Диңгеҙҙә аҙашҡан сәйәхәтселәр элек йондоҙҙарға ҡарап юл табыр булған. Тормош тигән ажарлы тулҡынлы диңгеҙҙә лә йондоҙҙар юл күрһәтә, йүнәлеш бирә. Ана шундай яҡты йондоҙҙарҙың береһе – Мостай йондоҙо. Тормош диңгеҙендә аҙашҡандар юл табыр, ғашиҡтар сер бүлешер, хисһеҙҙәр ҙә илһамланыр сағыу йондоҙ ул.
Кешеләргә ут килтергән Прометей кеүек, Мостай Кәрим халҡыбыҙға рухи ут таратты. Күңелдәрҙә ғорурлыҡ, һоҡланыу уятҡан аҡ күңелле Аҡйегет, ярһыу Салауат, сая Прометейҙар йөҙөндә беҙ яҙыусының үҙен дә күрәбеҙ. Бөтә әсәйҙәрҙең иң затлы әхлаҡи сифаттарын үҙендә туплаған Оло Инәй образы күпме кешене шәхес итеп тәрбиәләүҙә ярҙам итә, донъяла йәшәү мәғәнәһен, изге йолаларҙы, әҙәплелек ҡағиҙәләрен башлап күндерә.
Башҡортостандың һәр төбәгендә шағирҙың атлап үткән эҙҙәре бар, уның йылы һүҙе, уйсан ҡарашы кешеләр күңелендә һаҡлана.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим араһында йылы бәйләнештәр бер ҡасан да өҙөлмәгән. Иң тәүҙә ул 1940 йылда, К. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) уҡығанда, гимназиябыҙға нигеҙ булып торған 9-сы мәктәптә практика үткән. Мостай Кәрим осрашыуға килгәндә был ваҡиға тураһында үҙе һөйләгән. Баҡтиһәң, ул дәрескә әҙерләп килгән теманы аңлатып, уҡыусылар менән эшләнәһе эштәрҙе теүәлләп, ваҡытты ҡараһа, дәрестең саҡ 25 минуты үткән икән. Студент бер мәлгә аптырап та, ҡаушап та ҡалған, сөнки артҡы партала дәресен ҡарарға килгән уҡытыусыһы, билдәле башҡорт шағиры Ҡадир Даян ултыра. Шул саҡ ул кеҫәһендә ятҡан шиғыр блокнотын иҫенә төшөрөп, уҡыусыларға үҙенең шиғырҙарын уҡый башлаған. Балалар бик яратып тыңлағандар, һорауҙар биргәндәр. Дәресте анализлаған саҡта Ҡадир Даян: “Дәресең өсөн “өслө”, шиғырҙарың һәм юғалып ҡалмауың өсөн “бишле”, дөйөм баһа “дүртле”, – тигән.
Артабан Мостай Кәрим уҡыусыларҙың көтөп алған ҡунағына әйләнгән. Интернат-мәктәптә төрлө йылдарҙа белем алған апай-ағайҙар әйтеүенсә, Мостай Кәрим менән осрашыуҙар бик йәнле һәм фәһемле үткән. Тимәк, әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы гимназия-интернатыбыҙҙың бәҫен күтәреүгә, уҡыусыларҙы рухи яҡтан тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән. Бер осрашыуҙа ул: “Һеҙҙең мәктәптә моң һымаҡ башҡорт теле яңғырай. Алыҫтарҙан, сит ерҙәрҙән мин ошо моңдо, ошо көйҙө һағынып ҡайтам”, – тип әйтә.
1986 йылда был уҡыу йортоноң директоры булған И.И. Вәлиевтең тәҡдиме менән мәктәптә Мостай Кәримгә арналған музей-кабинет асыла. Коллекция нигеҙен шағир үҙе тапшырған китаптар, рәсми документтар, шәхси әйберҙәр тәшкил итә. Музей-кабинетты асыу тантанаһында Мостай Кәрим, уның ҡатыны Рауза апай, ейәне Тимербулат, шағирҙар Рәмил Йәнбәк, Таңһылыу Ҡарамышева, Гөлфиә Юнысова, ғалим Ғайса Хөсәйенов һәм башҡа билдәле шәхестәр ҡатнаша. Сара ваҡытында Мостай Кәрим бик тулҡынлана: “Үҙемә күрһәтелгән хөрмәттән мин бик тулҡынланам. Был тантананы мин үҙемдеке генә тип әйтмәҫ инем. Ул мин хеҙмәт иткән башҡорт әҙәбиәтенә, сәнғәтенә, башҡорт халҡының рухына арналған, тип һанайым. Был ҙур ғаилә байрамына оҡшаған. Мин һеҙҙе яратам һәм һеҙҙең яратыуығыҙҙы тоям. Был һөйөү минең өсөн ҙур мәғәнәгә эйә”, – ти.
Мәктәпкә сираттағы осрашыуға килгәндә М. Кәрим музей-кабинетҡа үҙен үлемдән һаҡлап ҡалған комсомол билетын тапшыра. Ә был билеттың яҙмышы – үҙе оло бер тарих.
Белеүебеҙсә, һуғыштың беренсе көндәренән үк шағир, “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” исемле поэтик антын әйтеп, фронтҡа китә. “Еңеү ағасының тамырҙары” тигән мәҡәләһендә ул: «Минең быуын кешеләренең йөрәгенә Еңеүгә булған ышаныс тәүге комсомол анты менән бергә һеңде», – тип яҙа.
Комсомолия!
Һиңә бүләк иттек
Күкрәк хистәренең емешен.
Һин аңларһың ошо юлдар аша
Улдарыңдың йөрәк тибешен.
Бөйөк Ватан һуғышы алдынан, 1938 йылда, шағир граждандар һуғышы осоронда һәләк булған йәш батырҙың пуля тишкән комсомол билеты хаҡында шиғыр яҙған була.
Комсомоллыҡ билетымды
Ҡулыма алған һайын.
Хәтерләйем фронтташтың
Билетҡа тамған ҡанын,–
тигән юлдар бар унда.
Яҙмыш шаяртыуымы, тура килеүме, шиғырҙа тасуир ителгән ваҡиға шағир тормошонда ҡабатлана. 1942 йылдың авгусында Мценск эргәһендәге ҡыҙыу һуғышта Мостай Кәримдең күкрәген һәм уның комсомол билетын, уның менән бергә ятҡан шиғыр блокнотын фашист минаһының ярсығы тишеп үтә. Шағир тик мөғжизә менән иҫән ҡала. Ә иптәше Фомин Владимир һәләк була. Оҙаҡ иҫ юғалтыуҙарҙан, ғазаплы һаташыуҙарҙан һуң М. Кәрим тормошҡа ҡайта, йәшәү үлемде еңә. Госпиталгә ятауына өс-дүрт ай тигәндә, ул ҡулына ҡәләм тоторлоҡ хәлгә килә. “Мине, ҡаты яралыны, санбаттан ялан госпиталенә килтерҙеләр… Миңә тәүге операция булды, – ти шағир. – Военврач ярамдан алынған ярсыҡты миңә иҫтәлек итеп бирҙе. Мин уны атып бәрҙем”.
Һуғыштан һуң Мостай Кәримдең ике үпкәһендә лә туберкулездың ауыр формаһы башлана. Әҙиптең хирург Лев Константинович Богушҡа яҙған хатына иғтибар итәйек.
“Ҡәҙерле Лев Константинович!
Беҙ бәләкәй консилиум йыйыуға өлгәштек. Унда һеҙ ҙә булдығыҙ. Баш врач доклад яһаны. Бөтәһе лә бер һүҙҙән миңә операция яһарға ярамай тигән ҡарарға килделәр, ҡайтып ҡымыҙ менән дауаланырға кәңәш иттеләр. Был инде һуң тигәнде аңлата ине. Һеҙ баштан уҡ өндәшмәй генә ултырҙығыҙ. Ҡапыл торҙоғоҙ ҙа: “Мин уны алам”, – тинегеҙ”.
Академик Богуш – билдәле совет хирургы, хирургия мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Ул 300 кандидатлыҡ, 60 докторлыҡ диссертацияларына фәнни етәксе була. Күпселек хеҙмәттәре үпкә операцияларына, бигерәк тә үпкә туберкулезы ауырыуҙарын дауалау методтарына бағышланған.
Тәжрибәле табип шағирға ике йыл эсендә өс операция эшләй. Мостай Кәрим был ваҡиға тураһында: “Операция алдынан Лев Константинович миңә: “Һин дә һалдат, мин дә һалдат. Киттек разведкаға. Разведканан күптәр ҡайта алмай. Әйҙәгеҙ, яҙмыш менән бәхәсләшеп ҡарайыҡ”, – тине. Миңә дөйөм наркоз эшләргә ярамай ине. Лев Константинович операция барышында алдан ятлап алып, минең бик үк шәптән булмаған шиғырҙарымды һөйләне. Һәм мин түҙҙем, ыңғырашманым, сөнки сатай-ботай яҙылған шиғырҙарымдан оялдым”, – тип яҙа.
Улы Илгиз: “Иң ауыр ваҡыттар 1947 – 1949 йылдарҙа булды. Яралы атайым ҡан төкөрә ине. Ләкин ул ғаиләбеҙҙе туйҙырыр өсөн күп эшләне, күп осраҡта төндә яҙа ине”, – тип хәтерләй.
Өсөнсө көн епшек ҡар яуа,
Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн
Әрней минең иҫке бер яра,
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.
Тимер ярсыҡ – яра төбөндә.
Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә...
Береһе ҡалды сержант Фоминда,
Текә яр ситендә ҡәберҙә,
Икенсеһе минең тәнемдә.
Ун ике йыл әрней шул яра,
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.
Мостай Кәрим ошо комсомол билетын оло хөрмәт менән беҙҙең гимназияға тапшыра. Ләкин 1991 йылда музей-кабинетта билеттың юҡҡа сығыуы асыҡлана. (Экранда ул саҡтағы директор Марат Мөхәмәтйән улы Хафизовтың сығышы күрһәтелә. Ул ҡәҙерле ҡомартҡыны юғалтыу айҡанлы үкенес белдерә.)
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусылары ла, шағирҙың ғаиләһе лә сабырлыҡ, тыныслыҡ һаҡлап, “был экспонаттың бәҫен аңламаған берәй баланың эшелер”, тип ҡәҙерле билетты эҙләүен дауам итә һәм уның ҡасан да булһа табылырына ышана. “Сабыр иткән – моратына еткән”, тигәндәй, был хыял, ниһайәт, 2019 йылда тормошҡа аша – шағирҙың комсомол билеты табыла!
Был турала шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы оло шатлыҡ менән хәбәр итә. Ҡомартҡыны тапшырыусы үҙенең исемен әйтмәүҙе үтенгән. Шулай итеп, яугир билет, урау юлдар үтеп, яңынан оло шәхестең ҡәҙерле кешеләре ҡулына әйләнеп ҡайта.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын алып килгән Хәтер һәм дан йылында илебеҙ тарихын, ошо тарихты яҙған билдәле шәхестәребеҙҙе хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Ер йөҙөндә башҡа һуғыш уты ҡупмаһын, донъяла именлек булһын!