Маҡсат. Уҡыусыларҙы яҡташ яҙыусыбыҙ Н. Мусиндың биографияһы һәм ижады менән таныштырыу; “Атайымдың ос һәнәге” хикәйәһе аша башҡорт теленең нескәлектәрен өйрәнеү; уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү; әҫәр ярҙамында туған телгә һөйөү, дуҫлыҡ һәм коллективизм тойғоһо, оло быуын кешеләренә, хеҙмәткә ихтирам тәрбиәләү; конференцияла сығыш яһарға өйрәтеү, оратор оҫталығын, китап уҡыу мәҙәниәтен үҫтереү.
Предмет-ара бәйләнеш: Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, йәмғиәтте өйрәнеү.
Йыһазландырыу. Компьютер, проектор, ватман, төҫлө маркерҙар, елем, гәзит-журналдарҙан алынған төҫлө һүрәттәр, фотоаппарат.
Дәрес барышы
I. Психологик инеш.
II. Белемде актуалләштереү.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, беҙҙең тыуған еребеҙ талантлы шәхестәргә бай. Бөгөн дәрестә кем тураһында һүҙ барасағын белеү өсөн һеҙҙе Ишембай районының “Торатау” газетаһында баҫылған мәҡәлә менән таныштырам. (Газетанан өҙөк уҡыла. Уҡыусылар Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин тураһында тулыраҡ мәғлүмәт ала. Таблица таратыла. Ул дәрес аҙағында тултырыла.)
Алып барыусы. Һаумыһығыҙ, конференцияла ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар! Бөгөн беҙ Н. Мусиндың “Атайымдың ос һәнәге хикәйәһе” буйынса пресс-конференция үткәрербеҙ. Бөгөнгө сарала ҡатнашыусы белгестәр менән таныштырып үтәм, һеҙҙең алда – биографтар, әҙиптәр һәм лингвистар төркөмө.
Шулай уҡ бөгөн беҙҙең арала Башҡортостандың билдәле гәзит-журналдары журналистары ла бар.
Матбуғат конференцияһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин ижад иткән “Атайымдың ос һәнәге” хикәйәһе тураһында һүҙ барасаҡ. Һәр төркөм сығыш яһағандан һуң, журналистар һорау бирәсәк, эксперттар сығышты баһалаясаҡ. Матбуғат үҙәге конференция барышын фотоға төшөрә һәм газетаға материал йыя.
III. Уҡыу бурыстарын үтәү. “Биографтар” төркөмөнөң сығышын тыңлау.
Башҡорт прозаһының күренекле вәкиле, эпик йөкмәткеле романдар, үткер проблемалы повестар, күп һанлы хикәйә һәм очерктар авторы Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен, ғәҙәттә, халыҡсан ижад тип баһалайҙар. Ысынлап та, уның Тәбиғәткә, кешеләргә оло һөйөү, нескә миһырбанлыҡ менән һуғарылған ижад өлгөләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә хәҙерге Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуа. Тәүҙә үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәптә уҡый. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, тыуған ауылына уҡытыусы булып эшкә ҡайта. Әҫәрҙәре 1952 йылдан алып матбуғатта баҫыла башлай. «Зөһрә» исемле тәүге повесы, 1955 йылда яҙылып, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында донъя күрә. 1958 йылда Н. Мусин «Ағиҙел» журналына эшкә килә, ошо осорҙан алып әҙәбиәттән айырылмай. Һуңыраҡ ул, башлыса, үҙе тыуып үҫкән мөхит, тормош һәм шунда көн күреүсе кешеләр хаҡындағы әҫәрҙәре менән танылыу ала.
Ноғман Мусин – үҙ темаһын ғына түгел, үҙ стилен, уға ғына хас һүрәтләү алымдарын тапҡан яҙыусы. Ул тәбиғәт тигән ҙур социаль проблематиканы тормоштоң киң һулышы, замандаштарының ынтылышлы эшмәкәрлеге менән органик бәйләнештә биреүгә өлгәшә. Хикәйәләре, “Зөһрә”, “Төпкөлдән төшкән килен”, “Аҡ юл һиңә!” повестары, “Өҙәрем юл кешеләре”, “Һайлап алған яҙмыш”, “Мәңгелек урман”, “Зәңгәртауҙа – аҡ болан” романдары күптәрҙең яратып уҡыған әҫәрҙәренә әйләнде. Уның ижады заман үҙгәрештәренә лә бирешмәй, сөнки улар кешеләрҙе тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә күҙ ташларға мәжбүр итә. Яҙыусыға хаҡлы рәүештә республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, 2001 йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Ә әҙип өсөн иң ҙур бүләк – халыҡ һөйөүе. (Сығыштан һуң журналистарҙың һорауҙарына яуап бирәләр, эксперттар баһалай. Уҡыусы башҡарыуында В. Мәүлитов һүҙҙәре, Ә. Бикташева көйөнә “Атай менән бесәндә” йыры тыңлана.)
IV. “Әҙиптәр” төркөмөнөң сығышы.
Ноғман Сөләймән улы Мусиндың “Атайымдың ос һәнәге” хикәйәһендә ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, 1945 – 1949 йылдарҙа, бара. Хикәйәлә Кинйәбай исемле ауыл малайы әсәһенә бесән эшләргә ярҙам итә. Тәүге йылда ул, әсәһенә эйәреп барып, бесән йыйырға өйрәнә. Икенсе йылында Кинйәбай салғы тота, 14 йәшендә иһә, атаһының ос һәнәген ҡулына алып, тәүге күбәне ослап шатлана.
Ошо көндән башлап ул әсәһенең төп ярҙамсыһына, терәгенә, яҡлаусыһына әйләнә. 10 йәшлек сағында уҡ Кинйәбай атаһынан ҡалған ҡомартҡыны һаттырмай, яҡлап, һаҡлап ҡала. 1947 йылда, аслыҡтан интеккән ғаиләһенә ярҙам итеү маҡсаты менән, 11 йәшлек үҫмер атта йөрөп бесән йыя. Насар уйлы кешеләрҙән урлаттырмаҫ өсөн төнөн ос һәнәген бесәнлектән алып ҡайта. Һөйәге нығына башлағас, кәбән ослау эшен дә үҙ өҫтөнә ала. Ошо минутта ул үҙен атаһы кеүек көслө итеп тоя. Үҙендә ышаныс арта, Шәһиткә ҡаршы торорлоҡ, ос һәнәген һаҡлай алырлыҡ көс табыла.
Хикәйәлә етем Кинйәбайҙың тормош ауырлыҡтары аша нығыныуы, яңғыҙ әсәһенә, апаһына яҡлаусы булып, йәмғиәткә кереүе (социализация) һүрәтләнә. Кескәй малайҙың ир ҡорона инеүе барышында төп ролде атаһынан ҡалған ҡомартҡы – ос һәнәге үтәй. Шулай уҡ тәрбиәлә Кинйәбайҙы уратып алған оло быуын вәкилдәре – Йәноҙаҡ, Нажар бабайҙар – ҙур урын ала. Геройҙарҙың протиптары үҙҙәренең ғаилә ағзалары була. (Журналистар һорау бирә, эксперттар сығышты баһалай.)
V. “Лингвистар” төркөмөнөң сығышы.
“Атайымдың ос һәнәге” хикәйәһендә бесән әҙерләгәндә ҡулланылған һүҙҙәр уҡыусыларҙы уйланырға, яуап эҙләп оло быуын вәкилдәренә мөрәжәғәт итергә мәжбүр итте. Хәҙер бесән әҙерләүҙә салғы, ябай тимер һәнәк менән ағас йә пластмасса тырманан башҡа эш ҡоралын тотонмайҙар. Бесән әҙерләү баштан алып аҙағына тиклем техника менән башҡарыла.
Һүҙлек эше. Йәптәре тарбағайланмаһын – ботаҡтары тураймаһын; һылтыҡлабыраҡ атлай – сатанлап атлай; йылҡылдап – ялтырап; сырайҙары ағарып – йөҙө ағарып; балыҡ мәскәүләү – балыҡ тотоу; һәнәк – вилы, ос һәнәге – вилы-тройчатки; ҡомартҡы – борондан ҡалған иҫтәлекле нәмә, мираҫ; һелкәүес – төйгән ярманы һелкеп, кәбәген айыра торған йәйпәк ялғаш; кәбән – ҙур түңәрәк итеп, ослап һалған бесән өйөмө, стог; күбә – бер нисә күтәремдән ослап һалынған бесән өйөмө, куча сена; эҫкерт – бейек оҙон итеп һалынған бесән, һалам өйөмө, скирда; бакуй – пакос.
VI. «Ноғман Мусинға 100 һорау» проекты.
Конференцияла ҡатнашҡан төркөмдәр кластер төҙөй. (Ватман, елем, фломастер, журналдарҙан төҫлө һүрәттәр бирелә.)
VII. Белемде нығытыу.
Н. Мусиндың “Атайымдың ос һәнәге” әҫәре буйынса викторина.
1. Йәноҙаҡ бабай Кинйәбайҙарға ни өсөн килә?
2. Нимә ул ос һәнәге?
3. Кинйәбайҙың атаһының исеме кем?
4. Атайҙан иҫтәлеккә ҡалған әйбер нисек атала?
5. Кинйәбайҙың апаһының исемен әйтегеҙ.
6. Нимә ул “мәскәү”?
7. “Сәкән” һүҙе нимәне аңлата?
8. Кинйәбай менән Әхәт кемдәргә кәбән тарттырырға бара?
9. Ят кешеләргә һәнәк ни өсөн кәрәк була?
10. Кинйәбай нисә йәшендә бесән йыя, саба, күбәләй, кәбән ҡоя?
11. Кәбәндең уртаһына еткәс, кәбән ҡойоусылар ниндәй һәнәк ҡулланалар?
12. Кем ул “ҡорҙаш”?
13. Ни өсөн Кинйәбайҙың әсәһе ос һәнәген һатырға теләмәй?
14. Кинйәбайҙың атаһы ниндәй шарттарҙа вафат була?
15. Ауыл кешеләре өсөн ос һәнәге ни өсөн ныҡ ҡәҙерле?
16. Кинйәбайҙың атаһы менән әсәһенең исемдәрен әйтегеҙ.
17. Көнтөшмәҫ ер ҡайҙа урынлашҡан?
18. Хикәйәләге геройҙарҙың прототиптары кемдәр?
VIII. Ижади минут. (Төркөмдәр синквейн яҙа.)
IX. Рефлексия. (Уҡыусылар таблица тултыра.)
Бөгөн мин нимәләр белдем? Яҡынса яуаптар. (Н. Мусиндың биографияһын һәм ижад юлын; хикәйәләге оло быуын вәкилдәренең үҫмерҙе тәрбиәләүҙәге ролен; Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙағы ауыл тормошон; 70 йыл элек тә малайҙар, беҙҙең кеүек үк, урамда тупраҡ менән уйнағандар, балыҡ тотҡандар, һыу ингәндәр, әсәләренә ярҙам иткәндәр, алдашҡандар ҙа; күкрәк һәнәге, ос һәнәге нимә өсөн кәрәк икәнлеген; әҫәрҙең ни өсөн “Атайымдың ос һәнәге” тип аталыуын.)
X. Өйгә эш биреү, баһалау.
Эксперт төркөм, сығыш яһаусыларҙың оратор оҫталығын, материал менән эш итеү һәләтен, һорауҙарға төплө яуап биреү, ышандыра белеү маһирлығын иҫәпкә алып, һығымта яһай.