Маҡсат. Ж.Ғ. Кейекбаевтың ижадын киләсәк быуынға еткереү, очерктың йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнауын иҫбат итеү, батырҙарыбыҙ менән ғорурланыу хисе тәрбиәләү.
Бурыстар. Ж. Кейекбаевтың тормош юлына, ижадына күҙәтеү яһау. Зөбәй Үтәғолов тураһында мәғлүмәт йыйыу. Очерктың идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау.
Ғилми эштең актуаллеге. Был әҫәрҙе фәнни күҙлектән тикшереү бик актуаль. Беҙгә тыныс тормош бүләк иткән халҡыбыҙҙың батыр улдарын белеү, киләсәк быуынға еткереү – изге эш.
Ғилми эштең объекты. «Зөбәй Үтәғолов» очеркы.
Ғилми эштең предметы. Очерктың йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүе.
Ғилми эштең сығанаҡтары. Фәнни тикшеренеүҙәр, ғилми хеҙмәттәр, һүҙлектәр, ваҡытлы матбуғат мәҡәләләре.
Гипотеза. Был әҫәрҙе өйрәнеү уҡыусыларҙа халҡыбыҙҙың батыр улдары менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләй, әҫәрҙең тел-стиль үҙенсәлектәре һүҙлек запасын байыта.
Ғилми эштең төҙөлөшө. Эш инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән, ҡушымталарҙан тора.
Минең ҡаным илһөйәрлек рухы менән һуғарылған. Халҡыбыҙҙың ҡаһарман яугирҙары менән ғорурланам, һалдат батырлығын һүрәтләгән әҫәрҙәрҙе уҡырға яратам. Ж. Кейекбаевтың “Зөбәй Үтәғолов” очеркында совет һалдаттарының Тыуған илгә бирелгәнлеге, батыр көрәшеүҙәре, халыҡ бәхете өсөн үҙ ғүмерҙәрен биреүе мине тетрәндерҙе, һәм очерктағы патриотик теманы өйрәнеү теләге тыуҙы.
Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев – башҡорт тел ғилеменең олуғ белгесе, халҡыбыҙ тарихын, фольклорын, этнографияһын, әҙәбиәтен тәрән белгән ғалим, талантлы яҙыусы, күренекле педагог, йәмәғәт эшмәкәре.
Ул балалар өсөн ҡыҙыҡлы әкиәттәр яҙа, “Туғандар һәм таныштар” романын ижад итә. Зөбәй Үтәғолов менән бергә улар Ишембай районының Маҡар мәктәбендә уҡый. Шуға ла Жәлил Ғиниәт улы иптәшенең батырлығы тураһында яҙмай булдыра алмағандыр.
Зөбәй Үтәғолов 1913 йылдың 31 мартында Белорет районының Баҡый ауылында урмансы ғаиләһендә донъяға килә. Бәләкәйҙән зирәк, отҡор була. Атаһы, улының белемгә ынтылышын күреп, Ишембай районындағы Маҡар мәктәбенә ебәрергә ҡарар итә. Зөбәй мәктәпте яҡшы тамамлай һәм артабан белем алыу ниәте менән Өфөгә килә, педагогия институтына уҡырға инә. Диплом алғас, уны беҙҙең Мәләүез районының Юлдаш мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. Ул мәктәптең директоры вазифаһын да башҡара.
1941 йылда, һуғыш башланған көндөң иртәгеһенә үк, ул, хәрби комиссариатҡа килеп, фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. Әммә: “Бында ла белемле кешеләр кәрәк”, – тип уны ебәрмәй торалар. Фашистарҙы тар-мар итеү теләге менән янған Зөбәй Үтәғолов 1942 йылда фронтҡа китә.
Фашист илбаҫарҙары менән тәүге көндән үк аяуһыҙ алыша ул. Немец телен яҡшы белгәс, тәржемәсе булып, әсирҙәрҙән һорау ала.
1943 йылдың ғинуар урталары. Сталинград янында биле һынған дошман көнбайышҡа сигенә, уңайлы урындарҙа тупланып нығынырға тырыша. Ростов өлкәһенең Красновка станцияһын илбаҫарҙар төркөмөнән мотлаҡ азат итергә кәрәк – командованиеның бурысы шундай. Һөжүмгә беренсе булып Ликунов ротаһы ташлана. Станцияны уратып алған яһалма боҙ тауы аша үтеп, батырҙар вокзалға яҡын өс йортто биләп, дошман һөжүмен кире ҡағырға әҙерләнә. Ә фрицтар көттөрмәй. Өс көн, өс төнгә һуҙыла алыш. Сафтар һирәгәйә. Төркөмдән ни бары ун өс кеше ҡала. Төрлө урынға уңайлыраҡ урынлашып, дошманды ҡаршы алырға әҙерләнәләр. Фашистар яҡынайғандан-яҡынаялар, бер-бер артлы һөжүм итәләр. Оҙаҡламай беҙҙең яҡтан икәү генә ҡала: Иван Ликунов һәм Зөбәй Үтәғолов. Мәктәпкә инә алмағас, фашистар уға ут төртә. Тиҙ арала бинаны ялҡын ялмап ала. Ватыҡ тәҙрәләр аша ут эскә үрмәләй.
Иҫән ҡалмаҫтарын аңлаған Зөбәй үҙенең һалдат котелогына штык осо менән «Беҙ икәү генә ҡалдыҡ. Танкылар килә, бәхил булығыҙ. Зөбәй» тигән һүҙҙәр яҙа. Бына улар йән асыуы менән һуңғы гранаталарын фашистар өҫтөнә ырғыта. Көслө шартлауҙан ер һелкенә.
Ярҙам бер тәүлеккә һуңлай. Иртәгеһен беҙҙекеләр дошманды ауылдан ҡыуып сығара. Һәләк булған һалдаттарҙың кәүҙәләрен хөрмәтләп ерләйҙәр.
1943 йылдың 31 мартында, Зөбәй Үтәғоловҡа 30 йәш тулған көндә, СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән Ликунов ротаһының ун өс һалдатына, үҙҙәре үлгәндән һуң, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Улар араһында Башҡортостандың Белорет районынан Зөбәй Үтәғолов һәм Ҡалтасынан Тимерәй Ҡөбәкаев та була.
Зөбәй Үтәғолов һуғыш тынып торған арала ҡәҙерле улына атап хат та яҙған була. Уны гильзаға тығып көлгә күмә. Хатта ошондай юлдар бар:
«Ҡәҙерле улым Рөстәм! Был хатты һин уҡығанда бик күп йылдар үткән булыр. Һуғыш бөтөп, азат ителгән ерҙә яңынан бәхетле һәм шатлыҡлы тормош сәскә атыр. Кескәй генә сағыңда, бишектә йоҡлап ятҡанда, беҙ һөйөклө әсәйең менән һиңә бәхетле тормош юраныҡ. Һинең тәүге әйткән һүҙҙәреңә сикһеҙ шатлана торғайным. Оҙаҡламай ауыр һуғыш көндәре башланды. Һеҙ әсәйең менән Өфөлә ҡалдығыҙ, ә мин башҡа йөҙәрләгән, меңәрләгән атайҙар кеүек, фронтҡа киттем.
Мин әле ауыр йәрәхәтләндем. Ләкин һин, минең улым, сәскә атҡан социалистик илдә йәшәрһең, һәм атайың өсөн бер ваҡытта ла ҡыҙарырға тура килмәҫ тигән тәрән ышаныс менән үләм. Һин һуңынан: «Атайым буласаҡ бәхет өсөн көрәштә антына һәм Ватанына тоғро булып үлде», – тип әйтә алырһың».
Зөбәй Үтәғоловтың улына яҙған хаты һәм теге котелок әле Красновкалағы музейҙа һаҡлана.
Был хат Рөстәмгә генә төбәлмәгән, ул хәҙерге быуын йәштәренә, киләсәк быуындарға бағышланған. Яҡты һауаның, тыныс күктең, ҡоштар һайрауының ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡыра ул.
Атаһы һуғышҡа киткәндә ике айлыҡ ҡына булып ҡалған Рөстәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 17 йәшендә фажиғәле вафат була.
Ошо тикшеренеү эшемде башҡарғанда мин Зөбәй Үтәғоловтың ике туғаны, яҙыусы Сабир Шәрипов менән осраштым, унан күп мәғлүмәттәр алдым. Зөбәй Үтәғолов белем алған БДУ бинаһында ла булдым.
Зөбәй Үтәғолов һәм уның яуҙаштарының батырлығы онотолмай, исемдәре мәңгеләштерелә:
Зөбәй Үтәғоловтың тыуған ауылы Баҡыйҙа һәм ул уҡытҡан Мәләүез районының Юлдаш мәктәбендә мемориаль таҡта ҡуйыла, Юлдаш мәктәбенә геройҙың исеме бирелә;
Ростов өлкәһе Красновка станцияһының бер урамы «13 герой урамы» исемен йөрөтә;
Красновка станцияһында 13 геройға һәйкәл ҡуйыла. Был геройҙар араһында төрлө милләт кешеләре була: рустар, Үтәғолов – башҡорт, Ҡөбәкаев – мари, Петрушенко – украин. Улар барыһы ла Ватанын сикһеҙ яратҡан, уның өсөн ғәзиз ғүмерен биргән.
Тикшеренеү эшемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: Ж. Кейекбаев был очерегында илһөйәрлек темаһын айырым бер оҫталыҡ менән күрһәтә. Ул Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғоловты халҡыбыҙҙың ҡаһарман гражданы булараҡ тасуирлай. Башҡорт батыры Зөбәй Үтәғолов менән рус егете Ликуновтың, башҡа юл ҡалмағас, дошманға тереләй бирелмәҫ өсөн, фашистарҙы ла, үҙҙәрен дә шартлатыуы, үлемде ирҙәрсә, сабыр ҡаршылауы, һуңғы һүҙҙәренең Ватан, Рәсәй, Башҡортостан тураһында булыуы очерктағы патриотик теманы тулыһынса аса.
Юғары исемгә лайыҡ булған ҡаһарман яугирҙарҙың исем-шәрифтәре тарихҡа һәм халыҡ күңеленә алтын хәрефтәр менән уйылған. Беҙ, йәш быуын, батырҙарыбыҙҙы иҫтә тоторға, улар тураһында мәғлүмәттәр табырға, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә тейешбеҙ.