Бөтә яңылыҡтар

Уңыш сере нимәлә?

Замандаш

Ҡатын-ҡыҙҙың фиғелен аңлар өсөн, уның эсеп үѕкән һыуҙарын, йүгереп йөрөгән ерҙәрен күреү фарыз. Халҡыбыҙға Салауат батырҙы үѕтергән Әй һылыуҙарын күргән һайын, күңелдә әллә күпме һорауҙар тыуа һәм Мостай Кәримдең шиғри юлдары иѕкә төшә: “Өс мөғжизә мине әсир алды”.
Кеше менән иңгә-иңде терәп эшләһәң дә, ҡайһы саҡ уның тураһында йылы һүҙ әйтергә, эшмәкәрлеген баһаларға ҡыймай тораһың. Был, моғайын, беҙҙең үтә баҫал­ҡылыҡтандыр. Бөгөнгө һүҙем байтаҡ йыл­дар бергә эшләгән хеҙмәттәшем, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы Ғәлина хаҡында.
Ғәлимәнең бала сағы Дыуан районының Мәрйәмғол ауылында үтә. Ишле ғаиләлә өсөнсө ҡыҙ булғас, ата-әсәһе эштә саҡта теремек ҡыҙ һеңлеләрен ҡараша, йорт эштәрендә ярҙамлаша. Әсәһе Сания Муллабай ҡыҙы – 32 йыл Арый урта мәктәбендә уҡытыусы, атаһы Ғәлимйән Сафый улы 40 йылдан ашыу “Урал” колхозында шофер, бригадир, механик булып эшләй.
Биш ҡыҙ тәрбиәләгән Әхмәтовтар ғаиләһендә йорт эштәрен, ҡаралты-ҡура мәшәҡәттәрен үҙ-ара бүлешеп, тиҙ генә башҡарыу ғәҙәте һеңгән. Ә шулай ҙа Ғәлимә йышыраҡ атаһы эргәһендә уралыр­ға ярата, күп эштәрҙә уның айырылғыһыҙ ярҙамсыһына әйләнә. Ҡолас ташлап бесән сабыу, күбәләү, ат, машина менән эш итеү ҡыҙҙың иңенә төшкән һәм кинәнеп башҡарған шөғөлдәре була. Бала саҡтан ҡыҙҙың етәкселек итеү, ойоштороу һәләтенә нигеҙ һалына, атаһынан күскән ныҡлыҡ, үҙ-үҙенә ышаныу уға тормошта бик ярҙам итә.
Мәктәптә Ғәлимәнең күңелен белемгә ынтылыш биләп ала. Һәр дәрес, һәр көн уның өсөн байрамға әйләнә. Ҡайнап торған мәктәп тормошонда йәш ҡыҙҙың бар теләгенә яуап бирерҙәй шөғөл табыла. Уҡыу, йәмәғәт эштәре, мәҙәни тормош Ғәлимәнең арымай-талмай башҡара торған көндәлек эшмәкәрлегенә әйләнә. Арый урта мәктәбен тамамлағас, 1987 – 1989 йылдарҙа Мәсәғүт педагогия училищеһында белем ала. Бында үҫмер ҡыҙ­ҙы айырыуса музыка дәрестәре ылыҡтыра, тап ошо осорҙа ул моңдо тойорға, йырҙы еренә еткереп башҡарырға өйрәнә. Ә ҡыҙҙың белем офоғо сикһеҙ, ул мотлаҡ ¤фөгә барырға ҡарар итә һәм 1989 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡыр­ға инә.
XX быуаттың 90-сы йылдары йәмғиәтебеҙҙең бик ҡыҙыҡлы ла, ҡатмарлы ла рухи күтәрелеү осоро була. Ф.Ғ. Хисаметдинова етәкселек иткән факультет тәүге аҙымдарын ғына яһаһа ла, унда йәштәргә өмөтлө ҡараш, ныҡлы ышаныс өѕтөнлөк итә. Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы киләсәген әҙәбиәт донъяһы, уҡытыу эше менән бәйләргә хәл итә. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамлағас, башҡорт филологияһы факультетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһында ассистент булараҡ эш башлай. Академик Ғ.Б. Хөсәйенов етәкселегендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының аспирантураһын тамамлай һәм 2003 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Артабан уға тәрбиә, фән буйынса декан урынбаҫары вазифаһын ышанып тапшыралар. Бар эште еренә еткереп башҡарырға ғәҙәтләнгән йәш уҡытыусы бында ла һынатмай. Факультеттың эшен йәнләндереү, студенттар тормошон ҡыҙыҡлы итеп ойоштороу, фәнни конференциялар үткәреү – уның эшмәкәрлегенең бер яғы ғына. Шулай уҡ әле генә ауылдарҙан килгән йәштәргә әсәй ҙә, апай ҙа, әхирәт тә булыу уның иңдәренә ята. Тормошта һәр саҡ шат йылмайып йәшәргә өйрәнгән Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы эштең күплегенә бер ваҡытта ла зарланмай.
Тырышҡан кешене һәр ерҙә лә күрә­ләр, тағы ла яуаплыраҡ урын тәҡдим итә­ләр. Йәш белгескә башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы етәксеһе вазифаһын ышанып тапшыралар. Йыл һайын традицион Аҡмулла көндәрен ойош­тороу, уны юғары кимәлдә әҙерләү һәм үткәреү күберәк ул етәкләгән кафедра өлөшөнә төшә. Матур йола республика, Рәсәй сиктәрен үтеп, халыҡ-ара кимәлгә кү­тәрелә. Ошо айлыҡ барышында кафед­ра мәктәп уҡыусыларының олимпиадаларын уңышлы уҙғара бара. Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы етәкләгән кафедра йыш ҡына Рәсәй Фәндәр академияһының гранттарын яулай. Үткән йылдарҙа Свердловск өлкәһе башҡорттарының фольклор өлгөләрен йыйыу ойошторолдо, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим юбилейына арналған – халыҡ-ара, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин ижадына арналған Рәсәй кимәлендәге конференциялар үтте.
Юғары уҡыу йорто уҡытыусылары һайлаған йүнәлештәре буйынса дәреслектәрҙе, уҡыу әсбаптарын үҙҙәре яҙа. Был йәһәттән Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙының уңыштары байтаҡ. Уның “20-се йылдар башҡорт әҙәбиәтендә романтизм һәм реализм”, “20 – 30-сы йылдар башҡорт әҙәбиәте”, “ХХ быуат башы башҡорт әҙәбиәте” уҡыу әсбаптарын; “Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте: ижади портреттар, өйрәнеү мәсьәләләре” уҡыу-методик әсбабын ғалимдар юғары баһаланы. Уның ошо йүнәлештә ғилми эшмәкәрлеге дауам итә.
Ғ.Ғ. Ғәлина – 2009 йылдан алып “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” буйынса Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының педагогик белем йүнәлешендәге комиссия­һы ағзаһы. Күп тапҡырҙар “Йыл уҡытыусыһы”, мәктәп уҡыусыларының баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса тө­бәк-ара олимпиадаһы, “Урал батыр” конкурсының жюри ағзаһы булыу етәксенең заман менән йәнәш атлауы хаҡында һөйләй. “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” Закондың үтәлешен тикшереү комиссияһы ағзаһы булараҡ, уға йыш ҡына төрлө ултырыштарҙа ҡатнашырға, командировкаларға йөрөргә тура килә.
Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы район мәктәптәрендәге осрашыуҙарҙа күп була, халҡыбыҙҙың рухын бөтәйтеүгә ҙур өлөш индерә. Әле генә студенттары менән Аҡмулла төбәгенә юл алһа, икенсе юлы Салауаттың изге еренә йә Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры М. Ғафуриҙың тыуған яғына сәйәхәт ҡыла. Быйыл башҡорт филологияһы факультетының ул етәкләгән бер төркөм студенттары Ҡазан ҡалаһында X тапҡыр үткәрелгән “Милли хазина” фестивалендә уңышлы сығыш яһап, гран-приға лайыҡ булды. Тынғыһыҙ остаз яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыуҙар, ижади кисәләр ойоштороп, студенттар тормошона йәм өҫтәй. Хеҙмәттәшемдең тырыш хеҙмәте юғары баһаланды: уға Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2010), Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре (2019) тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.
Ғаиләле ҡатын-ҡыҙҙың донъяһы түңәрәк була. Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы – БДПУ-ны тамамлап, Өфө мәктәптәренең береһендә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләгән һөйкөмлө ҡыҙы Миләүшәнең әсәһе генә түгел, ә дүрт туғанына терәк, кәңәшсе лә. Йәй айҙарында ул тормош иптәше Әнүәр менән Мәрйәмғолда, атайҙарҙан ҡалған йортта, кинәнеп бал ҡорттары ҡарай, тәбиғәт ҡосағында булып, эшенә дәрт-дарман алып ҡайта. Әйткәндәй, уның дүрт бер туғаны ла уҡытыусы булып эшләй, тимәк, ғаилә династияһы дауам итә. Бына ни өсөн Ғәлимә Ғәлим­йән ҡыҙының йөҙө ҡояш кеүек балҡып, эштәре гөрләп тора икән! Тормоштағы, ғилми эшмәкәрлегендәге, ғаиләләге уңыштар­ҙың сере лә тап ул таянып йәшәгән принциптарға ҡайтып ҡала. Ул да булһа – ихласлыҡ һәм тырышлыҡ!
З.А. ӘЛИБАЕВ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты, филология фәндәре кандидаты
Читайте нас: