Бөтә яңылыҡтар

“Әҙәм ғүмере – нәҡ бер серле йомғаҡ...”

Абдулхаҡ Игебаев ижадына арналған “Алтын тирмә” уйыны

Алып барыусы.
...Ҡояшлы ер, йондоҙло күк,
Аҡ ырыҫлы дала
Ҡасан булһа ла бер мәлдә
Һәр кемдән дә ҡала.
...Ғүмер йомғаҡтары төрлө:
Кескәй йәки оло,
Шуға ҡарап тик үҙенсә
Була уның юлы.
Минең ғүмер йомғағым да
Көнө-төнө юлда,
Йылғыр тау шишмәһе һымаҡ,
Гел тынғыһыҙ ул да!
“Фани донъяға беҙ ҡунаҡ булып түгел, ә үҙебеҙ йәшәгән йәнтөйәкте нурлар өсөн килгәнбеҙ”, – ти Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаев.
Шағирҙың тормошо һәм ижадына бағышланған “Алтын тирмә” уйынын баш­лайбыҙ. Бөгөнгө уйында 2 команда ҡатнашасаҡ. Әйҙәгеҙ, алҡыштар аҫтында гимназиябыҙҙың мәртәбәле уҡытыу­сы-тәрбиәселәрен сәхнә түренә саҡырайыҡ!
Улар менән көс һынашасаҡ, гимназиябыҙҙың иң белемле уҡыусылары, сәхнәгә рәхим итегеҙ!
– Һаумыһығыҙ! Кәйефтәрегеҙ нисек? Әйҙәгеҙ, командаларығыҙ менән таныштырып китегеҙ.
(Капитандар командаларының исеме, девизы, ырыуы, ҡошо, ағасы, тамғаһы менән таныштыра. Музыкаль сәләм яңғырай. А. Игебаевтың шиғырын тасуири һөйләйҙәр.)
Командалар, уйынды башлайбыҙ! I турҙа 10 һорау буласаҡ. Кем беренсе булып һорауға дөрөҫ яуап бирә, шуға бер тәңкә тапшырыла.
I тур
1. А. Игебаев “Тәнәйҙәр әлифбаһы” тигән әҫәрен ҡайһы ауылдашының заказы буйынса яҙа? (Темәс балалар йорто директоры Ғәйниә Йомағолова; педагогия фәндәре кандидаты, башҡорт мәктәп­тәренең баш­ланғыс кластары өсөн уҡыу дәреслектәре һәм кластан тыш уҡыу китаптары авторы, А. Игебаевтың Темәс педучилищеһындағы уҡытыу­сыһы Төхфәт Аслаев; ауылындағы данлыҡлы мөғәллимә Әсмә Баймырҙина; Баш­ҡор­тостандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, “Әлифба” китабы авторы, ауылдашы Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмов.)
2. Үкһеҙ етем ҡалғас, Абдулхаҡ ҡайһы балалар йортонда тәрбиәләнә? (Түбә ҡасабаһы; Темәс; Сермән; Өфө.)
3. “Шуныһы шатлыҡлы: китапты йылы бер тулҡынланыу менән ябаһың һәм, башҡорт совет поэзияһы сафына яңы бер достоин һалдат килде, тип ҡыуанаһың”. А. Игебаевтың 1954 йылда донъя күргән “Йәшлек йыры” исемле тәүге поэтик китабына рецензия яҙған авторҙы әйтегеҙ. (М. Кәрим; Р. Ниғмәти; Х. Ғиләжев; Н. Нәжми.)
4. Шағирға ниндәй әҫәре өсөн Ғ. Сә­ләм исемендәге премия бирелә? (“Оран һала Ер-әсә”; “Урал тауышы”; “Ирәндек бөркөтө”; “Мөхәббәт йыры”.)
5. 2015 йылда сыҡҡан “Ғүмер аяулы” китабы кемгә бағышлана? (Әсәһе Хәбирә менән атаһы Хажмөхәммәткә; бер туғандары Әбделәхәт менән Хөснихаҡҡа; тормош юлдашы Маһиҙә менән ҡыҙы Фәниәгә; ауылдаштарына.)
6. Әҙиптең яратып уйнаған уйын ҡоралы? (Ҡумыҙ; ҡурай; гармун; мандолина.)
7. 1990 йылда шағир ниндәй әҫәре өсөн С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була? (“Беләм ерем-һыуым ҡәҙерен”; “Урал тауышы”; “Шиғыр­ҙар, поэмалар”; “Әйтелмәгән һүҙҙәрем бар”.)
8. А. Игебаевтың “Рәхмәт һүҙе” әҫәре кемгә арнала? (Темәс балалар йорто директоры Ғәйниә Йомағоловаға; К. Тимирязев исемендәге БДПИ директоры Ғәли Вәлиевҡа; “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһы мөхәррире Ғаффан Ғафаровҡа; “Ағиҙел” журналы редакцияһының баш мөхәррире Әсғәт Мирзаһитовҡа.)
9. Шағир нисәнсе йылдан Башҡорто­с­тан Яҙыусылар союзы ағзаһы була? (1962 йыл; 1963 йыл; 1964 йыл; 1965 йыл.)
10. А. Игебаевтың мәктәпкәсә йәштәге балаларға бағышланған “Көҙ”, “Аҡ тирәк тә күк тирәк”, “Беренсе май”, “Һау булығыҙ, аҡҡоштар” тигән шиғырҙарын кем көйгә һала? (Заһир Исмәғилев; Рафиҡ Сәлмәнов; Әкрәм Дауытов; Шамил Ҡолбарисов.)
(I турҙа еңеүсе команда билдәләнә. Сәхнәлә ҡурай моңдары яңғырай.)
II тур
Алып барыусы. Экранда 7 тәҙрә күрәһегеҙ. Һәр тәҙрәлә 3 һорау: еңел һорауға – 1, уртасаһына – 2, ауырына 3 тәңкә бирелә.
Тарих
1. “Күк Уралыма, Тыуған Башҡортостаныма, уртаҡ Ватаныбыҙ Рәсәйгә, башҡорт һәм рус халыҡтарының быуаттар буйына дауам иткән ҡаҡшамаҫ дуҫлығына арна­йым”, – ти был әҫәре хаҡында А. Игебаев. Ниндәй әҫәр тураһында һүҙ бара? (“Оран һала Ер-әсә”; “Урал тауышы”; “Ирәндек бөркөтө”.) – 1 тәңкә.
2. О!.. Мойра,
...Аллаһы һин,
Шәфҡәт ҡулдарыңды һуҙһаңсы,
Йәне өҙгөләнгән ғашиғыңдың
Бөтә хәсрәттәрен юйһаңсы.
Нөктәләр урынына тейешле һүҙҙе ҡуйығыҙ. (Мөхәббәт; тәбиғәт; яҙмыш.) – 2 тәңкә.
3. Түбән Колыма район Советы башҡарма комитеты ҡарары буйынса тундралағы бер күлгә беҙҙең илгә бәйле исем бирелә. 1973 йылда Яҡутстанда уҙ­ғарылған башҡорт әҙәбиәте көндәре тәьҫораттары нигеҙендә А. Игебаев ши­ғыр ҙа яҙа. Ниндәй күл тураһында һүҙ бара? (Башҡорт күле; Урал күле; Салауат күле.) – 3 тәңкә.
Бағышлау
1. Шағир “Һүҙе алтындарға бәрәбәр” шиғырын кемгә бағышлай? (М. Өмөтбаевҡа; Ғ. Хөсәйеновҡа; М. Рәхимовҡа.) – 1 тәңкә.
2. “Шиғриәттең аҡ шоңҡары булып,
Рух өҫтәйһең кеүек моңома.”
Был юлдар кемгә арнала? (Ш. Бабич; М. Кәрим; Ғ. Сәләм.) –2 тәңкә.
3. А. Игебаевтың “Ирәндек бөркөтө” поэмаһы кем тураһында? (Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ауылдашы, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов; оҫта бейеүсе, балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эш­мәкәре, ауылдашы Йәүҙәт Бикбирҙин; һүҙгә оҫталығы, маһирлығы менән шөһрәт ҡа­ҙанған ауылдашы Бирғәле сәсән.) – 3 тәңкә.
Сәнғәт
1. “Беҙ – еңеүселәр” ораторияһын шағир кем менән берлектә ижад итә? (Шамил Ҡолбарисов; Заһир Исмәғилев; Әкрәм Дауытов.) – 1 тәңкә.
2. Үҙ районында Абдулхаҡ Игебаевҡа тәүгеләрҙән булып ниндәй күренек­ле шәхес исемендәге премия тапшырыла? (Нәжиб Иҙелбай; Рәйес Түләк; Батыр Вәлид.) – 2 тәңкә.
3. Баймаҡ районында шағир исемен йөрөткән нимә бар? (“Игебай” йәш шағир­ҙар клубы; “Игебай” йәш сәсәндәр бәйгеһе; уҡыусыларҙың “Игебай уҡыуҙары” район фәнни-ғәмәли конференцияһы.) – 3 тәңкә.
Мәҙәниәт
А. Игебаев һүҙҙәренә яҙылған йырҙар исемен әйтегеҙ. Башҡарыусылары кем­дәр?
1.“Онотманым һине, ауылым”. (Ю. Һағынбаев.) – 1 тәңкә.
2. “Атай йорто”. (А. Тимеров.) – 2 тәңкә.
3. “Тыуған яҡтарым”. (Р. Харрасов.) – 3 тәңкә.
(Р. Харрасов башҡарыуында “Йәшәп һыуһын ҡанманы” йыры яңғырай.)
Һөнәр
1. Ҡөҙрәтле батыр (...)
Өйрәт миңә Ер телен.
Һинең һымаҡ, көс-тир түгеп,
Үҫтергем килә минең.
Шиғырҙа кем тураһында һүҙ бара? (Игенсе.) – 1 тәңкә.
2. Мөбәрәк ағай
Шундай эшсән, шуҡ,
Ауылда уға
Тиңдәш оҫта юҡ!
Тырма ла яһай,
Төҙәтә һабан.
Күп һөнәрле ул,
Бар унда далан.
Шиғырҙа ниндәй һөнәр эйәһе тураһында әйтелә? (Тимерсе.) – 2 тәңкә.
3. Сал ҡараштарын төбәп,
Күҙәтә ул бар яҡты,
Һәр көн иң беренсе булып
Ҡаршылай ул ҡояшты.
Автобустар ул күрһәткән
Юлдар буйлап йүгерә,
Билдәш билле таксиҙар ҙа,
Тик уныңса елдерә.
Был кем була?
(Милиционер.) – 3 тәңкә.
Халыҡ ижады
1. “Ниндәй төҫ матурыраҡ?” әҫәренең жанрын билдәлә. (Көләмәс; әкиәт; йыр.) – 1 тәңкә.
2. Был тарихи таш ҡая тураһында төрлө риүәйәттәр бар. Риүәйәттәрҙең бәғзеләре – Пугачев яуына, ҡайһы берҙәре Бейеш батырға йәки һыбайлы ҡыҙыл командирға бәйләп бәйән ителә. Ниндәй ҡаяташ тураһында һүҙ бара? (Тағанташ ҡая; Рапат; Батыросҡанташ – Күгәрсен районы Үрге Биҡҡужа ауылындағы тау.) – 2 тәңкә.
3. К. Тимирязев исемендәге БДПИ уҡытыусыһы Закир Шакиров менән шағир А. Игебаев Күсей ауылында ниндәй йыр тураһында әңгәмәләшәләр? (“Ҡараташ аҫты суҡ муйыл”; “Сибай”, “Күк Ирәндек буйында”.) – 3 тәңкә.
Ғаилә
1. ..., һинән ҡәҙерлерәк
Кемебеҙ бар, әйтсе, кемебеҙ?
Һин бит беҙҙең берҙән-бергенәбеҙ –
Ғүмер баҡый аяп, ҡурсалаған
Йәнебеҙҙәй ғәзиз гөлөбөҙ!
Шағир кемгә өндәшә? (Фәниәкәй, ҡыҙы.) – 1 тәңкә.
2. Абдулхаҡ Игебаевтың ҡайһы туғаны беҙҙең мәктәп-интернатта белем ала? (Әбделәхәт; үҙе; Хөснихаҡ.) – 2 тәңкә.
3. ... күңелен дала тиҙәр,
Ул тылсымлы, киң дала.
Ошо күңелдән башлана
Һәр кемдең дә ҙур бәхеткә
Аҡ юлдары донъяла! (Әсә.) – 3 тәңкә.
(Тәңкәләр һанала, еңеүсе команда билдәләнә.)
III тур
Әйтеш
Халыҡ моңона, тәбиғәтенә, иленә ғашиҡ А. Игебаев бик күп ҡобайырҙар ҙа ижад итә. Мин уның ҡобайыр-ши­ғыр­ҙарын әйтә башлайым, һеҙ дауам итәһегеҙ. Һәр дөрөҫ яуапҡа бер тәңкә бирелә. Үҙебеҙҙе сәсәнлектә һынайыҡ, дуҫтар!
Ил ҡарттары ни тиҙәр?
Көн күрке – ал таң, тиҙәр,
Айғыр күрке – ял, тиҙәр,
Егет күрке – дан, тиҙәр.
Ил ҡарттары ни тиҙәр?
Дуҫ ҡәҙерен бел, тиҙәр,
Бер төкөрһә, ни була,
Ил төкөрһә – күл, тиҙәр...
Көн бөтмәһә, ай бөтмәҫ,
Ай бөтмәһә, йыл бөтмәҫ...
Алла бойорһа, тимен,
Урал тәбиғәтенең
Ҡанһыраған яраһын
Йәһәтерәк бәйләргә
Кешелекле, шәфҡәтле,
Миһырбанлы ҡул бөтмәҫ.
...Һай, тыуған ер, ғәзиз ер,
Ата-бабам баҡҡан ер,
Тәүге һулыш алғас та
Бәхет таңым атҡан ер.
(III турҙа еңгән команда билдәләнә. Уҡыусы башҡарыуында йыр тыңланыла.)
IV тур
Серле һандыҡ
Һеҙҙең алдығыҙҙа семәрле һандыҡ тора. Уның эсендә нимә ятҡанлығын белеү өсөн А. Игебаевтың ошо шиғырында йәшеренгән һүҙҙе табығыҙ.
Ҡоштар һайрашҡан
Йәмле бер айҙа,
Йәшел бәрхәтле
Иркен туғайҙа,
Илдар, маз булып,
Һыйланды оҙаҡ,
Тамам бүккәнсе
Йыпырҙы ... .
Төшөндә шулай
Ялт-йолт ашанып,
Уянды Илдар
Һыуһап, тамшанып.
Ә иртән Илдар
Аптырап китте.
– Әйҙә, тиҙерәк,
Ҡап, тигән һымаҡ,
Өҫтәлдә тора
Ҡап-ҡайнар ... (ҡоймаҡ).
Алып барыусы. Уйын аҙағында ҡоймаҡ менән һыйланырһығыҙ, дуҫтар!
Шулай итеп, сәмле ярышыбыҙҙың аҙағына ла еттек. Тәңкәләр буйынса бөгөнгө “Алтын тирмә” уйынының еңеүсеһен билдәләйек! (Командалар бер-береһенә теләктәр әйтә, сараны ойоштороусы сәхнәгә саҡырыла. Командаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.)
Хөрмәтле дуҫтар! Тыуған илгә оло мө­хәббәт булғанда ғына, кеше көслө һәм ҡа­натлы була. Күренекле шағирыбыҙ Абдулхаҡ Игебаев ише илһөйәр, киләсәкте ҡай­ғыртҡан быуын булып йәшәйек. Йорт-ил тыныс торһон, матур хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын. Тыуған еребеҙ, халҡыбыҙ өсөн файҙалы эштәр башҡарып, бер­ҙәм, татыу ғүмер итәйек. Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев әйткәнсә:
Донъя фани, әҙәм ғүмере –
Нәҡ бер серле йомғаҡ,
Йылдар аша ярһып-ярһып
Елеп китә йыраҡ.
Елә йомғаҡ, ә кешенең
Ерҙә балҡый эше,
Тимәк, яҡты эше менән
Үлемһеҙ бит Кеше!

Р.М. ТИМЕРБУЛАТОВА,
Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы,
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы

Читайте нас: