Бөтә яңылыҡтар

“Донъя – серле бер йомғаҡ...”

М. Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесын комплекслы анализлау

Маҡсат. Повестың идея-тематик йөкмәткеһе өҫтөндә эшләү, проблематикаһын өйрәнеү; уҡыусыларҙың тән­ҡитле һәм ижади фекерләүен, телдән яуап биреү күнекмәләрен үҫтереү; кешелеклелек сифаттары, тормошҡа һө­йөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. XI класс өсөн “Башҡорт әҙәбиәте”нән уҡыу ҡулланмаһы, компьютер, мультимедиа проекторы, экран.
Дәрес барышы
l. Психологик инеш.
1. Сәләмләү.
2. Йыр ярҙамында кәйефте көйләү («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» спектакленән «Мәрәһим йыры» йыры тыңлана.)
II. Мотивация. (Уҡытыусы аҡ ҡағыҙ бите күрһәтә.)
– Был нимә? Уның төҫө ниндәй? Мин уны нимә эшләтә алам? (Бөкләй, бысрата алаһығыҙ.) (Уҡытыусы ҡағыҙға ҡәләм менән сыймаҡлай ҙа тағы ла уҡыусыларға күрһәтә.)
– Хәҙер уның төҫө ниндәй? (Аҡ.)
– Ни өсөн ике осраҡта ла һеҙ уны «аҡ ҡағыҙ» тинегеҙ? (Яуаптарҙан сығып, һығымта яһала: ул үҙенең аҡлығын юғалтманы. Ҡәләм эҙҙәре генә уның аҡлығын юйманы. Ҡағыҙ бысранды, әммә аҡ төҫтә ҡалды.)
III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
– Тимәк, бөгөнгө дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (Яуаптар тыңлана.)
– Эйе, аҡлыҡты, сафлыҡты еңер ҡаралыҡ, насарлыҡ, бысраҡлыҡ юҡ әле был донъяла, матурлыҡ барыбер күберәк.
Һорау. Был һүҙҙәр кемдеке? «Сәселеп киткән күмер таптары ғына аҡ ҡарҙы ҡараға әйләндерә алмай…» (М. Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесынан.)
– Беҙ уны дәрестең эпиграфы итеп алайыҡ. (Повестан өҙөк уҡыла.)
– “Йәшәү менән үлем араһы икеһе лә тиң хоҡуҡлы. Ләкин икенсеһе тураһында һүҙ барғанда, беренсеһенең ҡәҙере, ҡыуанысы, мәғәнәһе раҫлана...”.
– Ошо өҙөктән сығып, бөгөнгө һөйләшеүҙең темаһын билдәләйек. (Дәрестең темаһы һәм маҡсаты билдәләнә.)
IV. Булған белемде актуалләштереү.
– Мостай Кәримдең йәшәү мәғәнәһе хаҡындағы тағы ла ниндәй әҫәрҙәрен әйтә алаһығыҙ? (Автор уҡыуында “Йәшәйһе бар...” шиғыры тыңлана, “Яҡшы атты эйәр­ләйҙәр” шиғырын уҡыусы тасуири һөйләй.)
– Ғөмүмән, М. Кәрим үҙенең тотош ижадын “Йәшәү мәғәнәһе” темаһына арнаған. Беҙ быны авторҙың драма әҫәрҙәрен, мәҫәлән, “Айгөл иле”н йәки трагедияларын, иҫкә төшөрһәк тә, аңларбыҙ. (Айгөлдөң, Йәғәфәр Моратшиндың, Зөлхәбирә йә Тәңкәбикәнең тормошонан миҫалдар килтерелә.)
V. Ғәмәли эштәр.
1. Эпиграфты ҡабатлап уҡыу, йөкмәткеһенә ниндәй мәғәнә һалыныуын дәфтәргә яҙыу.
2. Әҫәрҙең жанрын билдәләү. (Слайдта төрлө яуаптар бирелә: лирик-фәлсәфәүи йөкмәткеле автобиографик повесть; автобиографик-мемуар әҫәр; идиллия.)
Һығымта: әҫәрҙең жанры – лирик-фәлсәфәүи йөкмәткеле автобиографик повесть.
3. Әҫәр ни өсөн «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» тип атала?
Үҙ аллы эш.
Бала саҡ
Сифаттар (ниндәй?)
Ҡылымдар (ни эшләй?)
Ғәмһеҙ үтә
Эскерһеҙ була
Саф һаҡлана
Ихлас йәшәй һ.б.
– Эйе, бала саҡ – кешенең донъя кө­төргә әҙерлек осоро. Тап ошо осорҙа кеше­нең бар холоҡ-ҡылығы, әҙәп-әхлаҡ сифаттары асыҡлана. (Фекер алышыу ойош­то­рола. “Урал батыр” эпосынан ми­ҫал уҡыла.)
Ай үҫәһен көн үҫеп,
Балалары иҫ белеп,
Шүлгәненә ун ике,
Уралына ун тулып,
Береһе, арыҫлан менәм, тип,
Береһе, шоңҡар сөйәм, тип,
Маҙаһына тейгән һуң,
Ике улына Йәнбирҙе
Төшөндөрөп биргән, ти.
Икегеҙ ҙә — баламһыҙ,
Күҙебеҙҙең ҡарамһыҙ,
Тешәр сағығыҙ үтмәгән,
Быуынығыҙ ҡатмаған;
Ҡулға суҡмар тоторға,
Ҡошҡа шоңҡар сөйөргә,
Әле арыҫлан менергә
Миҙгелегеҙ етмәгән.
Мин ни бирһәм, ашағыҙ,
Мин ни ҡушһам, эшләгеҙ...
– Ошонан сығып, бала саҡта, йәғни ун йәшенә тиклем баланы яҡшы итеп тәрбиәләргә, уға нимә яҡшы, нимә насар икәнен аңлатырға, баланы оло тормошҡа әҙерләргә кәрәк тигән һығымта яһарға була. (Уҡыусыларҙың фекерҙәре.)
– Кендек ниндәй тәрбиә ала? Әҫәрҙә беҙ уның тормошоноң ҡайһы осорон күрәбеҙ? (Кендек тәрбиәләнгән мөхит – матур, саф күңелле кешеләр мөхите. Балалыҡ осоронда уға дөрөҫ һәм яҡшы тәрбиә бирелгән.)
4. Проблематикаһы: шәхес тәрбиәләү. (Бәләкәй проект эше.)
– Повеста кем шәхесе тураһында һүҙ бара? Һеҙҙеңсә, кем ул шәхес? Уны ҡайҙа тәрбиәләп үҫтерәләр? (Яуаптар.)
«Хикәйәсеһе – мин үҙем һәм… үҙем генә лә түгел…», – ти автор. Тимәк, тағы ла кемдәрҙер бар.
А. (Өйгә бирелгән эш буйынса, әҫәрҙән миҫалдар менән эшләү: Оло инәһе менән бала тыуҙырырға йөрөүҙәре, Оло инәһе менән Кесе инәһе араһындағы йылы мө­нәсәбәт, Ҡара Йомағол менән әңгәмә, бала саҡ дуҫтары һ.б.)
Б. Дөйөм алғанда, бала тәрбиәне ҡайҙа ала? Ә Кендекте кемдәр тәрбиәләй? (Таблица тултырыла.)
Баланы кем тәрбиәләй? Кендеккә тәрбиә биреүсе­ләр
Ғаилә Оло инәһе, Кесе инәһе, атаһы
Мөхит Ауыл тормошо, тәбиғәт, йолалар
Кешеләр Бала саҡ дуҫтары, ауылдаштары, Аҡйондоҙ һ.б.
Баланы кем тәрбиәләй?Кендеккә тәрбиә биреүсе­ләр
ҒаиләОло инәһе, Кесе инәһе, атаһы
МөхитАуыл тормошо, тәбиғәт, йолалар
КешеләрБала саҡ дуҫтары, ауылдаштары, Аҡйондоҙ һ.б.
(Слайд буйынса эшләү, һәр бүлеккә әҫәрҙән миҫалдар килтереү.)
– «Шәхес нисек тәрбиәләнә?» һорауына яуап эҙләгәндә түбәндәге билдәләрҙе ҡуйығыҙ. «+» – яңылыҡ; «!» – һоҡланыу; «?» – һорау; «V» – таныш күренеш.
– Тап бына ошо ғаилә, ошо мөхиттәге кешеләр ябай ауыл малайынан бөйөк шәхес, әҙип-философты үҫтергән. Һеҙҙеңсә, автор повестағы геройҙарҙан үҙенә ниндәй сифаттарҙы алған? (Төркөмдәрҙә бәләкәй эҙләнеү эше ойошторола.)
Яуаптар. Оло инәһенән – сабырлыҡ, Кесе инәһенән – ябайлыҡ, яуаплылыҡ (автор әйткәнсә, уның булмышы ла, тормоштағы урыны ла – Вазифа; ә вазифа – ул өҫтәге бурыс, хеҙмәт буйынса йөкмәтелгән эш), Әсҡәттән – эскерһеҙлек, хыяллана белеү, Йомро Талиптан – йомартлыҡ, Аҡйондоҙҙан мөхәббәткә тоғ­ролоҡ кеүек сифаттарҙы йыйған.
– Һеҙҙеңсә, автор ошо проблемаларҙы хәл итеүҙе ниндәй темаларҙан эҙләгән? (Бала саҡ; һуғыш; мөхәббәт темаларынан.)
VI. Әҫәрҙең теле.
– Теманы асыуға һәм аңлауға булышлыҡ итеүсе тағы ла бер мөһим сара – ул повестың тел байлығы, художество үҙенсәлеге. (Әҫәрҙәге әкиәт, легенда, хикмәтле һүҙҙәр, мәҡәл-әйтемдәр буйынса эшләйҙәр. Был эште уҡыусылар өйҙә әҙерләп килә. Аҙағында, автор һүҙҙәренә таянып, «аңла­ған кешегә донъя, тормош – үҙе әкиәт, серле бер йомғаҡ» тигән фекергә киләләр.)
VII. Һығымта яһау.
1. Әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса әңгәмә ойоштороу, һығымтаны авторҙың һүҙҙәре менән нығытыу: «Бәхетле булһа ла, бәхетһеҙ булһа ла, беҙҙең бала сағыбыҙ оҙон-оҙаҡ йылдар буйынса артыбыҙҙан эйәреп килә. Дөрөҫөрәге, беҙҙең күңелебеҙҙән китмәй…».
2. “Бала саҡ” һүҙбәйләнеше менән «синквейн» төҙөү.
Бала саҡ
Бәхетле, бәхетһеҙ
Артыбыҙҙан эйәреп килә, күңелебеҙҙән китмәй, һағындыра
Кире ҡайтмаҫ ғүмер араһы.
Бер мәл
3. Автор хеҙмәтенә баһа. 1984 йылда Мостай Кәрим « Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы һәм «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы өсөн Ленин премияһына лайыҡ була.
VIII. Дәресте йомғаҡлау. Рефлексив анализ.
– Был дәрестән үҙегеҙ өсөн ниндәй яңылыҡ алдығыҙ? Бөгөнгө һөйләшеүҙең тормошоғоҙ өсөн әһәмиәтле яҡтарын асыҡлағыҙ һәм кластерҙа күрһәтегеҙ. (Кластер төҙөү.)
– Дәрестә һөйләшелгәндәрҙән сы­ғып, эпиграфтың мәғәнәһенә тағы ла әйләнеп ҡайтайыҡ. (“Сәселеп киткән күмер таптары ғына аҡ ҡарҙы ҡараға әйләндерә алмай…”.) Фекерҙәр дәрес башындағы кеүек ҡалдымы әллә үҙгәрҙеме? (Уҡыусыларҙың яуаптары баһалана.)
Өйгә эш. 1. Бер персонажға телмәр характеристикаһы бирергә. 2. Тормош­тан эпиграфтың йөкмәткеһенә тап килгән миҫалдар килтерергә. 3. Геройҙарҙың береһенә хат яҙырға.

Г.И. ИСМӘҒИЛЕВА,
Ейәнсура районының Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы

Читайте нас: