Марат Муллағолов... Һөнәре менән – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, булмышы менән – бик күп төрлө һәләткә эйә булған, йәш быуынды тәрбиәләүҙә үҙенең барлыҡ ижад оҫталығын һалған ихтирамлы остаз. Уның тормошо тыуған еренән, Бөрйәненән айырылғыһыҙ. Үҙенең ғәзиз төйәген бөтә булмышы менән яратҡан шәхескә тәбиғәт тә иҫ китмәле һәләттәр бирә.
Рәссам, фотограф, ҡул оҫтаһы булараҡ, Марат Муллағолов балаларға рәсем төшөрөү, тыуған яҡты өйрәнеү, ағастан юнып, һырлап эшләү, әҙәби әҫәрҙәр ижад итеү, тәбиғәтте һаҡлау, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, фольклорын өйрәнеү буйынса күп яҡлы белем һәм тәрбиә бирҙе. Уның уҡыусылары, тормошта кем генә булып эшләһәләр ҙә, уҡытыусы биргән һабаҡтарға тоғро ҡалдылар. Үҙҙәрен уратып алған донъя һәм кеше күңелендәге матурлыҡты күрә белгән, тыуған тәбиғәтте, тыуған яғын, халҡын яратҡан киң ҡарашлы, ижади кешеләр булып формалашты улар. Араларында шағирҙар, яҙыусылар, фән эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ҡул оҫталары, эшселәр бар. Улар барыһы ла Марат ағайға ҡарата күңелдәрендә тәрән ихтирам һаҡлай.
Остазыбыҙ Марат Ғизетдин улы Муллағоловҡа 2020 йылдың 21 мартында 80 йәш тулыр ине. Ул Бөрйән районының Аҡбулат ауылында тыуа. Атаһы уҡытыусы булғас, уларҙың ғаиләһе ауылдан-ауылға күсеп йәшәй. Ҡайҙа уҡытыусы көсө кәрәк, Ғизетдин бабай, ҡатыны Бибикамал һәм балалары менән, шунда ебәрелә. Марат ағай мәктәпте Байназарҙа тамамлай һәм, үҙенең “Матурлыҡҡа табынам” китабында яҙғанса, “халыҡ хужалығында ил мәнфәғәте өсөн” хеҙмәт юлын башлай, йәғни “Ҡыҙыл таң” колхозында өс йыл буйына таҡта бысыу эшендә эшләй. Аҙаҡ, район мәғариф бүлеге етәксеһе Ғизетдин Ирғәлин тәҡдиме менән, Ғәлиәкбәр мәктәбендә уҡытыусы була. Шунан башлана ла инде уның ғүмерлек һөнәренә юл. Марат Муллағолов атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафтарында утты-һыуҙы кисеп, фашистарҙы еңеп ҡайтып, тыуған районында уҡытыусы булып эшләгән Ғизетдин Муллағоловтың хеҙмәт юлын лайыҡлы дауам итә. Урта белемле йәш белгес Ғәлиәкбәр мәктәбе китапханаһындағы педагогик мәсьәләләргә ҡағылышлы барлыҡ китаптарҙы уҡырға ла, директорҙың уң ҡанаты булып, мәктәпте эстетик яҡтан биҙәп, йыһазландырырға ла өлгөрә. Үҙ ҡулдары менән матур итеп күргәҙмә материалдар, һынлы сәнғәт өлгөләре эшләй, һүрәттәр төшөрә.
1963 йылда ул Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Өфөләге әҙәби һәм мәҙәни мөхит уға бик ҙур рухи көс бирә. Яҙыусылар, шағирҙар, сәнғәт әһелдәре менән яҡындан таныша, туған халҡыбыҙҙың тарихына, ижадына, мәҙәниәтенә ҡағылышлы тәрән белемдәр эстәй. Артабан аспирантураға ҡалырға, фән юлынан барырға ла етди тәҡдимдәр була. Әммә уны тыуған яҡтары нығыраҡ тарта. Марат ағай, юғары белем алып, Бөрйән районына ҡайта һәм, ең һыҙғанып, уҡытыусылыҡ эшен дауам итә.
Был юлы инде ул Әтек мәктәбен һайлай. Элек унда ҙур мәҙрәсә булыуы, шул ерҙәрҙә Алдар батыр, Тәтегәс бейҙәрҙең эҙҙәре һаҡланыуы ылыҡтыра уны. Ундағы оло кешеләрҙән һорашып, тарихи шәхестәребеҙ тураһында байтаҡ мәғлүмәт туплай.
Әтектә оҙаҡ эшләргә тура килмәй, Байназар мәктәбенә эшкә саҡырып алалар. Уҡыусылары ла күп, мәктәбе лә ҙур була Байназарҙың. Марат ағай башкөллө ижади мөхиткә сума. Халҡыбыҙҙың, ер-һыуыбыҙҙың тарихын өйрәнеү һәм уҡытыуҙа ҡулланыу тиһеңме, һынлы сәнғәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен үҫтереү тиһеңме – тынғыһыҙ, ялҡынлы йөрәкле уҡытыусының етеҙ уй-фекере, эшсән ҡулдары барыһына ла өлгөрә. Ул эҙләнә, таба, эшләй, хәл итә.
Мәктәп директоры Латиф Абдрахман улы Ҡаһарманов Марат Муллағоловҡа һынлы сәнғәт дәрестәренән тыш, мәктәп программаһына өҫтәп, эстетика фәнен дә тапшыра. Шулай итеп, йәш остаздың хыялдары тормошҡа аша. Янып эшлә лә эшлә генә! Балалар билдәле рәссамдарҙың, сәнғәт фабрикаларының репродукциялары менән таныша, үҙҙәре лә ысын ижадҡа тотона. “Йәш таланттар” стендында береһенән-береһе матурыраҡ эштәр – балаларҙың һүрәттәре сағыла бара.
Тәпәшәк кенә ҡаҡса кәүҙәле, етеҙ хәрәкәтле, һәр саҡ изгелек нурҙары бөркөп торған нурлы йөҙлө уҡытыусы һәр баланың күңеленә юл таба. Уның өсөн өлгәшә алмаған уҡыусы булмай. Һәр береһе үҙенә хас ниндәйҙер һәләткә эйә. Уларҙы асыҡлау, үҫтереү өсөн балаларға эштәр бирә, күҙәтә, һығымталар яһай, ата-әсәһе мәнән кәңәшләшә, уҡыусыны ысын ижад донъяһына алып инә: кемдер яҙыусы, кемдер шағир, рәссам, рецензент, фотограф, тарихсы, редактор, матур һөйләү оҫтаһы, хәбәрсе, ботаник, географ, ҡул оҫтаһы, тегенсе…
Билдәле шәхестәр тураһында кисәләр, яҙыусылар менән аралашыуҙар балаларға көс-дәрт бирә, донъяны танып белергә өйрәтә, ижади һәләттәрен аса. Уның эш кабинеты үҙе бер музей төҫлө: юғары зауыҡ менән эшләнгән стендтарҙа балалар сығарған гәзиттәр, ижади әҫәрҙәр, шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр, һүрәттәр, фотолар – береһенән-береһе ҡыҙыҡлырак материалдар урынлаша. “Һағыҙаҡ”, “Ҡармаҡ” кеүек сатирик гәзиттәр сығарыу үҙе бер тәрбиә мәктәбе була. Ошондай эштәрҙә ҡайнап үҫкән бала үҙен шәхес итеп тоя башлай, тирә-йүндәгеләрҙең уларға ҡарата ихтирамы арта.
Тынғыһыҙ эшмәкәрлек барышында уҡытыусы шуға төшөнә: беҙҙең милли мәғариф “үҙ гендарынан айырылған”, “халыҡ мәғарифы” тик исемдә генә. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә, милли үҙаңды һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә халыҡ педагогикаһының, этнопедагогиканың ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлап, уны тормошҡа ашырыу буйынса ал-ял белмәй эш башлай Марат ағай. Был йәһәттән уның аныҡ концепцияһы барлыҡҡа килә. “Матурлыҡҡа табынам” китабында Марат Муллағолов концепцияның йөкмәткеһен асып бирә: халыҡ сәнғәтен һаҡлау, үҫтереү, йәш быуынға тапшырыу маҡсатында, һәр мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарын булдырыу; һынлы сәнғәт дәрестәрен уҡытыуҙы 1-се кластан уҡ башлау һәм уны махсус белемле уҡытыусыларҙың уҡытыуы; һынлы сәнғәт, хеҙмәт дәрестәре сәғәттәрен арттырыу; мәктәптәрҙә сәнғәт бүлмәләре эшләү; тәбиғәт менән аралашыу; уҡыусыларҙың эштәренән даими күргәҙмәләр ойоштороу; башҡорт халҡының биҙәү-ҡулланма сәнғәте тураһында эҙләнеү эштәре алып барыу һәм уларҙы тергеҙеү буйынса оҫтаханаларҙа практик эштәр башҡарыу кеүек мөһим йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала ул.
“Мәктәп – ул матурлыҡ сығанағы,” – тип яҙа уҡытыусы. Унда, төп фәндәрҙән белем биреүҙән тыш, хеҙмәт, рәсем, һынлы сәнғәт дәрестәренең әһәмиәтен үҫтереү, ул дәрестәрҙә теоретик белем биреү менән бер рәттән, практик эштәр башҡарыу күҙ уңында тотола. Йәш быуынға эстетик тәрбиә биреүҙә төп нигеҙ – халыҡ сәнғәте, һынлы сәнғәт тигән ныҡлы ҡараш һалынған. “Мәктәптә һынлы сәнғәткә иғтибар бирелеүенең маҡсаты – балаларҙы махсус уҡыу йорттарына әҙерләү түгел, ә матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләү һәм балаларҙы алдағы тормошҡа әҙерләү”, – тип билдәләй ул.
Марат Муллағолов үҙенең педагогик концепцияһы нигеҙендә туған халҡын, илен, телен яратҡан ижади шәхес тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Тормошҡа матурлыҡ күҙлегенән сығып ҡараған кеше, ниндәй генә һөнәр эйәһе булыуына ҡарамаҫтан, бай рухлы, изгелекле, тормош ауырлыҡтарына бирешмәүсән була. Марат ағай балаларҙы һынлы сәнғәткә, һүрәт төшөрөүгә өйрәтеү менән бергә, әҙәбиәткә, һүҙ сәнғәтенә, тел оҫталығына ла ылыҡтырҙы. Билдәле шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина, яҙыусы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәсүл Сәғитов, ошо юлдар авторы, филология фәндәре кандидаты Рәғиҙә Истәкова, билдәле шағирә Земфира Яубаҫарова һәм башҡа шәхестәр күңеленә тәүге ижад орлоҡтарын тап Марат Муллағолов һала һәм үҫтерә.
Иҫке Монасип урта мәктәбендә эшләгәнендә миңә уның тәрбиәһен алыу бәхете тейҙе. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән уҡытты ул. Туған телебеҙҙе беҙ ҡағиҙәләр ятлап өйрәнмәнек, ә ижад итеү аша аңланыҡ һәм уның иҫ киткес бай, матур булыуына төшөндөк. Шиғыр, әкиәт, юлъяҙма, нәҫер, хикәйәләр яҙыу, шиғырҙар һәм поэмалар ятлау, уҡыусылар конференциялары, шиғриәт бәйгеләре ойоштороу, гәзит-журналдар менән хеҙмәттәшлек итеү, тәбиғәттә дәрестәр үткәреү, йомаҡ ҡойош, китаптарға рецензиялар яҙыу, стена гәзиттәре сығарыу кеүек ижади эштәр беҙгә тормош мәктәбе булды. Йәйге каникул башланыу менән, һал эшләп, Ағиҙелдән Шүлгән мәмерйәһенә тиклем ағып барыу, йәйәүләп ҡайтыуҙар… Юл буйында ауылдарҙа туҡтап, оло кешеләрҙән тарих тыңлау, яҙып алыу ер-һыуыбыҙға ихтирам менән, хужаларса күҙ һалырға өйрәтте.
Районыбыҙҙың ерлегенә бәйле “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Күҫәкбей” эпостары, легендалар, ер-һыу атамалары тураһында ул дәрестәрҙә лә, экскурсия һәм походтар ваҡытында ла бәйән итте. Башҡорт шиғриәте йондоҙҙары – Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов, Рәшит Назаровтарҙың быға тиклем билдәле булмаған, мәктәп программаларына индерелмәгән, тыйылған әҫәрҙәрен уҡыр, был шәхестәрҙең яҙмыштары тураһында ғорурланып та, әсенеп тә һөйләр ине.
Марат ағайҙың эшләгән бар изге эштәрен бер мәҡәләгә генә һыйҙырыу мөмкин түгел. Яҙып ҡалдырған, бер ни тиклемен ташҡа баҫып өлгөргән яҙмаларын уҡып, уның милли педагогикабыҙҙың, методикабыҙҙың феномены булғанына ышанаһың…
Уҡытыу әҙер белемде хәбәр итеүгә генә ҡайтып ҡалмайынса, баланың һәләтен төрлө яҡлап асыуға нигеҙләнергә тейеш. Үҙ күҙҙәре менән күреп, ҡулдары менән эшләп ҡарап, аңы һәм аҡылы аша үткәреп тапҡан белем киләсәктә баланың һөнәре булып формалаша. Ошо концепция мәғариф юлында бөйөк остаздар тарафынан раҫланған. Бөйөк Лев Толстой, кешелеклелек һәм аҡыл эйәһе, педагогика һәм методикаға ҡағылышлы мәҡәләһендә, эмпирик белем биреү, йәғни хислелеккә һәм тәжрибәгә таянған уҡытыу ғына һөҙөмтәле була, тип билдәләй.
Марат Муллағолов методикаһының нигеҙендә лә хислелек һәм тәжрибә туплау ята. Бала үҙе ижад итеп, хисләнеп, эшләп ҡарап, сирҡаныс кисереп үҫә һәм формалаша.
Тәбиғәт күренештәре аша кеше тормошон танып белергә өйрәтеү – үҙе бер һәләт. «Кеше үҙе йәшәгән төйәгенең ер-һыуын, үҫемлектәрен дә, ҡош-ҡортон да, бөжәктәрен дә – бөтәһен дә ниндәйҙер кимәлдә белергә, өйрәнергә, иң мөһиме – уларҙы һаҡларға тейеш», – тип яҙа Марат Муллағолов. Экологик сәйәхәттәр ойоштороп, ҡырмыҫҡа иләүҙәрен кәртәләү, шишмә буйҙарын таҙартыу, яҙ һәм йәй көндәрендә ҡайын, муйыл ағастарын балтанан ҡотҡарыу операциялары ойошторған бала күңелендә ғүмер буйына тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнә.
Үләндәр, сәскәләр атамаларын беҙ күберәк унан, башҡорт теле уҡытыусыһынан, өйрәндек: манжетка, лютик, меңьяпраҡ, үгәй инә үләне, көтөүсе муҡсайы... Йәш туристар конкурсына әҙерләгән ваҡытта тирә-йүндә үҫкән үләндәрҙең барыһының да атамаларын аңлатыуы, уларҙан гербарий эшләргә өйрәтеүе үҙе бер онотолмаҫ хәтирә булып ҡалған.
Марат Ғизетдин улының эш тәжрибәһе, хеҙмәте юғары баһаланды: хөкүмәтебеҙҙең күп һанлы Маҡтау грамоталары, “Социалистик ярышта еңеүсе” (1973 й.), “9-сы биш йыллыҡ ударнигы” (1975 й.), “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” (1980 й.), “Башҡортостан мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы” тигән маҡтаулы исемдәр, Тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең ҙур һәм бәләкәй миҙалдары – барыһы ла Марат Муллағоловтың уҡыусыларының оло ихтирамы, һөйөүе, рәхмәттәре менән бергә айырылғыһыҙ баһа.
Марат ағайҙан иҫтәлеккә ике китап ҡалды: “Бөркөттәрем күңел күгендә” (2010 й.), “Матурлыҡҡа табынам” (2012 й.).
“Бөркөттәрем күңел күгендә” китабында бәләкәй-бәләкәй генә хикәйәләр, күҙәтеүҙәр тупланған. Уларҙа тормошта күргәндәр бәйән ителә, образлы фекер төйнәлә. “Матурлыҡҡа табынам” китабы иһә педагогик тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсатында яҙылған.
Уҡытыусы һәм заман... Улар бер-береһенә нисек тәьҫир итә? Заман үҙгәреү менән, уҡытыусының тәғәйенләнеше үҙгәрәме? Тәрбиә һәм педагогика өлкәһендә бөгөн былар иң көнүҙәк һорауҙарҙың береһелер.
Ағымдағы быуат – яңы замандың юл башы. Яңы заман, яңы ҡоролош, яңы ҡараштар, яңы талаптар... Үтә йылдам, үтә етеҙ заманыбыҙ. Үткәндәрҙән тиҙерәк таҙарынырға, тормошобоҙға үҙгәрештәр индерергә, шуның менән кешенең тормошҡа ҡарашын, йәшәү рәүешен үҙгәртергә, яңы заман кешеһен тәрбиәләргә теләй ул. Әммә бер ниндәй заман елдәре ҡағыла алмаған тәрбиәүи һәм педагогик ҡиммәттәр була. Улар иҫкермәй. Шундай мираҫ ҡалдырҙы беҙгә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Марат Ғизетдин улы Муллағолов.