Рәми донъяһы – үҙенә тартып тороусы, саф оло донъя. Уның ошо илендә изгелек һәм тоғролоҡ, хаҡлыҡ һәм иманлыҡ, мөхәббәт һәм һәләт, юғары һүҙ һәм иҫ киткес аҡыл тантана итә. Был илдең ҡапҡаларын барыһы ла асып инә ала. Унда һәр кем үҙенә йылылыҡ, яҡтылыҡ, йыуаныс таба.
Халҡын, илен, ерен бейеклектәргә күтәргән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исеменә лә бөйөклөк төшөнсәһен ҡушып һөйләргә мөмкин. Башҡорт халҡы, Башҡортостан, Рәми... Был исемдәр һәр ваҡыт йәнәшә тора. Бөйөк халҡы уны шәхес кимәленә күтәрһә, шағир үҙ халҡының рухын, фекер байлығын, тәрән аҡылын башҡа халыҡтарға еткерҙе, уның мәртәбәһен арттырҙы.
Шағирҙың әҙәби донъяһы бай ҙа, серле лә, фәһемле лә. Кешенең аҡыл көсөнә табыныу, телебеҙгә һөйөү, ышаныс, изгелек, кешелеклелек – былар яҡташыбыҙ ижадының төп нигеҙен тәшкил итә. Шағирҙың ниндәй генә шиғырын алма, уларҙың һәр береһе яҡтылыҡҡа, изгелеккә, матурлыҡҡа әйҙәй. Рәми Ғарипов әҙәбиәте милли рух, матурлыҡ, әхлаҡ тәрбиәләүҙә ярҙамлаша. Уның шиғриәтендә – туған тел һәм ил ҡәҙере, әсә бәхете, сабыйҙың күҙ йәше, йәшәү мәғәнәһе...
Рауил Бикбайҙың “Рәми” тип исемләнгән роман-китабын уҡығас, шағирҙың көндәлектәре менән танышҡас, олуғ шәхестең үҙен яҡындан күргәндәй булдым һәм кисерештәремде барланым. Рәми Ғарипов үҙ көндәлегендә тормош ысынбарлығын кәүҙәләндерә. Уларҙа шағирҙың һәр аҙымын, һәр көнөн күргәндәй булаһың.
Рәми Ғарипов өсөн көндәлек – һыҙма-яҙмалар, булған хәл-ваҡиғаларҙы теркәп барыу ғына түгел, ә үҙ тормошоноң романын яҙыу ул. Рәми көндәлектәре – донъя әҙәбиәте кимәлендәге уникаль күренеш. Ул әҙәби һәм тарихи мираҫ ҡына түгел, башҡорт йәштәре өсөн бик фәһемле, кәрәкле әсбап, сөнки 14 йәшлек үҫмерҙең яҙмалары – бөйөк маҡсатты алдан уҡ билдәләй белгән шәхестең уйланыуҙары, эҙләнеүҙәре. Тимәк, ошо йәштән үк оло маҡсаттар ҡуйып, үҙтәрбиә менән шөғөлләнгәндә, ҙур үрҙәр яуларға була.
Көндәлектә уның 14 йәшенән алып ғүмеренең ахырынаса йыйылған алтынға бәрәбәр фекерҙәре, гәлсәрҙәй саф кисерештәре, ынйылай матур хыялдары тупланған.
Ни өсөн Рәми ауылда ҡалмай, ә уҡырға ынтыла? Ауылдың киләсәге атайҙары һуғышта үлеп ҡалған малайҙарҙа икәнен яҡшы аңлай егет. Ул атаһы Йәғәфәрҙең – етәксе эштәрҙә эшләгән, ауылдың алдынғы ҡарашлы кешеһенең – ир-егеттәргә хас сифаттарын үҙ итә. Әммә Рәмиҙең уй-ниәттәре алыҫҡа төбәлә. Әсәһе өсөн, ауылы өсөн генә түгел, барлыҡ ил өсөн кәрәкле кеше булып үҫкеһе килә.
Рәмиҙең әсәһе Гөлмәрйәм утыҙ йәше тулыр-тулмаҫ дүрт бала менән тол ҡала. Иренең һуғыштан яҙған хаттарын ул шәм яҡтыһында ла, усаҡ янында ла ҡат-ҡат уҡый, балаларына күрһәтмәй генә күҙ йәштәрен түгә.
Гөлмәрйәм Ғарипованың уңғанлығына Арҡауылда ғына түгел, бар тирә-яҡта һоҡланалар. Һуғыш ваҡытында уны ололап “Салауат районының комбайны” тип йөрөтәләр. 1942 йылғы ураҡ ваҡытында ул бер үҙе 18 гектар ерҙең игенен йыйып ала.
Ураҡсы Гөлмәрйәм райондағы ҡатындарҙан тәүге булып хөкүмәт наградаһы менән бүләкләнә. Рәми, әсәнең иң яҡын кеше икәнлеген беренсе тапҡыр Өфөгә китеп барғанда тойҙом, тип яҙа. Әгәр ҙә әсәйемде рәнйеткәнмен икән, уның мине ризалауын теләнем, ти. Уға әсәһен ҡалдырып китеүе бик ауыр була, ләкин уҡыу теләге ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Оло юлға сыҡҡанда күҙ йәшен һөртөп, ҡул болғап ҡалған һөйөклө инәйен бер ҡасан да иҫенән сығармай. Әсәһенең сабыр, аҡыллы булыуы уға ҡатмарлы тормош юлдарында көс, ҡеүәт бирә, фатихаһы, изге теләктәре күп тапҡырҙар ауырлыҡтарҙан ҡурсалап ҡала.
Атаһы һуғышта һәләк булғанда, Рәмигә – 11, ҡустылары Рауилгә – 7, Уралға 3 йәш була, һеңлеһе Мөршиҙә әле саҡ сәңгелдәктән төшкән. Рауил менән Рәми мәктәпкә бергә йөрөй, бер бүлмәлә һабаҡ ала. Рәми, әсәһе әйткәнде лә көтөп тормай, йорт тирәһендәге бар эштәрҙе эшләй, үҙенән бәләкәйҙәрҙе өйрәтә, тәрбиәләй.
Ғаиләләге баш бала Рәмигә ауырлыҡтарҙың да иң ҙуры төшә. Һуғыш ваҡытында ул һарыҡтар, һыйырҙар, аттар көтә. Ололар менән бергә бесән саба, урып-йыйыу эштәрендә тир түгә, урман йыға, ярһыу Йүрүҙән буйлап һал ағыҙа, тай өйрәтә. Хатта иптәше Әлтәф менән үгеҙҙәрҙе, башмаҡтарҙы егергә өйрәтә башлайҙар.
Ҡулы йорт һәм колхоз эштәренән, көрәк-һәнәктәрҙән бушаған арала Рәми ваҡытын юҡҡа үткәрмәй, китапҡа тотона. Атаһынан ҡалған китаптарҙы ул ҡат-ҡат уҡый. Өйҙә оҙаҡ шәм яндырырға мөмкинлек булмағас, колхоз идараһына ҡуна йөрөй. Ҡарауылсы Ғиззиямал апай уға бик күп бәйеттәр, әкиәттәр һөйләй. Шуныһы ҡыҙыҡ: идараның баҙында иҫке ҡағыҙҙар күп һаҡланған була. Шуларҙың яҙылмай ҡалған биттәренән ҡустыһы Рауил менән дәфтәр, блокнот тегеп алалар. “Ағайҙың ауылда ҡушаматы “Ҡырмыҫҡа” ине”, – тип хәтерләй Рауил.
Белемгә сарсаған егет каникул ваҡытында атаһының яҡын ағаһы, Дыуан-Мәсетле ауылында йәшәүсе Хөсәйен бабайҙарына бара. Уҡытыусы бабайының йорто – үҙе бер мөғжизә. Ундағы ҙур ҡыҙыл тышлы китап бик ауыр була. Рәми аптырап: “Бабай, был китап нисә килограмм?” – тип һорай. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хөсәйен Фәтҡуллин, һаҡалын һыйпап: “Һигеҙҙән ашыу”, – тип яуаплай. Сталиндың 60 йәшенә арнап сығарылған том була ул. Китапты Рәми 4 көн буйы ҡарап сыға. Бабайынан тағы ла бик күп китаптар алып ҡайта, араларында Д. Юлтый, А. Таһировтың латин хәрефтәре менән баҫылған романдары була.
“Уҡырға маҡсат ҡуйылған, уны алып ташлай аламмы? Бер әйттем – бөттө. Ҡуйған уйҙан кире ҡайтыу юҡ!” – тип яҙа Рәми көндәлектәрендә. Маҡсатынан тайпылып, ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан булмай ул. Уйы етди – Өфөгә юлланыу.
Өфөгә китер алдынан иптәштәре, тыуған ауылы менән хушлашыуы күңелде тетрәндерә. Әсәһе тураһында бына нимәләр яҙа:
“Атай урынына ҡалып, 4 баланы аяҡҡа баҫтырыусы. Рәмиҙең тәүге шиғыры яҙылыуға шаһит булған кеше. Әсәйем шиғырҙар ярата ине, Туҡайҙың “Ҡара таҡта алдында”, “Аҡбай” шиғырҙарын миңә ятлатырға тырыша ине. Инәйем минең яҡын бер апай кешегә оҡшай ине. Беҙҙең менән уйнай, көлә, Рауилды, Уралды уҡырға өйрәтте. Әсә хаҡында яҙыу, тамырҙарыңды барлау – рухи булмышыңды раҫлау ул.
Әсә образы хәл иткес көс була. Әсә йөрәге. Һинән дә матур йөрәк бармы икән? Әсә! Кем һуң минең турала һинең кеүек ҡайғыртһын? Ярай әле, әсәй, мине тыуҙырғанһың. Ярай әле мин бармын!”.
Юлға сыҡҡанда тоҡсай төбөндә ятҡан көндәлек дәфтәрен һәм шиғырҙарын – оло тормош юлына сыҡҡанда иң ҙур байлығым ине, тип яҙа шағир. Ә бөгөн беҙ ошондай әйберҙе байлыҡҡа һанайбыҙмы? Тормош маҡсатыбыҙ ниндәй беҙҙең?
Шулай уҡ “Көндәлек яҙмалары”ның тәүге битенән үк шағирҙың күңел кисерештәрен, тормош хәлдәрен, тәбиғәт күренештәрен тасуирлауы бик йәнле бәйән ителә. Хатта ҡайһы бер урындарҙа тотош картина күҙ алдына килә: “Йүрүҙән таң ҡалдырғыс бер ҡат күреүҙән! Урмандың төнөн, ундағы мәк кеүек алланып таң атыуын, ҡояш сығып, бер-береһенә күңелле әкиәт һөйләшеп ултырған ҡарағайҙарҙы, уҫаҡ- егеттәрҙе, ҡайын-ҡыҙҙарҙы, ҡыҙыл күлдәк кейҙергән һәм иркәләгән көмөш ысыҡлы иртәләрен күҙәтеү – үҙе бер ғүмер. Әйтерһең, кешеләрҙе таң ҡалдырған шиғыр яҙғандан һуң булған рәхәтлек! Ҡыҙыл сәкмән кеүек йәйелеп ятҡан еләклек. Ҡыҙыл муйыл, телеңде йоторлоҡ татлы сейә урмандары! Һулап туймаҫлыҡ саф һауала сәскәләрҙең хуш еҫтәре, сәскәләр араһында тәгәрәп, энә осондай ҙа болото булмаған зәңгәрһыу күккә ҡарап ятыу...”.
Ошо юлдарҙа тыуған ереңдең тәбиғәтенә ҡарата күпме һөйөү, наҙ күренә.
Был хис-тойғоларҙы, тормош тураһындағы уйланыуҙарҙы 14 йәшлек малай яҙыуы ғәжәпләндерә лә, һоҡландыра ла. Рәмиҙең телмәре бай, фекер йөрөтөүе ололарса, һәр нәмәгә тәжрибәле кеше һымаҡ ҡарай. Ошо һүҙҙәремде тағы ла Рәми менән бергә интернатта тәрбиәләнгән Сафуан Фәхретдинов та дәлилләй: балалыҡ уйындарында Рәмиҙең ҡатнашҡанын һис тә күрмәнем, ти ул.
Рәми буласаҡ һөнәр тураһында хыяллана. Осоусы, врач һөнәре лә ҡыҙыҡһындыра уны. Минән яҙыусы сығасаҡмы, юҡмы? Мин кешеләрҙең рух инженеры була аламмы? Аттестат алған көндө Ағиҙелдең бейек ярында баҫып торғанда ла Рәмиҙең күҙ алдына ҡапыл тыуған яҡтары килеп баҫа. Арҡауылын, Йүрүҙәнен, Ҡаратауын күргеһе, шатлығын әсәһе, туғандары менән тиҙерәк уртаҡлашҡыһы килә.
Шундай һорау борсой егетте: Салауаттың аманатын, атаһының васыятын, әсәһенең өмөтөн, яҡташтарының ышанысын нисек аҡларға? Ошо ваҡыт уға атаһының тауышы ишетелеп киткәндәй була.
Шағирҙың көндәлектәре бай йөкмәткеле, фәһемле булыуы менән күңелде арбай. Улар бөтә быуын йәштәре өсөн тормош дәреслеге булып тора. Әсәһенең, атаһының образдары, шағирҙың уларға ҡарашы ҙур тормошҡа аяҡ баҫасаҡ йәш быуынды изгелеккә, мәрхәмәтлеккә саҡырыусы яҡты маяҡ булып торасаҡ, уның өгөт-нәсихәттәре, изге фатихалары ғүмер буйы ҡолаҡтарҙа сыңлаясаҡ, ә күңелдәребеҙҙә ул сәскән изгелек орлоҡтары шытып сығасаҡ, минеңсә.
Ирмен тигән ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тиҙәр. Мин Рәми Ғариповты ла ғүмер буйы алға сапҡан ярһыу ат һымаҡ күҙ алдына килтерәм. Ауырлыҡтарға түҙгән, шатлыҡтарын халҡы менән уртаҡлаша белгән ул. Һәр ваҡиғаға үҙ ҡарашы, үҙ фекере булған Рәми Ғариповтың ялҡынлы һүҙҙәре, киләсәккә ышанысы, рухи көсө күп быуын әҙәбиәт уҡыусыларҙы һоҡландырыр:
Тик алданма арзан дан-шөһрәткә
Осҡан саҡта ғүмер юлынан.
Йәшен балҡый тәүҙә, күк күкрәүе
Ишетелә бары һуңынан!