Бөтә яңылыҡтар

Йөрәк һүҙҙәребеҙ һеҙгә, әсәйҙәр! (Әҙәби-музыкаль кисә)

  • 8-се Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө

Йөрәк һүҙҙәребеҙ һеҙгә, әсәйҙәр!

(Әҙәби-музыкаль кисә)
1-се алып барыусы.
Сәләм һеҙгә иҫкән таң еленән,
Сәләм һеҙгә роза гөлөнән,
Сәләм һеҙгә барлыҡ балаларҙан,
Сәләм һеҙгә моңдар иленән!
2-се алып барыусы.
Һөйөклө әсәйҙәр! Һеҙҙе етеп килгән яҙҙың һоҡланғыс байрамы – 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! «Йөрәк һүҙҙәребеҙ һеҙгә, әсәйҙәр!» исемле әҙәби-музыкаль кисәбеҙҙе башлайбыҙ! («Әсәй менән гөл ултырттыҡ» йыры йырлана.)
3-сө алып барыусы.
Һәр нәмәлә бөгөн яңы һулыш,
Яңы һулыш – иҫкән елдәрҙә.
Ярҙарынан ташҡан йылғаларҙа,
Керпек ҡаҡҡан сәскә-гөлдәрҙә.
Яҙ һулышы – һәр бер күҙәнәктә,
Яҙ һулышы һәр бер күңелдә!
1-се алып барыусы.
Оҙайлы ҡыштан һуң, йәнә беҙгә түҙемһеҙләнеп Яҙ ишек ҡаға. Яҙҙың ҡайнар һулышынан бөтә тәбиғәт уяна, донъя илаһи бер нурға ҡойона, йөрәктәр дәрт менән тула. Яҙҙан наҙ, сафлыҡ, моң һибелә. Ер йәшәрә, тәбиғәт йәмләнә. Яҙ – ҡатын-ҡыҙ байрамынан башлана, сөнки ҡатын-ҡыҙ донъяға ғүмер бүләк итә, уның һулышынан тормош йәшәрә. («Ҡояш ғүмере теләйем, әсәйем, һиңә» йыры йырлана.)
2-се алып барыусы. Донъяла әсәйҙәрҙән дә ғәзиз, изге зат юҡтыр. Күпме наҙ, күпме йылылыҡ бөркөлә «әсәй» тигән һүҙҙән.
Әсә... Ниндәй бөйөк исем...
Нимә етә әсә булыуға?!
Ҡатындарҙың бөтөн матурлығы,
Гүзәллеге – әсә булыуҙа.
1-се алып барыусы. Әсәй – һәр кеше өсөн иң яҡыны, иң ҡәҙерлеһе, иң изгеһе! Шуға ла әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белеп, уларҙы ихтирам итеп, ололап, яратып йәшәйек. (Р. Сурағолов һүҙҙәре, Э. Хаматнурова көйөнә «Әсәйемдең усағы» йыры йырлана.)
2-се алып барыусы.
«Әсәй» тигән ҡыҫҡа ғына һүҙгә
Бөтә донъя һыйған, һыйынған!
Ҡояштың да иң-иң наҙлы нуры
Әсәй йөрәгендә ҡойонған!
3-сө алып барыусы.
Әсәкәйем минең! Яндарыңда
Гелән рәхәт, гелән күңелле!
Һиндә генә урын алғандыр ул
Йомшаҡлығы йөрәк, күңелдең!
1-се алып барыусы.
Телкәйеңдән гел йылы һүҙ сыға,
Балаларым, тиеп йәшәйһең.
Ғүмеркәйең оҙондарҙан булһын,
Донъялағы иң шәп кешеһең! (Ҡыҙҙар «Шәл бәйләнем» бейеүен башҡара.)
1-се бала.
Бик күп апайҙар йәшәй
Беҙ йәшәгән ҙур йортта.
Улар эшләй врачтар,
Инженерҙар булып та.
2-се бала.
Оператор бит, ана,
Әсәһе Сафин Вилдең.
Нарыштауҙа яулай ул
Бәхетен тыуған илдең.
3-сө бала.
Минең әсәйем – прораб,
Һалдыра ул ҙур йорттар,
Һалдыра халыҡ өсөн
Магазиндар һәм клубтар.
4-се бала.
Аҡ ҡалай менән япҡандар
Беҙҙең мәктәп түбәһен.
Һин, ул яҡшы бинаны кем
Төҙәткән, тип беләһең?
5-се бала.
Тормош шат булған өсөн бит,
Беҙ яҡтыға үрләйбеҙ.
Ҡәҙерле әсәләр, һеҙгә
Оҙон ғүмер теләйбеҙ!
(Балалар башҡарыуында «Һәр ваҡыт булһын ҡояш!» йыры яңғырай.)
1-се алып барыусы.
Бала күңеле ер-һыу көҙгөһө,
Байрамдарҙан йыйһын изгелек.
Яҡты уйҙар менән үҫеп етһә,
Күрһәтер ул һеҙгә бары игелек, –
тип тамамлайбыҙ кисәбеҙҙең тәүге өлөшөн. Әсәйҙәр, мең-мең рәхмәт әйтеп, һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тырышып уҡырбыҙ, аҡыллы булып үҫербеҙ. Әҙерләгән бүләктәребеҙҙе ҡабул итеп алығыҙ! (Әсәйҙәргә бүләктәр тапшырыла.)
Алып барыусы. Кисәбеҙҙең икенсе өлөшөндә әсәйҙәр менән бер аҙ уйындар ҙа уйнап алайыҡ.
  1. Уйла һәм дауам ит! Был тормошта кешеләрҙең зирәклеген, отҡорлоғон, хаҡлығын халыҡ әйтемдәре аша беләбеҙ. Әсәйҙәр тураһында ла күп кенә мәҡәлдәр бар. Был мәҡәлдәрҙең тәүге өлөшө минең телемдә, икенсе өлөшө – һеҙҙең уйығыҙҙа.
  • Әсәнән күргән, ... (тун бескән).
  • Бала шатлығы – ... (әсә шатлығы).
  • Атаны күреп, ул үҫер, əсəне күреп ... (ҡыҙ үҫер).
  • Астан үлһəң дə, ... (ата-əсəңде) ташлама.
  • Ҡош ... (яҙға) ҡыуана, ... (бәпес) – әсәйгә.
  1. Яуапһыҙ ҡалған – бурысҡа батҡан. (Йомаҡтарғаң яуап табыу.)
  • Шундай һүҙ был: уҡып була
Уңға ла, кирегә лә.
Балаһы өсөн әҙер тора
Янған утҡа керергә лә. (Ата-әсә.)
  • Мине бында яраталар,
Мине бында көтәләр,
Оҙаҡ-оҙаҡ уйнап китһәм,
Борсолошоп бөтәләр.
Беҙ бөтәбеҙ бергә – «беҙ»,
Шуға күрә бергәбеҙ.
Шатлыҡ, бәхет менән үҫеп,
Бергә-бергә бергәбеҙ. (Ғаилә.)
  • Ул булмаһа, өй ҡараңғы,
Ул булмаһа, аш тәмһеҙ.
Ул – иң ҡәҙерле кеше,
Йәшәй алмайбыҙ унһыҙ. (Әсәй.)
  • Еңгәм, еңгәм, елкәңә кәзә менгән. (Дебет шәл.)
  • Донъяла бер йән бар, унан көслө кем бар? (Кеше.)
  • Көйҙөрә, һөйҙөрә, батшаны баш эйҙерә. (Бала.)
  • Тәнем дә ул, йәнем дә ул,
Һикертә лә ул, йүгертә лә ул. (Бала.)
  • Беҙҙең арала ул бигерәк көслө,
Белмәгән эше юҡтыр ҙа төҫлө.
Уның кеүек иртүк торормон,
Төрлө һөнәргә эйә булырмын. (Атай.)
  1. Тиҙ һорауға-тиҙ яуап.
  2. 5 картуфты 2 балаға нисек итеп тигеҙ итеп бүлергә? (Пюре эшләргә.) 2. Кем һорау бирмәй, әммә яуап талап итә? (Телефон.) 3. Ниндәй бала мыйыҡлы булып тыуа? (Бесәй балаһы.) 4. Әтәс үҙен ҡош тип әйтә аламы? (Юҡ, сөнки һөйләшә белмәй.) 5. Кем башы менән эшкә сума? (Водолаз.) 6. Нимәне әҙерләп була, тик ашап булмай? (Дәресте.) 7. Кем ултырып ҡына йөрөй? (Шахматсы.)
  3. «Тәртипкә килтер» ярышы. Һәр әсәйгә туҙып ятҡан әйберҙәр араһынан йә кейем, йә гәзит-журнал, йә баш кейеме, йә уйынсыҡтар, йә мәктәп кәрәк-яраҡтарын ғына йыйып алырға тәҡдим ителә.
  4. «Сәскәйҙәрең толом-толом» ярышы. (Билдәләнгән ваҡыт эсендә әсәйҙәр ҡыҙҙарының сәстәрен матур итеп үрә. Дөйөм йомғаҡ яһала.)
Алып барыусы. Ҡәҙерле әсәйҙәр! «Йөрәк һүҙҙәребеҙ һеҙгә, әсәйҙәр!» тип аталған кисәбеҙ ошоноң менән тамам. Һеҙгә иҫәнлек, оҙон ғүмер теләп, мең-мең рәхмәттәр әйтеп хушлашабыҙ. (Осрашыу аҙағында сәй табыны ойошторола.)
(Кисәлә Т. Арслан, Р. Ырыҫкужина, Һ.Таҡташ шиғырҙары ҡулланылды.)

А.Х. ЮЛДАШБАЕВА, Өфө ҡалаһының 18-се мәктәбе уҡытыусыһы.

Читайте нас: