"Йыл уҡытыусыһы -2020" конкурсына әҙерлек
Оҫталыҡ дәресен нисек үткәрергә?
Һәр уҡытыусының үҙенең дәрестә ҡулланған алымдары, технологиялары һәм яратып башҡарған эш төрҙәре була. Был эштәр, һис шикһеҙ, уҡыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ итергә тейеш. Оҫталыҡ дәресендә уҡытыусы тупланған тәжрибәһе менән уртаҡлаша, оҙаҡ йылдар уңышлы ҡулланған алымдарын, методтарын коллегаларына уларға аңлайышлы итеп төшөндөрә.
Оҫталыҡ дәресе үткәрер өсөн нимә кәрәк? Әлбиттә, иң тәүҙә идея тыуа. Мәҫәлән, дәресте нисек ҡыҙыҡлы итеп башлап ебәрергә мөмкин? Артабан тема уйланыла. Ул ябай, шул уҡ ваҡытта эффектлы булырға тейеш. Мәҫәлән, “Дәрестең үҙенсәлекле башланыуы”, “Дәресте ойоштороуҙың эффектив алымдары һәм юлдары”, “Башы юҡтың аҙағы юҡ” һәм башҡалар.
Ошонан һун маҡсат билдәләнә, мәҫәлән, “Дәресте төрлө ҡыҙыҡлы һәм эффектив алымдар менән ойоштороу аша балаларҙа белем алыуға мотивация булдырыу”. Оҫталыҡ дәресен ни өсөн һәм ниндәй маҡсат менән үткәреүебеҙҙе күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эшмәкәрлегебеҙҙең иң үҙенсәлекле моменттарын күрһәтеп өлгөрөргә тейешбеҙ. Маҡсаттан сығып, бурыстар ҡуйыла. Оҫталыҡ дәресендә маҡсатты экранда күрһәтеү мотлаҡ, сөнки ул маҡсатта һинең педагогик эшеңдең төп идеяһы асыҡ күренеп тора. Бурыстарҙы экранда күрһәтмәйенсә, һүҙ менән генә әйтеп китергә лә мөмкин. Шулай уҡ ҡулланған технологияларҙың, алымдарҙың методологик нигеҙләнешен, актуаллеген, әһәмиәтен билдәләргә кәрәк.
Тәүҙә оҫталыҡ дәресенең планы төҙөлә: нимә күрһәтәһең, нимәләр тураһында һөйләйһең, фокус төркөм ни менән шөғөлләнәсәк, улар йәки аудитория менән ниндәй эштәр башҡараһың, һорауҙар, эш төрҙәре – барыһы ла алдан билдәләнә.
Презентацияға ла иғтибар бүлергә кәрәк: оҫталыҡ дәресе ваҡытында ул һеҙгә ярҙам булып торасаҡ. Презентацияла төп тезистарҙы, күрһәтергә теләгән идеяларҙы сағылдырабыҙ, биҙәлешенә, шрифтарына, уларҙың үлсәмдәренә лә иғтибар итәбеҙ. Шрифт 24-тән дә кәм булырға тейеш түгел. Оҫталыҡ дәресе аҙағында ҡатнашыусыларға һорауҙар бирелә, рефлексия үткәрелә. Һорауҙарҙы экранға сығарыу отошло була.
Бөгөнгө оҫталыҡ класымдың төп идеяһы – ҡайһы бер технология һәм алымдарҙың элементтарын дәрестең төрлө этаптарында практик яҡтан отошло ҡулланыу.
Белем биреү системаһында эшләй башлаған көндәрҙән үк алдыма шундай һорауҙар ҡуйҙым:
– Методик яҡтан дәресте нисек дөрөҫ ойошторорға?
– Уҡыусыларҙа предметҡа ҡарата нисек ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уятырға?
– Уҡыусыларҙың белем кимәлен, өлгәште нисек үҫтерергә?
Мин төрлө өлкәлә дәрестәрҙе уҡытыу методы һәм технологияларын өйрәнә башланым.
Үҙемдең инновацион эш тәжрибәмде, тикшереү алымымды түбәндәге темаға ярашлы ҡорҙом: “Башҡорт телен уҡытыуҙа яңы информацион һәм инновацион технологиялар элементтарын практик ҡулланыу” Маҡсатым: Төрлө метод, алым, системаларҙың, информацион технологияларҙың үҙенсәлектәрен билдәләп, уларҙың элементтарын ҡулланып, башҡорт теле дәрестәрен методик яҡтан дөрөҫ ойоштороу. Төп бурыстар: ысынбарлыҡты танып белеүҙә фәнни ҡараштан сығып эш итеүсе шәхес тәрбиәләү; үҫеп килеүсе быуынға тел һәм әҙәбиәт фәненең нигеҙен өйрәтеү, төплө белем биреү, уларҙы практикала ҡуллана белеү күнекмәләрен тәрбиәләү һәм үҫтереү; телдең үҫешен, төрлө информацион технологиялар, методтар һәм алымдарға таянып, уҡыусыларҙың үҙ асыштары аша өйрәтеү. Нигеҙләнеше. ХХ быуаттың 70-се йылдарында уҡ күп ғалимдар, уҡытыусы-новаторҙар дәрестәрҙе методик яҡтан дөрөҫ ойоштороп ҡына уҡыусыларға төплө белем биреп булыуы хаҡында әйтте. Шул замандарҙа уҡ проблемалы, дифференциаль уҡытыу методтары, терәк конспекттар ҡулланыу алымдары күптәр тарафынан яҡлау тапты. М.И. Мәхмүтовтың “Заманса дәрес һәм уны ойоштороу юлдары” (1975 й.), “Проблемалы уҡытыу” (1968 й.), Ю.К. Бабанскийҙың “Уҡытыу процесын нисек оптимилләштереү” (1978 й.), М. Портновтың “Дәресте анализлау” (1974 й.) хеҙмәттәре быға асыҡ миҫал булып тора.
Һуңғараҡ АСО системаһы, блок менән уҡытыу методы, коммуникатив уҡытыу методы, проект технологияһы һәм компьютер технологияһы уҡытыу-тәрбиә процесында үҙ урындарын тапты.
В. Ф. Шаталовтың “Өслөләр ҡайҙа һәм нисек юҡ булды?”, С. Н. Лысенкованың “Алдан уҡытыу методтары”, Х.А. Толомбаевтың “Башҡорт теле дәрестәрендә терәк конспекттар файҙаланыу”, Н.М. Мочалованың “Мәктәп уҡыусыларын уҡытыуҙа технологик алымдар”, В.С. Безрукованың “Бөтәһе лә мәктәптәге заманса дәрестәр тураһында”, М.И. Баһауетдинованың “Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу”, Е.И. Пассовтың “Коммуникатив уҡытыу методы” исемле хеҙмәттәре төрлө технологиялар, алымдар ҡулланып, дәрестәрҙе фәһемле үткәрергә, уҡыусыларҙы үҫтереүгә, төплө белем биреүгә мөмкинлек бирҙе.
Башҡорт телен уҡытыу буйынса методикамдың үҙенсәлеге шунда: мин төрлө уҡытыу методтарын, системаларҙы, алымдарҙы, технологияларҙы өйрәнеп, үҙемә иң кәрәкле һәм отошлоларын һайлап алдым. Минеңсә, ниндәйҙер бер система, алымды һәр дәрестә йәки дәрестең һәр этабында ҡулланып булмай. Бында системалылыҡ юғала. Шуға ла мин уларҙың элементтарын ғына файҙаланам. Һәр методтың, алымдарҙың, технологияларҙың элементтары дәрестең айырым этабы өсөн яуап бирә. Был дәресте тейешле йүнәлештә, юғары кимәлдә үткәрергә, белем сифатын күтәрергә булышлыҡ итә. Түбәндәге ике алымға иғтибар итегеҙ.
Дәресте шулай итеп ҡорам: яңы материалды уҡыусы үҙләштереп кенә ҡалмай, ә үҙе ҡағиҙә сығара һәм үҙе сығарған ҡағиҙә менән дәреслектәге ҡағиҙәнең тап килеү-килмәүен сағыштыра. Яңы тема аңлатҡанда проблемалы уҡытыу, блок менән уҡытыу, В.Э. Штейнберг, терәк конспект методын ҡулланам. Мәҫәлән, 7-се класта “Хәл төрҙәре” темаһын аңлатҡанда ул асыҡ сағыла. Был терәк конспект. Теманы аңлатыу өсөн оса ҡылымын алайыҡ. Һорауҙарға яуап биреп, һүҙбәйләнештәр төҙөйбөҙ. Нисек оса? Тиҙ оса.
Оса һүҙе бында ниндәй һөйләм киҫәге? |
Хәбәр алдынан килгән һүҙҙәр ниндәй һөйләм киҫәге? |
Эш-хәрәкәттең нисек, ни рәүешле үтәлешен |
Ҡағиҙә. Нисек? ни рәүешле? һорауына яуап биргән хәлдәр рәүеш хәле тип атала. |
Кис хәле нимә аңлата һәм ниндәй һорауға яуап бирә? | Эш-хәрәкәттең үтәлеү ваҡытын аңлата һәм ҡасан? һорауына яуап бирә. |
Ҡағиҙә. Ҡасан? һорауына яуап биргән хәлдәр ваҡыт хәле тип атала. |
Яланға хәле нимә аңлата һәм ниндәй һорауға яуап бирә? | Эш-хәрәкәттең үтәлеү урынын аңлата һәм ҡайҙа? һорауына яуап бирә. |
Ҡағиҙә. Ҡайҙа? һорауына яуап биргән хәлдәр урын хәле тип атала. |
Ошондай ысул менән хәлдәрҙең төрөн асыҡлайбыҙ һәм, төҙөлгән һөйләмдәрҙе ҡулланып, телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләйбеҙ. “Йә, кемдең һөйләме матур, бай булыр икән?” тип, ҡыҙыҡһындырып ебәрһәң, балалар ярышып-ярышып бай эстәлекле һөйләмдәр, текст төҙөй башлайҙар.
Дәрестең йомғаҡлау өлөшөндә үтелгән теманы нығытыу өсөн беҙ координаталар системаһын ҡулланабыҙ. Бының өсөн алдан һөйләмдәр уйлайбыҙ, эш төрөн билдәләйбеҙ һәм уларға координаталар яҫылығын билдәләйбеҙ. Мәҫәлән: хәл төрө буйынса ошондай һөйләмдәр уйланыҡ.
Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ. Маҡсат: һөйләмдә хәлдәрҙе табып, төрөн асыҡларға. Алдан мин ошо хәлдәрҙең координатаһын билдәләйем.
Р Х (1; 3)
К-ДХ (3; 3)
ШХ (3; 1)
ВХ (1; 1)
УХ (1;-2)
СХ (3;-2)
Шулай итеп, координаталар яҫылығында 5 һаны килеп сыҡты. Тимәк, тема аңлашылды, беҙ маҡсатҡа ирештек.
Дәресте методик яҡтан дөрөҫ ойоштороп, һәр этабында кәрәкле метод, алым, технологияларҙың элементтарын ҡулланыу юғары һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкинлек бирә. Минең был методым дәресте эффектлы үткәрергә, ваҡытты дөрөҫ файҙаланырға булышлыҡ итә. Әле 70-се йылдарҙа уҡ Ю.К. Бабанский тарафынан күтәрелгән “уҡытыу процесын оптимилләштереү” проблемаһы тормошҡа аша. Иң мөһиме: уҡыусы белем ала, логик фекерләүе, һөйләү телмәре үҫтерелә, тәрбиә бирелә. Балаға эҙләнеү, ижади эшләү мөмкинлеге бирелә һәм уның предметҡа, дәрескә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер арта.
В.Б. ӘЙҮПОВА, Ишембай ҡалаһының 14-се мәктәбе уҡытыусыһы.