Бөтә яңылыҡтар

“Йыл уҡытыусыһы” конкурсында башҡорт теле дәрестәрен ФГОС талаптарына ярашлы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр

"ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫҺЫ - 2020" конкурсына әҙерлек сиктәрендә

“Йыл уҡытыусыһы” конкурсында башҡорт теле дәрестәрен ФГОС талаптарына ярашлы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр
Күптән инде матур йолаға әүерелгән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы быйыл 25-се тапҡыр үткәреләсәк. Бәйгенең талаптары йылдан-йыл үҙгәрештәр кисерә бара. Шулай ҙа уның этаптарының төп күрһәткесе дәрес тиһәк, һис хаталанмаҫбыҙ. Дәрес үткәреү уҡытыусының предмет буйынса белемен, уҡытыу методикаһын, эрудицияһын, ойоштороу һәләтен, уҡыусы психологияһын аңлауын, ижади һәләтен күрһәтеүсе төп этап булып тора.
Республика кимәлендәге конкурста ҡатнашыусыға тел йәки әҙәбиәт буйынса дәрес күрһәтеүҙе төплө уйларға кәрәк. Ысынлап та, ҡайһы бер уҡытыусының әҙәбиәт дәрестәре уңышлы булһа, икенселәре тел буйынса дәрестәрҙе оҫта бирә. Фонетика, лексика, морфология, синтаксис бүлектәре буйынса класс һайлау мөмкинлеге уҡытыусының иркендә. Урта кластарҙа эшләргә яратһа, V – VIII кластарҙы, өлкәнерәк балалар менән дәрес биреү, әҫәрҙәрҙе анализлау оҡшаһа, IX – XI кластарҙы һайларға була.
Дәрес биреү – уҡытыусының көндәлек эше, ул ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булырға, баланың үҙенә генә хас ижади һәләтен асырға, үҫтерергә тейеш. “Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелен тоҡандырыусы беренсе осҡон”, – тигән бөйөк педагог В.А. Сухомлинский.
  1. Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы яҡшы һөҙөмтәле дәрес биреү өсөн, уҡытыусыға тәүҙә уның структураһын – ойоштороу, яңы теманы аңлатыу, нығытыу, йомғаҡлау, рефлекция, өй эше биреү этаптарын дөрөҫ итеп планлаштырырға, 40 минут ваҡытты рациональ итеп бүлеп сығырға кәрәк. Юғиһә ҡайһы бер уҡытыусылар дәрес этаптарын тулыһынса үткәреп бөтә алмай, йомғаҡлауға, баһалауҙы аңлатырға ваҡыттары етмәй ҡала. Аталған этаптарҙың дөрөҫ бүленеше уҡытыусыға эшен системалы алып барырға ярҙам итә.
  2. Үткәреләсәк дәрес темаһы билдәле булғас, конкурсантҡа мәктәптең уҡытыусыһы менән осрашып һөйләшеү рөхсәт ителә, уҡыусыларға дөйөм ҡылыҡһырлама алыу мөмкинлеге бирелә. Был мәғлүмәт дәрескә әҙерләнгәндә уҡыусыларҙың белем кимәлен, ҡыҙыҡһыныуҙарын, шәхси мөмкинлектәрен иҫәпкә алырға, проблеманы сисеүҙә һәм балаларҙың эшмәкәрлеген дөрөҫ ойоштороуҙа ярҙам итә.
  3. Яңы стандарттар буйынса дәрестең структураһы артыҡ үҙгәрмәй, тик яңы талаптарҙы тормошҡа ашырыу өсөн, ул яңыса ойошторолорға тейеш. Уҡытыусы балаларҙың эшмәкәрлегенә системалы йүнәлеш бирә. Бының өсөн дәрес үткәреүҙе үҙгәртергә, күнегелгән аңлатыу алымынан ситләшеп, белемде үҙ аллы, эҙмә-эҙлекле үҙләштереү мөмкинлеген булдырырға кәрәк. Эшлекле йүнәлеш биреү методы дәрестә баланы шәхес булараҡ үҫтереүҙең эҙмә-эҙлеклелеген тәьмин итә.
  4. Ойоштороу моменты:
  • тема;
  • маҡсат, белем биреүсе, үҫтереүсе, тәрбиәүи бурыстар;
  • уларҙы ҡабул итеү мотивацияһы;
  • планлаштырылған һөҙөмтәләр;
  • дәрестең шәхес формалаштырыуға йүнәлтелгән булыуы.
  1. Өйгә бирелгән эштәрҙе тикшереү (әгәр бирелгән булһа).
  2. Дәрестең төп этабында һәр уҡыусыны әүҙем уҡыу эшмәкәрлегенә әҙерләү:
  • уҡыу­-уҡытыу маҡсатын ҡуйыу;
  • белемдәрҙе актуалләштереү;
  1. Яңы материалды еткереү:
  • уҡыу-­уҡытыу мәсьәләһен сисеү (хәл итеү);
  • яңы белемдәрҙе үҙләштереү;
  • уҡыусыларҙың яңы материалды аңлау кимәлен тикшереү.
  1. Өйрәнелгән материалды нығытыу:
  • белемдәрҙе дөйөмләштереү һәм системалаштырыу;
  • контроль һәм үҙконткроль (үҙаллы эш, йомғаҡлау контроле).
  1. Йомғаҡлау:
  • дәрес һөҙөмтәләрен диагностикалау;
  • маҡсатҡа ирешеүҙе рефлексиялау.
  1. Өйгә эш.
  2. I. Ойоштороу моменты.
Маҡсат: балаларҙың дәрескә әҙерлеген тикшереү. Уҡыусылар кәрәкле материалды барлай, уҡытыусы дәрескә ыңғай мотивация тыуҙыра, уҡыусыларҙы яңы белем алыу эшмәкәрлегенә, уңыш ситуацияһы тыуҙырыуға көйләй: берәүҙәр йыр менән, икенселәр шиғыр менән, ҡайһылары һүрәт, картиналар, йәнһүрәттәр, видеояҙма күрһәтеү менән ойоштора. Һайланған мотивация юлдары дәрестең эске йөкмәткеһен аса. (Уҡытыусы үҙе яғымлы, көләс һәм яҡшы кәйефле булырға тейеш. Түбәндә ойоштороу моментына миҫал бирелә.)
– Хәйерле көн, уҡыусылар! Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә уңыштар теләйек һәм ең һыҙғанып эшкә тотонайыҡ. Ә беҙҙең төп эшебеҙ – фәндәр тауына менеү. Был тау үренә ҡыйыуҙар, тырыштар ғына етә. Мин һеҙгә дәрестә ҡыйыулыҡ, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ теләйем. (Р. Ниғмәтиҙең шиғыр юлдарына мөрәжәғәт итергә була.)
Ыңғай мотивация булдырыу дәрестең ярты уңышын тәшкил итә. Уҡыусы яңы белем алыу теләге менән яна, дәрестә әүҙем эшләй, бәләкәй генә уңышы ла уның үҙ көсөнә ышанысын арттыра, шатландыра.
  1. II. Булған белемде актуалләштереү. Конкурс дәресендә өй эшен тикшереү, үтелгән материалды һорау артыҡ хупланмай. Алдағы дәрестәрҙә алған белемдәрҙе актуалләштереү яңы материалды үҙләштереүгә нигеҙ һалыу йүнәлешендә алып барылһа ғына үткәрергә мөмкин. Ғәҙәти дәрестә өй эшен тикшереүҙе төрлө формала ойошторалар: парҙарҙа, төркөмдәрҙә бер-береһенең эшен тикшерәләр, хаталары булһа, уны анализлайҙар. Уҡыусылар хатаның сәбәптәрен асыҡлай, ҡағиҙәне табып, дөрөҫ яуапты дәлилләй. Балалар бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә, үҙ фекерен иҫбатларға өйрәнә, уларҙың дәреслек, һүҙлек менән эшләү күнекмәләре үҫешә. Был саҡта уҡыусыла теләктәшлек күрһәтеү, ярҙамсыллыҡ кеүек рухи ҡиммәттәр үҫешә, шәхес тәрбиәләүгә йүнәлеш алына.
Мәҫәлән, VIII класта “Аныҡлаусы” темаһы буйынса өй эше итеп составында аныҡлаусылар булған мәҡәлдәр бирелә. (Аныҡлаусыларҙы табып, аҫтына һыҙырға һәм уларҙың ниндәй һүҙ төркөмөнән килеүен билдәләргә.)
  • Бер тырышлыҡ унлата ҡайтыр. Ҡалған эшкә ҡар яуыр. Уҡығандың теле икәү. Яҡшы ауыҙға аш тейер, яман ауыҙға таш тейер. Егәрленең ҡулы етәү.
Уҡыусылар, ғәҙәттә, эйәлек килештә бирелгән аныҡлаусыларҙы тултырыусылар менән бутай. Был осраҡта ҡағиҙәне уҡыу, бер-береһенә аңлатыу, миҫалдар менән нығытыу ярҙам итә, балалар уртаҡ бер фекергә килә. (Аныҡлаусылар кемдең? нимәнең? һорауҙарына ла яуап бирәләр тигән һығымта яһайҙар.)
Ш. Дәрестең төп этабында һәр уҡыусыны әүҙем уҡыу эшмәкәрлегенә әҙерләү.
Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса, уҡыусылар теманы үҙҙәре билдәләргә, маҡсат ҡуйырға тейеш. Алда үтелгәндәргә бәйләп, яңы темаға ярашлы миҫалдар биреп, теманы асыҡларға мөмкин. Дәрескә инеү алымдары бик күп. Уҡыусыларҙы һүрәттәр ярҙамында, мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар, ребустар, анаграммалар, кроссвордтар, шиғыр юлдары аша уйландырырға, теманы билдәләтергә була. Әммә конкурс дәресенә теманы билдәләү өсөн эштәрҙе еңел итеп алырға һәм маҡсатты уҡыусыларҙан тиҙ генә ҡуйҙырырға кәрәк. Ҡатмарлы эш алымы күп ваҡытты ала. Ҡайһы бер уҡытыусылар, үҙе теләгән фекерҙе талап итеп, дәрестең ҡәҙерле минуттарын юғалта. Оҫта уҡытыусы уҡыусы әйткән фекерҙе үҫтереп ебәрә. Балалар теманы, маҡсат-бурыстарҙы асыҡлағас, уҡытыусы уларҙы аныҡ билдәләп ҡуя.
Мәҫәлән, “Аныҡлаусы” темаһынан һуң “Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар” темаһы үтелә. Уҡыусыларға сағыштырыу өсөн һөйләмдәр, шиғыр юлдары, текстан өҙөк биреү отошло. Улар дәрестең лексик темаһы менән бәйләнә. 1. Көҙ етте. Баҡсалағы аҡ, һары, ҡыҙыл сәскәләр сағыулығын юғалтты. 2. Алмағастың эре ҡыҙыл алмалары ла ергә ҡойола башланы.
Уҡыусылар һөйләмдәрҙе уҡый, билдәләнгән һүҙҙәр һөйләмдең ниндәй киҫәге булыуын асыҡлай, аныҡлаусыларҙы сағыштыра, теманы билдәләй, дәрестең маҡсатын ҡуя. Теманы билдәләүҙә ҡыйынлыҡтар килеп сыҡһа, проблемалы һорау ҡуйыла: ни өсөн беренсе һөйләмдә аныҡлаусылар араһында өтөр бар, ә икенсеһендә юҡ? Һөйләмдәрҙе сағыштыр, уртаҡ һәм айырмалы яҡтарын тап, иҫбатла. Яуап биреүҙә ауырлыҡ тыуһа, уҡытыусы уларға эшлекле йүнәлеш бирә: был һөйләмдәрҙәге аныҡлаусылар предметтың ниндәй билдәһен белдерә? Балалар уйлана, бер-береһе менән кәңәшләшә, уртаҡ фекергә килә. Ҡайһы осраҡта дәреслеккә мөрәжәғәт итәләр һәм, ҡағиҙәне үҙләштереп, дөрөҫ һығымта яһайҙар. Уҡыусы үҙенә ниндәйҙер яңы асыш яһай, үҙен фән белгесе итеп тоя, артабанғы эштәргә дәртләнеп, ышанып тотона.
Күп уҡыусылар һөйләмдәрҙе рус теле ҡалыбына нигеҙләнеп төҙөй: мин уйлайым, (я думаю, я предполагаю). Шуға ла уҡытыусы телмәргә иғтибарлы булырға, хаталарҙы ваҡытында төҙәтеп барырға тейеш. Шулай уҡ аңлашылмаған һүҙҙәр өҫтөндә эш башҡарыла, ә рус кластарында иһә һүҙлек эше һәр дәрестә үткәрелә.
  1. IV. Яңы теманы үҙләштереү.
Дәрестең темаһы билдәләнеп, маҡсат-бурыстар ҡуйылғас, уҡытыусы уңышлы технологиялар ярҙамында яңы теманы үҙләштереүҙе ойоштора. Эш төрҙәре ябайҙан ҡатмарлыға үҫә бара. Ғәмәли эштәрҙе үтәгәндә уҡыусыларҙың мөмкинлектәре һәм шәхси үҙенсәлектәре иҫәпкә алына. Парҙарҙа, төркөмдәрҙә эшләү өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы эштәр тәҡдим ителә. Уҡыусының эшмәкәрлеген яҡшы, аңлайышлы итеп ойоштороу уҡытыусының маһирлығынан тора. Был осраҡта уйын технологияһы, кластер төҙөү, терәк-схемалар, таблицалар эшләү, тест һорауҙары һ.б. ҡулланыла. Мәҫәлән, тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар темаһы буйынса ошондай эш төрҙәре бирергә була:
  1. Күп нөктәләр урынына тейешле аныҡлаусыларҙы ҡуйып яҙығыҙ.
Көҙ. Ҡояшлы ..... көн. Эйе, ...... алтын көҙ етте. Ағастар үҙҙәренең ......, ....., ...... күлдәктәрен кейҙеләр . Урман ..... матур келәм кеүек күренә.
Белешмә өсөн аныҡлаусылар (аяҙ, йылы, һары, ҡыҙыл, көрән, биҙәкле).
  1. Аныҡлаусылар өҫтәп, тыныш билдәрен ҡуйып, һөйләмдәрҙе күсереп яҙығыҙ.
Киң ...... ялан йәйрәп ята. Бейек .... тауға менәбеҙ. Ҡуйы ......урманға килеп еттек. Киң ....... һыулы йылға ағып ята. Бай ...... еребеҙ менән һоҡланабыҙ.
  1. Бирелгән һүҙҙәргә тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар өҫтәп, тыныш билдәләрен ҡуйып яҙығыҙ, улар менән бәйләнешле текст төҙөгөҙ.
.... .... урман; ..... .... ағастар; ..... ..... алмалар; .... ..... грушалар; ..... ...... баҡса.
Ғәмәли эштәрҙән һуң уҡыусылар менән берлектә таблица йә схема эшләү уҡыусы хәтерендә материалдың яҡшырак һаҡланыуына булышлыҡ итә. Миҫал өсөн түбәндәге таблица бирелә.
Аныҡлаусы
Тиң аныҡлаусылар
Тиң булмаған аныҡлаусылар
Предметтың бер төрлө билдәһен
Предметтың төрлө билдәһен
Тиң аныҡлаусыларҙың урындарын алмаштырып була, һөйләмдең мәғәнәһе үҙгәрмәй
Тиң булмаған аныҡлаусыларҙың урындарын алмаштырып булмай, һөйләмдең мәғәнәһе үҙгәрә
Тиң аныҡлаусылар араһында өтөр ҡуйыла
Тиң булмаған аныҡлаусылар араһында өтөр ҡуйылмай.
Иҫкәрмә:
Предметҡа йәки затҡа тулы, һәр яҡлап характеристика биргәһәләр, өтөр ҡуйыла
Һәр дәрестә ял минуты үткәреү шулай уҡ мөһим эштәрҙең береһе. Ул төрлө формала һәм темаға ярашлы була: физминутка яһау, йырлау, күҙҙәргә гимнастика эшләү, музыка тыңлап, тын ғына ултырыу.
  1. Белемдәрҙе актуалләштереү.
Бирелгән ғәмәли эштәрҙә дәрестең грамматик темаһы лексик тема менән үрелеп барырға тейеш. Уҡыусылар парҙарҙа, төркөмдәрҙә һәм яңғыҙ эшләй. Мәҫәлән, артабан “Көҙ” темаһын дауам итеп, тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусыларҙы ҡулланып, телмәр үҫтереү эше бирелә. “Көҙгө урман”, “Бай баҡса”, “Мул уңыш” темаларын тәҡдим итергә йә һүрәттәр биреп, шуның буйынса бәләкәй инша, шиғыр яҙыу кеүек ижади эштәр тәҡдим итергә мөмкин. Ә ауырыраҡ үҙләштереүсе балаларға аныҡлаусылар менән һүҙбәйләнеш, ҡыҫҡа һөйләмдәр төҙөү, карточка буйынса эш бирергә була. Матур яҙылған эштәр өсөн балаларҙы хупларға кәрәк. Маҡтау һүҙҙәре балаларға ҡанат ҡуя, яңы үрҙәргә дәртләндерә.
Башҡорт дәүләт телен өйрәнеүсе уҡыусыларға һүҙлек эше, диалог төҙөү һәр дәрестә булырға тейеш. Минең уйымса, аудирование – тыңлап аңларға өйрәнеүҙе лә дәрестең һәр этабына индереү кәрәктер. Был осраҡта уҡыусылар дикторҙы тыңлай, аҙаҡ үҙҙәре лә, дикторға оҡшатып, дөрөҫ итеп уҡырға өйрәнә. Интернет аша балалар өсөн тапшырыуҙарҙы ҡарау, юғары класс уҡыусылары менән иһә йәштәр сайтында аралашыу телмәрҙәрен үҫтерә, шәхес булараҡ формалашыуға булышлыҡ итә. (электрон уйын мәктәбе, интерактив башҡорт теле һ.б. сайттарҙа эшләргә була)
  1. Йомғаҡлау, һығымта яһау.
Ғәҙәттә конкурсанттар нығытыу этабына күп эш төрҙәре ала, һәр береһен үтәргә тырышып, уҡыусының телмәренә, яуаптарына иғтибарҙы кәметә йә бөтөнләй иғтибар итмәй. Йомғаҡлау менән рефлекцияға ваҡыттары етмәгән осраҡтар ҙа булғылай. Әлбиттә, эш төрҙәрен артығыраҡ итеп әҙерләү яҡшы, тик дәрестә уҡыусыларҙың мөмкинлектәренән сығып эш итергә кәрәк. Ә яңы стандарт талаптары буйынса дәрестең йомғаҡлау һәм рефлекция этабы мотлаҡ үткәрелергә тейеш.
Йомғаҡлауҙа һорау-яуап, тест алымдары киң ҡулланыла. Теманы үҙләштереүҙе парҙарҙа тикшерәләр, уҡыусы был осраҡта үҙен уҡытыусы ролендә тоя. Төркөмдәр бер-береһенә һорау биргәндә ярыш сәме уяна, бала үҙенең төркөмө өсөн тырыша. Уҡытыусы һәр уҡыусының эшен анализлай. (Итерактив таҡтаға дөрөҫ яуаптар, тест һорауҙарының яуаптары сығарыла.)
Мәҫәлән, “Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар” темаһы буйынса ошондай бәләкәй генә тест һорауҙары ҡулланырға мөмкин, ул күп ваҡыт талап итмәй.
  1. Көҙ көнө урман ҡыҙыл, һары, көрән төҫтәргә инә. Был һөйләмдә ниндәй аныҡлаусылар бирелгән?
А. Тиң аныҡлаусылар.
Б. Тиң булмаған аныҡлаусылар.
В. Был һөйләмдә аныҡлаусылар бирелмәгән.
  1. Бейек йәшел ҡарағайҙар урманды һаҡлап торалар. Был һөйләмдә ниндәй аныҡлаусылар бирелгән?
А. Тиң аныҡлаусылар.
Б. Тиң булмаған аныҡлаусылар.
В. Был һөйләмдә аныҡлаусылар бирелмәгән.
  1. Беҙҙең урманда зифа буйлы, йәшел ҡуйы япраҡлы, аҡ ҡайындар үҫә. Аныҡлаусылар араһында өтөр ҡуйыламы?
А. Ҡуйылмай.
Б. Ҡуйыла.
  • Баһалау. Уҡыусыларҙың дәрестәге эшмәкәрлеге объектив баһаланырға, аңлатылырға тейеш. Ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү-ирешмәүгә уҡытыусы үҙе анализ яһап, дәресте йомғаҡлай.
  • Рефлекция. Дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуйғайныҡ? Маҡсаттарға ирештекме? Нисек ирештек? Һөҙөмтәләр ниндәй? Бөгөнгө белемде тормошта ҡайҙа һәм нисек файҙаланырға мөмкин? Һинең ҡайһы эшең бигерәк уңышлы килеп сыҡты? тигән һорауҙар ярҙамында рефлекция үткәрергә мөмкин.
“Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар” темаһы буйынса уҡыусылар яҡынса ошондай һығымта яһай: “Аныҡлаусылар телмәребеҙҙе матурлай, байыта. Бөгөнгө дәрестә көҙгө тәбиғәттең матурлығын, баҡсаларыбыҙҙың муллығын, байлығын тел байлығы аша һүрәтләп бирә алдыҡ. Эшебеҙҙә тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусыларҙы киң ҡулландыҡ. Улар беҙҙең телмәребеҙҙе байыта. Тел байлығы кешенең эске донъяһының күркәмлеген, матурлығын күрһәтә. Эске донъяһы бай кеше генә матурлыҡты күрә, уға ҡарап һоҡлана, үҙ тойғоларын башҡаларға еткерә белә.”
  1. Өй эше. Өй эшен дифференциаль итеп тә, индивидуаль итеп тә бирергә мөмкин. Эш уҡытыусы тарафынан аңлатылырға тейеш.
Р.М. МӨХӘМӘТОВА, Волга буйы Федераль округының В.А. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы уҡытыусыһы.
Читайте нас: