Бөтә яңылыҡтар

Телмәр мәҙәниәтен үҫтереүсе эш төрҙәре

Телмәр мәҙәниәтен үҫтереүсе эш төрҙәре...

Тел – кешегә бирелгән иң ҙур мөғжизәнең береһе. Халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, аҡыл – ҡаҙна, күңел – йоҙаҡ, тел – асҡыс. Был асҡыс беҙгә башҡалар кү­ңелен аңларға, аҡылыбыҙҙың камиллығын, уй-фекерҙәребеҙҙең ни дәрәжәлә юғары булыуын күрһәтергә ярҙам итә. Телмәр иһә – кешенең аң-белем дәрә­жә­һен, тәрбиә кимәлен билдәләүсе факторҙарҙың береһе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа телмәребеҙҙең сафлығын, борондан килгән матурлығын боҙоу осраҡтары йыш кү­ҙәтелә башланы. Һүҙҙәрҙе урынһыҙ ҡул­ланыу, мәғәнәһен белмәү телмәрҙең төҙөклөгөнә ҙур зыян килтерә. Һөҙөм­тәлә телебеҙ тәбиғи матурлығын юғалта бара. Бының сәбәптәре түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала.
1. Мәғлүмәттең күплеге. Йыш ҡына телевизор экрандарынан, радионан хаталы, ҡоро телмәр ишетергә тура килә. Камил телмәр юҡҡа сығып барғанда, был тема, минеңсә, айырыуса актуаль.
2. Әҙәби әҫәрҙәрҙе аҙ уҡыу. Бөгөнгө заман балаһы күберәк ваҡытын телевизор алдында, Интернет селтәрендә, планшет, телефон тотоп үткәрергә ярата. Ә был иһә, үҙ сиратында, танып-белеү әүҙемлеген һүндерә йәки һүлпәнәйтә.
3. Уҡыусыларҙың күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуының бик түбән дәрәжәлә булыуы. Балалар, буш ваҡыттарында ҡулдарына кеҫә телефоны алып, бөтә иғтибарын шунда йүнәлтә, Интернетта «ултырыу» тере аралашыуҙы ныҡ кәметә.
Шуға күрә уҡыусыларҙың әҙәби тел мәҙәниәтен үҙләштереүенә ирешеү мәктәптә генә түгел, урта һөнәри белем биреү системаһында ла башҡорт телен уҡы­тыуҙың иң мөһим бурыстарының береһе булып тора. Уҡытыусы, әҙәби тел нормаларын өйрәтеп, уны ғәмәлдә дөрөҫ файҙаланыуға, мәғлүмәти сараларҙы дөрөҫ ҡуллана белеү күнекмәләрен булдырыуға айырыуса иғтибар итергә тейеш. Шул ваҡытта ғына уҡыусының дөйөм мәҙәниәте үҫә һәм ул бар яҡтан да грамоталы була.
Иң тәүҙә телмәр мәҙәниәте төшөнсәһенең асылына төшөнәйек. Телмәр мәҙәниәте – башҡорт әҙәби теленең һөй­ләү һәм яҙыу нормаларын, аралашыу­ҙа, телмәрҙең маҡсатына һәм йөкмәткеһенә ярашлы, тасуирлау сараларын дөрөҫ ҡуллана белеү ул. Телмәр мәҙәниәте телмәр этикеты төшөнсәһе менән тығыҙ бәйле, сөнки ул этикетта барлыҡҡа килгән штамптарға нигеҙләнеүҙән баш­лана. Телмәр мәҙәниәте төшөнсәһендә коммуникатив компонент мөһим роль уйнай: маҡсатлы телмәр эшмәкәрлеге экстралингвистик факторҙарға (коммуниканттарҙың йәше, мөнәсәбәттәре, социаль иерархияһы һ.б.) бәйле төрлө ситуацияларҙа аралашыу стереотиптарын (рәхмәтте, ғәфү үтенеүҙе, сәләмләүҙе, үтенес­те һ.б. белдереү) барлыҡҡа килтергән тотороҡло формула-фекерҙәр ярҙамында йәмғиәттә ҡабул ителгән ҡағи­ҙәләр буйынса алып барыла.
Телмәр мәҙәниәте – тел белеменең ғәмәли (практик) өлөшө. Унда дөрөҫ һәм яҡшы итеп һөйләргә өйрәнеү мәсьә­ләләре ҡарала. Телмәр мәҙәниәтенең төп асылын түбәндәге сифаттар сағылдыра:
телмәрҙең дөрөҫлөгө – әҙәби тел нормаларын (лексик, орфоэпик, морфологик, синтаксик) ҡулланып һөйләү;
телмәрҙең аныҡлығы – һүҙҙәрҙе дөрөҫ һәм урынлы ҡулланыу, текстың темаһын мөмкин тиклем яҡшыраҡ итеп, йөкмәткегә тап килтереп һөйләү;
телмәрҙең теүәллеге – аныҡ фекерләп, телмәр предметын яҡшы белеп, йәғни теге йәки был күренештең ысынбарлыҡҡа тап килеүен тейешенсә тө­шөнөп, һүҙҙең мәғәнәһен аңлап һөйләү;
телмәрҙең логик эҙмә-эҙлелеге – логика һәм дөрөҫ фекерләү закондарына ярашлы, телмәрҙә тел берәмектәрен мәғәнәүи тоташтырыу;
телмәрҙең сафлығы (таҙалығы) – телмәрҙең әҙәби булмаған һүҙҙәрҙән, жаргондарҙан, диалектизмдарҙан, варваризмдарҙан, паразит һүҙҙәрҙән азат булыуы;
телмәрҙең тасуирилығы – аралашыу­ҙың шарттарына тура килгән тасуирлау сараларын (метафора, сағыштырыу, эпитет, йәнләндереү) ҡулланыу;
телмәрҙең урынлылығы – һөйләшеү алып барған партнерҙарҙың үҙенсәлектәрен, аралашыу барған ситуацияны иҫәпкә алыу.
Шулай итеп, телмәр мәҙәниәтен формалаштырыу үҙ эсенә түбәндәгеләрҙе ала:
– башҡорт әҙәби теленең фонетик закондары нигеҙендә орфоэпик нормаларҙы үҙләштереү;
– уҡыусыларҙың һүҙ байлығын үҫтереү, уны дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү;
– телдең грамматик төҙөлөшөнән, бигерәк тә синтаксистан иркен файҙаланып, төрлө синтаксик төҙөлмәләрҙе ҡул­ланыу;
– телмәрҙең интонацион яҡтан дөрөҫ формалашыуына, эмоциональ биҙәктәргә мөмкин тиклем бай булыуына ирешеү;
– һүрәтләү сараларын ҡулланыуҙы әүҙемләштереү;
– төрлө ситуацияларға ярашлы аралашыу штамптарын үҙләштереү, уларҙы дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.
Үрҙә һаналған йүнәлештәрҙе тормош­ҡа ашырыу өсөн түбәндәге эш төрҙәрен ҡулланыу отошло.
1. Әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәрҙе, мәғ­лүмәтле текстарҙы, гәзит-журналдарҙан мәҡәләләрҙе тың­лап, уның йөкмәткеһе буйынса үҙ фекереңде әйтеү, аралашыу.
2. Курсташтарыңдың телмәрен тың­лап аңлау һәм уларға үҙ фекереңде еткерә белеү, улар менән әңгәмә ҡороу һәм унда ҡатнашыу.
3. Һорау, яуап, килешеү-килешмәү, шикләнеү һәм башҡа репликаларҙы дөрөҫ ҡулланып әңгәмәләшеү.
4. Аралашыуҙа ҡатнашыу, уны туҡтатыу һәм яңынан башлау; парлап, төркөмдә һөйләшеү барышында үҙ фекереңде аңлата, раҫлай, дәлилләй белеү, ситуация аңлашылмағанда, һорау биреп, телмәр барышын асыҡлау.
5. Терәк схемалар ҡулланып, ситуация буйынса әңгәмә ҡороу; һөйләшеүҙә башҡорт телмәр этикеты өлгөләрен урынлы файҙаланыу.
6. Тәҡдим ителгән темалар буйынса тейешле эҙмә-эҙлелектә текст төҙөү һәм уның йөкмәткеһен һөйләү.
7. Конкрет ситуацияға үҙ ҡарашыңды белдереү, төрлө ваҡиғаларҙы, яңылыҡ­тар­ҙы хәбәр итеү.
8. Монологик телмәрҙә инеш, өндәш һүҙҙәрҙе ҡулланып, орфоэпик һәм грамматик нормаларҙы һаҡлап, үҙ фекереңде теүәл еткереү.
9. Өйрәнгән тексты үҙ һүҙҙәрең менән һөйләп биреү.
10. Өйрәнгән шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләү.
Үрҙә һаналған эш төрҙәре араһынан интерактив методтарға ҡараған “Телмәр портреты” тренингын иң эффектлыһы тип иҫәпләйбеҙ. Тренинг – күнекмәләр формалаштырыу маҡсатында махсус ойош­торолған күнегеүҙәр йыйылмаһы. Ул үрҙә һаналған эш төрҙәренең күбеһен үҙ эсенә ала. Уның яҡынса планын тәҡдим итәбеҙ.
“Телмәр портреты” тренингы
1. Инеш һүҙ.
2. Маҡсат һәм бурыстарҙы билдәләү (тренинг аҙағында нимә эшләргә өйрәнәбеҙ).
3. “Нимә ул телмәр мәҙәниәте? Мәҙәниле телмәр ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш?” темаһына дискуссия ойоштороу.
4. Кейс сисеү. Уҡыусыларға видеояҙмалар тәҡдим ителә. Уларҙың маҡсаты – күҙәтелгән телмәрҙең етешһеҙлектәрен билдәләү һәм уларҙы бөтөрөү юлдарын тәҡдим итеү.
5. “Мин – хәбәрсе (диктор)” уйыны. Студенттарҙың колледжда, төркөм­дәрендә йәки районда, ҡалала булған ваҡиғалар тураһында текст төҙөп сы­ғыш яһауы (микрофон, телевизор макеты алдан әҙерләнә). Түбәндәге тәҡдимдәргә таяныу.
Телмәр сифаттары Төп тәҡдимдәр
Телмәрҙең дөрөҫлөгөӘҙәби телдең орфоэпик, лексик, грамматик, орфографик һәм пунктуацион нормаларын күҙәт
АныҡлығыТелмәреңдең темаһын һәм төп фекерен уйла, уларҙы тулыһына ас, ләкин артығын һөйләмә (яҙма)
ТеүәллегеҮҙ фекереңде теүәлерәк асып бирерлек һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе һайла, бөтә материалды темаға һәм фекереңә буйһондор
Логик эҙмә-эҙлелегеФекереңде әйтеүҙең тәртибен күҙәт, телмәреңдең планын төҙө, материалыңды планға ярашлы системаға килтер
Сафлығы (таҙалығы) Телмәреңде диалект һүҙҙәрҙән, жаргондарҙан, сленгтарҙан, варваризмдарҙан һәм паразит һүҙҙәрҙән азат ит, һүҙҙәрҙе урынһыҙ ҡабатлама
ТасуирилығыФекереңде асып бирерлек һүҙҙәрҙе һәм әйтемдәрҙе һайла, адресатҡа йоғонто яһарлыҡ тел сараларын файҙалан
Телмәрҙең урынлылығыКем менән һәм ниндәй шарттарҙа аралашыуыңды һәр ваҡыт иҫеңдә тот
6. “Телмәр портреты” темаһына эссе яҙыу. Эш өйҙә башҡарыла, әммә әҙерлек дәрестә үк башлана. Студенттар иптәш­тәре менән үҙҙәренең телмәре тураһында аралаша, йәғни аналитик эш башҡара: тауыш тембры, телмәр темпы, интонация, телмәр байлығы һәм грамоталылығы һ.б.
7. Йомғаҡлау.
Урта һөнәри белем биреү системаһында дәрестә уҡыусыларҙың телмәр мәҙәниәтен формалаштырыу өсөн үрҙә һаналған эш төрҙәре уңышлы тип табылды. Шулай уҡ ҡулланыу өсөн төрлө ситуацияларҙа аралашыу стереотиптарын тәҡдим итәбеҙ.
Cәләмләү
Һаумыһығыҙ!
Иҫәнмеһегеҙ!
Шәпмеһегеҙ!
Һаумы!
Иҫәнме!
Шәпме!
Сәләм!
Хуш киләһегеҙ!
Хуш киләһең!
Хәйерле көн!
Хәйерле иртә!
Хәйерле кис!
Һеҙҙе күреүемә шатмын!
Һеҙ нисек йәшәйһегеҙ?
Эштәрегеҙ нисек?
Хәлдәрегеҙ нисек?
Һеҙҙең һаулығығыҙ нисек?
Ғаиләгеҙ ни хәлдә!
Хәлдәр нисек?
Эштәр барамы?
Ниндәй яңылыҡтар бар?
Хуш килдегеҙ!
Саҡырыу
Рәхим итегеҙ!
Инегеҙ!
Килегеҙ!
Әйҙәгеҙ!
Уҙығыҙ! Үтегеҙ!
Түргә рәхим итегеҙ!
Түргә уҙығыҙ!
Ҡунаҡҡа саҡырабыҙ!
Ҡунаҡҡа килегеҙ!
Ҡунаҡҡа көтәбеҙ!
… көтөп ҡалабыҙ!
Маҡтап йөрөйһөгөҙ!
Табын янына рәхим итегеҙ!
Рәхим ит!
Ин!
Кил!
Әйҙә!
Уҙ! Үт!
Түргә рәхим ит!
Түргә уҙ!
Ҡунаҡҡа кил!
Маҡтап йөрөйһөң!
Мөрәжәғәт итеү
… ағай (бабай)!
... апай (инәй)!
... иптәш!
... дуҫ(ҡай)!
Иптәштәр!
... әфәнде!
Әфәнделәр!
Егеттәр!
Дуҫтар!
Туғандар!
Ҡәрҙәштәр!
Милләттәштәр!
Ватандаштар!
Яҡташтар!
Ауылдаштар!
Йәмәғәт!
Хеҙмәттәштәр!
Хеҙмәткәрҙәр!
Хөрмәтле ... !
Ҡәҙерле ... !
Ҡарағыҙ әле! Ҡара әле!
Тыңлағыҙ әле! Тыңла әле!
Хушлашыу
Хушығыҙ!
Һау булығыҙ!
Иҫән булығыҙ!
Иҫән-һау булығыҙ!
Хуш!
Һау бул!
Иҫән бул!
Иҫән-һау бул!
Иҫәнлектә-һаулыҡта!
Иртәгәгә тиклем!
Кискә хәтле!
Күрешкәнгә (осрашҡанға) тиклем!
Хәйерле юл!
Хәйерле сәфәр!
Юлығыҙ уң булһын!
Юлың уң булһын!
Хәйерле сәғәттә!
Беҙҙе онотмағыҙ!
Күрешербеҙ!
Рәхмәт белдереү
Рәхмәт!
Ҙур рәхмәт!
Рәхмәт һеҙгә!
Һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!
Рәхмәт яуһын!
Оло рәхмәттәр яуһын!
Ихтирамығыҙ/хөрмәтегеҙ өсөн рәхмәт!
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
Йылы ҡабул итеүегеҙ өсөн рәхмәт!
Сығышығыҙ өсөн рәхмәт!
Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт!
Йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн рәхмәт!
Һыйығыҙ өсөн рәхмәт!
Һый-хөрмәтегеҙ өсөн рәхмәт!
Бүләгегеҙ өсөн рәхмәт!
Күстәнәсегеҙ өсөн рәхмәт!
Ғәфү үтенеү
Зинһар өсөн, ғәфү итегеҙ!
Ғәфү итегеҙ!
Ғәфү үтенәм!
Ғәфү итегеҙ, мин яңылышҡанмын.
Кисерегеҙ!
Борсоғаным өсөн ғәфү итегеҙ.
Һуңлауым өсөн ғәфү итегеҙ.
Зинһар, асыуланмағыҙ!
Бик йәл!
Ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙе рән­йетергә теләмәгәйнем.
Һеҙҙе бүлдергәнем өсөн ғәфү итегеҙ.
Беҙ һеҙҙән ғәфү үтенәбеҙ.
Зарар юҡ!
Ризалыҡ белдереү
Мин килешәм.
Мин риза.
Мин ҡаршы түгел.
Дөрөҫ.
Мин дә шулай уйлайым.
Һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ.
Һеҙ хаҡлы.
Килештек.
Һөйләштек.
Мөмкин.
Әлбиттә.
Ысынлап та.
Билдәле.
Шикһеҙ.
Һис шикһеҙ.
Бер һүҙһеҙ.
Бәхәсһеҙ.
Ярай.
Яҡшы
Килешмәү, кире ҡағыу
Мин килешмәйем.
Мин риза түгел.
Мин ҡаршы.
Ҡарашым башҡаса.
Мин башҡаса уйлайым.
Минең фекерем башҡаса.
Дөрөҫ түгел.
Улай түгел.
Бер ҡасан да.
Мөмкин түгел.
Был хәл мөмкин түгел.
Юҡ, булмай.
Юҡ, улай түгел.
Баш тартабыҙ.
Ғәфү итегеҙ, мин әлегә әйтә алмайым.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әйтә алмайым.
Һеҙ хаҡлы түгел
Хуплау
Мин бик шат.
Һәйбәт!
Яҡшы!
Бик яҡшы!
Иҫ киткес!
Шәп!
Афарин!
Бик теләп.
Бик шатланып.
Рәхәтләнеп.
Һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ
Үтенес
Зинһар!
Рәхим итеп!
Рөхсәт итегеҙ!
Рөхсәтме?
Яраймы?
Мөмкинме?
Мөмкин булмаҫмы?
Мөмкин булһа, ...
Һорарға мөмкинме?/рөхсәтме?/яраймы?
Һеҙгә үтенесем бар ине.
Үтенәм һеҙҙән!
Ауыр булмаһа, ...
Телефондан һөйләшеү
Тыңлайым!
Тыңлайым һеҙҙе!
Мин һеҙҙе иғтибар менән тыңлайым!
Ә һеҙ кем булаһығыҙ?
Йомошоғоҙ ниндәй?
Һеҙгә кем кәрәк ине?
Һеҙгә ярҙам итә аламмы?
Һеҙ яңылыштығыҙ.
Бер аҙҙан шылтыратығыҙ.
Һуңғараҡ шылтыратығыҙ.
Ҡабат шылтыратырһығыҙ!
Хәҙер саҡырам.
Ул әле урынында түгел.
Ул сыҡҡан ине.
Көтөгөҙ.
Шылтыратыуығыҙ өсөн рәхмәт!
Алло, был … фатирымы?
... кәрәк ине.
... мөмкинме?
... саҡырығыҙ әле.
Һеҙҙе ... һорай(ҙар).
Әйтмәҫһегеҙме (икән)?
Әйтегеҙсе (әйтегеҙ әле).
Һеҙгә ... шылтыраталар
Ҡотлау
Ҡотлайым!
Тәбрикләйем!/Тәбрик итәм!
Һеҙҙе ҡотларға рөхсәт итегеҙ!
Ысын күңелдән ҡотлайым/ҡотлайбыҙ!
Сәләмәт бул/булығыҙ!
Сәләмәтлек теләйем/теләйбеҙ!
Иҫәнлек-һаулыҡ теләйем/теләйбеҙ!
Бәхет теләйем/теләйбеҙ!
Шатлыҡтар теләйем/теләйбеҙ!
Уңыштар теләйем/теләйбеҙ!
Ҡотло булһын!
Мөбәрәк булһын!
Байрам менән!
Тыуған көнөң менән!
Тыуған көнөгөҙ ҡотло булһын!
Изге теләктәр теләйем!
Тәрән ихтирам менән!
Байрамығыҙ ҡотло булһын!
Хәйерле булһын!
Эштәрегеҙ уң булһын!
Табынығыҙ түңәрәк булһын!
Шулай итеп, кешенең телмәре уның тәрбиә һәм мәҙәни кимәлен көҙгөләге кеүек сағылдыра. Аҙ грамоталы кешенең телмәрендәге хаталар уның дөйөм мәҙәниәтенең түбән булыуын күрһәтһә, белемле кешенең хаталары уның үҙ телмәренә, эшенә, бурыстарына ҡарата һаҡ­һыҙ, яуапһыҙ ҡарауы тураһында һөйләй. Телмәр бары тик айырым ҡағиҙәләргә буйһонған осраҡта ғына матур була. Дөрөҫ һәм матур һөйләй белеү, йәғни телмәр мәҙәниәтенең юғары кимәле – кешенең дөйөм культураһының билдәһе, мәҙәниле кешенең төп һыҙаты. Быға ирешеү өсөн үҙ телмәреңә һәр саҡ иғтибар итеү, телгә талапсан булыу кәрәк.

Р.Р. ХӘБЕТДИНОВА,
Бәләбәй гуманитар-техник колледжы уҡытыусыһы

Читайте нас: