Бөтә яңылыҡтар

Еҙ ҡыңғырау

Яңы йыр

Миләүшә Ҡыҙрасова һүҙҙәре
Илшат Яхин көйө
Мәңге шаулар, үтмәҫ кеүек ине –
Артта ҡалды мәктәп йылдары.
Яңғырай бына һуңғы ҡыңғырау ҙа,
Эй, һағышлы бигерәк моңдары...
Ҡушымта:
Сыңла, сыңла, әйҙә, сыңла, еҙ ҡыңғырау!
Әйҙә беҙҙе белем үренә.
Һау бул, мәктәп! Һау бул!
Мәңге әйтелеп бөтмәҫ
Рәхмәтебеҙ күңел түрендә!
Сыңла, әйҙә, сыңла, еҙ ҡыңғырау!
Оҙат беҙҙе алыҫ юлдарға,
Аҙаштырмаҫ аҙан кеүек бул һин
Аҡ хыяллы егет-ҡыҙҙарға.

Ҡушымта:
Шатлыҡ хисе менән һағыш йәше берҙәй
Мөлдөрәмә тулған күңелгә.
Һау бул, мәктәп! Һау бул!
Мәңге әйтелеп бөтмәҫ
Рәхмәтебеҙ күңел түрендә!
Уҡытыусым, мәктәп биргән ҡанат
Алыҫ офоҡтарға әйҙәһен,
Маяҡ булып юл күрһәтеп торор
Еҙ ҡыңғырау сыңлар мәктәбем.
Ҡушымта:
Сыңла, сыңла, әйҙә, сыңла, еҙ ҡыңғырау!
Әйҙә беҙҙе белем үренә.
Һау бул, мәктәп! Һау бул!
Мәңге әйтелеп бөтмәҫ
Рәхмәтебеҙ күңел түрендә!
Читайте нас: