Республикабыҙҙың билдәле шәхестәренең береһе, танылған ғалим һәм педагог, филология фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Псәнчин Вәли Шәғәли улының (1930 – 2013) тыуыуына 90 йыл тула.
В.Ш. Псәнчин 1930 йылдың 22 апрелендә Башҡорт АССР- ның Йылайыр кантонына ҡараған 1-се Дәүләтҡол ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Үҫмер был осорҙа уҡыуҙан тыш колхоз эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, шуға ла Вәли Шәғәли улының Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тырыш хеҙмәте юғары баһалана. Ул «1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарман хеҙмәте өсөн» миҙалына лайыҡ була.
Буласаҡ ғалим 1944 йылда Күгәрсен мәктәбен тамамлағандан һуң уҡыуын Мораҡ урта мәктәбендә дауам итә, бер йылдан Мораҡ педагогия училищеһында уҡыу бәхетенә ирешә. Был уҡыу йортон 1948 йылда тамамлап, Күгәрсен районы мәктәптәрендә башланғыс кластар һәм математика уҡытыусыһы булып эш башлай. 1950 – 1953 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп, Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайта. Тыуған районында бер йыл уҡытыусы булып эшләгәндән һуң К.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Уны 1959 йылда уңышлы тамамлап, Башҡорт АССР-ның Мәғариф министрлығында дәреслектәр бүлеге мөдире вазифаһында эш башлай.
Үткән быуаттың 1950 йылдарының аҙағы – 1960 йылдарының башындағы демократик үҙгәрештәр мәктәп даирәһенә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Был иһә иң тәүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәреслектәрҙе яңыртыуға, уларҙы, шул осор педагогикаһының яңы алымдарын күҙ уңында тотоп, үҙгәртеүгә ҡайтып ҡала. Бүлек мөдиренә дәреслектәрҙе заман талаптарына тура килтереү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк була. Йәш мөдир был ауыр һәм яуаплы эште уңышлы башҡара, дәреслек яҙыуға яңы авторҙарҙы (Ғ.Ғ. Сәйетбатталов, Т.Х. Аслаев, Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Х. Минһажетдинов, Н.Х. Ишбулатов һ.б.) йәлеп итә. Һөҙөмтәлә Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылын яңы дәреслектәр менән башлап ебәрә.
1961 – 1964 йылдарҙа Вәли Шәғәли улы, Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетында профессор Ж.Ғ. Кейекбаев етәкселегендә көндөҙгө аспирантурала уҡып, 1965 йылда «Башҡорт әҙәби яҙма теленең формалашыу тарихы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Автор үҙенең ғилми хеҙмәтендә башҡорт әҙәби теленең нигеҙе иҫке төрки теле түгел, киреһенсә, әҙәби йәнле һөйләү теле булыуын, уның ярҙамында халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады ынйылары ижад ителеүен яҡлап сыға. Бындай ҡараш үҙ ваҡыты өсөн алдынғыларҙан һанала.
В.Ш. Псәнчин 1964 – 1984 йылдарҙа Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле кафедраһында ассистент, өлкән уҡытыусы һәм доцент вазифаларында эшләй. Ул ошо йылдарҙа лексика, башҡорт диалектологияһы, төрки телдәренең сағыштырма грамматикаһы, башҡорт әҙәби теле тарихы буйынса лекциялар уҡый. Башҡорт яҙыусыларының тел үҙенсәлектәре буйынса семинарҙар алып бара, шулай уҡ «Телдең күркәмлек саралары» исемле махсус курс та булдыра. Һөҙөмтәлә уның «Мостай Кәрим – һүҙ оҫтаһы» (Өфө, 1972) монографияһы, «Телдең күркәмлек саралары» (Өфө, 1984) тигән уҡытыусылар өсөн хеҙмәттәре донъя күрә.
Вәли Шәғәли улы тел ғилеме өсөн актуаль тарихи грамматика өҫтөндә уңышлы эшләй. Был йәһәттән ул үҙенең бөйөк уҡытыусыһы, профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың эшен дауам итә. В.Ш. Псәнчиндең 1976 йылда – «Башҡорт теленең морфологияһы» (авторҙашы – Ә.М. Аҙнабаев) исемле монографияһы, 1984 йылда рус телендәге «Историческая грамматика башкирского языка» (авторҙашы – Ә.М. Аҙнабаев) варианты баҫыла. Һуңғыһы юғары уҡыу йорттары өсөн уҡыу әсбабы статусына эйә була.
Ғалим 1984 – 1993 йылдарҙа РСФСР-ҙың Мәғариф министрлығы эргәһендәге Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалы мөдире булып эшләй. Коллектив менән татыу һәм эшлекле етәкселек итеү һөҙөмтәһендә Ырымбур, Силәбе, Ҡурған тарафтарындағы башҡорт мәктәптәренә уҡытыу-методик яҡтан ярҙам күрһәтә, уҡытыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән методик кәңәшмәләр, семинарҙар уҙғара. Аҙаҡ ул ошо ойошмала 1993 – 2003 йылдарҙа баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Вәли Шәғәли улы Псәнчин ғүмеренең илле дүрт йылын (1959 – 2013 йй.) юғары профессиональ кимәлдә дәреслектәр өҫтөндә эшләүгә бағышлай. Уның тәүге «Башҡорт теле. IV класс» (авторҙашы – И. Мырҙабаев) дәреслеге 1964 йылда нәшер ителә. Был дәреслек 1988 йылға тиклем сығып килде. Артабан уның V, IX, X – XI кластар өсөн «Башҡорт теле» дәреслектәре нәшер ителде, һәм улар әле лә мәктәптәрҙә уңышлы ҡулланыла. Был дәреслектәр һәр дүрт йыл һайын яңынан баҫылып тора.
Әлбиттә, үткән быуаттың 80 йылдарының аҙағындағы сәйәси үҙгәрештәр дәреслек сығарыу эшенә лә йоғонто яһай, улар конкурс нигеҙендә нәшер ителә. В.Ш. Псәнчин, был конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүгә өлгәшә. Ошо осорҙан алып ул яңыса яҙылған дәреслектәрен коммуникатив принципҡа нигеҙләй, йәғни уҡыусы баланың телмәрен матур һәм дә дөрөҫ итеп үҫтереү мәсьәләһен алғы планға ҡуя, шуға ла әсә теле буйынса мәктәп программаһына ингән теоретик мәғлүмәт билдәле текстағы телдең күренештәре өлгөһөндә асыҡлана, аҙаҡ уға уҡыусы тарафынан ҡылыҡһырлама бирелә. Анализ өсөн матур әҙәбиәттең танылған өлгөләре, ауыҙ-тел ижады жанрҙарынан да өҙөктәр алына. Был методиканың алымдары уҡытыусы менән уҡыусы араһындағы ике яҡлы йәнле аралашыуға ҡорола. Ул ғына ла түгел, бала ысын мәғәнәһендә үҙ аллы эшләргә өйрәнә.
Вәли Шәғәли улы – «Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы» (М., 1981) тигән академик хеҙмәттең авторҙашы ла. Уның тарафынан «Һан», «Алмаш» бүлектәре яҙылған. Ул 1986 йылда сыҡҡан «Хәҙерге башҡорт теле. Пединституттар өсөн дәреслек» тигән баҫманы нәшер итеүҙә лә ҡатнаша.
Яңы XXI быуат башында В.Ш. Псәнчин төркиәт лингводидактикаһында тәүгеләрҙән булып «Риторика нигеҙҙәре. X – XI класс» (Өфө, 2001), «Телмәр мәҙәниәте нигеҙҙәре» (Өфө, 2004), «Башҡорт нәфис һүҙе» (Өфө, 2008) уҡыу әсбаптарын баҫтыра. Улар әле лә мәктәптәрҙә әүҙем ҡулланылышта йөрөй. Шулай уҡ ғалимдың «Һүҙ тылсымы» (Өфө, 1996) монографияһы, «Башҡорт теле. Педагогия училищелары, колледждары, гимназиялар, лицейҙар өсөн күнегеүҙәр йыйынтығы» (Өфө, 1997; 2007), «Телдең күркәмлек саралары. Күнегеүҙәр менән» (Өфө, 2003) кеүек уҡыу әсбаптары киң танылыу тапты.
Вәли Шәғәли улы Псәнчин фән һәм мәғариф өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы», «РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы», «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була, Советтар Союзының һәм Рәсәй Федерацияһының миҙалдары, Почет грамоталары менән бүләкләнә.
В.Ш. Псәнчин ғүмере буйы әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә булды. Ул ун туғыҙ йыл «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының мөхәрририәт ағзаһы булып торҙо. Шулай уҡ БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы эргәһендәге Терминологик комиссияла, Башҡортостандың Ректорҙар советында, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге марксизм-ленинизм классиктары хеҙмәттәрен тәржемә итеү комиссияһында ағза булараҡ әүҙем эшләне. Вәли Шәғәли улы Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетында оҙаҡ йылдар профбюро рәйесе булды, тел түңәрәгенә уңышлы етәкселек итте. 1997 йылда Педагогик һәм социаль фәндәр академияһына ағза-корреспондент булып һайланды.
Халҡыбыҙ үҙенең күренекле ғалимын онотмай. 2013 йылда Күгәрсен районы үҙәге Мораҡ ауылындағы яңы урамға Вәли Псәнчин исеме бирелде. Уның тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәт төрлө энциклопедияларға индерелде. Быйыл республикабыҙҙың З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә уның ике дәреслеге донъя күрәсәк.
Вәли Шәғәли улының эшен уның улдары Юлай менән Айбулат Псәнчиндәр дауам итә. Юлай Вәли улы Псәнчин – филология фәндәре докторы, профессор. Айбулат Вәли улы Псәнчин – география фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Туған телебеҙ гәүһәрҙәрен күҙ ҡараһылай һаҡлап өйрәнгән һәм уны үҫтереүгә ҙур көс һалған шәхестең исеме – халҡыбыҙ күңелендә.