Низамова Нәзилә Хәсән ҡыҙы – ныҡышмал, тырыш, эҙләнеүсән уҡытыусы. Ул, күп йыллыҡ эш тәжрибәһенә таянып, уҡыусыларҙы белемде эҙләп табырға, бәхәс ҡорорға, уйланырға өйрәтә. Уҡытыусының педагогик кредоһы ла эшенең йүнәлешен асыҡлай: «Насар уҡытыусы әҙер хәҡиҡәтте бирә, ә яҡшы уҡытыусы уны эҙләргә өйрәтә» (Адольф Дистерверг).
Уҡыусылары республика, район кимәлендә үткәрелгән бар сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. «Мин республикамды данлайым», «Миҙал бер ҡоростан ҡойола» исемле Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған республика иншалар конкурстарында, «Туған телгә юл» республика конкурсында, “Ыласынташ бөркөтө” төбәк-ара шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсында ҡатнашып, еңеү яулаусы уҡыусылары менән уҡытыусы хаҡлы рәүештә ғорурлана. “Алтын тирмә” тапшырыуында ҡатнашыуы, уҡыусылары менән бергә ваҡытында Мостай Кәрим, аҙаҡ уның ҡыҙы Әлфиә Мостафа ҡыҙы Кәримовалар менән хатлашып тороуҙары күптәрҙә һоҡланыу уята.
Уҡытыусының төрлө темаларға яҙылған мәҡәләләре ваҡытлы матбуғат биттәрендә әленән-әле баҫылып тора. Тәскирә Гәрәеваның «Бәхет өләшәм», «Яҙҙарҙа ҡалһын күңел» китаптарына баһаламалары, төрлө йылдарҙа «Беҙ тамырҙарыбыҙ менән көслө», «Һуғыштың үҙ ҡанундары», «Беҙҙе нимә борсой?», «Телебеҙ киләсәге өмөтлө», «Бөйөк яҙыусылар ижады буйынса» һәм башҡа мәҡәләләре республика гәзит-журналдарында донъя күрҙе.
Нәзилә Хәсән ҡыҙы – II һәм IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтөн Рәсәй съезы делегаты, Ҡыйғы районының «Ағинәйҙәр ҡоро» башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошмаһы етәксеһе, Ҡыйғы районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы.
(Милли кейемде презентациялау телевизион тапшырыу формаһында тәҡдим ителә. Экранда – «Хәйерле иртә, республика!» тапшырыуы заставкаһы. Көй барышында алып барыусы һәм ҡатнашыусы сыға.)
Алып барыусы. Һаумыһығыҙ! Эфирҙа – «Хәйерле иртә, республика!» тапшырыуы. Һеҙҙе Яруллина Сәриә Сәлимйән ҡыҙы сәләмләй. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ «Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау. Фольклориадаға әҙерлек» темаһына арнала.
Студиябыҙ ҡунағы менән танышайыҡ. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Низамова Нәзилә Хәсән ҡыҙы.
Н.Х. Низамова. Хәйерле көн, хөрмәтле жюри, тамашасылар, һөнәрҙәштәр!
Алып барыусы. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау буйынса башҡарған эштәрегеҙ тураһында ҡыҫҡаса һөйләп китегеҙ әле. Фольклориадаға һеҙҙең район, мәктәп нисек әҙерләнә?
Н.Х. Низамова. Ҙур кимәлдә үткәрелгән бөтә саралар ҙа уҡытыусы өсөн бик файҙалы, сөнки әлегә тиклем булған материалдар барлана, тәртипкә һалына. Кеше үҙенең һөнәре өлкәһендә тағы ла тәрәнерәк эҙләнә, яңы маҡсаттар ҡуя һәм уға ынтыла. Донъя кимәлендәге фольклориадаға әҙерлек рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау эшен айырыуса актуалләштереп ебәрҙе.
Күңелдәргә хәүеф һалған ауырыу таралғанға һәм фольклориаданы үткәреү ваҡыты күсерелгәнгә тиклем быйыл Башҡортостан ике аҙнаға (18 июль – 1 август) үҙенсәлекле театрлаштырылған сәхнәгә әүерелергә тейеш ине. Донъяның 85 иленән киләсәк 3 меңдән ашыу ҡунаҡтың үҙҙәренең традицион йыр-көйҙәре, бейеүҙәре, халыҡ кәсептәре, аш-һыуы, милли кейемдәре һәм сәхнә сәнғәте менән таныштырыуы ҡаралғайны. Был турала ваҡытлы матбуғат биттәрендә лә матур мәғлүмәттәр бирелә барҙы.
Беҙҙең район да ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршы алырға әҙерләнде. Мәктәптәрҙә уҡыусылар менән төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының, Әйле ырыуына ғына хас булған милли кейемдәребеҙҙе тектек. Шәмбе көндәрендә, түңәрәктәрҙә халыҡ ижады өлгөләрен өйрәндек, А.С. Камалиева, С.Н. Шитова кеүек тарихсы-этнографтарҙың китаптарынан, музейҙарҙан ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштыҡ, гәзит-журналдарҙа баҫылған мәҡәләләр менән таныштыҡ.
Халҡыбыҙҙың аҫыл мираҫын тәрәнерәк белеү маҡсатында ағинәйҙәр менән осрашыуҙар ойошторабыҙ, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен яҙып алабыҙ, ошо яҡҡа ғына хас кейем-һалым үҙенсәлеген өйрәнәбеҙ. Нағыштарҙы, өлкәндәр әйткәнсә, дөрөҫ итеп милли кейемдәргә күсерәбеҙ.
Айгөл Камалиеваның “Башҡорт костюмы” китабында бирелгән түбәндәге мәғлүмәттәргә иғтибар итәйек. Унда: “Донъя өс өлөштән тора, тип иҫәпләгән ата-бабаларыбыҙ. Иң юғары баҫҡыста – Һауа, унда Тәңре йәшәй… Донъяның ошондай бүленеше матди мәҙәниәт предметтарының барыһында ла, шул иҫәптән торлаҡта, көнкүреш әйберҙәрендә, кейемдә сағылыш тапҡан”, – тигән юлдар бар.
Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарына ҡараған Әйле ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме лә ошо өс донъяны сағылдыра. Баштарындағы яулыҡ – һауа, өҫкө донъя символы. Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы күҙ тейеүҙән, яуыз көстәрҙән һаҡлай, тип ышанғандар. Күлдәктең итәгенә тиклем өлөшө ер өҫтөн – урта донъяны символлаштырған, шуға ла ул үҫемлектәр, сәскәләр, йәнлектәр һыны менән биҙәлгән. Күлдәктең аҫҡы өлөшө, шулай уҡ аяҡ кейеме түбәнге донъя менән бәйле, тип һаналған. Был донъя кешене ҡурҡыта, яуыз көстәр кешенең ғүмеренә, сәләмәтлегенә зыян килтерә, тип иҫәпләгәндәр.
Итәктең таҫмалары йылға, ер өҫтө һәм ер аҫтының сиге булып күрһәтелгән. Аяҡ кейеме – сарыҡтарҙың үксәһендәге аркалар биҙәген икенсе түбән донъя юлының ишеге тип күҙаллағандар. Ерҙән ауырыу- зәхмәт ҡағылмаһын, яуыз көстәр үтеп инмәһен тип, милләт киләсәген тыуҙырасаҡ йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың аяҡ кейемдәрен ошо “ишек”тән һаҡлаусы ҡыҙыл төҫ менән биҙәгәндәр.
Мин билемә таҡҡан алъяпҡыс һәм башымдағы ҡалпаҡ тураһында айырым әйткем килә, сөнки алъяпҡыс – төньяҡ- көнсығыш башҡорттарына ғына хас булған милли кейем элементы. Был беҙҙең яҡ халҡының күсмә түгел, ә күберәк ултыраҡ тормош менән йәшәүен, йорт эштәре шөғөлөн күрһәтә. Ә ҡалпаҡты өлкән апайҙар «тупый» тип йөрөткәндәр. Ҡушъяулыҡтар иһә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙың бирнәһенә ҡушып һалынған, ул күҙ тейеүҙән генә һаҡлап ҡалмаған, ә яңы тормошҡа сыҡҡан ҡыҙҙың көслө егәре сит ырыуға ҡарышмаһын, ят ырыуҙы тыныс ҡабул итһен өсөн дә ҡулланылған.
Беҙ уҡыусыларыбыҙ менән бына ошондай ҡыҙыҡлы эҙләнеүҙәр өҫтөндә эшләйбеҙ.
Алып барыусы. Рәхмәт, Нәзилә Хәсән ҡыҙы. Ысынлап та, бик етди әҙерлек алып бараһығыҙ. Был эштәр һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ, улар тыуған яҡҡа һөйөү, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятыр, халҡының тарихи үткәнен хөрмәт иткән, бөгөнгөһөн ҡәҙерләгән балалар тәрбиәләргә ярҙам итер, тип уйлайбыҙ.
Н.Х. Низамова. Ҡунаҡҡа күстәнәсһеҙ йөрөү мөрәүәтһеҙлек һанала, шуға яңы ғына мейестән сыҡҡан шиғри күстәнәсемде ҡабул итегеҙ.
Ата-бабаларҙың милли кейеме
Бик зауыҡлы тегелгән.
Эштә, ялда, байрамдарҙа
Уйлап ҡына кейелгән.
Халҡыбыҙҙың бар шөғөлө
Семәргә күсерелгән.
Йәшәү рәүеше, милли йөҙө
Нағыш менән сигелгән.
Йөрәктәре – ҡунаҡсыллыҡ,
Ҡусҡар-мөгөҙ – малсылыҡ.
Төрлө геометрик фигураларҙа
Күренә эшкә таҫыллыҡ.
Уңдырышлы ер билгеһе,
Бирелгән бик өлгөлө.
Аллы-гөллө сәскәләре –
Бай тәбиғәт көҙгөһө.
Әй ырыуы башҡорттары
Башына ҡалпаҡ кейгән.
Балитәкле күлдәге өҫтөнә
Семәрле алъяпҡыс бәйләгән.
Алъяпҡысы бер хазина –
Тамбур менән сигелгән.
Әй буйының сәскәләре
Итәгенә һибелгән.
Ҡушъяулығы французский,
Алландыра күлдәкте.
Унһыҙ булмай беҙҙә кейем,
Ул бигерәк кәрәкле.
Ошо сағыу кейемдәрҙе
Күрһәтәмен дәрестә,
Аңлап үҫһен бала тиеп,
Өйрәтәмен был эште.
Балаларға телең, рухын
Өйрәтә башла биләүҙән.
Шулай булмаһа, ни мәғәнә
Милли кейем кейеүҙән?!
Күлдәгемде мираҫ итеп
Ҡыҙсығыма ҡалдырам.
Туған телдә йырлап-бейеп,
Милли ҡотто һаҡлаһын!
Туған телен һатмаһын!
Халҡыбыҙҙың төп ҡиммәте –
Рухи байлыҡ һәйкәлен
Ҙур тыу итеп күтәрһен дә
Рухлы булып йәшәһен!
Моң өләшеп йәшәһен!
Милли ҡотто һаҡлаһын!
Рухлы булып йәшәһен!
Алып барыусы. Рәхмәт! Һеҙгә һәм уҡыусыларығыҙға уңыштар теләйбеҙ.
Н.Х. Низамова. Тапшырыуға саҡырыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлайыҡ, илебеҙҙе, телебеҙҙе данларҙай көслө рухлы балалар үҫтерәйек!