниндәйҙер кимәлдә шартлы, тип әйтергә була. Шулай ҙа, авторҙың фекеренсә, хәл ҡылымдарҙы номерҙар менән түгел, ә мәғәнәле исемдәр менән атау дөрөҫөрәктер.
В.В. ЧЕРНЕВ, Варшава университеты шәрҡиәт факультетының PhD-докторанты, Польша Республикаһы.
[1] В. В. Чернев. Башҡорт теленең ҡылым формалары системаһы: морфологик күҙәтеү // Башҡортостан уҡытыусыһы. №9, 2018, 19 – 26 бб. [2] Авторҙың үрҙә аталған мәҡәләһендә килтерелгән миҫалды иҫкә алайыҡ: бер яҡтан, инглиз телендә 12 йәки 16 tense forms (“заман формаһы”) булһа, икенсе яҡтан, ул замандарҙың барыһы ла ҡылымдың биш кенә морфологик формаһы нигеҙендә төҙөлгән. Башҡорт телендә лә семантик “замандар” һәм морфологик формалар һаны бер-береһенә тап килмәй. [3] Теге йәки был формаларҙың төҙөлөшөн, шулай уҡ морфологик форма статусын иҫбатлаған дәлилдәрҙе был мәҡәләлә ҡабатлау урынһыҙ. Был хаҡта ентекле, тулы мәғлүмәт өсөн автор үрҙә аталған мәҡәләне уҡып сығырға тәҡдим итә. [4] Мәҫ. алғанлыҡ, килгәнлек [5] Мәҫ. алырлыҡ, килерлек [6] Сағыштырығыҙ: Улар килгәнлектән, дәрес үткәреүҙән баш тартырға мәжбүр булдым. – Улар килеү сәбәпле (килгән өсөн), дәрес үткәреүҙән баш тартырға мәжбүр булдым. [7] Әлбиттә, ошо форма сикле контекстарҙа ғына ҡулланылғанлыҡтан, килеш формаларының барыһы ла телдә йыш осрамай. Быныһы төп килешкә лә ҡағыла (килгәнлек формаһының ҡулланылыу даирәһе тар) [8] Башҡорт халыҡ ижады. 8-се том: эпос, иртәктәр һәм эпик ҡобайырҙар. Өфө: Китап, 2006, 115-се бит. [9] Был төр формалар контекст шарттарында бер-береһенә ҡаршы ҡуйылған осраҡта, түгел киҫәксәһе ҡулланыла ала: килгәнлектән түгел, осҡанлыҡтандыр. [10] Изафет, төп килеш. Мәҫ. Егеттең килгәнлеге миңә дауам итергә этәргес бирҙе. [11] Изафет, төбәү килеш. Мәҫ. Килеп еткәнлегенә барыбыҙ ҙа ҡыуанып киттек. Был осраҡта уны ситләтелгән тултырыусы тип тә ҡарарға мөмкин. [12] Изафет, төшөм килеш. Мәҫ. Эш сәфәренә осҡанлығын күптән белһәк тә, ышанып бөтә алманыҡ. [13] Кәрим, М. Әҫәрҙәр (биш томда). 3-сө том: пьесалар, повестар, хикәйәләр. Өфө: Китап, 1997, – 407-се бит. [14] Кәрим, М. Әҫәрҙәр (биш томда). 4-се том: повестар, хикәйәләр, хәтирәләр. Өфө: Китап, 1998, – 18-се бит. [15] Кәрим, М. Әҫәрҙәр (биш томда). 4-се том: повестар, хикәйәләр, хәтирәләр. Өфө: Китап, 1998. – 203-сө б. [18] М. Кәрим. Әҫәрҙәр. 3-сө том, 424-се б. [20] М. Кәрим. Әҫәрҙәр. 4-се том, 40-сы б. [22] М. Кәрим. Әҫәрҙәр. 3-сө том, 163-сө б.