Маҡсат. Ҡыш тураһында яңы һүҙҙәр, төшөнсәләр үҙләштереү, башҡортса текстар төҙөргә һәм тасуири уҡырға өйрәнеү; дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау һәм тормошҡа ашырырға тырышыу, яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, үҙ белемеңде баһалау; ҡыш миҙгеленең матурлығын күрергә өйрәтеү, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. Дәреслек, компьютер, презентация.
– Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Бөгөн аҙнаның ниндәй көнө? Һауа торошо нисек? (Яуаптар.)
Ә хәҙер иғтибарығыҙҙы экранға йүнәлтегеҙ!
(Уҡытыусы шиғырҙы уҡый. Артабан балалар менән бергә уҡыйҙар.)
– Шиғыр нимә тураһында? Һүрәттә ниндәй миҙгел һүрәтләнгән?
– Ни өсөн ҡырҙар һүҙенең аҫтына һыҙылған? (Уҡыусыларҙың яуаптары тыңлана.)
Беҙ бөгөн ҡыш тураһында һөйләшеүҙе дауам итеребеҙ, яңы һүҙҙәр менән танышырбыҙ, ҡыштың матурлығын күрергә өйрәнербеҙ, исемдәрҙең күплек ялғауында килеүен нығытырбыҙ.
II. Өй эшен тикшереү. Дәреслектә бирелгән йомаҡтарҙы сисеү. (97-се бит, 19-сы күнегеү.)
III. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү өҫтөндә эш:
Уҡыусылар, бөгөн беҙҙең дәрескә ҡунаҡтар – терпеләр килгән. Ҡышҡы йоҡоларына китмәйенсә, һеҙҙе күрергә, белемдәрегеҙҙе тикшерергә, һәләттәрегеҙҙе ҡарарға тип килгәндәр улар. Ҡупшыҡайҙар буш ҡул менән килмәгән, япраҡтары, емештәре лә бар уларҙың. (Терпеләрҙәге япраҡтарҙа яңы һүҙҙәр яҙылған – ҡышҡы, ҡыштың, ҡыш көнө, ҡышын.)
– уҡытыусының уҡыуы; тәржемә итеү; хор менән уҡыу; һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙыу; айырым уҡыусыларҙан уҡытыу; телдән һүҙбәйләнештәр төҙөү.
- IV. Текст өҫтөндә эшләү. Экрандағы тексты үҙ аллы уҡып сығырға тәҡдим итеү. (Һүрәтте һүҙ менән алыштырыу, күплек ялғауҙарын яҙыу. Артабан һәр уҡыусы берәр һөйләм уҡып, тәржемә итә.)
– Башҡорт телендә ниндәй күплек ялғауҙары бар? (-лар/-ләр, -дар/-дәр, -тар/тәр, -ҙар/-ҙәр.)
– Ни өсөн ялғауҙар ике вариантта була? (Сөнки һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар бар.)
Текста берлек һанда бирелгән исемдәрҙе табып, уларҙы күплек һанда яҙырға кәрәк. Мәҫәлән: ай, ҡар, боҙ, коньки, сана, саңғы. (Эш дәфтәрҙәренә үҙ аллы яҙалар, бергәләп тикшереү ойошторола.)
– Уҡыусылар, һүрәттәрҙә һеҙ кемдәрҙе, нимәләрҙе күрәһегеҙ? Улар нимә эшләйҙәр? (Әңгәмә ойошторола.)
- “Ҡыш” темаһына пазлдар йыйыу; ребустар сисеү:
Аҡ ҡарҙан ҡара ҡарға
Ҡарҡылдап китеп бара.
Ҡара ҡарға ҡарҙан бара
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.
****
(Ҡар, ҡыш, бәҫ, боҙ, һыуыҡ, көрт, тау.)
- Шиғырҙы уҡып, күплек ялғауҙарын билдәләү.
Яландар, ҡырҙар, урмандар
- Һорауҙарға яуап биреү йәки диалог төҙөү.
– Быйылғы ҡыш ниндәй? Һеҙ ҡышты яратаһығыҙмы? Ни өсөн? Ҡыш көнө ниндәй байрамдар була?
Ап-аҡ ҡыш етте. Ябалаҡлап ҡар яуа. Ағастарҙа бәҫ ята. Ҡышҡы һауа саф. Бына декабрь килеп етте. Ҡаты һыуыҡтар була. Ҡайһы бер көндәрҙә һалҡын ел иҫә, буран башлана. Минең яратҡан миҙгелем – ҡыш. Рәхәтләнеп саңғыла йөрөйөм, сана, коньки шыуам. Ҡыш көнө иң матур байрам – Яңы йыл була. Һоҡланғыс та һуң беҙҙең ҡыш! Буранда ла, аяҙ көндәрҙә лә ғәжәп матур. Ҡар өйөмдәрендә мең төрлө ынйылар емелдәшә.
VIII. Йомғаҡлау. Һеҙ дәрестә нимәләр белдегеҙ? Ҡыштың матурлығын беҙ нимәлә күрәһегеҙ? (Бөгөнгө дәрестә беҙ ҡыш миҙгеле, исемдәрҙең күплек һандарҙа бирелеүе тураһында һөйләштек.)
Дөрөҫ, ҡыш матурлығы – ап-аҡ ҡарҙарҙа, ҡаты һыуыҡтарҙа, бурандарҙа, саф һауала. Йылдың һәр миҙгеле матур, һәр береһенең үҙ йәме бар.
- Өйгә эш. 1. Һүрәт төшөрөргә. 2. Һүҙбәйләнештәр төҙөргә. 3. Һөйләмдәр яҙырға.
- Ҡунаҡтар менән хушлашыу. Уҡыусылар, терпеләр һеҙҙең эштәрегеҙҙе күреп, шатланып, күстәнәстәр ҡалдырып, урманға юл тоталар. Улар менән хушлашайыҡ! (Уҡыусылар үҙҙәренең эшен анализлай, уҡытыусы баһа ҡуя.)
А.Ф. ХАННАНОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 4-се гимназияһы уҡытыусыһы.