Бөтә яңылыҡтар

Рәми Ғариповтың көндәлектәре. «Пилот яҙмалары».

Кластан тыш уҡыу дәресе

Рәми Ғариповтың көндәлектәре. «Пилот яҙмалары».
(Кластан тыш уҡыу дәресе)
Маҡсат. Рәми Ғариповтың ижад юлын өйрәнеү, үҫмер саҡтағы көндәлектәренә күҙәтеү яһау; ошо осор шиғырҙарын анализлау, телмәр үҫтереү, көндәлек яҙыу серҙәрен асыу; уҡыуға, белемгә ынтылыш тәрбиәләү, уҡыусыларҙы үҙеңде тәрбиәләү өҫтөндә эшләргә, юғары һәм матур маҡсаттар менән йәшәргә саҡырыу.
Йыһазландырыу. Рәми Ғариповтың китаптарынан күргәҙмә, портреты, компьютер, медиопроектор, презентация материалдары.
Дәрес барышы
Психологик
инеш
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәлдәрегеҙ нисек? Ҡыш миҙгеленең февраль айына аяҡ баҫтыҡ. Һеҙ тәбиғәттә ниндәй үҙгәрештәр күрәһегеҙ? (Уҡыусыларҙың яуаптары тыңлана.)
Уҡыу ситуацияһын
тыуҙырыу
Экранға ҡарағыҙ.
Уҡыу мәсьәләһен
Ҡуйыу.
Бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләшәбеҙ?
1. Уҡыу көндәлеге.
2. Көндәлек яҙма.
3. Рәми көндәлектәре
Уҡытыусы. Эйе, дәрестә көндәлектәр тураһында һүҙ барасаҡ. Көндәлек һүҙе нисә мәғәнәгә эйә? Экранға күҙ һалайыҡ.
Көн-дә-лек – был исем. Мәғәнәһе.
1. дневник, ежедневник ◆ Ысынлап та, классик булып танылған яҙыусыларҙың көндәлектәре генә киң уҡыусы өсөн баҫылып сыға. — Действительно, для широкого читателя публикуются дневники только тех писателей, кто был признан классиком.
2. школьн. дневник ◆ Беҙ, уҡытыусылар, йыш ҡына уҡыусыларыбыҙға: «Көндәлек — һеҙҙең йөҙөгөҙ», тип әйтергә яратабыҙ. — Мы, учителя, часто любим говорить ученикам: «Дневник — это ваше лицо».
3. адъектив. ежедневныйКөндәлек гәзит — ежедневная газета. ◆ Музыка ҡоралында уйнарға өйрәнеү еңелдән түгел: көндәлек күнекмәләр, ныҡышмалылыҡ талап итә. — Обучение игре на музыкальном инструменте — (занятие) не из легких: (оно) требует ежедневных упражнений и упорства.
4. адъектив. повседневныйкөндәлек тауарҙар — товары повседневного спроса ◆ көндәлек икмәк — хлеб насущный .
Маҡсат ҡуйыу, эште планлаштырыу
Ҡуйылған уҡыу мәсьәләһен сисеү
Һеҙ дәрескә көндәлекһеҙ килмәйһегеҙ. Көндәлек – ул документ. Унда һеҙҙең йыллыҡ дәрестәр теҙмәһе, уҡытыусыларҙың исем-фамилияһы яҙыла. Шулай уҡ уҡытыусы дәрестә белемеңде баһалап, көндәлегеңә баһа ҡуя. Уҡыусы, үҙ йәһәтендә, дәрестә уҡытыусы биргән өйгә эште теркәп бара.
Беҙ бөгөн Рәми Ғарипов көндәлектәренә туҡталабыҙ.
Ул ни өсөн «Пилот яҙмалары» тип атала, ошо һорауға яуап табырға тырышырбыҙ.
Кем ул Рәми Ғарипов?
(Уҡытыусы шағирҙың биографияһы, ижады тураһында һөйләй.)
12. 02. 1932 й. Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Йәғәфәр Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Әсәһе Гөлмәрйәм яңғыҙы дүрт баланы аяҡҡа баҫтыра.
1946 – 1950 йй. Тыуған ауылында етенсе класты тамамлағас, Өфөгә килеп, 9-сы башҡорт мәктәбендә уҡый.
1950 – 1955 йй. Башҡортостан Яҙыусылар берлеге тәҡдиме буйынса Мәскәү ҡалаһында М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға инә.
27. 05. 1955 й. Надежда Василий ҡыҙы Друмға өйләнә.
1955 й. Өфөгә ҡайта. «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Ағиҙел» журналы редакцияларында эшләй.
1956 й. Шул уҡ гәзиттә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй.
1958 й. «Әҙәби Башҡортостан» журналында әҙәби хеҙмәткәр вазифаһын башҡара.
1959 – 1962 йй. Тыуған яҡтарына ҡайта. Салауат районының «Йөрүҙән» колхозында, «Һарғамыш» совхозында – комсомол комитеты секретары, «Октябрь юлы» район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире булып эшләй.
1962 й. август – 1967 й. Ғаиләһе менән Өфөгә ҡайта. «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшләй.
1967 – 1972 йй. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының яуаплы сәркәтибе булып эшләй.
16. 11. 1971 йй. Башҡорт телевидениеһында һуңғы сығышы.
1973 – 1974 йй. СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалында кесе ғилми хеҙмәткәр.
1976 й. Ғүмәр Хәйәм һәм башҡа боронғо көнсығыш әҙиптәрен тәржемә итеү маҡсатында Урта Азия илдәрендә оҙайлы командировкала була.
20. 02. 1977 й. Йөрәге тибеүҙән туҡтай. Өфө ҡалаһының мосолман зыяратында ерләнә.
1991 йылдан гимназия үҙенең арҙаҡлы уҡыусыһы Рәми Ғариповтың исемен йөрөтә.
1994 йылда Рәми Ғарипов исемендәге премия булдырыла. Тәүге премия лауреаты – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев була.
1997 йылда БР Министрҙар кабинеты ҡарары буйынса гимназия-интернат урамында бюст ҡуйыла. Авторы Николай Калинушкин.
Шағирҙың үҙе тере саҡта баҫылған китаптары
1. 1954 – «Йөрүҙән».
2. 1958 – «Таш сәcкә».
3. 1959 – Иван Франконың проза әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә.
4. 1964 – «Һабантурғай йырҙары».
5. 1966 – «Осоу».
6. 1969 – «Умырзая».
7. 1969 – «Аманат».
8. 1974 – «Миләш-кәләш».
Шағир үлгәндән һуң баҫылған китаптары
1. 1979 – «Йондоҙло уйҙар» (башҡорт телендә).
2. 1981 – «Ҡайтыу» (рус телендә).
3. 1981 – «Умырзая йыры» (башҡорт телендә).
4. 1990 – «Минең антологиям» (башҡорт телендә).
5. 1994 – «Бер ҡыл» (татар телендә).
6. 1996 – «Һайланма әҫәрҙәр». 1-се том (башҡорт телендә).
7. 1998 – «Һайланма әҫәрҙәр». 2-се том (башҡорт телендә).
8. 1998 – «Шиғырҙар һәм хаттар» (рус телендә).
9. 2001 – «Һайланма әҫәрҙәр». 3-сө том (башҡорт телендә).
10. 2002 – «Йырҙарыма ҡайтам» (башҡорт телендә).
11. 2005 – «Киләсәккә юл». Дон далаларындағы көндәлек яҙмалар (башҡорт телендә).
12. 2006 – «Пилот яҙмалары». Үҫмер көндәлектәре (башҡорт телендә).
13. 2007 – «Уҡыу океаны» Үҫмер көндәлектәре (башҡорт телендә).
Рәми Ғариповтың көндәлектәренә килгәндә, “Киләсәккә юл ярам”да ваҡиғалар 1946 – 1948 йылдарҙы үҙ эсенә алған. “Пилот яҙмалары”да 1949 йылдың 2 ғинуарынан 25 июненә тиклемге яҙмалар хәтирәләр тупланған. «Уҡыу океаны» – үҫмер көндәлектәре.
Беҙ танышасаҡ әҫәр ни өсөн “Пилот яҙмалары” тип атала? Ошо һорауға яуап алыр өсөн түбәндәге өҙөктө уҡыйыҡ. (Уҡыусылар көндәлектәрҙең 6 февраль яҙмаларын сылбырлап уҡый.)
– Рәми үҙенә ниндәй маҡсат ҡуйған ? Шул юлдарҙы табып уҡып күрһәтегеҙ. (Был яҙмала уның осоусы булырға теләүе ярылып ята. “Ашҡынып көтә ул көндө. Эйе, ысындан да ул көн Рәмиҙең тормошҡа яңынан тыуыу көнө буласаҡ ! Яңынан тыуыу !”)
– Шулай итеп, Рәми алдына ҡуйған маҡсатын мотлаҡ үтәргә уйлай.
3 март яҙмаларына иғтибар итәйек. (Яҙмалар таратыла. Прогнозлап уҡыу ойошторола.)
– Рәмиҙең экипажда беренсе осоуы;
– Уның 32 минут эсендә 5 ҡабат маневрҙар яһауы;
– Дуҫтарына ярҙам итеүе;
– Ҡышҡы осоуҙың һуңғыһы икәнен дә онотмауы;
Рәми Ғарипов үҙен ябай осоусы итеп кенә тоймай, Чкалов, Байдуков, Беляков, Мересьев кеүек герой ыласындарҙы тыуҙырған һөйөклө Ватанының улы булыуы менән ғорурлана.
Дәрескә рефликсив анализ
Уҡыусылар, хәҙер бөгөнгө дәрес буйынса көндәлек яҙып ҡарағыҙ. (Уҡыусылар дәфтәрҙә эшләй. Бер-ике эш уҡыла.)
“Бөгөн дәрестә мин Рәми Ғариповты шағир ғына түгел, ә осоусы булырға теләүен күрҙем. Ябай кеше осоусы була алмай икән. Уның өсөн күп уҡырға, ана, герой-осоусылар кеүек штурвал артында батырлыҡтар күрһәтергә кәрәк”.
“Билдәле кешеләр кеүек, мин дә көндәлек яҙыр инем. Ул яҙыу минең балаларыма ҡалыр ине. Көндәлек уҡып, ул осорҙа ниндәй ваҡиғалар булғанын белеп була.”.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген баһалау. (Бөгөн дәрестә ниҙәр белдегеҙ?
Үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?)
Өйгә эш биреү
Йомғаҡлау
Уҡытыусы. Бөгөнгө дәрестә һеҙҙе мин штурвал артында ултырған осоусылар итеп күрҙем. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлап, алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарға ирешеү өсөн, бер урында тапанмай, һәр ваҡыт алға барығыҙ. Дәрестә әүҙем ҡатнашыусы-штурвалсыларға – «5».
Рәми Ғариповтың көндәлектәрен уҡып бөтөрөргә; көндәлек яҙыуҙы дауам итергә; проект эше башларға.
– Рәми Ғариповтың көндәлектәрен уҡыуҙы киләсәктә дауам итербеҙ. Һеҙҙең көслө рухлы, ҡыйыу балалар булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Шағир һүҙҙәре менән әйткәндә: «Ыласындар һеҙ! Бер кем дә белеп тыумаған, ләкин ялҡынлы теләк булғанда – барыһы ла була икән !..».

Р.Ш. ЗАРИПОВА, Әлшәй районы Раевка ауылының 4-се мәктәбе уҡытыусыһы.

Читайте нас: