Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуа. Йәшләй етем ҡалып, Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә.
1946 – 1950 йылдарҙа ул К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, «Кызыл таң», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәре һәм «Ағиҙел» журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
1969 – 1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курсты тамамлай. 1971 йылдан 1990 йылға ҡәҙәр «Ағиҙел» журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара.
Абдулхаҡ Игебаев – 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры. 2010 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә.
Шағир 2016 йылдың 27 сентябрендә вафат була.
Хөрмәтле уҡытыусым Закир ағай
Шакировтың яҡты иҫтәлегенә
Студент йылдар,
гүйә, һаҙағайҙай,
Уйҙарымда ялтлай сағылып,
Мин, йөрәкһеп,
берләм юлдан уҙам,
Уҡытыусым, һине һағынып.
Өфөлә көҙ,
уйсан сағандарҙың
Япраҡтары елгә сайҡала,
Ә күңелдә
япраҡ шауҙарымы,
Һағыш шарлауымы айҡала?..
Уҡытыусым, һине һағынғандар
Бер мин генә түгел, бик күптәр,
Улар — фән һәм ғилем ҡаяһына
Ажарланып,
айбарланып елгән,
Һин үҫтергән ҡыйыу бөркөттәр!
О, юҡ, һис ҡасан да онотолмаҫ
Һинең хәстәр,
һинең яҡшылыҡ,
Өмөтөмдән төңөлөр мәлдә лә
Яҙмышыма бөрктөң яҡтылыҡ.
Белем алдым,
фәһем алдым һинән,
Йор һүҙҙәрең хисте балҡытты,
Зирәк аҡылыңдан рухым нығып,
Аҡ маяғым иттем хаҡлыҡты!
Студент йылдар иҫкә төшкән һайын,
Хәтерләйем һине иң элек,
Һин йырыма көмөш ләйсән һибеп,
Хыялыма сәстең изгелек.
Мыйығыңды бороп,
шат йылмайып,
Их, тыңлаһаң ине хисемде,
Тик арала юҡһың,
эстән генә
Мин, ҡабатлап һинең исемде,
Берләм юлдан уҙам,
сағандарҙың
Япраҡтары елгә сайҡала,
Ә күңелдә
япраҡ шауҙарымы,
Һағыш шарлауымы айҡала?..
Уҡытыусым, һине һағынғандар
Бер мин генә түгел, бик күптәр,
Улар — фән һәм ғилем ҡаяһына
Ажарланып,
айбарланып елгән,
Һин үҫтергән ҡыйыу бөркөттәр!
Һин йылмайып
тыуҙың донъяға
Был шиғырымды мин «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналын бар иткән һәм шул журналдың яҙмышы өсөн борсолоп йәшәгән тынғыһыҙ ҡәләмдәштәргә, журналдың егәрле коллективына бағышлайым.
Автор
Ҡырыҫ миҙгел, ергә көрттәр өйөп,
Боҙҙар ҡоршағанда йылғаға,
Гүйә, февраль бурандарын ярып,
Көләс йөҙлө умырзая һымаҡ,
Һин йылмайып тыуҙың донъяға!
Сыуағын да күрҙең был донъяның,
Һағышын да йотоп сәсәнең,
Әммә, уф, тимәнең, күңелдәргә
Тылсымлы бер рухи күпер һуҙып,
Ил сауабын алып йәшәнең!
Һәм бөгөн дә танһыҡ эштәреңде
Күреп тора бөтә тарафтар,
Әйтерһең дә, ғилем донъяһына
Мең-мең йөрәктәрҙе әйҙәй кеүек
Һин ҡабыҙған һүнмәҫ маяҡтар.
Тотҡан юлың – изге хаҡлыҡ юлы,
Хайран ҡала һиңә көллөһө!
Һин бит сал тарихлы мәҙәниәттең,
Шундай бай мираҫлы мәғрифәттең
Һис тутыҡмай торған көҙгөһө!
Күк Уралым иҫән-имен саҡта,
Типкән саҡта милләт тамыры,
Валлаһи, тим, күңелең көҙгөһөндә,
Аллы-гөллө нурҙар сәсә-сәсә,
Мәңге балҡыр белем йәйғоро!
Ҡырыҫ миҙгел, ергә көрттәр өйөп,
Боҙҙар ҡоршағанда йылғаға,
Гүйә, февраль бурандарын ярып,
Һин йылмайып тыуҙың донъяға!
Емештәрҙән татлы һут ҡала,
Мөхәббәттән һүнмәҫ ут ҡала,
Һөнәрмәндән ырыҫ, ҡот ҡала,
Ауыр замананан йот ҡала,
Рәнйетһәләр әгәр нахаҡҡа,
Күңел көҙгөһөндә тут ҡала!
Һылыуҙарҙан һылыу йөҙ ҡала,
Зирәктәрҙән зирәк күҙ ҡала,
Аҡһаҡалдан алтын һүҙ ҡала,
Ҡаһармандан яҡты эҙ ҡала,
Хәйләкәрҙең зәһәр теленән
Йөрәктәрҙә яман биҙ ҡала!
Наҙлы яҙҙан наҙлы гөл ҡала,
Сәсәндәрҙән сәсән тел ҡала,
Изге яуҙа ауған һалдаттың
Намыҫы булып данлы ил ҡала,
Тыуған ерен һатҡан бәндәнең
Ҡәберендә бары көл ҡала!