Бөтә яңылыҡтар

Дистанцион белем биреү шарттарында туған телдәрҙе өйрәнеү тәжрибәһенән

Йоғошло сир ҡурҡынысы янағас, илебеҙҙең бөтә мәктәптәре 6 апрелдән дистанцион белем биреүгә күсерелде. Ошо хаҡта хәбәр килгәс тә, Борай ауылының 2-се гимназияһы ойошҡан рәүештә эшкә тотондо.

Йоғошло сир ҡурҡынысы янағас, илебеҙҙең бөтә мәктәптәре 6 апрелдән дистанцион белем биреүгә күсерелде. Ошо хаҡта хәбәр килгәс тә, Борай ауылының 2-се гимназияһы ойошҡан рәүештә эшкә тотондо. Гимназия етәкселеге, яңы төр уҡытыуҙы балаларға, уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә уңайлы итеп ойоштороу өсөн, ҙур көс һалды. Беҙ төплө ике платформала эш алып барырға булдыҡ. Тәүгеһе – Сколково инновацион проекты дистанцион белем биреү платформаһы “Мин­Класс” (“ЯКласс”). Унда гим­назияның бөтә уҡыусылары һәм уҡытыусылары теркәлгән, күптән һөҙөм­тәле эшләп киләбеҙ. Икенсеһе – “Zoom”. Был платформаны ла коллектив тиҙ арала үҙләштерҙе. Уҡытыусыларға БР Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан үткәрелгән вебинарҙар ярҙамға килде. Ата-әсәләр ҙә эште ойоштороуға үҙ өлөшөн индерҙе.
Билдәле көндән башлап гимназия уҡыусылары дистанцион рәүештә тейешле белем алды. Түңәрәктәр, класс сәғәттәре, ата-әсәләр йыйылыштары ошо йүнәлештә эшләне.
Яңы форматтағы эш тиҙ арала яйға һалынды. Беҙ, башҡорт теле уҡытыусылары, дистанцион белем биреү платформаһы “МинКласс”та үҙ предметыбыҙҙы төҙөп, уны эш материалдары менән тулыландырҙыҡ.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметтары нигеҙендә үҙем төҙөгән эште аңлатып китәм. Тел буйынса был платформала мин бишенсе йыл эшләйем, шуға ла унда байтаҡ материал тупланған. Тел ғилеменең бөтә бүлектәре буйынса эштәр төҙөп һалынған.
Әҙәбиәт буйынса беренсе йыл ғына эшләү сәбәпле, материалдар аҙыраҡ, шулай ҙа йыйыла, платформала туплана бара.
Мин төҙөгән предметтарҙа тестар, текст буйынса һәм ижади эштәр туп­ланған. Һәр бүлек буйынса теоретик материал теркәлгән.
Дистанцион уҡытыуға күскәс, түңәрәктәрҙе лә яңы формала үткәреү мохтажлығы тыуҙы. Шуның өсөн “Файл формаһындағы яуап менән” тигән эш төрөн дә өйрәнергә тура килде. “Башҡорт теленән уҡыусыларҙың грамоталылыҡтарын үҫтереү” түңәрәгендә, юғарыла бирелгән бөтә өс эш төрөнән башҡа, яңыһын да файҙаланам. Төнь­яҡ-көнбайыш диалектында аралашыу­сы уҡыусыларға башҡорт теленең үҙенсәлек­ле өндәре ауыр бирелә. Шуға уларға Word форматында ошо өндәр урынына күп нөктә ҡуйылған текст бирәм. Уҡыусылар, тексты үҙҙәренә күсереп алып, тейешле хәрефтәр ҡуйып, кире ошо эшкә яуап итеп теркәп һалалар йә, ҡулдан яҙып, фотоһын теркәйҙәр. Бөтә эштәр ҙә яңынан ошо уҡ күнегеүгә яуап булып килә, тикшереү өсөн бик уңайлы. (Ошондай уҡ эште “WhatsApp” йәки “Бәйләнештә” селтәрендә лә ойошторорға була, әлбиттә. Ләкин ул осраҡта уҡыусыларҙың эштәрен төрлө чаттарҙан эҙләп, йыйып ултырырға тура килә.)
Был платформала “Ҡанатлан” проекты буйынса ойошторолған “Интерактив башҡорт теле” түңәрәген үткәреү мөмкинлеге лә бар. Мәҫәлән: әҙер видеодәрес­тәргә һылтанма һәм улар буйынса ошо уҡ “Файл формаһындағы яуап менән эш” ярҙамында эштәр һалырға була.
Уҡыусылар эшләп бөткәс тә, платформа үҙе йомғаҡ яһаны.

Л.Р. МУЛЛАҒӘЛИЕВА,
Борай районы Борай ауылының 2-се гимназияһы уҡытыусыһы,
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2017” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе,
Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы

Читайте нас: