Бөтә яңылыҡтар

ХVIII быуат башҡорт әҙәбиәтендә Тажетдин Ялсығолов ижады

Күренекле тарихсы-ғалим, яҙыусы, шағир Тажетдин Ялсығолов яҡынса...

Күренекле тарихсы-ғалим, яҙыусы, шағир Тажетдин Ялсығолов яҡынса 1767 – 1768 йылдарҙа тыуған. Үҙе төҙөгән шәжәрә буйынса, сығышын “болғар иштәгемен (башҡортомон)” тип күрһәтә; атаһы менән Әй һәм Арша йылғалары араһында ятҡан Ҡормашйылға ауылында (хәҙерге Силәбе өлкәһе) йәшәгән. Ошо уҡ сығанаҡта әйтеүенсә, сығышы менән башҡорттарҙың Әйле ырыуының Тыныш тармағына ҡарай. Һигеҙ йәше самаһында (1775 – 1776 йылдар), хажға барырға ниәтләнгән атаһына эйәреп, тыуған яғын ҡалдырып сығып китә. Әстерхан, Дағстан ерҙәре аша үтеп, Төркиәнең Диярбәкер ҡалаһына киләләр. Тажетдин унда дүрт йыл белем ала. Атаһы хаждан әйләнеп ҡайтып, бергәләп Стамбулда ике йыл йәшәгәс, карауан менән Әстерханға киләләр, Тажетдин был ҡаланың Аҡ Мәсетендә тағы ике йыл уҡый. 1788 – 1789 йылдарҙа Мәскәү, Түбәнге Новгород, Ҡазан аша тыуған яҡтарына – Троицкиға юл тоталар. Әммә Ҡазанды үткәс, Урта Сөн ауылы тирәһендә, атаһы ауырып донъя ҡуя. Тажетдин, уның васыятын үтәү маҡсатында, ҡәберенә яҡын төбәктә, ошо тирәлә – Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенең Ерекле ауылында төпләнә. 1799 – 1824 йылдарҙа Урта Сөн, Ерекле, Ҡыҙыл Сапсаҡ, Мелем ауылдарында балалар уҡыта, әҙәби әҫәрҙәр һәм ғилми хеҙмәттәр яҙа, мулла була, ауырыуҙарҙы дауалау менән шөғөлләнә. 1825 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем Мелем ауылында йәшәй. 1838 йылда күрше Имәнлебаш ауылына бер ауырыуҙы дауалау өсөн юлға сыҡҡанда донъя ҡуя. Уны ошо ауылда ерләйҙәр. Ҡәбере беҙҙең көндәргә тиклем һаҡ­ланған.
Тажетдин Көнсығыш илдәрендә йөрөгәндә ғәрәп, фарсы телдәрен яҡшы үҙләштергән, шул телдәрҙәге дини китаптарҙы шәрехләү менән шөғөлләнгән. Атап әйткәндә, “Хәдисел баб”, “Кафият әл-Ҡасида” (“Кафия ҡасыдаһы”), “Тәғлим-әс сәләт”, ”Шорут әс-Сәләт”, “Рисалә-и аййүһә ал-вәләд”, “Хикмәтел-һидая” һ.б. китаптарға аңлатма яһаған, “Ғоссам”, “Фәүәйдэз зыяййә” исемле хикәйәләр йыйынтыҡтарын эшкәрткән. Көнсығыш тарафтарында ҙур белем алып ҡайтҡан уҡымышлы шәхестең ғилми хеҙмәттәре күп яҡлы: һүҙ сәнғәтенән тыш, тарих, педагогика, медицина, юрис­пруденция, этика өлкәләрен дә үҙ эсенә ала. Шулай ҙа уның ике әҫәре айырыуса киң билдәле.
“Тарихнамә-и Болғар” (“Болғар тарихы”) китабын әҙип, урта быуаттарҙағы яҙма сығанаҡтарға һәм халыҡ ижады мәғлүмәттәренә таянып, ХVIII быуат аҙағында ижад итә. Был китап ике быуат самаһы ҡулъяҙмаларҙа ғына таралып йөрөй, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларындағы ғилми китапханаларҙа уның тиҫтәнән ашыу нөсхәһе һаҡлана. Ә баҫмала тәү башлап ни бары 1990 йылда ғына донъя күрә. “Тарихнамә-и Болғар” – донъяуи йөк­мәткеле художестволы-этнографик әҫәр. Автор Әйле ырыуының Әҙәмдән алып Тажетдиндың үҙенә тиклем һу­ҙылған 85 быуынлыҡ теҙмәһен төҙөй. “Үҙемдең ырыу-нәҫелемде Аллаһы Тә­ғәлә тарафынан һайланған Әҙәмдән башланым. Ҙур тырышлыҡ менән тарихи китаптарҙы өйрәнгәндән һуң, китаптарҙан үҙ ырыуымдың килеп сығышы тураһында мәғлүмәттәр алдым. Һуңынан “Сыңғыҙнамә” китабынан ата-бабаларым хаҡында мәғлүмәттәр табып, уларҙы үҙ ырыуыма бәйләнем”, – тип яҙа ул. Хеҙмәтенең тәүге биттәрендә үк файҙаланған китаптарының исемлеген дә килтерә: “Тәуарихи дауаир”, имам Табари әл-Йунани; “Тәуарихи фәрһәң”, имам әт-Туси; “Тәуарихи Хирмиз”, имам әл- Чәләби; “Тәуарихи Рәүзәт-сафа”, имам әл-Чәғи; “Тәуарихи Касфрани”, имам әт-Табари; “Тәуарихи Джамасиб”, имам әт-Тарази; “Тәуарихи-Чәләби”, имам әл-Бәғәүи.
Әҫәрҙең композицияһы үҙенсәлекле: генеалогик таблица тарихи һәм фольклор сюжеттары менән аралашып килә. Мәҫәлән, Сократ, Александр Македонский (Рум Искәндәре), Ҡол Ғәли кеүек исемдәре бөтә донъяға билдәле булған шәхестәр телгә алына. ХIII быуат дөйөм төрки әҙәбиәтенең мәшһүр вәкиле, “Йософ ҡиссаһы”ның авторы Ҡол Ғәли тураһында автор түбәндәгеләрҙе яҙа: “Хәҙ­рәт Мирхажи Ҡышан тигән ерҙән күсенеү ваҡытында Зәй тамағына килде. Унда Барадж ханда имам булып, Зәй тамағында вафат булды. Унан Ҡол Ғәли тыуҙы. Хорезмға китеп, унда ҡырҡ биш йыл мөдәрис булып, ахыр Туси тигән хаким Ҡытай йортонан ғәскәр менән Ибн Хаджипты үлтермәк өсөн килде. Хорезмды харабаға әйләндерҙе, Ибн Хаджипты үлтерҙе... Ҡол Ғәли шул саҡта ҡасып ҡырғыҙ халҡына килде. Унан ҡасып, атаһы йорто Зәй тамағына килде. Өс йыл үткәс, Зәй тамағында Субай хан заманында бер аждаһа күренде. Зәй тамағы халҡы аждаһанан ҡасып, Чермешан тамағына бер шәһәр бина һалдылар, атын Бүләр [тип] ҡуйҙылар. Ҡол Ғәли әфәнде Аҡһаҡ Тимер ябырылыуы [ваҡытында] тамам йөҙ ун йыл ғүмерендә вафат булды. Ибн Хаджиптың остазы ине. Ҡол Ғәлиҙән Мирғәли тыуҙы. Ул да тәхсил ғилем өсөн Хорезмға китте. Үргенчта утыҙ йыл мөдәрис булды, вафаты унда булды”.
Болғар хандары һәм башҡорт бейҙәре тарихын Айҙар хандың ҡыҙын ауырыуҙан дауалау хаҡындағы сағыштырмаса ентек­лерәк һөйләү (“әл-ҡисса”) алмаштыра. Ҡиссала телгә алынған кешеләрҙең исемдәре бөгөн дә беҙҙең яҡтарҙа билдәле булғанға күрә, уға бер аҙ туҡталып китеү урынлы булыр. Болғар дәүләте менән Айҙар тигән хан идара иткән дәүерҙә Мөхәммәт пәйғәмбәр (тимәк, VII быуатта) ислам динен таратыу өсөн был илгә үҙенең Зөбәйер Зәйет улы, Абдрахман Зөбәйер улы һәм Хантал Рабиғ улы исемле өс сәхәбәһен ебәрә. Улар, Айҙар хандың ҡаты ауырыуға дусар булған ҡыҙын һауыҡтырыу өсөн, бөтә илдең ислам динен ҡабул итеү шартын ҡуя. Хан риза була, сәхәбәләр ҡыҙҙы аяҡҡа баҫтыра, Болғар илендә тағы ла ун йыл йәшәй, мәсет төҙөп, халыҡты дингә ылыҡтыра, ил ислам динен ҡабул итә. Унан һуң аталы-уллы Зөбәйер менән Абдрахман ҡайтып китә, ә Хантал тороп ҡала, Айҙар хандың ҡыҙына өйләнә һәм Болғар илендә йәшәп донъя ҡуя. Башҡортостандың Миәкә районы Илсеғол ауы­лынан алыҫ булмаған Изге Шишмә янындағы тау башына бынан бер нисә йыл элек стела ҡуйылып, матур металл мавзолей рәүешендә кәртәләп алынды. Стелаға Зө­бәйер Зәйет улы менән Абдрахман Зөбә­йер улының исемдәре яҙылған. Был эште ойош­тороусылар фаразы (риүәйәте) бу­йын­са, улар VII быуатта Башҡортостанға Мөхәммәт пәйғәмбәр тарафынан ислам динен таратыу өсөн ебәрелгән һәм, ошо изге эш юлында йөрөп, беҙҙең яҡта донъя ҡуйған булып сыға.
Тажетдин Ялсығолов яҙмаһында һәм риүәйәттә үҙ-ара тап килмәгән ике нәмә күҙгә ташлана. Беренсеһе: китапта Болғар дәүләте ул дәүерҙә Волга (Ялсығолов яҙыуынса – Иҙел) үрендә, тип күрһәтелә. Асылда VII быуатта был ил Ҡара диңгеҙ – Каспий алды, төньяҡ Кавказ ерҙәрендә ятҡан; Волга үренә, Сулман Иҙел (Кама) буйына Бөйөк Болғарияның бер өлөшө VIII быуаттың икенсе яртыһында килеп урынлаша. Икенсеһе: Урал – Волга буйына ислам дине тәү башлап Мөхәммәт пәйғәмбәр заманында уҡ түгел, ә байтаҡҡа һуңыраҡ – IХ быуаттар тирәһендә тарала башлай. Ә уның Алтын Урҙала һәм Башҡортостанда сәскә атыуы ХIII – ХIV бы­уаттар тирәһенә тура килә.
Быларҙан тыш, “Тарихнамә”лә шулай уҡ Рус дәүләтенең Ҡазанды буйһондороуы, Сәйет, Аҡай, Алдар етәкселегендәге башҡорт ихтилалдары, Емельян Пугачев етәкселегендәге крәҫтиәндәр һуғышы, Әйле ырыуы тарихына бәйле XV – XVIII быуаттарҙағы эреле-ваҡлы ваҡиғалар бәйән ителә. Тарихи мәғлүмәттәр өҫтөнлөк алып китһә лә, был яҙма авторҙың стихиялы рәүештә әҙәби-худо­жес­т­волылыҡҡа ынтылышын күрһәтеп торған уйҙырмаларға бай. Унда дини һәм суфыйсылыҡ идеялары ҡабарынҡы сағылыш тапмаған донъяуи хәл-ваҡиғаларға күберәк урын бирелгән. Бер нисә урында бәләкәй күләмле ҡисса рәүешендә мауыҡтырғыс сюжеттар урынлаштырылған. Шуларҙың береһе башҡорттарҙың Әйле ырыуы тармаҡтарына арнала.
“…Сәйҙәш… ҡарағалпаҡ ханының ҡыҙын урлап, Миәс йылғаһы буйына ҡасып китә. Әй йылғаһы башында бер түбә бар, ул Сәйҙәш хандың тирмәһе. Уның ике улы тыуа: Тыныш һәи Ҡоштаймаҫ. Улар икеһе лә бер әсәнән. Ҡарағалпаҡ ханының ҡыҙынан бер улы ла, ҡыҙы ла булмай. Был ике улының әсәләре Әйле ырыуынан булған була. Әйле ырыуы уларҙан таралған. Тыныштан – Алтмышҡолаҡ, Ҡоштаймаҫтан – Ҡомой. Исемдәренең мәғәнәһен Әстерханға сәйәхәт ҡылғанда аңланым. Ҡобан халҡына барҙым, бер ҡартта ҡунаҡта булдым. Ул минән: “Һин ҡайһы яҡтарҙың муллаһы?” – тип һораны. Мин: “Болғар иштәге”, – тинем. Ул: “Ниндәй ырыуҙыҡы?” – тип һораны. Мин: “Әйле ырыуынан”, – тип яуап бирҙем. Ул минән: “Һин Алтмышҡолаҡмы, әллә Ҡомой нәҫеленәнме?” – тип һораны. “Белмәйем, лә­кин Әйле ырыуынан булыуымды ата­йымдан ишетеп үҫтем”, – тип яуап бирҙем. Ул минән: “Һин Тынышмы, әллә Ҡоштаймаҫ ырыуынанмы?” – тип һораны. Мин: “Тыныштан”, – тип яуап бирҙем. Ҡарт: “Һинең Сәйҙәш исемле ата-бабаң ҡасандыр һунарҙа утыҙ болан атҡан, ә Тыныш бабаң уның ҡолаҡтарын алып йәшергән. Шуға ла уны Алтмыш ҡолаҡ тип атай башлағандар. Икенсе юлы Сәйҙәш бабаң Ҡоштаймаҫ менән һунарға сыҡҡанда дүрт ҡондоҙ үлтерәләр, Ҡоштаймаҫ уның береһен урлап ҡом араһына күмә. Шуға күрә лә уларҙың ырыуын Ҡомой тип йө­рөтәләр”, – тине.
Мин ҡарттың аҡылына хайран ҡалдым һәм уға маҡтау һүҙҙәре еткерҙем. Тыныш – беҙҙең ырыуға нигеҙ һалыусы. Уның ике улы тыуа: Күҙәй һәм Ҡошсо. Улар бик ҙур нәҫел ҡалдыра. Уларҙың һанын Аллаһы Тәғәлә генә белә. Күҙәй ҙә беҙҙең ырыуға нигеҙ һалыусы булып тора”.
Шулай ҙа, Т. Ялсығолов ижадын тотош күҙ уңында тотҡанда, ул XVIII – ХIХ бы­уаттар башҡорт суфыйсылығының типик вәкиле булараҡ сығыш яһай. Үҫмер һәм йәш сағында ислам дине үҙәгенә яҡын төбәктәрҙә белем алыуы, юғары дин әһелдәре менән аралашыуы эҙһеҙ ҡалмай: әҫәрҙәрендә суфыйсылыҡ һәм донъяуи мәсьәләләр бергә үрелеп килә.
Был күренеш уның “Рисалә-и Ғәзизә” китабында айырыуса асыҡ са­ғыл­ған. Китаптың тулы исеме – “Рисәлә-и Ғәзизә: Шәхре Ҫөбәтел-ғажизин”, йәғни шәрехләнгән әҫәр икәнлеген белдереп тора.
ХVII быуатта – ХVIII быуат башында Урта Азияла Аллаяр тигән суфыйҙың исеме киң билдәле була. Ул 1616 йылда Сәмәрҡәнд тирәһендәге бер ауылда тыуа, Бохара мәҙрәсәһендә уҡый, атаҡлы суфый булып таныла. 1713 (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса – 1707) йылда донъя ҡуя. Сығышы менән – нуғай. Тажетдин Ялсығолов яҙыуы буйынса, Аллаяр Ҡазан ҡалаһына килә, урындағы суфыйҙар менән осраша, Ҡазандан Кесе Азияға хажға юл ала; уның фәлсәфәүи, әхлаҡи йөкмәткеле, суфыйсылыҡ идеялары менән һуғарылған, фарсы һәм төрки телдәрендә ижад ителгән дүрт китабы билдәле; шулар араһынан иң “гүзәлерәге” – “Ҫөбәтел-ғажизин”. Был китап Урал – Волга буйы төркиҙәре араһында ла киң тарала, 1802 йылдан башлап Ҡазанда бер нисә тапҡыр нәшер ителә. Аллаяр уны тәүҙә тулыһынса фарсы телендә яҙа. Һуңынан, урындағы халыҡтың һорауы буйынса, үҙе үк Урта Азия төрки теленә әйләндерә. Әммә был тәржемә лә Урал – Волга буйы өсөн ауыр уҡылған, шуға ла урындағы халыҡ Тажетдин Ялсығоловтан уға аңлатма биреүҙе (шә­рехләүҙе) үтенгән. Был хаҡта автор үҙе тү­бәндәгесә яҙып ҡалдырған: “Күҙәй халҡы ғалимы Тажетдин Ялсығол улынан үтенделәр ки, был «Ҫөбәтел-ғажизин» китабын төрки теленә тәржемә итһәң ине... Сөнки ул сыбар, төрлө тел менән төҙөлгән, уның серле телдәрен үҙ телебеҙ менән аңлатһаң ине, тинеләр. Мәгәр үҙемдең күҙем нуры, бәғерем киҫәге бер ҡыҙ балам үтенде: Әй, ата, ни булыр, әгәр был ҡәүемдәрҙең үтенестәрен хуш күрһәң вә ахыр сиктә беҙ ҙә унан файҙа алһаҡ?» – тине. Шулай итеп, зарурат менән ул күҙем нурының үтенесен ҡабул итеп, «Ҫөбәтел-ғажизин» китабын шәрех итеүгә ниәт ҡылдым... Был шәрехкә «Рисалә-и Ғәзизә» тигән исем бирҙем. Сөнки үтенеүсенең исеме лә Ғәзизә ине”.
“Рисалә-и Ғәзизә” – саф шәрехнамә генә түгел. Беренсенән, Ялсығолов тәүге сығанаҡтың бер нисә нөсхәһе менән эш итә; уларҙағы шиғри текстарҙан бер-бер артлы икешәр юл килтерә барып, һәр ҡайһыһына киң итеп аңлатма бирә; айырым осраҡта аңлатмалар бер нисә биткә һуҙыла; фарсы телендәге юлдар төркисәгә әйләндерелә. Өҫтәүенә, автор Аллаярҙың шиғыр юлдарына үҙенең мөнәсәбәтен белдерә, баһа бирә, күп кенә яңы мәғлүмәттәр өҫтәй, үҙе ижад иткән шиғри текстарҙы индереп ебәрә. Һөҙөмтәлә, һөйөклө ҡыҙы хөрмәтенә аталған яңы исемле өр-яңы китап килеп сыға.
Әҫәр инеш менән асыла, унда “Риса­лә-и Ғәзизә”нең ижад ителеү сәбәптәре аңлатыла.
Төп өлөш йөҙгә яҡын тексты тәшкил итә, уларҙың һәр ҡайһыһына исем бирелгән, үҙенсә жанрҙары ла билдәләнгән: ҡисса, хикәйәт, мөнәжәт, нәсихәт һ.б. Иң күбеһе – хикәйәт, 20-ләп текст; унан ҡала – 7 ҡисса; 7 мөнәжәт; 1 нәсихәт. Биш текстың жанры күрһәтелмәгән. Ә инде китаптың теп-теүәл яртыһын тәшкил икән әҫәрҙәр бәйән (һөйләү, хәбәр итеү) тип кенә бирелгән.
Иң тәүҙә урынлаштырылған шәйех Хәбибулла һәм суфый Аллаяр тураһындағы ҡиссаларҙы иҫәпкә алмағанда, тәүге биттәр пәйғәмбәрҙәргә арнала: Әҙәм, Ибраһим, Юныс, Сөләймән, Муса ғәлиәссәләмдәргә ҡағылышлы берәр фекер, хәл йәки ваҡиға бәйән ителә. Улар бөтәһе лә ҡисса тип аталған. Мәҫәлән, “Әҙәм ғәлиәссәләмдең яратылыу ҡиссаһы”нда былай тиелә: “Аллаһу Тәғәлә Әҙәмде тупраҡтан яратты, һис кемдән ғилем алдыртманы. Шулай булһа ла, Хаҡ Тәғәлә уның күңеленә илһам бирҙе, һөнәрсенең исемен белдерҙе. Әҙәм ғәлиәссәләм фәрештәләргә етмеш ике төрлө тел менән яуап бирҙе... Наҙанды бер һулышта ғалим итте”. Әйтергә кәрәк, пәйғәмбәрҙәргә арналған текстар ғына ҡисса тип аталған, артабан был жанр әҫәрҙә бөтөнләй осрамай. Дини суфыйсылыҡ традицияларында ижад ителгәнгә күрә, тәбиғи, китапта Хоҙай, фәрештәләр, әхирәт, әжәл, йәннәт, тамуҡ кеүек төшөнсәләргә бәйле уйланыуҙар, мәғлүмәттәр, хәл-ваҡиғалар ҙур урын биләй. Суфыйсылыҡ тәғлимәтен булдырыусы йәки үҫтереүсе шәхестәр – Хәсән Басари, Баязит Бистами, Рабиға, Абдулла Ансари, Хужа Баһауетдин Нәҡшбәнди, Әхмәт Йәсәүи, шәйех Хәбибулла, суфый Аллаяр һәм башҡаларҙың тормошо, эшмәкәрлеге тураһында һүҙ алып барыла. Миҫал өсөн Абдулла Ансариға арналған хикәйәттең шәрехләү өлөшөн генә ҡыҫҡартып килтерәйек.
...Абдулла Ансари хәҙрәттәре бер ҡол һатып алды. Ул ҡолға әйтте: “Әй, егет, исемеңде әйт, ни исемле торорһоң?” – тине. Ул ҡол яуап итеп әйтте: “Әй, хужа, һин ҡайһы исемде ҡуйһаң, минең атым шул булыр”, – тине. Абдулла әйтте: “Ни төрлө кәсеп һәм ни төрлө һөнәр ҡылаһың?” – тине. Ҡол әйтте: “Һеҙҙең ихтыярығыҙҙа: ниндәй кәсепкә ҡушһаң, уны эшләмәйенсә сарабыҙ юҡ”, – тине. Абдулла әйтте: “Әй, ҡол, теүәл генә әйт, ни төрлө һөнәр беләһең?”, – тине. Ҡол әйтте: “Әй, изгеләрҙең падишаһы, ҡол тигән кешенең ихтыяры булмаҫ. Ни эшкә ҡушһаң, буйһонмай сараһы юҡ”. Абдулла һүҙҙе ишетте, һүҙҙең ҡайһы тарафтан әйтелгәнен белде. Бынан һуң, үҙен-үҙе ергә атып, һушһыҙ булды. Һушһыҙ булып, шаҡ итеп йығылды. Шул заман үҙенә үҙе әйтер ине: “Әй, Абдулла меҫкен, күрҙеңме бәндәселек фиғелен? Ысынбарлыҡта Хоҙайға бәндә булырға был ҡара ҡолдан өйрән”, – тине. Әйтәләр: Абдулла Ансари был ҡолдо азат итте, үҙе яңғыҙлыҡ, дәрүишлек юлын һайланы һәм барса малын меҫкендәргә сарыф ҡылды, таратты...
“Рисалә-и Ғәзизә”нең шәрехләүҙәрендә Тажетдин Ялсығолов донъяуи мотивтарға ла ярайһы ғына урын биргән. Улар йыш ҡына китаптың төп мотивтары менән үрелеп килә. Ниндәй мәсьәләләр ҡуҙғатылғанлығы текстарҙың исемдәренән үк күренә: “Ҡомһоҙлоҡто шелтәләү тураһында”; “Ғилемлек тураһында”; “Аҡылды эшкә бойороу, тәкәбберлек бәйәне”; “Тат­лы телле булып яман һүҙҙән ҡайтыу бәйә­не”, “Вәғәҙәгә төҙ тороу”; “Сәфәрҙә юлдаштарҙың миһырбанлыҡ бәйәне” һ.б. Ҡайһы бер донъяуи йөкмәткеле сюжеттар, суфыйсылыҡ идеяларына хеҙмәт итеп, сабырлыҡҡа, түҙемлелеккә саҡыра: “Сабыр булыу бәйәне”; “Ҡазаға риза булып, бәләгә сабыр итеү бәйәне”; “Халыҡтан рәнйеү һәм ауырлыҡҡа түҙеү бәйәне” һ.б. Иң аҙаҡҡыһынан бер өлгө:
“Әй, әҙәм балаһы, хәҡиҡәттә Алла юлында булыусы бәндә булһаң, был донъяла ер кеүек ауыр сабырлы бул. Ник тиһәң, ерҙең өҫтөндә төрлө нәмәләр бар: изгенән, яуыздан, хәсистән һәм нәфистән – барсаһын күтәреп тора. Шуның кеүек һин дә күтәр, әҙәмдәргә яҡшы, күркәм бул. ...Һине, мәҫәлән, һәр йән эйәһе аяҡ аҫтына һалып типкеләһәләр ҙә, һис нәмәһенә зыян тейҙермә, бәлки, ҡулыңдан килһә, файҙа килтер. Ник тиһәң, ерҙең өҫтөндә барса халыҡтар уны бысраталар. Уларҙың кем нимә һалғандарына хурланмайынса, ер уларға төрлө игендәр һәм үләндәр үҫтереп, төрлө ниғмәттәр бирә. Мин-минлек ҡылғанға – яҡшылыҡ ҡыл...”.
Тажетдин Ялсығоловтоң был китабын халыҡ яратып ҡабул итә. Тәүге тапҡыр ул 1847 йылда Санкт-Петербургта донъя күрә, артабан ХХ быуат башына тиклем йыл һайын тиерлек баҫыла, ҡулъяҙма килеш тә таралып йөрөй. Мәҙрәсәләрҙә дәреслек сифатында ла ҡулланыла. Хәҙерге графикала тәүге тапҡыр 2014 йылда Ҡазанда күренекле ғалим Х.Й. Миңлеғолов тарафынан нәшер ителде.
Тажетдин Ялсығолов ижады уның үҙенән һуңғы әҙәбиәткә, әҙәби процесҡа туранан-тура йоғонто яһай. ХIХ быуат аҙағында “Тарихнамә-и Болғар” йоғонтоһонда Ғәли Соҡоройҙоң “Таүәрихи Болғария” әҫәре ижад ителә. 1976 йылда СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторған археографик экспедиция ваҡытында Әлшәй районында “Рисалә-и Шәрифә” исемле ҡулъяҙма китап табыла. Йөкмәткеһенә, төҙөлөшөнә, стиленә ҡарағанда, ул асылда “Рисалә-и Ғәзизә”гә эйәреп яҙылған.

М.Х. ИҘЕЛБАЕВ,
филология фәндәре докторы, профессор

Әҙәбиәт
1. Галяутдинов И.Г. “Тарихнаме-и Булгар” Тажетдина Ялсыгулова. 2-е переработанное издание. – Уфа: Китап, 1998. – 272 с.
2. Тажетдин Ялчығол. Рисалә-и Ғазизә / Басмага әзерләүче, шәрехләр бирүче һәм инеш мәкалә авторы Х.Й. Минлегулов. – Казан: Хозур, 2014. – 492 б.
Читайте нас: