Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт телендә бул- компонентлы аналитик ҡылымдарҙың өс төрө

“Башҡортостан уҡытыусыһында” баҫылып сыҡҡан һуңғы мәҡәләләремдә мин башҡорт ҡылымдарының морфологик формалары классификацияһын тасуирларға тырыштым.

“Башҡортостан уҡытыусыһында” баҫылып сыҡҡан һуңғы мәҡәләләремдә мин башҡорт ҡылымдарының морфологик формалары классификацияһын тасуирларға тырыштым. Һәр бер форманың морфологик үҙенсәлектәре, һөйләмдәге функциялары, ҡулланылыу даирәһе билдәләнде. Был мәҡәләлә иһә һүҙ аналитик ҡылымдар, йәғни ошо уҡ формаларҙан торған ҡайһы бер үҙенсәлекле конструкциялар тураһында бара. Дөйөм алғанда, мәҡәләлә аналитик тип йөрөтөлгән конструкцияларҙы ошондай үҙенсәлек берләштерә: улар мәғәнәүи һәм ярҙамсы өлөштән тора. Мәғәнәүи ҡылым, исеменән күренеүенсә, аналитик конструкцияның мәғәнәһен сағылдыра, ә ярҙамсы ҡылым үҙенең семантикаһын юғалтып, конструкцияла тик грамматик ролде башҡара.
Юғарыла ҡуйылған шартҡа ярашлы, был мәҡәләлә йырлай башланы, әйтеп бирҙе кеүек конструкциялар ҡаралмай, сөнки башла-, бир- ҡылымдарының тотош конструкцияның мәғәнәһенә тәьҫир иткән үҙ лексик мәғәнәләре бар. Был мәҡәләлә ҡаралған аналитик конструкцияларҙа иһә ярҙамсы ҡылымдар конструкцияның лексик мәғәнәһенә түгел, ә заман планына йә модаллегенә генә тәьҫир итә.
Хәҙерге башҡорт телендә ҡылымдың заман планына һәм модаллегенә бул- һәм и- ярҙамсы ҡылымдары тәьҫир итә. И- дефектив[1] ярҙамсы ҡылымының үҙенсәлектәре авторҙың ҡылымдарға арналған элекке мәҡәләһендә иҫкә алынды. Был мәҡәләлә иһә бул- ярҙамсы ҡылымын үҙ эсенә алған киң таралған конструкциялар хаҡында мәғлүмәт бирелә.
Элекке грамматикаларҙа нығынған ҡараш
1948 йылғы “Башҡорт теленең грамматикаһы”нда ла, 1981 йылғы “Хәҙерге әҙәби башҡорт теленең грамматикаһы”нда ла ярҙамсы ҡылымдарҙы үҙ эсенә алған конструкциялар әҙәби телгә хас булған күренеш булып һанала. Әммә, Н. Дмитриевтың грамматикаһында тасуирланған конструкцияларҙың барыһы ла үҙ эсенә тик и- ҡылымын ғына ала. Ә. Юлдашевтың редакцияһында яҙылған 1981 йылғы грамматикала иһә бул- ҡылымын үҙ эсенә алған конструкциялар ҙа анализлана. Ике хеҙмәттә лә улар “заман” булараҡ ҡарала. Семантик яҡтан ҡарағанда, был ҡараш яңылыш түгел. Шулай ҙа, авторҙың фекеренсә, уларҙы “морфологик замандар” тип атау дөрөҫлөккә тура килеп етмәй. Был күренеш инглиз грамматикаһындағы хәлде лә хәтерләтә: tense forms (“заман формалары”) тип йөрөтөлгәндәрҙең барыһы ла, морфологик яҡтан ҡарағанда, заман формалары булмай, уларҙың күбеһе – төрлө морфологик формаларҙан торған конструкциялар.
1981 йылғы грамматикала бул- һәм и- ярҙамсы ҡылымдарҙы үҙ эсенә алған түбәндәге “заман формалары” тасуирланған[2]:
тамамланмаған үткән заман (ала ине, килә ине);
билдәле элек үткән заман (алған ине, килгән ине);
билдәһеҙ элек үткән заман (алған булған, килгән булған);
билдәле борон үткән заман (ала торған ине, килә торған ине, алыр ине, килер ине);
билдәһеҙ борон үткән заман (ала торған булған, килә торған булған, алыр булған, килер булған).
Ошо төр конструкцияларҙың ҡайһы берҙәре (мәҫ. ала/килә торған булды, алған/килгән булды), 1981 йылғы грамматикала тасуирланмай тороп ҡалып, М. Зәйнуллиндың 2005 йылғы дәреслегендә иҫкә алына. Әммә, билдәле булыуынса, башҡорт теленән мәктәп программалары тап Ә. Юлдашев мөхәррирләгән грамматикаға нигеҙләнә. Шуның өсөн дә юғарыла әйтелгән конструкциялар уҡытыу барышында аңлатылмаҫҡа, иғтибарға алынмаҫҡа мөмкин.
Грамматикаларҙан тыш, аналитик ҡылымдар мәсьәләһе ғилми мәҡәләләрҙә лә сағылыш таба, диссертациялар авторҙары ла уға мөрәжәғәт итә[3]. Миҫал өсөн, “Һайланған мәҡәләләр” йыйынтығындағы бер мәҡәләһендә профессор Ж. Кейекбаев килер ине һәм килгән булыр ине тигән конструкциялар араһындағы айырманы аңлатып, бул- ҡылымы “модаль мәғәнәгә эйә була”, тип яҙа. Ғалимдың был фекере, нигеҙҙә, дөрөҫ булыуына ҡарамаҫтан, мәҡәләлә килтерелгән миҫалдар аналитик ҡылымдарҙың төрлө мәғәнәләрен һәм төҙөлөш үҙенсәлектәрен тулыһынса сағылдырмай. Мәҫәлән, Кисә уны күреп булманы һөйләмендә бул- ҡылымы модаль мәғәнәгә эйә (сөнки бында булманымөмкин түгел ине, бул- ҡылымы заман планын үҙгәртмәй)[4]. Ә инде шул уҡ ярҙамсы ҡылымдың темпораль (ваҡыт менән бәйле) мәғәнәһе был мәҡәләлә сағылыш тапмай.
Был мәҡәләлә бул- ярҙамсы ҡылымын үҙ эсенә алған өс төр конструкция тасуирлана. Авторҙың фекеренсә, морфология күҙлегенән килгән булған, килер булған, килә торған булған кеүек конструкцияларҙы кил- ҡылымының “формалары” итеп ҡарау дөрөҫ түгел, уларҙы башҡорт теленә хас булған килгән бул-, килә торған бул-, килер бул- аналитик ҡылымдар рәүешендә ҡарарға мөмкин. Ошо ҡылымдар, элекке мәҡәләләрҙә бирелгән парадигмаға ярашлы үҙгәреп, төрлө мәғәнәләрҙе сағылдыра ала.
Аналитик ҡылымдарҙың түбәндәге төрҙәре анализлана:
килгән бул- (мәғәнәүи өлөшөн үткән заман сифат ҡылымы тәшкил итә, ярҙамсы өлөшө зат һәм һан менән үҙгәрә торған бул- ҡылымынан тора);
килә торған бул- (мәғәнәүи өлөшөн gerundium frequentativum тәшкил итә, ярҙамсы өлөшө торған формаһынан һәм бул- ҡылымынан тора);
килер бул- (мәғәнәүи өлөшөн беренсе киләсәк заман сифат ҡылымы тәшкил итә, ярҙамсы өлөшө зат һәм һан менән үҙгәрә торған бул- ҡылымынан тора).
Ошо ҡылымдарҙың һәр береһен үҙ эсенә 22 морфологик форманы алған парадигмаға ярашлы үҙгәртәйек[5]. Теге йәки был форма башҡорт теленә хас булмаған хәлдә, уның күренеше йәйә эсенә алынып, алдына астериск (*) ҡуйыла. Мәҡәләнең йомғаҡ өлөшөндә телгә хас булмаған формалар иҫәпкә алынмай.
-ған бул- аналитик ҡылымының үҙгәреү парадигмаһы һәм ҡулланылышы
Үрҙә аталған аналитик ҡылым төрҙәренең беренсеһенә түбәндәге формалар хас була.
Форма исеме
Миҫал
Nomen actionis
килгән булыу
Nomen agentis
(*килгән булыусы)
Infinitivus
килгән булырға
Infinitivus modalis
(*килгән булмаҡ)
Nomen intentionis
— (*килгән булмаҡсы)
Nomen modale I
(*килгән булаһы)
Nomen modale II
(*килгән булғы)
Nomen abstractum I
(*килгән булғанлыҡ)
Nomen abstractum II
(*килгән булырлыҡ)
Participium perfecti
килгән булған
Participium futuri I
килгән булыр
Participium futuri II
(*килгән буласаҡ)
Gerundium imperfecti
килгән булып
Gerundium perfecti
килгән булғас
Gerundium modale
(*килгән булғанса)
Gerundium temporale
(*килгән булғансы)
Gerundium frequentativum
(*килгән була)
Optativus-imperativus
килгән булайым (бул, булһын),
Conditionalis
килгән булһам (булһаң, булһа)
Perfectum I
килгән булдым (булдың, булды)
Perfectum II
килгән булғайным (булғайның, булғайны)
Praesens
килгән булам (булаһың, була)
Ошо аналитик ҡылымдың ҡулланылыу даирәһен тикшереү маҡсатында, һөйләм миҫалдарына күҙ һалайыҡ.
Киҫкен проблема ла бит тап шул бығаса идарасы компания булмағанлыҡтан барлыҡҡа килгән булыуы билдәле. (Г. Хәйбуллина, “Ҡарауһыҙ ҡалған йорт”)
Бының өсөн малайҙарҙың йәше еткән булырға тейеш. (Ә. Лоҡманова, “Малай мал һуя аламы?”)
Шәрифулла әйтмешләй, бәлки, унын йөрәгенә лә бөркөт оялаған булғандыр. Тик әлегә тиклем ҡанат ҡына йәйә алмағандыр. (М. Кәрим, “Өс таған”)
“Тегене теге­ләй итергә ине, быны былай итергә ине”, — тигән булыр ҙа һөйләнер. (М. Кәрим, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)
Кистән юрған аҫтына инеп сумам да, йоҡлаған бу­лып, ололарҙың һөйләшкәнен тыңлап ятам. (М. Кәрим, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)
Был яугир дивизияға яңы ғына килгән булғас, беҙ уның исем-шәрифен дә хәтерләй алманыҡ. (М. Нуриев, “Кавказ өсөн һуғышта башҡорт яугирҙәре)
Артығын һөйләп, артығын ҡыланған булһам, биғәй­бә инде, еңгә. (М. Кәрим, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)
Ишектәре ярым асыҡ ине. Шулай ҙа шаҡыған бул­дым. (М. Кәрим, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)
Гармунсыға ара-тирә йырсылар ҡушылған була, ләкин улар бөгөн көйҙө генә боҙалар, һандуғасҡа әтәс эйәргән төҫлө килеп сыға. (М. Кәрим, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)
Күренеүенсә, -ған бул- аналитик конструкцияһының ике төп мәғәнәһе бар. Шуларҙың беренсеһе – темпораль (ваҡыт менән бәйле), икенсеһе иһә – модаль. Темпораль мәғәнә беренсе һәм икенсе миҫалдарҙан яҡшы күренә: -ған бул- конструкцияһы контекст тарафынан билдәләнгән бер мәлгә тиклем тамамланған (йәки тамамланырға тейешле) ғәмәлде белдерә. Икенсе һөйләмде ентекләберәк ҡарап үтәйек: Бының өсөн (йәғни малай мал һуя алһын өсөн) малайҙың йәше еткән булырға тейеш. Был контекста малай мал һуя алғанға тиклем билдәле бер шарт – йәшенең еткән булыуы – үтелергә тейеш.
-ған бул- аналитик ҡылымының модаль мәғәнәһен иһә 5-се (йоҡлаған булып), 9-сы (шаҡыған булдым) һәм 10-сы (ҡушылған була) миҫалдарҙа күрергә мөмкин. Бында “ҡыланыу, ысынлап эшләмәү, ғәмәлде тулы рәүештә башҡармау” тигән мәғәнә асыҡ күренә. Миҫал өсөн, 5-се һөйләмдә (Кистән юрған аҫтына инеп сумам да, йоҡлаған бу­лып, ололарҙың һөйләшкәнен тыңлап ятам) бала ысын мәғәнәһендә йоҡламай, ә йоҡлаған булып ҡыланған саҡта ололарҙың һөйләшкәнен тыңлап ята.
-а торған бул- аналитик ҡылымының үҙгәреү парадигмаһы һәм ҡулланылышы
Үрҙә аталған аналитик ҡылым төрҙәренең икенсеһенә күҙ һалайыҡ. Ул ҡылымға түбәндәге формалар хас була.
Форма исеме
Миҫал
Nomen actionis
(*килә торған булыу)
Nomen agentis
(*килә торған булыусы)
Infinitivus
(*килә торған булырға)
Infinitivus modalis
(*килә торған булмаҡ)
Nomen intentionis
(*килә торған булмаҡсы)
Nomen modale I
(*килә торған булаһы)
Nomen modale II
(*килә торған булғы)
Nomen abstractum I
(*килә торған булғанлыҡ)
Nomen abstractum II
(*килә торған булырлыҡ)
Participium perfecti
килә торған булған
Participium futuri I
килә торған булыр
Participium futuri II
(*килә торған буласаҡ)
Gerundium imperfecti
килә торған булып
Gerundium perfecti
(*килә торған булғас)
Gerundium modale
(*килә торған булғанса)
Gerundium temporale
(*килә торған булғансы)
Gerundium frequentativum
(*килә торған була)
Optativus-imperativus
(*килә торған булайым, бул, булһын)
Conditionalis
килә торған булһам (булһаң, булһа)
Perfectum I
килә торған булдым (булдың, булды)
Perfectum II
(*килә торған булғайным, булғайның, булғайны)
Praesens
(*килә торған булам, булаһың, була)
Миҫалдарға күҙ һалып, -а торған бул- аналитик конструкцияһының мәғәнәүи үҙенсәлектәрен асыҡларға тырышайыҡ:
Әүәл-әүәлдән беҙҙең ауылға һауым бейәләре тотҡан ке­шеләргә ҡымыҙ эсеп, ит ашап ятырға төрлө түрәләр килә торған булған. (М. Кәрим, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)
Ул хәҙер беҙҙән дә үҙен сит күргән кеүек тора торған булып китте. (М. Ғафури, “Иҫәпһеҙ байлыҡ”)
Ҡуҙыйкүрпәс мине эҙләп килә торған булһа, табып ашар, тип, Маянһылыу күмеп киткән сөсикмәк ине, ти. (Эпостан)
“Больница” тип яҙылған йорт күрһәм, тертләп китә торған булдым. (М. Кәрим, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).
Күренеүенсә, был төр аналитик ҡылымдар дауамлы йә ҡабатлана торған эш-хәрәкәтте белдерә. Бындай ғәмәл реаль (1, 5-се һөйләмдәр) йә иһә потенциаль (4-се һөйләм) булырға мөмкин. Икенсе миҫалда иһә ғәмәл реаль тип тойолһа ла, ысын мәғәнәлә башҡарылмай, уға ниндәйҙер кимәлдә “ҡыланыу” модаллеге хас: тора торған булып – гүйә тороп, торған шикелле.
Был аналитик ҡылымдың participium perfecti формаһы (килә торған булған) вафат булған кешенең ғәмәлен сағылдырырға мөмкин[6]. Ғәмәлдең фактик башҡарыусыһы тере булған хәлдә лә, эш-хәрәкәт һөйләшеү мәлендә урын алмай[7].
Был аналитик ҡылымдың хәҙерге заман формаһы (*көтә торған булам, булаһың, була) юҡлығын шуның менән аңлатырға мөмкин: хәҙерге заман формаһы, профессор Н. Дмитриевтың грамматикаһында иҫбат ителгәненсә, gerundium frequentativum формаһының нигеҙендә барлыҡҡа килгән[8]. Хәҙерге башҡорт телендә -а торған бул- конструкцияһының урынына модаль мәғәнәле -п торған бул- конструкцияһы киң ҡулланыла: Мин ул һанды, күҙем ҡарайып, көтөп торған булам инде. Күренеүенсә, был конструкцияның ике мәғәнәһе бар (темпораль һәм модаль). Тотош конструкцияны көтәм формаһы менән алмаштырһаҡ, заман планы үҙгәрмәй, ләкин ваҡыт дауамында түҙә алмай көтөү семантикаһы юғала.
-ыр бул- аналитик ҡылымының үҙгәреү парадигмаһы һәм ҡулланылышы
Үрҙә аталған аналитик ҡылым төрҙәренең өсөнсөһөнә түбәндәге формалар хас:
Форма исеме
Миҫал
Nomen actionis
(*килер булыу)
Nomen agentis
(*килер булыусы)
Infinitivus
(*килер булырға)
Infinitivus modalis
(*килер булмаҡ)
Nomen intentionis
— (*килер булмаҡсы)
Nomen modale I
—(*килер булаһы)
Nomen modale II
— (*килер булғы)
Nomen abstractum I
— (*килер булғанлыҡ)
Nomen abstractum II
— (*килер булырлыҡ)
Participium perfecti
килер булған
Participium futuri I
— (*килер булыр)
Participium futuri II
(*килер буласаҡ)
Gerundium imperfecti
килер булып
Gerundium perfecti
килер булғас
Gerundium modale
— (*килер булғанса)
Gerundium temporale
— (*килер булғансы)
Gerundium frequentativum
— (*килер була)
Optativus-imperativus
(*килер булайым, бул, булһын),
Conditionalis
килер булһам (булһаң, булһа)
Perfectum I
килер булдым (булдың, булды)
Perfectum II
(*килер булғайным, булғайның, булғайны)
Praesens
килер булам, булаһың, була
Миҫалдарға күҙ һалып, ошо аналитик конструкцияның мәғәнәүи үҙенсәлектәрен асыҡларға тырышайыҡ.
  1. Иң хөрмәтле ҡунаҡтарҙы улар ҡымыҙ менән ҡаршы алыр булған. (Р. Әлимғужин, “Ҡымыҙ – батырҙар эсемлеге”)
  2. Ғәлиә күҙенә салынғайны, көн һайын почтаға килер булып китте. (Т. Ғиниәтуллин, “Кисеү”)
  3. Тарих яҙыр булғас, минән һорашырға кәрәк ине. (Ғ. Ҡыуатова, “Тарихты дөрөҫ яҙайыҡ”)
  4. Һин ҡыҙғаныр булһаң, атайымды батша ла алмаҫ ине, яурындарына мылтыҡ та һалмаҫ ине, башҡайҙары сит ерҙәрҙә ятып та ҡалмаҫ ине... (М. Кәрим, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)
  5. Ҡурҡыр булһаң, башта уҡ әйт! (М. Кәрим, “Өс таған”)
  6. Аҙымын ашыҡмай атлар, һүҙен самалап һөйләр булды. (М. Кәрим, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)
  7. Увольнениеға сыҡҡанында гел лавканан емеш-еләк һатып алыр була. (Р. Солтанова, “Мәскәүҙә ҡабынған осҡон”)
  8. Беренсе миҫалдағы ғәмәл арабыҙҙан киткән ата-бабалар тарафынан даими рәүештә башҡарылыр булған. 5 – 7 миҫалдарҙа иһә ошондай уҡ даими (дауамлы йә ҡабатлана торған) ғәмәлде тере кеше башҡарғаны асыҡ. Ул ғәмәлдәрҙең телмәр моментынан алыҫлашыуы ла (7), алыҫлашмауы ла (5, 6) бар. Өсөнсө һәм бишенсе миҫалдарҙа ниәт мәғәнәһе асыҡ күренә: яҙыр булғас – яҙырға ниәт булғанда. Бишенсе миҫалда модаль мәғәнә менән берлектә темпораль мәғәнәне лә күҙәтәбеҙ: ҡурҡыр булһаң(яҡын) киләсәктә ҡурҡһаң.
    Йомғаҡлау
    Юғарыла килтерелгән миҫалдарҙан һәм анализдан күренеүенсә, аналитик ҡылымдарҙың өсөһө лә дефектив, йәғни уларҙың ҡайһы бер формалары йәнле телгә хас түгел. Аналитик ҡылымдарҙың береһенең дә мөнәсәбәтле (-маҡ ялғаулы) уртаҡ ҡылым, nomen agentis, nomen intentionis, nomina modalia, nomina abstracta формалары юҡ. Бынан тыш, уларҙың береһенә лә -асаҡ ялғаулы киләсәк заман сифат ҡылымы һәм өс төр хәл ҡылым (gerundium modale, gerundium temporale, gerundium frequentativum)[9] хас түгел. Аналитик ҡылымдарҙың өсөһөнә лә түбәндәге формалар ғына хас була: participium perfecti (үткән заман сифат ҡылымы), gerundium imperfecti (-п ялғаулы хәл ҡылым), шарт һөйкәлеше, -ды ялғаулы үткән заман, хәҙерге заман.
    Башҡа формалар иһә ошо мәҡәләлә тасуирланған аналитик ҡылымдарҙың бер йә ике төрөнә генә хас булыуы мөмкин.
    Форма
    -гән бул-
    -ә торған бул-
    -ер бул-
    Nomen actionis
    килгән булыу
    Nomen agentis
    Infinitivus
    килгән булырға
    Infinitivus modalis
    Nomen intentionis
    Nomen modale I
    Nomen modale II
    Nomen abstractum I
    Nomen abstractum II
    Participium perfecti
    килгән булған
    килә торған булған
    килер булған
    Participium futuri I
    килгән булыр
    килә торған булыр
    Participium futuri II
    Gerundium imperfecti
    килгән булып
    килә торған булып
    килер булып
    Gerundium perfecti
    килгән булғас
    килер булғас
    Gerundium modale
    Gerundium temporale
    Gerundium frequentativum
    Optativus-imperativus
    килгән булайым (бул, булһын)
    Conditionalis
    килгән булһам (булһаң, булһа)
    килә торған булһам (булһаң, булһа)
    килер булһам (булһаң, булһа)
    Perfectum I
    килгән булдым (булдың, булды)
    килә торған булдым (булдың, булды)
    килер булдым (булдың, булды)
    Perfectum II
    килгән булғайным (булғайның, булғайны)
    Praesens
    килгән булам (булаһың, була)
    килә торған булам (булаһың, була)
    килер булам (булаһың, була)
    Мәғәнәүи үҙенсәлектәренә килгәндә, аналитик ҡылымдарҙың төрлө формаларының темпораль һәм модаль мәғәнәләре бар. Был мәғәнәләргә аналитик ҡылымдың ике компоненты ла тәьҫир итә ала. Темпораль мәғәнәгә килгәндә, шундай дөйөм һығымтаға килергә мөмкин: аналитик ҡылымдың мәғәнәүи өлөшөн үткән заман сифат ҡылымы тәшкил итһә, тотош конструкция үткән заман мәғәнәһенә тап килә. Аналитик ҡылымдың мәғәнәүи өлөшөн ялғаулы киләсәк заман сифат ҡылымы тәшкил иткән хәлдә, киләсәк заман (йәки ниәт) мәғәнәһе сағылдырыла, ә инде -а торған бул- аналитик ҡылымы дауамлы, даими, ҡабатлана торған ғәмәлде билдәләй.
    Әгәр аналитик ҡылымдың ике өлөшө заман йә логика күҙлегенән бер-береһенә ҡаршы килер булһа[10], ошондай ҡылым вафат булған кешенең ғәмәлен (килер булған) йә ирреаль модаллекте, йәғни “исем өсөн генә” башҡарылған ғәмәлде (мәҫ. уҡыған бул) билдәләй ала. Шул уҡ ирреаль модаллекте уҡыған булды конструкцияһы ла сағылдыра: был аналитик ҡылымдың компоненттары заман планы яғынан бер-береһенә ҡаршы килмәй, ә киреһенсә, оҡшаш була.
    Бынан тыш, шуныһы ла иғтибарға лайыҡлы: был мәҡәләлә анализланған аналитик ҡылымдың өс төрөнә лә gerundium imperfecti формалары хас: килгән булып, килә торған булып, килер булып. Әммә, килтерелгән миҫалдарҙы ентекләберәк ҡараһаҡ, ике осраҡта ҡыҙыҡ үҙенсәлеккә тап булабыҙ.
    1. Ул хәҙер беҙҙән дә үҙен сит күргән кеүек тора торған булып китте.
    2. Ғәлиә күҙенә салынғайны, көн һайын почтаға килер булып китте.
    3. Был һөйләмдәрҙә икешәр аналитик конструкция ҡулланылғаны асыҡ күренә. Беренсеһе – тора торған булып йә килер булып, икенсеһе иһә – булып китте. Синтаксис күҙлегенән ҡарағанда, конструкцияларҙың икеһе лә хәбәр составына инә[11].
      Һис шикһеҙ, башҡорт теленә хас аналитик конструкцияларҙың тикшереүе был мәҡәлә менән генә сикләнмәй. И-, тор- һәм башҡа ярҙамсы ҡылымдарҙың ҡулланылышы ла, башҡа төр ҡылым конструкцияларының төҙөлөшө лә, семантик үҙенсәлектәре лә, ул конструкцияларҙы дәрестәрҙә ҡулланыу методикаһы ла – барыһы ла үҙ тикшереүсеһен көтә.
      В. В. ЧЕРНЕВ, Варшава университеты шәрҡиәт факультетының PhD-докторанты, Польша Республикаһы.
      Аңлатма, һылтанма, ҡулланылған әҙәбиәт
      [1] Дефектив ҡылымдың (лат. verbum defectivum, һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә “етмәҫлек ҡылым”) бер йәки бер нисә формаһы етешмәй.
      2 Ә. Юлдашев, 1981, 273 – 283 бб. [1]
      3Абубакирова, Л. Ф. Аналитические глаголы в башкирском языке и их семантико-грамматические особенности. Диссертация канд. филол. наук. Уфа, 2003.
      4 Әйтергә кәрәк, бул- ҡылымы “мөмкин булыу” мәғәнәһен сағылдырһа, күбеһенсә өсөнсө зат формаларында (була, булмай һ.б.) йәки ҡылым төркөмсәләре формаларында (булмаған) ҡулланыла. Быныһы яра- модаль ҡылымына ла шулай уҡ ҡағыла.
      5 Парадигмалағы формалар тәртибе “Башҡорт теленә хас булған ике абстракт ҡылым формаһы хаҡында” мәҡәләһенең ҡушымтаһына ярашлы бирелгән.
      6 Сағыштырығыҙ: Кейекбаев Ж. Һайланма мәҡәләләр. Өфө: БашДУ нәшриәте, 2002, 104 – 106 биттәр.
      7 Икенсе төрлө әйткәндә, ошо ғәмәл бөткәндән һуң, күпмелер ваҡыт үткәс кенә телгә алына.
      8 Шуға ла ул алам, аламын кеүек формаларҙы “я беря есмь” тип шартлы рәүештә тәржемә итә.
      9 Мәктәп классификацияһына ярашлы – хәл ҡылымдың өсөнсө, дүртенсе, бишенсе формалары.
      10 Мәҫ. килер булған – мәғәнәүи өлөшө киләсәк заманды белдергән формала, ә ярҙамсы ҡылым үткән заман формаһында тора.
      11 Был төр „ҡушма” ҡылым конструкциялар башҡорт теленә хас. Килә торған бул- аналитик ҡылымы ла уларҙың иҫәбенә инә.
      Читайте нас: