Бөтә яңылыҡтар

Тел яҙмышы – халыҡ яҙмышы

Заман уҡытыусыһы белемен даими камиллаштырырға, яңы технологияларҙы оҫта файҙалана белергә, ижади эҙләнергә, алдынғы уҡытыусыларҙың тәжрибәһен өйрәнергә, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә бурыслы.

Заман уҡытыусыһы белемен даими камиллаштырырға, яңы технологияларҙы оҫта файҙалана белергә, ижади эҙләнергә, алдынғы уҡытыусыларҙың тәжрибәһен өйрәнергә, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә бурыслы. Уҡытыусының заман менән бер рәттән атлауы республика, ил кимәлендә барған яңылыҡтар менән хәбәрҙар булыуында һәм уны йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә оҫта ҡулланыуында, уҡыусыларының һәм үҙенең төрлө кимәлдәрҙә уҙғарылған олимпиадаларҙа, конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашыуында, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыуында асыҡ күренә.
Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы был маҡсат, бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа уҡытыусыларҙың туранан-тура ярҙамсыһы булып тора. Кафедраның төп бурысы – уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу. Был юҫыҡта һуңғы йылдарҙа кафедра тарафынан байтаҡ эштәр башҡарылды. “Башҡорт һәм башҡа туған тел дәрестәрендә федераль дәүләт белем биреү шарттарында яңы технологиялар ҡулланыу”, “Федераль дәүләт белем биреү шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә мәғлүмәти компьютер технологияларын ҡулланыу”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һәләтле балалар менән эш” кеүек актуаль темаларға курс­тар уҙғарылды, киләһе уҡыу йылына ла белем биреүҙең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған темалар буйынса курстар үткәреү планлаштырылған.
Бынан тыш кафедра ғилми-ғәмәли, ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-эксперименталь йүнәлештәге эштәрҙе юғары кимәлдә ойоштороуға ярҙам итеүгә күп көс һала. Кафедра коллективы башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр уҡытыусыларына аттестация үтеүҙә, уҡыу планы һәм программалары төҙөү һәм төҙәтмәләр индереүҙә, уларға баһалама яҙыуҙа уҡытыусыларға ғилми, ғилми-методик ярҙам күрһәтә. Уҡыусыларҙың белемен тикшереү һәм баһалау материалдарын әҙерләүҙә, башҡорт теленән Берҙәм регион имтиханы, туған телдәр буйынса имтихан материалдарын, район, ҡала, төбәк-ара олимпиада һорау­ҙары төҙөүҙә ҡатнаша.
Кафедра хеҙмәткәрҙәре фәнни мәҡә­ләләр яҙыу һәм уҡыу-методик ҡулланмалары сығарыу буйынса ла әүҙем эш­ләй. Быйылғы уҡыу йылында бик актуаль булған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа электрон белем биреү ресурс­тарын ҡулланыу” (авторы – филология фәндәре кандидаты, доцент Л.Р. Кирәева), “Белем биреүҙә “Интерактив башҡорт теле” веб-ресурсын ҡулланыу” (авторы – филология фәндәре кандидаты, доцент Ә.Ғ. Илмөхәмәтов) тигән методик ҡулланмалар һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа электрон белем биреү ресурстарын ҡулланыу” яңы курс программаһы (авторы – филология фәндәре кандидаты, доцент Ә.Ғ. Илмөхә­мәтов) сыҡты. Юғарыла һанап үтелгән методик күрһәтмәләр һәм курс программаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә электрон белем биреү ресурстарының теоретик һәм ғәмәли мәсьә­ләлә­рен өйрәнеүгә бағышланған. Ҡулланма һәм программа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, шулай уҡ мәғариф өлкәһендә интернет-ресурс­тарҙы ҡулланыу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһыныусы киң ҡатлам уҡыусыларға тәғә­йенләнгән. Атап үтелгән әсбаптар буйынса уҡытыусылар уҡыусыларҙы сифатлы уҡыу контенты менән тәьмин итергә, уҡыусылар менән үҙ-ара бәйләнеште һәм белем биреү һөҙөмтәләрен асыҡлауҙы ойошторорға өйрәнәсәк.
Кафедра ағзалары мәктәп дәреслектәре, уҡыу әсбаптары төҙөүгә лә тос өлөш индерә. Мәҫәлән, 2019/2020 уҡыу йылында “Китап” нәшриәтендә Башҡортостан Республикаһы дөйөм белем биреү ойошмаларының V, VII кластары өсөн уҡыу ҡулланмаһы” (татар телендә; авторы – фи­лоло­гия фәндәре кандидаты, проф. Л.Г. Хәбибов), “Сопоставительная грамматика русского и башкирского языков” (авторы – филология фәндәре кандидаты, доцент Э.Ф. Рәхимова) тигән китаптар донъя күрҙе.
Кафедра ике инновацион майҙансыҡ – Туймазы ҡалаһының 6-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе һәм Күмертау ҡалаһының 10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе менән бик уңышлы эшләп килә.
Шулай уҡ Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы һәм Республика инженер лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары менән йыл дауамында хеҙмәттәшлек бара – бергәләп төбәк-ара ғилми-ғәмәли семинарҙар, оҫталыҡ дә­рестәре үткәрелә.
Кафедра коллективы тарафынан тәүге тапҡыр башҡорт теле көнөнә арналған «Тел серҙәре» тигән интеллектуаль уйын ойошторолдо. Был сарала баш ҡалабыҙҙың милли белем усаҡтарынан дүрт команда көс һынашты. Улар – Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһынан «Осҡон», Республика инженер лицей-интернатынан «Рух инженерҙары», Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатынан «Беренселәр», М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан «Башҡорттар». Был уйын беренсе тапҡыр ғына үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, уҡыусылар, уҡытыусылар өсөн бик мауыҡтырғыс һәм фәһемле сара булды. Ул «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырын башҡарыу флешмобы менән тамамланды.
Үткән уҡыу йылы, белеүебеҙсә, илебеҙ мәғарифы өсөн бик ҡатмарлы йыл булды. Коронавирус инфекцияһы белем биреүҙең яңы формаларын һынап ҡарауға этәрҙе, дистанцион белем биреүҙең үҙенсәлектәрен, ыңғай һәм кире яҡтарын билдәләргә, уларҙы белем һәм тәрбиә биреүҙә ҡыйыу ҡулланырға өйрәтте. Ысынлап та, дистанцион уҡытыу барыбыҙ өсөн дә ҙур һынау булып торҙо. Традицион уҡытыуға ни тиклем генә өйрәнһәк тә, дистанцион уҡытыуҙың заман талабы икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр ныҡлап инандыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: дистанцион уҡытыу башланғансы уҡ башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы тарафынан был йүнәлештә байтаҡ эштәр башҡарылғайны. Мәҫәлән, Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы хеҙмәткәрҙәре төҙөгән “Интерактив башҡорт теле” веб-ресурсы дистанцион белем биреүҙә бик ҙур терәк булды. Хәҙер был веб-ресурс “Взлетай!” (“Ҡанатлан!”) белем биреү проекты модулдәренең береһе булып тора. Контент 30-ар минутлыҡ 34 онлайн-дәресте, һүҙлекте, грамматика буйынса теоретик материалды үҙ эсенә ала. Онлайн-майҙансыҡта видео- күнекмәләр асыҡ, улар аша сәләмләү, төрлө урындарҙа аралашыу өсөн кәрәкле һүҙҙәрҙе өйрәнергә мөмкин. Һеҙ уны интернетта түбәндәге адрес буйынса таба алаһығыҙ: https://bashlang.ru.
Кафедра шулай уҡ “Туған тел дәрес­тәрендә электрон белем биреү ресурстары ҡулланыу”, “Туған телдәрҙе уҡытыуға заман талаптары”, “VII – XI класс уҡыусылары өсөн туған тел һәм әҙәбиәт бу­йынса олимпиадаға әҙерлек”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020” төбәк-ара, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020” республика конкурсы кеүек темаларға егерменән артыҡ семинар һәм вебинар үткәрҙе.
Шуны ла билдәләп китергә кәрәк: күрше өлкә уҡытыусылары ла был төбәк-ара сараларҙа ихлас ҡатнаша, белемде камиллаштырыу курстарында әүҙем белем ала (уҙған йыл 40-тан ашыу уҡытыусы белемен камиллаштырҙы һәм 48 уҡытыусы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ҡайтанан әҙерлек курстарын тамамлап, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломына эйә булды). Ә дөйөм алғанда, 2019/2020 уҡыу йылында кафедра тарафынан ойошторолған төрлө формаларҙа алып барылған курстарҙа 1500 уҡытыусы белем алды.
Ысынлап та, биш уҡытыусы һәм ике методистан торған кафедра йыл дауамында бөтә Башҡортостандағы барлыҡ туған телдәр һәм әҙәбиәттәр уҡытыусыларының эшмәкәрлеген етәкләүсе, уларға йүнәлеш биреүсе ныҡлы көс булып тора.
Хөрмәтле уҡытыусылар, беҙ, башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы хеҙмәткәрҙәре, һеҙгә ошондай эштәрҙә ярҙам итә алабыҙ:
1) һеҙҙең эш программаларығыҙҙы рецензиялау, мөхәррирләү, баҫтырып сығарыуҙа;
2) уҡыу-уҡытыу һәм методик ҡулланмаларығыҙҙы Мәғарифты үҫтереү институтының ғилми-методик советына тәҡдим итеү һәм уны нәшер итеүҙә;
3) олимпиада һәм конкурстарға әҙерләнеүҙә консультатив ярҙам күрһәтеүҙә;
4) һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған актуаль темаларға арналған семинар, вебинар, курстар ойоштороуҙа;
5) үткәрелгән курстарҙа оҫталыҡ дә­рес­тәре күрһәтеп, тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашыуҙа һ.б.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәре уҡытыу­сыларының яҙмышы ил, тел, халыҡ яҙмышы менән бер тамырға барып тоташа. Беҙҙең бурысыбыҙ – башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, башҡа туған телдәрҙе уҡытыу проблемаларын хәл итеү генә түгел, ә халыҡты, мәҙәниәтте, илде һаҡлау, сөнки уҡытыусылар балалар белеме өсөн генә түгел, ә халыҡ киләсәге өсөн дә яуаплы. Беҙҙең иңгә һалынған ошо ҙур яуаплылыҡты иҫтә тотоп, киләсәктә лә тырышып эшләргә, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә, яңы үрҙәр яуларға, әүҙем хеҙмәттәшлек итергә ынтылырға кәрәк.

Э.Ф. РӘХИМОВА,
Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт
һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире,
филология фәндәре кандидаты, доцент

Читайте нас: