I. Инеш өлөш.
Бөгөн балаларға төплө белем һәм рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү – йәмәғәтселек һәм мәктәп алдында торған иң ҙур бурыстарҙың береһе. Йәмғиәт ижади һәм тәнҡитле фекер йөрөтөргә һәләтле, көндәлек тормош һорауҙарын уңышлы хәл итеүсе, үҙ фекерен яҡлаусы, иҫбатлаусы уҡыусылар тәрбиәләүҙе талап итә. Уҡытыусы алдына, төрлө юлдар һәм алымдар ҡулланып, киләсәктә илдең хужалары була алырлыҡ белемле, аҡыллы, һау-сәләмәт һәм хәҙерге тиҙ үҙгәреүсән донъяға яраҡлаша алған балалар тәрбиәләү мәсьәләһе ҡуйыла.
Дәрестә бирелгән әҙер ҡағиҙәне ятлатыу, ҡалыплашҡан бер төрлө эштәрҙе башҡарыу хәҙер бер кемде лә ҡәнәғәтләндермәй. Алған белемде киләсәктә ҡулланырға өйрәтеү, нимәлер уйлап табыу, уҡыусының үҙаллылығын һәм ижади фекерләүен әүҙемләштереү, телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү тел уҡытыуға ҡуйылған төп талаптарҙы тәшкил итә. Бының өсөн уҡыусы дәрестән күреп, ишетеп, тойоп, күңеленә һеңдереп сығырға тейеш. Тимәк, дәрестең заманса, ҡыҙыҡлы, фәһемле булыуы мөһим.
Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының һәр дәресе, иң беренсе нәүбәттә, тәрбиә дәресе булырға тейеш. Көндәр буйы компьютер артында ултырған йә телефонынан айырыла алмаған уҡыусыны нисек уйландырырға һуң?
II. Төп өлөш.
Дәрестә уҡыусыны фекерләргә өйрәткәндә, яңы технологиялар менән бер рәттән, халыҡ ижадының бар төрҙәрен дә уңышлы файҙаланып була. Алдан әйтелгәнсә, бала күңеленә аң, уй, мәғәнә һалырға кәрәк, ә улар – халыҡтың йәшәү рәүешендә. Дәрестә уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереүҙә ситуатив әңгәмәләр ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Бының өсөн халыҡ ижадының матур өлгөһө – хикмәтле (уймаҡ) хикәйәттәрҙе, тормоштан алынған фәһемле миҫалдарҙы ҡулланырға мөмкин. Хикәйәттәрҙәге ололар донъяһының мораль-этик нормалары балала әхлаҡи сафлыҡ тәрбиәләй. Бөгөнгө оҫталыҡ дәресендә хикмәтле хикәйәттәрҙең роле хаҡында һүҙ барыр.
Нимә ул хикәйәт? Әҙәбиәттә – ысынбарлыҡтағы хәл-ваҡиғаны кинәйәле итеп һүрәтләүсе жанр. Тормошта – донъя ҡанундарын аңларға ярҙам иткән, тормош һабаҡтары биргән тарих, хәл-ваҡиға.
Хикәйәттәр иҫбатлауҙы талап итмәй, ә ҡатмарлы ситуацияларҙы сисергә ярҙам итә, фәһем бирә. Уларҙа кешегә түгел, ә уның ҡылыҡтарына ғына баһа бирелә.
Ләкин дәрестәрҙә хикәйәттәрҙе файҙаланыу алымдары әлегә етерлек кимәлдә ҡаралмаған. Улар, айырым жанр булараҡ, ентекле өйрәнеүҙе талап итә.
Башҡорт әҙәбиәтенең аҫыл өлгөләре, классик әҫәрҙәре – Ф. Иҫәнғоловтың “Хәмит күпере”, “Йылмайыу” хикәйәләре, Ғ. Хөсәйеновтың парсалары, З. Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте – хикмәткә ҡоролған. Улар уҡыусыға тәрбиә, оло тормош һабағы бирә, бала күңелендә ғүмерлеккә уйылып ҡала.
Хикәйәттәрҙе нисек һәм ҡасан ҡулланырға була?
1. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу этабында. (Теманы асыу, дәрескә инеп китеү маҡсатында.)
2. Анализ өсөн текст сифатында.
3. Яҙма, ижади эштәр өсөн текст булараҡ (мәҫәлән, “Өс ҡурсаҡ”, “Батша һәм көтөүсе” хикәйәттәре).
4. Проблемалы ситуация булараҡ (уҡыусы хикәйәттә әйтелгәндәрҙе күңеле аша үткәрә, геройҙың ҡылығын, кисерештәрен үҙенең уйҙары менән сағыштыра, һығымта яһай).
5. Дәрестең рефлексия этабында.
Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы, хикәйәттәрҙе уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу этабында ҡулланыуға айырым туҡталып китәм.
А. Хеҙмәт темаһына бағышланған әҫәрҙәрҙе өйрәнеү алдынан фәһемле хикәйәт тәҡдим итергә була. (Хикәйәт тыңлана, сюжетҡа ярашлы дәрестең темаһын асыҡларға тәҡдим ителә.)
«Вафат булыр алдынан атаһы улына:
– Улым, мин һинең инсафлы кеше булыуыңды теләйем. Васыятым шул: башҡалар хөрмәт итһен өсөн, үҙең башлап берәүгә лә ҡул бирмә! – тигән.
Атаһы үлгәс, егет бер кеше менән дә күрешмәй икән. Кешеләр уға бик аптырағандар. Яуап итеп үҙҙәре лә егеткә ҡул бирмәй башлағандар, “тәрбиәһеҙ” тип йөҙөнә үк бәреп әйткәндәр. Егет аптырашта ҡалған…».
Һеҙ уға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? («Хеҙмәте барҙың хөрмәте бар», ти халыҡ мәҡәле. Тырышып эшләп, хеҙмәтең менән хөрмәт яулаһаң, кешеләр үҙҙәре беренсе булып күрешергә ҡул һуҙырҙар.)
– Был хикәйәтте ниндәй әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндә ҡулланып була? (Ф. Иҫәнғоловтың «Хәмит күпере» әҫәрен өйрәнгәндә.)
Б. Ижади эш өсөн тема асыҡлағанда.
– Улым, үҫкәс һәр ауылға йорт һал, һинән дә бәхетле кеше булмаҫ, – тигән атаһы улына.
– Анһат, кеҫәлә бер тин аҡса юҡ, ул йорттарҙы ҡайһылай итеп һалайым? – тип ғәжәпләнгән улы.
Ата кеше нимәгә ишара яһаған? Хикәйәтте һеҙ нисек дауам итер инегеҙ? (Ауыл һайын дуҫың булһын; ҡайһы ауылға барһаң да, дуҫыңа, үҙ өйөңә ингән кеүек, инерһең. Был ижади эштең темаһы – дуҫлыҡ.)
В. Бәхет темаһына әңгәмәләшкәндә.
«Кеше тигән ғали йәнәптәре донъяға килер алдынан өҫтәгеләр уның ниндәй булыуы тураһында оҙаҡ баш ватҡандар. Аҙаҡтан көслө, аҡыллы, бәхетле булһын тигән уртаҡ фекергә килгәндәр. Шул саҡ ҡапыл берәүһе: «Йәмәғәт, әгәр кеше шундайын да камиллыҡҡа эйә икән, ул беҙҙең кеүек була бит», – тигән.
Артабан, кәңәшләшеп, өс сифаттың береһен йәшерергә ҡарар итәләр. Улар, ниндәй сифатты йәшерергә, тип уйлана һәм бәхетте йәшерергә булалар. Тик ҡайҙа? Араларында иң башлыһы:
– Кешенең бәхетен үҙенә йәшерәйек, әйҙә эҙләһен. Башы етһә, табыр, етмәһә инде... үҙенә үпкәләһен”, – тигән. (Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар бәхеттең ҡайҙа булыуы тураһында фекерҙәрен әйтә: һөнәрендә, эшендә, балаларында, ғаиләһендә.)
Һығымта. Бәхет кешенең үҙенән тора. Кемдер уны мөхәббәттә, дан-шөһрәттә, байлыҡта тапһа, икенселәре өсөн ул – ижадта, уңышта. Нисек кенә булмаһын, бәхет – беҙҙең үҙ ҡулыбыҙҙа.
Г. Хикәйәттәрҙе тел дәрестәрендә ҡулланыу. Лексика темаһын үткәндә уҡыусыларға ошондай хикәйәтте тәҡдим итергә мөмкин.
«Олатаһы ейәненә тормоштоң асылын аңлата:
– Беләһеңме, улым, тормош – ул һинең күңелеңдәге ике бүренең алышы. Тәүгеһе – ҡурҡыу, нәфсе, асыу; икенсеһе – мөхәббәт, шатлыҡ, ихтирам.
– Ә уларҙың ҡайһыһы еңә һуң? – тип һораған ейәне».
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ҡайһыһы еңер? (Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар ейәндең һорауына яуап эҙләй. Олатайҙың яуабы: «Үҙеңдә ҡайһыһын тәрбиәләйһең, шуныһы еңә».)
III. Йомғаҡлау.
Балалар, ғәҙәттә, конкрет темаларҙан ялҡып китәләр. Дәрестә эштең башын ошондай формаларҙа төрлөләндереп биреү күпкә отошлораҡ. Уйланырға форсат булғас, уҡыусылар, мәсьәлә сискәндәге кеүек, эшкә ҡыҙыҡһынып тотона. Әлбиттә, хикәйәттәрҙе һәр дәрестә ҡулланып булмай, ә тура килгәндә файҙаланыу уҡыусыларҙы уйландыра, тормош ҡуйған сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә, үҙ фекерҙәрен әйтергә этәргес бирә. Хикәйәттәр баланы тормоштоң ыңғай яҡтары менән таныштыра, улар күңелендә төрлө фекер тыуҙыра, баланы тормошҡа әҙерләй, үҙ-үҙенә ҡарата ышаныс тойғоһо тәрбиәләй.
Шулай уҡ был хикәйәттәр, йәғни ситуатив әңгәмәләр ярҙамында уҡыусыларҙың түбәндәге коммуникатив компетенциялары формалаша:
– дәрестә килеп тыуған һорауҙарҙы хәл иткәндә әүҙем ҡатнашыу;
– ҡуйылған маҡсатты тел саралары ярҙамында хәл итергә, телмәр өлгөһө төҙөргә өйрәнеү;
– дискуссия барышында анализ яһау, үҙ фекерен иҫбатлау, реаль аралашыуҙа ҡатнашыу;
– ҡуйылған проблемаға ҡарашыңды белдереү.
Хикәйәттәр туған телеңдә иркен, таҙа һөйләшергә өйрәтеүҙә, балаларҙың телмәр эшмәкәрлеген байытыуҙа, фекерләү һәләтен үҫтереүҙә яңы мөмкинлектәр аса. Халыҡ педагогикаһын, заманға яраҡлаштырып, уҡытыу-тәрбиә эшендә ҡулланыу телгә һөйөү уятып ҡына ҡалмай, уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, аң даирәһен киңәйтә.
IV. Рефлексия. (Ҡатнашыусыларға хикәйәт тәҡдим ителә.)
«Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер Аҡыл эйәһе. Барлыҡ кеше унан кәңәш һорап килер булған. Бер ваҡыт шәкерттәренең береһе: «Аҡыл эйәһе яуап таба алмаған һорау бармы икән?» – тип уйға ҡалған һәм тикшереп ҡарарға булған.
Ул сәскәле аҡландан бер күбәләк тотҡан да Аҡыл эйәһе янына килгән.
– Хөрмәтле Аҡыл эйәһе, әйтегеҙ әле, минең устағы күбәләк тереме, әллә үлеме? – тип һораған. Ә үҙе, әгәр тере тиһә, усты һығырмын, үле тиһә, асырмын, тип уйлаған.
Аҡыл эйәһе уның ҡулдарына ҡарап та тормай:
– Барыһы ла һинең ҡулыңда, – тип яуап биргән».
Был тормошта, ысынлап та, барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа, хөрмәтле коллегалар!