Һәр фәндең үҫешен ошо өлкәлә эшләгән шәхестәр, улар үткәргән ғилми тикшеренеү эштәренең һөҙөмтәһе булған фәнни хеҙмәттәр билдәләй. Хәҙерге башҡорт тел ғилеменең етди өйрәнелгән өлкә булыуы – ҡыуаныслы хәл. Юғары уҡыу йорттарында буласаҡ башҡорт филологтарын әҙерләүсе уҡытыусылар уның үҫешенә тос өлөш индерә. Был мәҡәләлә быйыл филология фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлаған, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, башҡорт филологияһы факультеты деканы вазифаһын башҡарыусы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенованың эшмәкәрлеге тураһында һүҙ алып барабыҙ.
Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова (Солтаҡаева) Ауырғазы районының Усман ауылында тыуа. Башланғыс белемде – тыуған ауылында, өлгөргәнлек аттестатын Төрөмбәт урта мәктәбендә ала. Фәнгә булған ҡыҙыҡһыныуы тап мәктәп йылдарында башлана, шуға ул үҙенең уҡытыусыларын, Төрөмбәт мәктәбендәге ҙур татыу педагогик коллективты һәр саҡ хөрмәт һәм оло ихтирам менән иҫкә ала.
Мәктәп директоры киләсәк һөнәрен уҡытыусылыҡ эше менән бәйләргә теләгән уҡыусыларын йүнәлтмә менән Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына оҙата. Шулай ҙа төбәп ебәргән факультетҡа уҡырға инергә насип булмай ҡыҙға. Филология факультетының деканы Булат Баҡый улы Ғафаров абитуриенттар менән әңгәмә ваҡытында, Ләйлә Миҙхәт ҡыҙының филология өлкәһендә һәләтен һиҙемләп, рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә инергә саҡыра һәм хаталанмай, сөнки ошо бүлеккә ингән студенттар араһында уҡыуын ҡыҙыл дипломға тамамлаған берҙән-бер студент ул була.
Буласаҡ ғалимә уҡыу йылдарын бик файҙалы һәм маҡсатлы үткәрә. Тәүге көндән үк төркөм старостаһы, факультеттағы бөтә сараларҙы ойоштороусы һәм иң әүҙем ҡатнашыусы була. Шулай ҙа Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы өсөн беренсе планда уҡыу һәм фәнни эшмәкәрлек тора. Фән менән ҡыҙыҡһыныуы уны 1-се курста уҡ филология фәндәре кандидаты, доцент Ғәлийән Ғәйнетдин улы Ҡаһарманов етәкләгән “Тел тарихы” түңәрәгенә алып килә. Биш йыл буйына был түңәрәктә шөғөлләнеүҙең һөҙөмтәһе “Башҡорт әҙәбиәте терминологияһының структур-семантик төркөмләнеше” исемле диплом эшендә сағыла. (Ғилми етәксеһе, уның теоретик һәм методик йәһәттән әҙерлекле белгес булыуын күҙаллап, диссертация эше башҡарырлыҡ теманы тәҡдим итә. Артабан, 2016 йылда, был тема буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.)
Дәүләт имтихандары комиссияһының рәйесе, филология фәндәре докторы, профессор Эрнст Фәйзрахман улы Ишбирҙин, диплом эшен юғары баһалап, Ләйлә Миҙхәт ҡыҙын үҙенә аспирантураға саҡыра. Артабанғы ғилми тикшеренеү эштәре Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты янындағы аспирантурала дауам ителә. Эҙләнеү өсөн “Башҡорт микротопонимияһы: структураһы, семантикаһы, этимологияһы” темаһы билдәләнелә. Был йүнәлеш осраҡлы рәүештә алынмай, әлбиттә. 90-сы йылдар аҙағында башҡорт теленең ономастикаһы буйынса байтаҡ етди хеҙмәттәр яҙылған булһа ла, онимдарҙың ярайһы уҡ күләмле генә булған микротопонимия тармағы тикшеренеүселәрҙең күҙ уңынан ситтә ҡала килә. Бының сәбәбе иң элек бындай атамаларҙың төрлө һүҙлектәрҙә һәм сығанаҡтарҙа теркәлмәйенсә, тик халыҡ хәтерендә генә һаҡланыуы менән аңлатыла. Шул уҡ ваҡытта ерле халыҡтың ихтыяжын тап микротопонимдар, ориентир булараҡ, ҡәнәғәтләндерә, улар ошо урын хаҡында мәғлүмәт һаҡлауы менән дә мөһим. Бынан тыш, ерле һөйләш формалары ла, телдәге юғалып барған грамматик формалар ҙа тап ошо атамаларҙа һаҡланған. Шуға ла микротопонимдарҙы йыйып, махсус өйрәнеү көнүҙәк проблемаларҙың береһен тәшкил итә. Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк: мәктәп уҡыусылары урындағы топонимдарҙы ғилми яҡтан өйрәнә, эҙләнә, тимәк, башҡорт тел ғилеме өсөн бындай тикшеренеү эше бик кәрәк.
Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы хеҙмәт юлын Ауырғазы районының Үтәймулла урта мәктәбендә уҡытыусы булараҡ башлай. Аспирантураға уҡырға ингәс, Данис Солтан улы Тикеев уны СДПИ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһына эшкә ҡайтара. Нефтекама ҡалаһында Башҡорт дәүләт университетының филиалы асылғас, Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы ошо филиалда төньяҡ-көнбайыш төбәк өсөн башҡорт теленән белгестәр әҙерләүҙә ҡатнаша. Филиал директоры Октябрь Кәли улы Вәлитов етәкселегендә төньяҡ-көнбайыш диалекттың хәҙерге торошон өйрәнеү буйынса эштәр атҡара. Студенттар йыл һайын диалектологик практикаға сыға, Яңауыл, Балтас, Тәтешле, Асҡын, Дүртөйлө, Краснокама райондарының башҡорт ауылдарында һөйләү үҙенсәлектәрен яҙып ала, улар буйынса курс һәм диплом эштәре башҡара. Практика барышында ерле һөйләш материалын йыйыу һәм анализлау күнекмәһен алған студенттар артабан үҙҙәренең уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегендә был эш төрөн ҡуллана башлай. Практика һөҙөмтәләре “Башҡортостан” гәзите биттәрендә киң йәмәғәтселеккә еткерелә. Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсин тупланған материал буйынса фекер алышыу өсөн Ләйлә Миҙхәт ҡыҙын Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына сығыш яһарға саҡыра. Докладтағы әйтелгән фекерҙәр ҡоролтай делегаттары тарафынан хуплана һәм төньяҡ-көнбайыш диалект вәкилдәренең һөйләү телен башҡорт әҙәби теленә яҡынлаштырыу маҡсатында уртаҡ лексик байлыҡты өйрәнеү, әҙәби телде лексик диалектизмдар иҫәбенә байытыу мөмкинлеге хаҡында әйтелә.
Әҙәби телдең орфографик һәм орфоэпик нормаларының аныҡ һәм асыҡ булыуы ғына телде тейешле кимәлдә үҫтерә алыуын иҫәпкә алып, Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы үҙенең докторлыҡ диссертацияһын башҡорт яҙыуы тарихын өйрәнеүгә һәм хәҙерге башҡорт теленең орфографияһын системаға килтереүгә бағышлай. Тикшеренеү барышында хәҙерге башҡорт орфографияһының үтәлешен тәьмин итеү өсөн унда бирелгән ҡағиҙәләрҙе тулыландырыу һәм конкретлаштырыу мөмкинлектәре билдәләнә. Бында һүҙ ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙең бик дөйөм булыуы, ә икенселәренең бер-ике һүҙҙә генә бирелеүендә күренә. Орфографик норма булараҡ, ҡағиҙәләр йыйылмаһына индерелеп тә, эҙмә-эҙлекле үтәлмәгәндәре лә бар. Мәҫәлән, орфография буйынса яҡ компонентлы һүҙҙәрҙең тик дүртеһе генә ҡушылып яҙылырға (көньяҡ, төньяҡ, аръяҡ, бирьяҡ), ә ҡалғандары айырым яҙылырға тейеш. (§32. А. Ҡушып яҙыу. 1. Б). Бындай һүҙҙәрҙең һыҙыҡса аша яҙылыу осраҡтары бөтөнләй әйтелмәй. Тимәк, тирә яҡ һүҙе айырып яҙылырға тейеш була. Белешмә һәм башҡа баҫмаларҙа был һүҙҙең һыҙыҡса аша яҙылыуын йыш осратабыҙ. Тағы бер миҫалды ҡарайыҡ. Башҡорт телендә рецепт һүҙенең яҙылышы ике ҡағиҙәгә нигеҙләнә. Беренсенән, аҙағында -пт торған һүҙҙәргә ялғау ҡушҡанда, һуңғы -т төшөп ҡала. Икенсенән, һүҙ аҙағындағы -п, ялғау ҡушылғанда, интервокал позицияла, әйтелешкә эйәртеп, б хәрефе менән яҙыла. Ошоға нигеҙләнеп беҙ рецебына тип яҙабыҙ. Тик был ҡағиҙәләр ошондай уҡ башҡа һүҙҙәргә күсерелмәй: эвкалипт – эвкалиптына, концепт – концептына. Күренеүенсә, ҡағиҙә бер миҫал менән сикләнгән.
Юғарыла килтерелгән миҫалдар Ләйлә Миҙхәт ҡыҙының докторлыҡ диссертацияһы бик ваҡытлы булыуын һәм актуаль теманы хәл итеүгә йүнәлтелеүен күрһәтә. Ғилми эштә әйтелгән тәҡдимдәр иғтибарға лайыҡ һәм практик йүнәлешле. Орфографик ҡағиҙәләрҙе тел ғилеменең хәҙерге торошонан сығып системаға һалыу башҡорт телен мәктәптә уҡытыу практикаһына булышлыҡ итәсәгенә, уҡыусыларҙың грамоталылығын да күтәрәсәгенә шик юҡ.
Педагогик хеҙмәт стажының сирек быуатын юғары уҡыу йортонда студенттарға белем биреүгә арнаған Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенованың ғилми багажы ярайһы тос: ул 300-ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт авторы. Улар иҫәбендә 4 монография, ике һүҙлек, тиҫтәләгән уҡыу һәм уҡытыу-методик ҡулланмаһы. Кафедра мөдире, декан урынбаҫары вазифаларын да уңышлы башҡара ул. Рәсәй төбәктәрендәге, шулай уҡ сит илдәрҙәге вуздар менән хеҙмәттәшлектә лә әүҙем ҡатнаша: Таулы Алтай, Яҡутстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә студенттарына лекциялар уҡыны, ундағы коллегалар менән тығыҙ бәйләнештә тора.
Бөгөн Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова туплаған педагогик белемен һәм оҫталығын М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белгестәр әҙерләүгә йүнәлтеп, беҙҙең менән бергә телебеҙ, халҡыбыҙ тип рухланып, яңы пландар, идеялар менән дәртләнеп эшләй.
Фәндә һәм яратҡан эшендә уңыштарға ирешкән коллегабыҙ – матур ғаиләнең хужабикәһе лә. Ул тормош иптәше Сулпан Шәрәфетдин улы менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй. Ҡыҙҙары медицина өлкәһен һайланы: юғары белем алып, балалар табибы булып эш башланы. Улдары – әлегә мәктәп уҡыусыһы. Ата-әсәһенең татыу ғаиләһендә тормоштоң асылын аңлап үҫә, лайыҡлы кешеләр булып тәрбиәләнә улар.
Көндәлек һәр эште ваҡытында һәм теүәл үтәргә күнеккән, үҙенә һәм студенттарға талапсан, шул уҡ ваҡытта төп вазифаһы – дәрес үткәреүгә ижади ҡараған, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡорт теленең үҙенсәлектәрен өйрәнгән егәрле коллегабыҙҙы яҡынлашып килгән матур юбилейы менән ихлас ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, күңел күтәренкелеге, эшендә яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!