Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Хәким Ғиләжев исемендәге әҙәби премия лауреаты, шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙина 1945 йылдың 18 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Ул Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумын тамамлағас, хеҙмәт юлын урындағы колхозда баш зоотехник булып башлай, аҙаҡ Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы идаралығында өлкән зоотехник була. 1979 – 1984 йылдарҙа күн аяҡ кейеме фабрикаһында эшләй.
1985 йылда З. Йәнбирҙина Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. 1992 – 1994 һәм 2000 – 2009 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡтағы ойошмаһында әҙәби консультант булып эшләй. 1996 – 2000 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының Күмертауҙағы «Шишмә» ойошмаһында яуаплы сәркәтип вазифаһын башҡара.
Зөбәржәт Йәнбирҙинаның «Йөҙөк ҡашы» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1978 йылда сыға. Уның ижадына тәрән хис-тойғолар, тел байлығы, образлылыҡ хас. «Күк мунсаҡ» (1991), «Ил инәһе» (1995), «Һандал» (2001), «Даға сыңы» (2005), «Һайланма әҫәрҙәр» (2020) һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәренең төп темаһы — туған халҡының яҙмышы, тормошта кешенең үҙ урыны, ҡатын-ҡыҙ бәхете.
Яҙылып бөтмәгән «Көҫәпәй» романы (1-се һәм 2-се бүлектәре) 1977 һәм 2001 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында баҫылып сыға. Зөбәржәт Йәнбирҙина башҡорт балалар шиғриәте өлкәһендә лә ижад итә. Кескәйҙәр өсөн яҙылған «Ҡолонсаҡ» (1992), «Айбулатым — ейәнем» (1994) китаптары авторы. Әҫәрҙәре рус теленә тәржемә ителгән. Шиғырҙарына йырҙар яҙылған.
Шағирә 2009 йылдың 9 майында вафат була.
УҠЫТЫУСЫ
Яҙғы ташҡын, йәйге селләләрҙә,
Көҙҙөң сасҡауында һәм ҡышта,
Уҡытыусы, белем сигендәге
Һин бит һалдат, торған гел поста.
Һәр уҡыусы – иң ғәзизең һинең,
Аяныслы һиңә һәр яҙмыш.
Юл күрһәтеүсе лә йәшәйешкә,
Аҙашмаһын өсөн ул яңылыш.
Көнгенәйең мәктәп менән үтһә,
Төнөң биләй дәфтәр биттәре.
Үҙең өсөн йәшәү – хыял ғына,
Шулай етә ғүмер сиктәре.
Мең рәхмәтем яуһын минең һеҙгә,
Һоҡланамын һеҙҙең кәр-көскә,
Сабырлыҡҡа, аҡыл ҡеүәһенә,
Көн биләгән һеҙҙең һәр эшкә.
Мең уңыштар яуһын ине һеҙгә,
Мең дан яуһын һеҙҙең есемгә.
Мең ихтирам яуһын, һаулыҡ яуһын
Уҡытыусы тигән исемгә!
ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН,
РЕСПУБЛИКАМ!
Бөйөк Урал минең башҡортомдоң
Нәҡ үҙеләй, бөйөк, мөһабәт.
Һәр милләтте арбап, әсир иткән
Башҡорт төйәгенә мөхәббәт.
Мосафир, тип ашын-һыуын биргән,
Утын, ерен бүлгән йән халҡым,
Баш тартмаҫ ул бөгөн дуҫтарынан,
Йөрәгендә барҙыр ут-ялҡын.
Үҙе еймәҫ — бүлер ризығын да,
Үҙе кеймәҫ — бирер кейемен.
Һәр халыҡты ҙурлап хөрмәт менән,
Түрен биреп башҡорт өйөнөң.
Тыуған көнөң менән, республикам,
Татыулығы һәр бер милләттең.
Тыныс йәшәү һинән, минән тора,
Тыныс йәшәү менән ҡиммәтһең.
Тыуған көнөң менән, республикам,
Тыуған көнөң менән, милләттәш!
Бәхет кенә теләп бер-беребеҙгә,
Тупланайыҡ милләт, дуҫ-иптәш!
ГҮЗӘЛ ИЛДӘ ТЫУҘЫМ
Гүзәл илдә тыуҙым, баҫып торам,
Баҫҡан ерем — Урал ҡайрағы.
Мосолманлыҡ,
паклыҡ һәм зәңгәр күк —
Башҡортостанымдың байрағы.
Зәңгәр күк — ул тыныслығы илдең,
Ҡурай моңо түккән еремдә.
Гербы, гимны булған минең илдең
Үҙ һүҙе бар илдәр түрендә.
Бар ул башҡорт, булған һәм
буласаҡ —
Дуҫлыҡ һаҡлап ҡалған милләтте.
Меңәр йылдар бөлгән, һаҡлап килгән
Милләт тигән бөйөк мөлкәтте.
Ихлас илдә тыуҙым, күп милләтле,
Дуҫлыҡ иле бит һин, бергенәм.
Халҡым йәшәр, йәшәйәсәк, беләм,
Башҡортостан — ғорур илгенәм!
УЙНА, ҠУРАЙ!
Уйна, ҡурай, ата-бабаларҙың
Йән мираҫы – гимн «Урал»ды.
Ирек даулап яҡты көнөң өсөн
Башҡорт башы күпме туралды!
Уйна, ҡурай, күпме тырыштылар
Өнөң тығып ҡына тыйырға!
Эй Илаһым, мөмкинме һуң инде
Халыҡ моңон тыйып ҡуйырға?!
Уйна, ҡурай! Нисә йылдар буйы
Елдәр генә һиндә һыҙғырҙы.
Һинең моңдо бер ишетер өсөн,
Әрней-әрней минең йөрәк, илдән
Бер ҡурайсы эҙләп ҡыҙырҙы.
Ҡурайсыһыҙ ҡалған ҡурайлыҡҡа
Аҙмы баҡты бойоҡ күҙҙәрем.
Кипкән ҡурай кеүек, үҙем киптем
Таба алмай әмәл, һүҙ-кәрем.
Уйна, ҡурай, данлап башҡорт илен
Илаһи моң түгә күңелдәр.
Үҫеп килгән йәштәр бик тиҙ генә
Өнөн тыҡтырырлыҡ түгелдәр!
ТЫУҒАН ЕР
Тыуған ерем, ниндәй ҡөҙрәтең бар?
Шул ҡәҙәре тартым көсөңдә.
Ир-уҙаман утҡа-һыуға инә
Бер ҡарыш ер, бер генә ус тупраҡ,
Эскән һыуы, йәре өсөн дә!
Ҡай бер әҙәм донъя малы ҡыуып,
Сит-ят ерҙә күңел асһа ла,
Тыуған ерҙәгеһе йәбешеп йәшәй,
Һыу йыуһа ла, туфан баҫһа ла.
Бер ус тупраҡ, ниндәй нескәлек бар
Шул ҡәҙәре тартым көсөңдә?
Бауырһаҡҡа ғына әүәләрлек
Ҡөҙрәтең бар, тупраҡ, төҫөңдә!
Тыуған тупраҡ!
БАШАҠ
Кирә ҡарыш башлы арыш
Дәррәү күтәрелгәндә,
Һәр береһе һалдат төҫлө
Сафҡа баҫып килгәндәй.
Тубырсыҡ быуындары ла
Бар һынау үткән кеүек.
Алтын тулҡын, һушты алып,
Йөрәккә күскән кеүек.
Шул тулҡындан башаҡ ыуҙым,
Ғәзиз ерем — усымда.
Изгенән дә изге илем
Ҡото бөртөк тосонда.
Әсе тирем тамған еркәй
Бүләк иткән тостарым.
Бөртөктәр наҙынан иҙрәй
Һөйәлләнгән устарым.
ҠАЛДЫР ТҮЛЕҢДЕ, УЛАН
Милләтеңде ишәйтергә
Ҡалдыр түлеңде, улан!
Һеҙҙең өсөн ошо йәштә
Үҙем тыуырҙай булам.
Уйылдырып уйҙарымды
Сәсәм ошо уйҙарҙы.
Ыуылдырыҡ итеп кенә
Сәсһәң ине улдарҙы.
Түлде, илде ҡайғыртыусы
Кеше һин бит, уланым!
Һиңә васыят яҙғанда
Милләтемде уйланым.
Ер ҡыйралыр, ил ҡырылыр, —
Бишектә сабый ҡалыр.
Мохтажбыҙ шундай кешегә —
Милләтте яҡлай алыр.
Сәңгелдәктәге сабыйың
Ҡулына ҡорал алыр.
Сәңгелдәктәге сабыйың
Илеңде һаҡлап ҡалыр!
Сәңгелдәктә һуңғы бала
Ҡалғансы көрәшер көн,
Килмәҫ тимә өҫтәлдәргә
Уҡ һалып һөйләшер көн!
ИКЕ ЙӨК
Уң ҡулымда – һөткә тулы күнәк,
Сайпылтмайым, оло яҙыҡлыҡ!
Эҫе икмәк ҡулда, ҡул бешһә лә
Ташлау гонаһ – кәрәк баҙыҡлыҡ!
Тормош юлым ғүмер барлығына
Яратылған кеүек ике йөктән;
Береһе балам – эҫе икмәк кеүек,
Икенсеһе һөйөү – аҡ һөттән!
КИЛЕШӘ
Аҡ ҡайындар иңдәренән аша
Толом бәрһә, харап килешә.
Бармаҡ батмаҫ ҡыҙҙар толомона
Ҡаҙап ҡуйһаң, тараҡ килешә.
Сәйгүн ҡапҡасылай түше тирткән
Ҡыҙ-ҡырҡындар юҡҡа көлөшә.
Көлһөн, көлһөн, бындай дәүерҙә бит
Ярыҡтан да көлөү килешә.
Йүгән күрмәҫ ҡонан кеүек ярһыу
Ир-егеткә дала килешә.
Ир беләген биләр ҡатын-ҡыҙҙың
Беләгенә бала килешә.
Өйөн йәмләп, уй-хистәрен тәмләп
Үҫтергәнгә тирәк килешә.
Ил аҡылын йыйған ил инәһе
Түр биләһә, бигерәк килешә.