Бөтә яңылыҡтар

Дистанцион уҡытыу барышында кейс технологияһын ҡулланыу

Бөгөнгө дистанцион белем биреү мәктәп алдына яңы бурыстар ҡуя

Бөгөнгө дистанцион белем биреү мәктәп алдына яңы бурыстар ҡуя. Заман менән бергә атлау, йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙе, яңылыҡтарҙы үҙләштереп өлгөрөү өсөн, уҡыусыларҙың туҡтауһыҙ үҙ аллы белем алыуға ынтылыуына, ижади эшмәкәрлегенә, мәҙәниәтле булыуына иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк. Уларҙың донъяны танып белеү эшмәкәрлеген, аҡыл үҫешен әүҙемләштереү, үҙ аллы эшләргә өйрәтеү бурысын тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыу процесына яңы кейс-технологияны индереү отошло булды. Күптәр, бигерәк тә, педагогиканан алыҫ булғандар был технологияның асылын (исемен дә, есемен дә) аңламай ҡалды.
Ҡыҫҡаса белешмә
Был уҡытыу технологияһының исеменә килгәндә, ул төрлө хеҙмәттәрҙә төрлө исем аҫтында йөрөй. Мәҫәлән, сит ил баҫмаларында ошондай атамаларын осратырға тура килде:
ситуацияны өйрәнеү методы (case studies);
эшлекле хәл-ваҡиға тарихын өйрәнеү методы (case stories);
кейс методы (case method);
Рәсәй баҫмаларында йышыраҡ был технология конкрет ситуациялар (КС), эшлекле ситуациялар, кейс-метод аҫтында йөрөй.
Кейс технологияһы тәүге тапҡыр 1870 йылда Гарвард университетының хоҡуҡ мәктәбендә уҡыу процесында ҡулланыла. Аҙаҡ, 1920 йылда, был технология ошо уҡ уҡыу йортоноң бизнес мәктәбенә индерелә, ә инде 1967 йылдан башлап Гарвард бизнес мәктәбе кейс методын ҡулланыу буйынса лидер булып таныла. Студенттар шахтерҙар забастовкаһын туҡтатыу проблемаһын сисеүҙең дөрөҫ варианттарын тәҡдим иткәс, уны практикала ҡулланып ҡарайҙар. Ә һөҙөм­тәләрен күргәс, методты пропагандалай башлайҙар. 1920 йылдан башлап бөтә уҡыу-уҡытыу системаһы (САSE STUDY) реаль ситуациялар нигеҙендә уҡытыу методикаһына күсерелә. Беҙҙең илдә был технология XX быуаттың 20 йылдарында ғына иҡтисад дисциплиналарын уҡытыу­ҙа ҡулланыла башлай ҙа туҡтай. Мәс­кәүҙең юғары уҡыу йорттары ошо уҡ уҡыу-уҡытыу технологияһына 1980 йылдарҙа иғтибар итә. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй мәғариф өлкәһендә лә яңылыҡ булып килеп ингән хеҙмәттәр осрай.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, был методиканың нигеҙендә боронғо дәүер философы Сок­раттың хеҙмәттәре ята. Күп быуаттар элек үк ул былай тип яҙған: “Әгәр белем баланың рухи булмышын ҡуҙғытмай, бала күңелен уйландырмай, уны ижади эшмәкәрлеккә этәрмәй, әҙер көйө бирелә икән, уның файҙаһы ла, ҡәҙере лә булмаясаҡ. Кеше үҙ эшмәкәрлегенең емешен татығанда ғына белем файҙалы була”. Шунда уҡ Сократ уҡытыусының да бурыс­тарын билдәләй: ”Уҡыусы эҙләнеүсе, тикшереүсе, өйрәнеүсе сифатында ҡатнашыр­ға, ә уҡытыусы уны шул эшмәкәрлеккә этәреүсе вазифаһын үтәргә тейеш”. Мең йылдар элек яҙылған хеҙмәт беҙҙең көндәрҙә мәғариф өлкәһендә яңы технология – кейс-стади булып китер тип кем уйлаған?
Кейс технологияларының үҙенсәлеге
Кейс-стади технологияһы – ул ябай методик яңылыҡ, конкрет белем һәм күнекмәләр генә түгел, ә реаль ситуацияларға ҡоролған, уҡыусыларҙың интеллект һәм коммуникатив потенциалын үҫтереүсе технология.
“Кейс” һүҙе латин теленән алынған, “казус” (запутанный, необычный случай) буталсыҡ, ғәҙәти булмаған хәл, ваҡиғаны аңлата. Кейс бер нисә һөйләмдән генә торған бер битлек текстан алып күп битле булыуы ла мөмкин. Кейс эсендә мотлаҡ бер ситуация, интрига булыуы мөһим. Ситуация – кем, нимә менән, ҡайҙа, ҡасан булған ваҡиға.
Телмәр ситуациянан тыш тыумай. Һәр бер ваҡиғаның урыны, ваҡыты, аралашыу­сыларҙың характеры, ролдәре була. Унан тыш, аралашыу барышында мотлаҡ хәл ителергә тейешле телмәр мәсьәләһе (проблемаһы) булыуы шарт. Проблемалы ситуацияларҙы дәрестә уҡытыусы булдыра. Ситуация тыуһын өсөн, фекер ҡаршы­лығы кәрәк. Бер үк проблемаға ҡараштарҙың төрлө булыуы уҡыусыларҙа бәхәс тыуҙыра. Дискуссияла ҡатнашып, уҡыусылар үҙҙәренең төрлө өл­кәләге белемдәрен файҙаланып ҡына ҡалмай, уларҙы бер-береһе менән аралашыу ваҡытында сағыштыра, анализлай, һығымта яһай. Шулай уҡ сит кешенең фекерен тыңларға, үҙ фекерен иҫбатларға, реаль аралашыуҙа ҡатнашырға өйрәнә.
Кейс ике төрлө була. 1. “Ялан” – “полевые” (реаль фактик материал нигеҙендә). 2. “Кабинет” – “кабинетные” (уйлап сығарылған).
Һәр дәресте планлаштырғанда уҡыусыларға тәҡдим ителгән эштәрҙе уйлап, һайланған эш төрөнөң ниндәй маҡсатта тәҡдим ителгәнен алдан уҡ анализлап, кәрәкле ярҙамсы материалдарҙы әҙерләп ҡуйырға кәрәк.
Кейс технологияһы тип уҡыу материалының папкаһын да йөрөтәләр. Кейс материалы – берҙәм мәғлүмәт комплексы. Ул өс өлөштән тора:
аныҡ ситуацияның бирелеше (текст, һорауҙар, план);
кейсты анализлар өсөн төрлө сығанаҡтарҙан ярҙамсы мәғлүмәт (таратма материал, схемалар, терәк һүҙҙәр, һүҙлектәр, документ копиялары, фото, публикациялар, газета-журналдар һ.б.);
кейсҡа эштәр (күнегеүҙәр).
Кейс яҙыр өсөн өс мөһим әйбер булырға тейеш:
бер төркөм кешеләр – уҡыусылар;
ваҡиғалар хронологияһы, ваҡыт – дәрес;
реаль проблема, конфликт.
Кейс төрҙәре:
– баҫма кейс (печатный);
– мультимедиа кейсы (электрон дәрес­лектәр);
– видеокейс.
Кейс технологияһы – ул конкрет реаль ситуациялар, йәғни ысынбарлыҡта булған ваҡиғалар. Конкрет ситуациялар методы сит илдә теүәл технологик алгоритм булып инде, ә Рәсәй мәктәптәрендә ул бөгөн киң таралыу яулаған уҡытыу технологияларын күҙ уңында тота: проектлау, проблемалы, адаптив система, үҫтереүсе, компьютер, уйын. Актив уҡытыуҙа төрлө технологиялар ҡулланыла. Мәҫәлән:
– уйын проектында уҡыусылар ниндәй ҙә булһа бер ситуация уйлап сығара (проекттың проблемаһы, маҡсаты билдәләнә), уҡыусының нимә өйрәнергә тейешлеге билдәләнә, төркөмдәрҙә эш ойошторола. Шунан сәхнәләштерелгән уйын буйынса һығымта яһала, дискуссия алып барыла;
– ижади лабораторияларҙа уҡыусылар эҙләнеү, ижади эш, һөҙөмтәне яҡлау менән мәшғүл, улар презентация, видеофильм, экспедиция, һүрәт, ниндәй ҙә булһа байрам сценарийҙарын төҙөй ала;
– информацион проектта уҡыусылар үҙҙәре мәғлүмәт таба, эштең һөҙөмтәһе газета, доклад, буклет рәүешендә, баҫма формала таратыла йәки Интернет селтәренә урынлаштырыла.
Уҡытыуҙа интерактив технологияларҙы бер бөтөн комплекста ҡулланыу кейс-технологиялар йәки ситуацияларҙы анализлау методы тип йөрөтөлә.
Кейс технологияһы буйынса уҡытыу­ҙы ойоштороу түбәндәгесә:
– әҙерлек этабы (дәрескә тиклем). Маҡсаты: аныҡ ситуация булдырып, уның барышының маҡсатын, бурыс­тарҙы билдәләү;
– таныштырыу этабы (дәрес барышында). Маҡсаты: реаль ситуацияға йәлеп итеү, материалды еңел ҡабул итеү юлын һайлау;
– аналитик этап (кейсты тикшерә башлау). Маҡсаты: кейсты төркөмдәрҙә анализлау, проблеманан сығыу юлын эҙләү, дискуссия;
– йомғаҡлау этабы (төркөмдәрҙең яуаптарын презентациялау). Маҡсаты: яуаптарын тыңлау, нигеҙләү (кейс бу­йынса төркөмдәрҙең һығымталары).
Ситуацияларҙы анализлау методының маҡсаттары:
тәнҡит күҙлегенән фекерләү һәм ана­лизлау күнекмәләрен үҫтереү;
теория менән практиканы бәйләү;
дөрөҫ яуаптарҙы табыу юлын асыҡ­лау;
яуаптарҙың альтернатив варианттарын баһалай белеү.
Быларҙан тыш, кейс технологияларын ҡулланыу уҡыусыларҙы аралашырға, кеше алдында сығыш яһарға, үҙ фекерен яҡ­ларға, иҫбатларға, сит кешенең фекерен тыңларға, хөрмәт итергә, анализларға өйрәтә. Ә иң мөһиме – балаларҙың белемгә ҡыҙыҡһыныуы арта, мотивация (теләк) уяна. Бындай уҡытыуҙың төп йүнәлеше: проблемалы ситуация булдырыу, аныҡ проблема ҡуйыу, проблеманы күмәкләп хәл итеү, төркөмдәрҙә эштең дөрөҫлөгөн тикшереү, дискуссия, диспуттар үткәреү, проект, презентациялар яһау. Уҡытыу нигеҙендә уҡыусыларҙа дәрес материалын танып белеүгә ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уяна, эҙләнеүгә ынтылыш, шул эҙләнеүҙе үҙе дөрөҫ хәл итергә тырышыу теләге тыуа.
Уҡытыу процесын әүҙемләштереүсе кейс-технологияларға:
– ситуатив анализ методы (конкрет ситуацияларҙы анализлау методы, ситуатив күнегеүҙәр һәм эштәр; кейс-стади);
– инцидент методы;
– ситуатив-ролле уйындар методы;
– эшлекле корреспонденцияны тикшереү методы;
– уйын проекты;
– дискуссия методтары инә.
Шулай итеп, кейс-технология – ул реаль һәм шартлы ситуациялар нигеҙендә, ҡыҫҡа ваҡыт эсенә ҡоролған интер­актив уҡытыу алымы.
Цицерон: ”Иң яҡшы уҡытыусы – ул тәжрибә, практика”, – тигән. Әгәр ҙә беҙ кемдеңдер килеп уңыш серен бүләк итеүен көтһәк, бер нәмәгә лә өлгәшә алмаясаҡбыҙ. Һәр уҡытыусы, фантазияһын эшкә егеп, үҙ маҡсаттарын үҙе тормошҡа ашырырға бурыслы.
Бында шуны ла әйтеп үтеү мөһим: кейс технологияларынан мөғжизәләр көтөргә кәрәкмәй, унан ғына уҡыусылар вундеркинд булып китмәйәсәк. Был уҡытыу системаһы баланың интеллектуаль үҫешенә йоғонто яһай. Әгәр ҙә бала абстракт фекерләүгә өйрәнгән икән, ул тормошта йыш осрай торған хәлдәрҙә дөрөҫ юл таба аласаҡ, ләкин ниндәйҙер ситуация үҙ аллы хәл итеүҙе талап итһә, бала юғалып ҡалырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙан ҡурҡырға ярамай. Академик Ғайса Хөсәйенов: “Фән – ул икеләнеүҙәр менән башлана, ышаныс менән бөтә,” – ти. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Эшебеҙ йәмғиәт алдында ғорурланырлыҡ булһын! Һоҡланыу ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, ә ҡыҙыҡһыныу – мауығыуға һуҡмаҡ, мауығыу иһә белем донъяһына юл аса.

Ә.Р. ИБӘТУЛЛИНА,
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 7-се мәктәбе уҡытыусыһы,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы

Читайте нас: